+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Апрель 2021, 11:22

ҠОТҠАРЫУСЫ Хикәйә Бишенсе өлөшө

Әллә ҡайһы арала, дырылдап, мотоциклдар килеп туҡтаны. Егет менән ҡатын ағастар араһына йәшенделәр. Ләкин тауыш-тынһыҙ ғына булманы, Ғәлимә абынып йығылды һәм ҡысҡырып ебәрҙе. Теге ярҙа һағайҙылар. Мотоциклдарының фараларын шул яҡҡа йүнәлттеләр һәм Ғәлимәне күреп ҡалдылар. Егеттәр, ҡуян күргән һымаҡ, дәртләнеп киттеләр һәм ике яҡтан ике егет Илнурҙар торған ярға ташланды. Илнур һиҙә, был осрашыу бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәйәсәк. Мөмкин тиклем тиҙерәк юҡҡа сығырға кәрәк, юғиһә сит-яттарҙың тырнаҡтарына эләгеүҙәре бик ихтимал. Илнур менән Ғәлимә, ҡасып ҡотолоуҙан бигерәк, кеше күҙенә эләгеүҙән шикләнеп, ауыл яғына илтеүсе баҫмаға түгел, төпкәрәк йүгерҙеләр һәм үҙҙәренең хәлдәрен ҡатмарлаштырҙылар. Уларҙың ҡабаланып йүгереүе шунда уҡ егеттәрҙең береһенең иғтибарын йәлеп итте һәм ул үҙ башына ҡарышҡандай, ике-өс ынтылыуҙа быларҙы ҡыуып та етте.

ҠОТҠАРЫУСЫ
Хикәйә
Бишенсе өлөшө
Әллә ҡайһы арала, дырылдап, мотоциклдар килеп туҡтаны.
Егет менән ҡатын ағастар араһына йәшенделәр. Ләкин тауыш-тынһыҙ ғына булманы, Ғәлимә абынып йығылды һәм ҡысҡырып ебәрҙе.
Теге ярҙа һағайҙылар. Мотоциклдарының фараларын шул яҡҡа йүнәлттеләр һәм Ғәлимәне күреп ҡалдылар. Егеттәр, ҡуян күргән һымаҡ, дәртләнеп киттеләр һәм ике яҡтан ике егет Илнурҙар торған ярға ташланды.
Илнур һиҙә, был осрашыу бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәйәсәк. Мөмкин тиклем тиҙерәк юҡҡа сығырға кәрәк, юғиһә сит-яттарҙың тырнаҡтарына эләгеүҙәре бик ихтимал. Илнур менән Ғәлимә, ҡасып ҡотолоуҙан бигерәк, кеше күҙенә эләгеүҙән шикләнеп, ауыл яғына илтеүсе баҫмаға түгел, төпкәрәк йүгерҙеләр һәм үҙҙәренең хәлдәрен ҡатмарлаштырҙылар. Уларҙың ҡабаланып йүгереүе шунда уҡ егеттәрҙең береһенең иғтибарын йәлеп итте һәм ул үҙ башына ҡарышҡандай, ике-өс ынтылыуҙа быларҙы ҡыуып та етте.
– Әһә, аҫыл ҡоштар, эләктегеҙме? – тине ул ҡабалана-ҡабалана кейенеп булашҡан ҡатын менән егеткә.
– Тауышланма, егет, беҙҙе ебәр, – тине Ғәлимә тыныс ҡына, – һиңә лә, беҙгә лә яҡшыраҡ булыр.
– Һатыулашаһыңмы? – тине егет. – Был осраҡта һатыулашыу урынһыҙ. Хәҙер беҙҙең базаға барабыҙ. Ҡулыңдан килгәнсә, егеттәрҙең күңелен күрәһең дә, беҙ икегеҙҙе лә ебәрәбеҙ.
Ҡатын ҡурҡып Илнурға һыйынды:
– Ҡара әле, Илнур, нимә һөйләй ул?
– Беҙҙе ебәр, – тине Илнур. – Юғиһә, хәҙер ауылдағы барлыҡ егеттәрҙе күтәрәм.
– Ҡарарбыҙ, – тине теге егет. – Тик бының өсөн иң кәмендә ауылға ҡайтырға кәрәк. Һөйләштек бит, мин артығын талап итмәйем. Әйткәндәй, мин – беренсе. Беҙ күмәк түгел, алтау ғына.
– Юлдан кит, – тине Илнур, – юғиһә...
– Ярай, яҡшылыҡты аңламаһаң, – тип егет һыҙғырҙы. Ләкин ҡысҡырырға өлгөрмәне.
Илнур, күҙ асып-йомған арала аяҡ аҫтында ятҡан йыуан ғына ағасты алды ла, тегенең башына бирҙе. Егет, ҡырҡҡан һымаҡ, ҡоланы ла ҡуйҙы.
Илнур менән Ғәлимә тиҙ генә ауыл яғына йүгерҙеләр. Ләкин был баҫмала кешеләр һөйләшеүен ишетеп, түбән яҡҡа төштөләр һәм кисеүҙән ауылға сыҡтылар.
– Әллә ныҡ бирҙең инде? – тине Ғәлимә. – Үлеп ятмаһа ярар ине.
– Шуға ла бирешеп тормаһа инде. Нимә талап иткәнен үҙең ишеттең бит.
– Ә һин мине ташлап ҡасырһың, тип ҡурҡтым.
– Белмәйем, нимә менән бөтөр, – тине Илнур. – Һин өйөңә кер, мин, нимә булғанын асыҡлағас, ҡайтырмын.
– Уф, күңелем шомлана, – тине Ғәлимә. – Теге егеткә бер-бер хәл булмаһа ярар ине.
– Хәҙер бер нимә лә эшләп булмай. Мин һине күрәләтә ташлап китә алманым.
Илнур Ғәлимәне оҙатып ҡуйҙы, ҡыуышҡа инһә, ағаһы беренсе яруста, дер һелкетеп хырылдап, йоҡлап ята. Илнур шунда уҡ ағаһын төрткөләп уятты. Тегеһе карауат аҫтынан асыулы ғына килеп сыҡты.
– Нимә, мин йоҡлағансы йөрөнөң? Иртәнсәк уятыр инең әле.
Илнур нимә булғанын еңелсә генә итеп аңлатып бирҙе.
– Йә, йә, ентекләберәк һөйлә, нисек булды? – тип түҙемһеҙләнде ағаһы.
– Уның ҡайғыһы юҡ. Ҡала егеттәре килеп төштө лә, бөтә эште юҡҡа сығарҙылар, – тип нимә булғанын аңлатты.
Ағаһы үҙе тыңлай, үҙе кейенә һәм телефонын эҙләй ине.
– Ағай, ни эшләп ҡарайыҡ икән?
– Бер генә юл – егеттәрҙе йыйырға ла, ҡыуалап ебәрергә кәрәк.
Илнур бер егеттең башына күҫәк менән һуғыуы хаҡында әйтергә мәжбүр булды.
– Маладис! Йәтеш булған! Шул кәрәк уға! – тип маҡтаны ағаһы.
– Ә ул үлеп ятһа, имгәнһә? Мине ултыртасаҡтар бит, – тип һөйләнде ҡустыһы.
– Тәүҙә һине табырға кәрәк бит әле, – тине ағаһы, – шунан һуң иҫбатларға, тикшереү үткәрергә, шаһиттарҙан һорау алырға тура киләсәк. Ә таяғың ҡайҙа?
– Белмәйем, шунда ятып ҡалғандыр. Еңгәне етәкләнем дә, йүгерҙем.
– Ниндәй еңгәне? Ә, Ғәлимәне әйтәһеңме? Хәҙер ул һиңә еңгә түгел инде. Их, күҫәгеңде алырға булған! Хәҙер күҫәгеңде тапһалар, бармаҡ эҙҙәрең ҡалһа, эт килтерһәләр, бер сәғәт эсендә эҙләп табасаҡтар.
Икәүләшеп шым ғына Дим ярына ҡуҙғалдылар. Ҡыуаҡлыҡтарҙан-ҡыуаҡлыҡҡа йүгереп барып еткәс, “тиҙ ярҙам” һәм полиция машиналарын күргәс, бер туғандар эштең ҙурға китеүенә һәм ҡатмарлы төҫ алыуына төшөндөләр.
Тап шулай булды ла. Иртән тороуҙарына ауыл ҡайнап тора. Сайтҡа ҡала егеттәренең яр буйын баҫып алыуҙары, кемдәр менәндер һуғышыуҙары хаҡында шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙәр ҡуйылғайны. Бер нимә лә булмаҫ ине, бәлки ишетмәй ҙә ҡалырҙар ине, теге башына күҫәк алған егет шәкәр заводы директорының урынбаҫарының ейәне булған икән. Олатаһы, ейәнен яҡлап, полицияны күтәргән. Хатта анауы “крузак”та ҡыҙы менән урынбаҫар ултырған, тип тә һөйләнеләр.
Барыһы ла детектив кинолағы һымаҡ булды. Учатковый менән бер полицейский бик ентекләп теге яҡ ярҙы ҡаранылар һәм тос ҡына бер күҫәк тотоп килеп сыҡтылар. Эксперт булдымы икән, нимәлеп пышҡылдатып, бармаҡ эҙҙәрен эҙләп ҡараны, шунан тағы бер күҫәк таптылар. Урынбаҫарҙың был эштә йоғонтоһо нисек булғандыр, оҙаҡламай ауыл өҫтөндә вертолет күренде һәм саң туҙҙырып, юлға ултырҙы. Вертолеттан, этен эйәртеп, спорт кейемендәге бер ҡатын төштө. Ҡатын эт менән аръяҡтағы ҡыуаҡлыҡтарҙы барлап сыҡты, аҙаҡ түбәндәге кисеүгә килде, бында оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде. Эт, берәр еҫ таптымы икән, ауыл яғына томоролдо һәм уралтып-суралтып тормай, Фәниә апайҙарҙың ҡапҡаһы алдына ятып, минән бурыс төштө, тигән ҡиәфәт менән хужаһына ҡарап, бер өрөп ҡуйҙы. Полиция өйҙә кемдәр булыуын тиҙ асыҡланы, урындағы башланғыс мәктәпкә саҡырып, һорау ала башланы.
Һөйләшеү нисек булғандыр, Фәниә апайҙың борсолғаны бик тойолмаһа ла, байтаҡ ҡына ултырғандан һуң килене, ҡыҙын эйәртеп, бик бөтөрөнөп килеп сыҡты. Был хаҡта Илнурҙың әсәһе киске сәйҙе эскәндә бик ентекләп һөйләне.
– Берәйһе менән булдымы икән, – тип һөйләнде әсәләре, улдарына ҡарап. – Килешмәй инде. Кейәү өйҙә юҡ, вахтала йөрөй, ти. Килһә лә, килгәндәрҙер инде.
Кисенә участковый менән ҡаланан килгән полицейский өй беренсә киттеләр. Ҡайҙа йәш егеттәр, ҡыҙҙар бар, шунда оҙағыраҡ әңгәмәләштеләр. Тап шул көндө кемдең ҡайҙа булғанын асыҡланылар һәм яҙып алдылар.
Илнур Ғәлимәгә шылтыратып ҡарағайны, уныһы телефонын бөтөнләй һүндереп ҡуйған булып сыҡты. Төнө буйы ауылды ҡаланан төшкән тиҫтәләп мотоцикл бимазалап йөрөнө. Яңғыратып музыка уйнаталар, саң туҙҙыралар, һүгенәләр һәм ҡысҡыралар. Ауыл хакимиәтенән килеп, участковыйҙы саҡырғас ҡына, юҡ булдылар. Ауыл тынып, инде йоҡоға талғайнылар, тағы урамдарҙы килеп баҫтылар һәм халыҡты уяттылар.
Илнур ағаһы менән ҡыуышта ултыралар ине.
– Теге егеткә ныҡ эләккәнме әллә? – тип ҡыҙыҡһынды Илнур.
– Юҡ, сикәһендә бер яра ғына. Нимә булғанын хәтерләмәйем. Икәү-өсәү ташланды, береһе ҙур күҫәк менән һуҡты, тип әйтә, ти. Һеҙ туп-тура Фәниә апайҙың өйөнә барып, хаталанғанһығыҙ, эҙ яҙлыҡтырып йөрөргә булған.
– Кем уйлаған...
Төн уртаһында Илнур урамға сыҡты ла Фәниә апайҙың өйө эргәһенә килде. Тәҙрәләрендә ут янмай, ләкин егеттең сос ҡолаҡтары еңгәһенең картуфлыҡ башына бар, тип бышылдағанын ишетеп ҡалды. Егет урамды ураны ла, картуфлыҡты уратып алған кәртә эргәһенә килде. Бына Ғәлимә үҙе лә килеп сыҡты һәм егетте ҡосаҡлап алды.
– Ҡәйнәм шул тиклем әрләне. Ташлап сығып китерҙәй булдым. Етмәһә, улы шылтырата. Бер үҙем генә ҡайтам, тегене айырып ебәрҙем, уға өйләнеүем хата булған, ти. Бына шундай хәлдәр.
– Ә һин, һин нимә тинең? Иреңә яңынан бараһыңмы?
– Юҡ, әлбиттә. Ул минән үҙе баш тартты. Уға яңынан кейәүгә сығырға уйлағаным да юҡ. Был хаҡта элегерәк уйларға кәрәк ине.
Илнур тирә-яғын бик ентекләп ҡарай. Теге яҡта ла, был яҡта ла кемдәрҙеңдер үтеп киткәне, рация аша хәбәрләшкәне ишетелеп ҡала. Бына үҙенең дә телефоны шылтыраны. Ағаһы СМС-ка ебәргән. Унда нимә яҙылған? “Ҡасығыҙ! Һеҙҙе ҡамайҙар”.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: