+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Апрель 2021, 17:41

ҠОТҠАРЫУСЫ Хикәйә Алтынсы өлөшө

Илнур тирә-яғын бер генә байҡаны ла Ғәлимәнең ҡолағына бышылданы: – Беҙҙе ҡамайҙар! – тине һәм ҡатынды этеп ебәрҙе. Ярай, уныһы тиҙ аңлап ҡалды һәм шунда уҡ ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Илнур үҙе һымағыраҡ ике егеттең һикергәнен күреп ҡалды, береһен тәгәрәтә һуҡты, ләкин икенсеһе таҫыллыраҡ булып сыҡты. Бер һикереүҙә ауыл малайын һуҙып һалды.


ҠОТҠАРЫУСЫ

Хикәйә

Алтынсы өлөшө

Илнур тирә-яғын бер генә байҡаны ла Ғәлимәнең ҡолағына бышылданы:

– Беҙҙе ҡамайҙар! – тине һәм ҡатынды этеп ебәрҙе. Ярай, уныһы тиҙ аңлап ҡалды һәм шунда уҡ ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Илнур үҙе һымағыраҡ ике егеттең һикергәнен күреп ҡалды, береһен тәгәрәтә һуҡты, ләкин икенсеһе таҫыллыраҡ булып сыҡты. Бер һикереүҙә ауыл малайын һуҙып һалды.

Ун-ун биш минуттан ауыҙы-мороно ҡанға батҡан Илнур полицейскийҙар ултырып йөрөгән “буханка”ның иҙәнендә ята ине. Уның битенә һыу ағыҙҙылар. Егет иҫенә килгәндә, полицейскийҙарҙың береһе уның телефонын тикшереп ултыра ине.

– Йә, егет, һушыңа килдеңме? Хәҙер беҙ һиңә тамуҡтың ҡайҙан башланғанын күрһәтәбеҙ.

– Һеҙҙең мине туҡмарға хаҡығыҙ юҡ, – тине Илнур.

– Беләбеҙ, – тине ябай кейемдәге бер таҙа ғына бәндә – Полицейскийҙар һиңә ҡулдарын бысратып тормаясаҡ. Был эште улар беҙгә ҡушты, – тине лә бер һуғыуҙа егетте “буханка”ның бысраҡ иҙәненә һуҙып һалды.

Ул арала булмай ағаһы Фәнис килеп етте. Тап шул ваҡыт уның ҡустыһын иҙәнгә һалып типкеләйҙәр ине.

– Етәр, һеҙ нимә эшләйһегеҙ?! – тип ул тегеләр араһына һикерҙе.

– Һин кем? – тине полицейский.

– Мин был егеттең ағаһы.

– Туҡтатығыҙ, – тине полицейский. – Һеҙ нимә ҡыланаһығыҙ, ниңә туҡмайһығыҙ уны?

Икенсе полицейский тегеләрҙе төрткөләп сығарып ебәрҙе.

– Беҙ кеше туҡмарға түгел, асыҡларға килдек, – тине полицейский.

– Былай һөйләшәбеҙ, – тине полицейскийҙарҙың икенсеһе. – Әгәр ҡустың, ғәйебен танып, ҡултамғаһын ҡуйһа, беҙ уны йонсотоп тормайбыҙ. Эске эштәр бүлегенә алып барып ябабыҙ ҙа иртәгә суд ҡарары менән өйҙә бикләп тотоуға хөкөм итәбеҙ.

– Юҡ, былай булмай, – тине Фәнис. – Һеҙ уны туҡмағанһығыҙ. Мин уны хәҙер прокуратураға алып барам.

– Да-а, грамотный егеткә эләктек, – тине полицейскийҙарҙың береһе. – Әгәр ипкә килерҙәй булмаһаң, һине лә ошонда һуҙып һалабыҙ.

– Килеп сыҡмаҫ шул, бына минең телефон, Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә әле генә ошо хаҡта смс ебәрҙем. Үҙебеҙҙең сайтҡа ҡуйҙым. Һәм һеҙгә яуап бирергә тура киләсәк.

Полицейскийҙарҙың шунда уҡ танауы төштө.

– Ә һеҙҙең бында килеүегеҙ бүлексәлә теркәлгәнме? – тип һораны Фәнис. – Әгәр үҙаллы ғына килгән булһағыҙ йәки быларға ялланып эшләһәгеҙ, һеҙгә бик насар буласаҡ.

– Ярай, егет, кем белә, бәлки, һин хаҡлылыр, – тине полицейский. – Беҙ хәҙер һине лә, ҡустыңды ла төшөрәбеҙ ҙә ҡайтып китәбеҙ.

– Бер ҡайҙа ла ҡайтмайһығыҙ. Хәҙер минең ҡустыны дауаханаға алып барабыҙ.

Оҙаҡламай полицейский “буханка”һы ҙур тиҙлектә ҡала яғына елдерҙе.

Был низағлы эш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Фәнис менән Илнурға көн һайын Эске эштәр бүлеге һуҡмағын тапарға тура килде.
Байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Элекке ире вахтанан ҡайтып төшкәс, ул яңынан ҡаллаға ҡайтты һәм бизнесы менән ныҡлап шөғөлләнә башланы. Былай ҡатын иренән анһат ҡотолдо. Тәжрибәле генә адвокат ялланылар. Ул ауыл эргәһенә килеп, тауыш сығарып йөрөгән йәштәрҙең законһыҙ ҡыланыуҙарын иҫбатларлыҡ дәлилдәр тапты.
Ҡәйнәһе күпме генә тырышмаһын, килене менән улының мөнәсәбәттәрен көйләй алманы.
Илнур менән Ғәлимәгә хәҙер осрашырға берәү ҙә ҡамасауламай.
– Ауылда беҙҙең хаҡта нимә һөйләйҙәр? – тине Ғәлимә.

– Ә беҙ кемгә кәрәк инде? – тине Илнур. – Иҫкә алған кеше лә юҡ. Полицейскийҙар ғына зарланып ҡайтып киткән. Был ике егетте тәки бөгөп булманы, тигәндәр. Фәнис ағайым бит, Чечняла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, минең юғалтыр нәмәм юҡ, башты йүләргә һалып, өҫтәренән барыбер төшмәйәсәкмен тип, ныҡ тора. Мине туҡмаған өсөн дә үҙҙәренә эләгә яҙҙы. Ярай, беҙ ҡул һелтәнек, юғиһә йонсоторға мөмкинлек бар ине.
– Ярай, тиҙерәк онотһондар инде, – тине ғәлимә һәм серле генә итеп:
– Әгәр ҡотҡарыусым булмаһа, беҙгә күпкә ҡыйынға тура килер ине.
Был һүҙҙәрҙе Ғәлимә егеттең күҙҙәренә иғтибарлы ҡарап, серле генә итеп әйтте.
– Һаман мине ҡотҡарыусы итеп күрәһеңме? – тип көлдө Илнур.
– Ә һин нисек уйлайһың? Беҙҙең киләсәгебеҙ бармы?
– Мин белмәйем, – тине ҡатын. – Йәй буйы бергә булдыҡ, ә алда бер яҡтылыҡ та күренмәй. Ә минең ғаилә ҡорғом, балалар үҫтергем килә.
– Ә ниңә ышаныс булмаһын? – тине ышаныслы итеп егет, – киләһе йылға мәктәпте тамамлайым, уҡырға инәм, армиянан йөрөп ҡайтам. Беҙ бергә буласаҡбыҙ.
– Эх, һин, ҡотҡарыусым минең! Һин булмаһаң, мин нимә эшләр инем? – тине ҡатын.
– Ә һин полицейскийҙарҙан нисек ҡотолдоң ул?
– Ҡотолманым. Мин артыҡ бер нимә лә эшләмәнем. Үҙемдең хәлемде генә аңлатып бирҙем.
– Быныһын нисек аңларға?
– Нисек бар, шулай аңла, егет. Бына белешмә, бында бөтәһе лә яҙылған. Ҡыҫҡаһы, мин – ауырлы. Бер нимәгә лә ҡарамай, мин был баланы табырға булдым.
Егет көлөп ебәрҙе:
– Тимәк, беҙҙең тағы бер ҡотҡарыусыбыҙ сафҡа баҫты?
– Эйе, был хаҡта мин һиңә нисек әйтергә белмәй аптырана инем. Идаралыҡта белешмәне сығарып биргәйнем, телмәрҙәре шунда уҡ үҙгәрҙе. Ихтирам менән, хөрмәтләп ҡарай башланылар. Ә һин үҙеңде атай итеп күҙ алдына килтерәһеңме?
– Яуаплылыҡ һәм шатлыҡ тойғоһо менән, – тине егет. – Мин һинән баш тарта алмайым. Бәлки мин үҙемдең тойғоларымды һиңә дөрөҫ кенә итеп еткерә алмам. Мөнәсәбәттәребеҙҙең тәрәнгә китеүен дә һиҙәм. Бәлки һин мине аңламаҫһың да, ләкин беҙ бергә булыуыбыҙҙан юғалтыуҙарһыҙ сығырлыҡ көс табырға тейешбеҙ.
– Үҙеңде әлегә атай булырлыҡ йәштә түгелмен, тип иҫәпләмәйһеңме?
– Юҡ. Былтыр минең бер класташ ҡыҙыҡай бәпесләне һәм балаһын ҡалдырып сыҡты. Хәҙер ҡайҙа икәнлеген дә белмәй. Ә беҙҙең менән улай булмаясаҡ, – тине егет. Бәхетебеҙ үҙебеҙ менән. Мин берәүҙең дә өлөшөнә инмәнем. Беҙ осрашҡанда икебеҙ ҙә яңғыҙ инек. Киләсәктә бергә буласаҡбыҙ. Мин шулай теләйем.
(Аҙағы)

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: