+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Апрель 2021, 11:26

ҠОТҠАРЫУСЫ Хикәйә Икенсе өлөшө

Ярай әле әсәһе килеп керҙе: – Беҙҙең Илнур шулай йыуаш бит ул, килеп баҙнатһыҙ. Үҙегеҙ ҡалала нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? – Элек мәктәптә эшләй инем, – тине Ғәлимә, – эш хаҡы аҙ, ҡалдырырға тура килде. Әле бер бәләкәй генә магазин тотам. – Үҙегеҙ юҡта магазинығыҙҙы кем ҡарай? – тине әсәһе. – Ике һатыусы алмашлап эшләйҙәр. Шуға бында бер мәшәҡәтем дә юҡ, – тине. Илнур үҙ уйҙарына күмелеп ултыра. Башы ҡатты, нимә уйларға ла белмәне. Был бизнесмен апай тағы нимә уйланы икән? Фәнис ағаһы менән һөйләшеп ҡарағанда...


ҠОТҠАРЫУСЫ
Хикәйә
Икенсе өлөшө
Ярай әле әсәһе килеп керҙе:
– Беҙҙең Илнур шулай йыуаш бит ул, килеп баҙнатһыҙ. Үҙегеҙ ҡалала нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Элек мәктәптә эшләй инем, – тине Ғәлимә, – эш хаҡы аҙ, ҡалдырырға тура килде. Әле бер бәләкәй генә магазин тотам.
– Үҙегеҙ юҡта магазинығыҙҙы кем ҡарай? – тине әсәһе.
– Ике һатыусы алмашлап эшләйҙәр. Шуға бында бер мәшәҡәтем дә юҡ, – тине.
Илнур үҙ уйҙарына күмелеп ултыра. Башы ҡатты, нимә уйларға ла белмәне. Был бизнесмен апай тағы нимә уйланы икән? Фәнис ағаһы менән һөйләшеп ҡарағанда...
Ғәлимә апай ҡайтырға булды. Тороп урамға сыҡҡас, Илнурға һынсыл ғына ҡараш ташланы. Үҙенсә, кискә тиклем, тип әйтеүе булғандыр инде.
Әсәһе үҙенсә кәңәш бирҙе:
– Апайың менән яҡындан аралаш. Әллә күпме күстәнәс килтергән, һиңә хатта рәхмәтле бит. Нимә әйтергә, ни эшләргә белмәй. Бына киләһе аҙнаға ҡыҙҙың атаһы ла ҡайта икән. Мәктәпте бөткәс, уҡырға барһаң да, эшкә төшһәң дә ярҙамдары теймәй ҡалмаҫ.
Илнур Фәнис ағаһы йоҡлаған ҡыуышҡа сыҡты. Уныһы яңы уянып килә. Көнө буйы нисек йоҡлайҙыр инде? Әле лә уң ҡабырғаһынан һулына әйләнде лә:
– Ә, savior, – тине.
Белә Илнур был һүҙҙең нимә аңлатҡанын. “Ҡотҡарыусы” була инде.
– Нимә, әллә йәнең көйәме? – тип асыуланғандай итте Илнур.
– Юҡ! – тине ағаһы. – Киреһенсә, ғорурланам. Көндөҙ сыҡҡайным, ҡайҙа ҡарама, һине һөйләйҙәр. Нимә ҡыйраттың һин унда? Ағайыңа ентекләп һөйлә әле?
Илнур ағаһының көнләшеүен һиҙҙе. Шулай ҙа теләр-теләмәҫ кенә нимә булғанын аңлатып бирҙе:
– Кәрәк урында кәрәк ваҡытта тура килдем, – тине ул батырлығын әллә ни ҡупайтмай.
– Дөрөҫ эшләгәнһең. Юғиһә, беҙҙе һыуға төшөүҙән тыйырҙар ине.
– Әсәһе әле генә ҡайтып китте. Ағай, шуға аптырап ултырам бит әле. Нимә эшләйем икән?
– Нимә булды?
– Нимә булһын, мине саҡырҙы. Киске ун икеләрҙән һуң өйөбөҙгә кил, тине.
Ағаһы һикереп торҙо:
– Вот это номер! Тимәк, һине саҡырҙы.
– Эйе, тим бит.
– Һин бараһыңмы?
– Әллә, ағай, нимә эшләйем икән?
– Белмәйем, белмәйем, ҡустым. Мин рөхсәт итһәм дә, әсәйем рөхсәт бирерме икән?
– Ҡуй әле, ағай, етди һөйләшкәндә һин шаяртаһың да ҡуяһың. Мин һинән ысынлап кәңәш һорарға килдем.
Ағаһы уйға ҡалды. Эргәләге банканан, күтәреп, һыу эсте.
– Һине саҡырыуына ғәжәпләнмәйем. Тимәк, рәхмәтле. Тик... Беләһеңме?
– Нимәне беләһеңме?
– Нимәне, тип, шул, баяғы, һине ни өсөн саҡырыуына ғәжәпләнәм. Ауырлыҡ категорияларығыҙ төрлөсә бит. Һин йәш, ә ул һинән, иң кәмендә, күпмегә икән, 7-8 йәшкәме – өлкән. Тимәк, тәжрибәле. Уның ҡосағына инеп, өмөтөн аҡлай алмайынса, күтәртеп ятмаҫһыңмы икән?
– Ағай, миңә бик ауыр булырмы икән? Һин нисек уйлайһың?
– Һинең өсөн борсолам, ҡустым. Был эш бик сетерекле һәм яуаплы. Һин бәпестәрҙе ҡауҙы килтермәгәнен, йә кәбеҫтә түтәлендә тапмағандарын беләһеңдер, тип өмөт итәм. Миңә, инде –армиянан ҡайтҡан, ҡосағында тиҫтәләгән ҡыҙ-ҡырҡындың наҙын татыған һәүереккә, ауыр булмаҫ. Икенсенән, был һабаҡты барыбер һиңә алырға тура киләсәк бит. Йә, ярай, ҡосаҡланың, ти, үбешерһегеҙ. Бәлки ҡолап та китерһең. Белмәйем, артабан ни эшләрһең икән? Эргәңдә бит, өйрәтеп торорға, ағайың булмаясаҡ.
– Мин дә шулай уйлайым, ағай.
– Һин уны күрҙең, ул һиңә оҡшаймы?
– Оҡшаймы, тип... Матур инде, яғымлы. Үҙе зәп-зәңгәр күҙле, үҙенә туры ҡараһам, шул күҙҙәрҙә үҙемде күреп, батҡан һымаҡ булам да ҡуям. Ә ул серле итеп йылмая.
– О, мин һине белмәгәнмен икән, ҡайһылай матур һөйләйһең. Кем өйрәтте?
– Берәү ҙә өйрәтмәне. Китаптан уҡыным. “Бөйрәкәй”ҙә бөтәһе лә яҙылған.
– Ә, классиканан башлағанһың икән. Тәүге мәлдә уныһы ла ярап ҡала. Ярай, һиңә ун алты йәш, бәлиғ булғанһың, кеҫәңдә паспортың бар. Ошо төп һабаҡты ла һиңә алырға кәрәк булыр. Ярай, өйрәтәм. Тәүҙә бар, миңә сәй алып кил.
Илнурҙың йөҙө асылды. Йүгереп, йәйге аш бүлмәһенә инде. Ағаһы ҡаты сәй ярата. Ҙур кәсәгә тултырып сәй ҡойҙо, Ғәлимә апай килтергән күстәнәстән печенье-кәнфит тултырҙы.
Әсәһе килеп инде:
– Быны кемгә ташыйһың? Туҡта әле!
– Ағайым баҡсала ята. Асыҡҡан.
– Асыҡҡан һиңә! Оятһыҙ малай! Төндә сығып ҡараһам, бер түгел, ике ҡыҙ менән ҡосаҡлашып йоҡлап ята. Ой, донъялар! Ҡайҙа барабыҙ? Ярай әле, кем ҡыҙҙары икәнен таныманым. Өс шешә һыра... Әллә көмөшкә лә бар ине инде? Ул тиклем эсеүгә, төнө буйы ҡыҙҙар ҡосағында ятып, асыҡмаҫ ерҙән асығырһың. Мә, мынау тауыҡ ботон да бир, ашаһын.
Илнур ағаһының эргәһенә ризыҡтарҙы илтеп өйҙө. Бәй, был бит, ысынлап та, асыҡҡан. Ике ҡуллап бар ризыҡты тыңҡыслап ауыҙына тултыра һәм умшылдатып сәйнәй. Етмәһә, ҡустыһына һөйләргә лә өлгөрә:
– Ҡыҫҡаһы, мин былай тип уйлайым, апай һиңә рәхмәтле һәм һинең күңелеңде күрергә теләй. Ә баш тартырға һинең теләгең дә, сәбәптәр ҙә юҡ. Быға тиклем нисек йөрөгәнһеңдер, белмәйем. Берәү менән дә булғаным юҡ, тип кешегә һөйләп ҡуйма тағы. Көлөрҙәр.
Илнур ағаһының ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе ентекләп тыңлай һәм фәһем алырға тырыша. Нисек әйтергә, ул үҙе лә уңайһыҙлана. Ағаһына барыһын да һөйләп бөтә алмай бит инде. Мәҫәлән, ниндәй ләззәтле төш күреүҙәре, өлкәндәр өсөн сайттарҙа йөрөүҙәре, хатта былтыр йәй Ғамир бабайҙарға килгән ейәнсәре менән ҡосаҡлашып ятыуҙары хаҡында. Ул ҡыҙ нимә көткәндер, белмәй егет. Икенсе көнөнә, Илнур күренеү менән, ситкә ҡарап, бер егетте эләктерҙе лә, юҡ булды. Ул егете лә кем бит әле! Илнурҙың класташы, уға һәр ваҡыт бәйләнеп йөрөгән Фикус. Үәт, шул япраҡтың һөйләгәндәрен тыңлаһаң, ҡоҫҡо килерлек һәм сәстәр үрә торорлоҡ. Үҙе һөйләй, үҙе күҙҙәре менән Илнурҙы сәмләндерә. Йәнәһе, бына минең ҡулдан килде, ә һин эргәһендә түмәр һымаҡ ятҡанһың ғына.
Ә хәҙер мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хатта яуаплыраҡ. Үҙенән күпкә өлкән апай осрашыуға саҡырҙы. Әлбиттә, бармай баш тартырға ла мөмкин булыр ине, ләкин йәй буйы ошонда булам, тине. Тимәк, артабан да осрашыуҙан ҡасып булмаясаҡ.
– Йә, ҡотҡарыусым, иғтибар менән тыңла. Ул һине шунда уҡ ҡосаҡлап алыр. Менгегә өйрәтелмәгән тай һымаҡ сапсып китеүең мотлаҡ түгел. Нығыраҡ һыйын һәм өндәшмә, – тине ағаһы теге мул тауыҡ ботон бер юлы ауыҙына тығып, – ҡалғанын үҙе эшләй ул. Уны өйрәтергә, күрһәтеп торорға кәрәкмәй. Ҡара әле, мин уны бер-ике ҡат күреп ҡалдым. Былай нисауа бит ул. Һин нисек уйлайһың? Ул бит хәлле генә, һиңә аҡса бирмәҫме икән? Һин уларҙың ҡыҙын ҡотҡарып ҡалғанһың. Бер ҡараһаң, ҙур эш башҡарғанһың бит. Бәлки, яйы сыҡһа, үҙең генә һорарһың?
– Нимә һорарға?
– Нимә булһын, аҡса инде, аҡса. Анауы автобусҡа сығып, транспорт көтөп тороуҙан ғәрләнәм. Бәлки берәй машина алырбыҙ. Баҙарҙа 30-40 меңгә йәтешен генә табырға була, ти.
– Таныҡлығың бармы һуң?
– Таныҡлыҡ, тиһеңме? Ауылда нимәгә кәрәк ул? Бына хәҙер киләһе аҙнанан бесәнгә төшәбеҙ. Сабынлыҡ йыраҡта. Нимә, тағы ат менән барабыҙмы?
– Минең самокат бар.
– Һинең яҡшы, самокатың бар. Ә мин унда йөрөргә яратмайым. Ҡыҫҡаһы, беҙгә аҡса табырға кәрәк. Апайҙың аҡсаһы барҙыр ул. Тәк, һине үҙе саҡырҙы, тинеңме әле?
– Эйе, ун икенән һуң кил, тине.
– Йә, ярай, тәүәккәлләйбеҙ. Ҡара уны, ҡустым, юлың уңһа, мине һелтәп китмәйһең.
– Юҡ, юҡ, ағай.
– Ант ит.
– Ағай, ант итәм.
– Һинән берәй расписка яҙҙырғанда ла артыҡ булмаҫ ине. Юғиһә, бик ышанысһыҙ күренәһең. Хәҙер заманаһы шулай. Бер туғанға ла ышаныс юҡ.
Ағаһы ҡустыһына бик ентекләп ҡарап торҙо ла, былай тине:
– Ҡара әле, бәлки ошонда ғына килтерерһең?
– Ә һин ҡайҙа бараһың?
– Ҡайҙа барайым, мына, карауат аҫты иркен, шунда ятып торормон. Ҡара уны, ныҡ һикермә. Мин стена буйынараҡ һыйынып ятырмын.
– Ҡуй, килешмәй. Йә һиҙеп ҡалыр.
– Ҡурҡаһың инде? – тине ағаһы. Килеп ҡыҫылыр, тиһеңдер инде.
– Юҡ та ул. Барыбер уңайһыҙ. Мине үҙе саҡырҙы, ышана, тип уйларға кәрәк. Мин уны уңайһыҙ хәлгә ҡуя алмайым.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине ағаһы, – үҙең дә беренсе тапҡыр, тип тораһың бит. Ярай, ҡустым, мин һине ситкә тибә алмайым. Әгәр минең һәр һүҙемде еренә еткереп үтәһәң, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Ҡыҫҡаһы, тыңла...

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: