Ағай кеше белдекле төҫ менән Илнур уйламаған, хатта күҙ алдына ла килтермәгән йүнәлештә һөйләй башланы.
– Шуны бел: ул һине үҙе саҡырҙы. Шулай булғас, уның маҡсаты билдәле. Артыҡ бер аҙым да яһамайһың, эйәреп кенә йөрөйһөң, нимә ҡуша – шуны эшләйһең. Һәр хәлдә шуны гарантиялайым, ҡустым: ул һиңә бер зыян да эшләмәҫ. Аҡыллы, тәжрибәле ҡатын, ә һин инде көйҙөрөлмәгән һарыҡ тәкәһе һымаҡ шым ғына эйәрәһең.
– Нисек инде һарыҡ тәкәһе һымаҡ? – ошо урында Илнур түҙмәне. – Ә ниңә мин эйәреп кенә йөрөргә тейеш? Бәлки, мин уны, етәкләп алып, кинолағы һымаҡ туғай эсенә алып кереп киткем киләлер?
– Етәкләп тиһеңме? – ағаһы ҡустыһына, тәү тапҡыр күргән һымаҡ текләп, шелтәле ҡараны.
– Сәғәт ун ике тулып үткән, туғай тулы халыҡ. Һин әллә һеҙҙән башҡа ғашиҡтар юҡ тип уйлайһыңмы? Берәйһенең өҫтөнә барып сыҡһағыҙ... Уйла, уйла, башың менән уйла! Һеҙҙе танып ҡалһалар, ире вахтала, үҙе бында ялда... ун алты йәшлек малай менән типтереп йөрөй тип хәбәр сығарһындар, тиһеңме?
– Юҡ, нишләп күренергә теләйем, ти, – тине Илнур, ҡото осоп.
– Шулай булғас, мине тыңла, ҡустым. Ҡапҡаһының эргәһенә килдең, еңгә сыҡты, һине еңелсә генә ҡултыҡлап алды, һәм һеҙ тиҙ генә урамдан юҡҡа сығырға тейешһегеҙ. Беләһеңме, ни өсөн?
– Кеше-маҙар күҙенә салынмаҫ өсөн, – тине ағаһы. – Беҙҙең картуф баҡсаһы аша бында киләһегеҙ.
– Нисек ҡайҙа булам? Әле генә һөйләштек бит. Мин бынау мендәрҙе алам да карауат аҫтына кереп ятам.
– Ну-у, ағай, һин беҙҙе тыңлап ятырға итәһеңме?
– Нишләп тыңлап ятайым, ти, инде? Һинең нимә эшәүеңде ҡарап ятыу – минең бурыс. Аҙаҡ разбор полетов үткәрербеҙ. Ҡайһы ерендә нимә эшләнең, нимә тип әйттең, дөрөҫ әйттеңме?
– Юҡ, ағай, мин уңайһыҙланам. Үҙең беләһең, беренсе тапҡыр, мин ҡаушайым. Әллә бармайым да ҡуяйым микән?
– Бармаһаң, бармайһың инде. Һинән башҡа берәйһе табылыр әле. Ул һине эҙләп сығыр, һин юҡ. Йөрәгеңде усыңа йомарлап карауатта ятаһың, ул һине көтә. Шунда Фикус һымаҡ берәй емтеге килеп сыға ла ала ла китә инде.
– Килеп ҡараһын, уға әҙерләп ҡуйғандар, ти! – тип ҡыҙып китте Илнур. – Былтыр һабантуйҙа көрәшкәндә мин уны ырғыттым.
– Көрәштә ырғытҡанһыңдыр ҙа ул. Ә был юлы ҡоралланып килһә? Егеттәр һөйләгәйне, институтҡа уҡырға ла көбәк ҡыҫтырып килә икән.
– Ысынлапмы? – тип аптыранды Илнур. – Көбәк ҡыҫтырырлыҡ булғас, ҡурҡалыр инде.
Ағай менән ҡусты байтаҡтан бирле маташалар, ләкин эштең осона сыға алғандары юҡ әле.
– Ярай, һинеңсә булһын, ағай, – тине Илнур. – Тик һин берүк, үтенеп һорайым, күренеп, мине оятлы итеп ҡуйма инде.
– Ә нишләп һиңә оят булырға тейеш? Күренһәм, миңә оят буласаҡ. Әзмәүерҙәй ағаһы карауат аҫтында ята, тип аптырар. Юҡ, был мендәр генә етмәҫ, бынау матрасты ла алам.
– Ә мин, нимә, ҡаҡта ятайыммы?
– Нисек ҡаҡта ятаһың? Һуң, ҡайҙа ятырыңды белмәйһеңме ни? Күҙ алдына килтермәйһеңме әллә?
– Эй-й, шулай бит әле, – тине ҡустыһы. – Мин тамам буталып бөттөм, ағай.
– Һөйләйем-һөйләйем, өйрәтәм-өйрәтәм, – тип туҙынды ағаһы. – Үҙенекен һөйләп тик тора. Һинең бурыс – ошонда алып килеп һалыу. Һинең йәштәге ҡатын-ҡыҙ түгел бит. Ҡалғанын үҙе күрһәтер.
Илнур ҡалтыранды, тирләне, ҡыҙарынды, тик ағаһының нимә талап иткәненә барыбер төшөнөп етә алманы.
– Минһеҙ бер нәмә лә сыҡмаҫ, ахырыһы, һинең, ҡустым. – тип һөйләнде ағаһы. – Беҙҙең ата-бабалар һинең йәштә кәләш алып, балалар үҫтергән. Һин һаман да үҙеңде һәүерек һымаҡ тотаһың. Ҡара уны, кеше белеп ҡалмаһын. Мәсхәрәгә төшөрһөң.
– Һин һөйләмәһәң, белмәйәсәктәр, ағай.
– Ярай, ял итәйек. Ҡара уны, һынатыр булһаң, карауат аҫтынан үҙем килеп сығам да үҙем тотонам.
Илнур шикләнмәне. Ағаһының тәүәккәл ҡиәфәтенә ҡарағанда, ул тап шулай итер ине һымаҡ.
– Ярай, мин ял итәм, – тине Фәнис һәм ҙур эш ҡырған һымаҡ хырылдап йоҡлап та китте.
Шул ваҡыт Илнурҙың иҫенә төштө: был бит хырылдай! Илнур үҙе тап шуның өсөн өйҙә йоҡлай. Ярай, йоҡлаһын, хырылдап туйғас, туҡтар әле, тине лә ҡыуыштан сыҡты. Бер ун метрҙай ситкә барып, тыңлап торҙо. Хырылдау көсәйгән һымаҡ тойолдо.
Илнур килеп ағаһын уятып ҡараны: юҡ, уянырға уйламай ҙа. Төрткөләй торғас, күҙен саҡ ҡына асты, Илнурҙы күреү менән һикереп торҙо. Мендәре менән матрасын күтәреп, карауат аҫтына инеп тә китте.
– Һин ҡайҙа ҡастың? – тине Илнур.
Карауат аҫтынан теге кире килеп сыҡты:
– Нимә, алып килмәнеңме ни?
– Нисек алып килмәнеңме ни? Әле бит киске алты ғына. Ун икегә килә бит ул.
Фәнис һөйләнә-һөйләнә карауат аҫтынан килеп сыҡты.
– Үҙе килмәгәс, ун ике булмағас, нишләп мине уятып йөрөйһөң?
– Һуң, уятмай ни, ағай, һин бит хырылдайһың.
– Хырылдайһың? Хырылдаһа нимә булған?
– Нисек нимә булған? Һин бит, ни, теге апайҙы өркөтөп ятасаҡһың. Ул һинең хырылдағаныңды ишетер ҙә кермәҫ.
– Нисек кермәҫ? Тәүҙә һин мине уятмайһыңмы ни?
– Ярай, уятырмын, тик бигерәк ныҡ хырылдайһың. Бөтә урамға ишетелеп тора. Өркөтөп кенә ҡуяһың инде.
– Өркмәһен өсөн ныҡ тот, әйт, беренсе яруста минең ағай йоҡлай, тиң. Шым ғына ҡыйланайыҡ, уянып ҡуймаһын, тип өҫтәһәң дә була.
Фәнис урынында ятып ҡалды. Илнур, сығып, алыҫ та китмәне, арттан ағаһының хырылдағаны ишетелә лә башланы. Малай барыһына ла ҡул һелтәне лә урам буйлап китте. Бына Ғәлимә апайҙың өйө. Ә ҡапҡа эргәһендә кем тора? Ә-ә, теге ҡыҙыҡай бит, Элина. Әллә Илнурҙы таныны инде? Ихатаға йүгереп инеп китте лә кире килеп сыҡты, ҡурсағын үрелеп алды ла яңынан юҡ булды. Ярай, бынауҙан үттеләр, ти, бында кеше күренмәй. Бынау тыҡрыҡҡа боролдолар, тыҡрыҡтан йылғаға төштөләр, шунан бынау һуҡмаҡтан һиҙҙермәй генә картуфлыҡ аша ҡыуышҡа килделәр. Илнур сәғәтенә ҡараны. Егерме минут самаһы ваҡыт үткән. Ни бары егерме минут. Әллә ни күп ваҡыт та кәрәкмәй.
Көткәндә ваҡыттың шул тиклем оҙаҡ үтеүенә ғәжәп итерһең. Юҡ, үтмәй ҙә ҡуя бит әй. Илнур әллә күпме утын ярып ташланы. Салғыларҙы алып, быуындарын нығытты ла һыуға тығып ҡуйҙы. Бесәнгә төшөргә лә ваҡыт етеп килә. Ҡуй, бесән ҡайғыһы юҡ әле. Бынау Ғәлимә еңгәнең килеп сығыуын әйт.
Илнур, соланға үтеп, үҙенең карауатында серем итеп алырға булды. Әллә ниндәй төштәр күрҙе, эргәһенән әллә кемдәр үтеп йөрөнө, әллә нисә тапҡыр Илнур тип өндәштеләр. Йоҡланы егет, рәхәтләнеп, бер нәмә белмәй йоҡланы. Бер мәл уянып китһә, ҡараңғы төшкән, сәғәт ун ике тулған, хатта беренсе киткән. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тегеләй йүгерҙе, былай йүгерҙе, ҡыуышты кереп сыҡты. Ҡараһа, артында ағаһы тора.
– Һин ҡайҙа булдың? Мин һине эҙләйем.
– Бар, йүгер, йоҡосо, бөтә эште юҡҡа сығараһың.
Илнур күлмәген генә алыштырҙы ла алға, билдәһеҙлеккә, атланы.