Ошо, яратмайым элекке дәүер менән хәҙергеләрҙе сағыштырғандарын. Ҡайһылай ғына һалма, кем әйтмешләй, туңҡаңлатма, барыбер беҙҙең, үҙебеҙҙең тормош. Унан ҡасып та, ташлап та ҡотолоп булмай. Мәҫәлән, үҙем тәнҡитләгәндәрен яратмайым. Хәҙер шәкәрҙе генә алайыҡ. Элек, мәҫәлән, шаҡмаҡлыһы ла, камавайы ла, вағы ла булды, ҡомо ла булды. Ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсой торғайныҡ. Бер йыл беҙгә шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән өсөн хисаплашыу иҫәбенән 12 тоҡ яртышар центнерлы шәкәр килтереп бушаттылар. Әллә икенсе Яңы йылға ла ашалып бөтмәгәйне... Беҙ ҙә, халыҡ та бертөгөн дә әрәм итмәнек. Балын да әсеттек, көмөшкәһен дә ҡыуҙыҡ, һөт ҡушып, ҡайнатып, һаҡларға ла һалдыҡ. Ләкин һүҙем ул хаҡта түгел. “Һыңар тәртә”ләр менән “Әсе ҡатыҡ”тар тураһында һөйләргә телем ҡысый.
Сәлихте беләһегеҙҙер, Үрге урамдан Лениза менән әллә бишенсе кластан уҡ етәкләшеп йөрөнөләр. Эш шуға барып етте, йәштәр әле өйләнешеү тураһында ауыҙ ҙа асҡаны юҡ, әсәләре менән аталары үҙ-ара саҡырышып, күлмәк бирешеп, яулыҡ ябындырышып, туғандаштылар. “Әсе ҡатыҡ”тар картуф сәсһә, күнәктәрен-көрәктәрен әҙерләп, “Һыңар тәртә”ләр кәртә артында тора. Эй, күңелле итеп эшләйҙәр, көнләшеүселәр ҙә бар. Беҙҙең халыҡ йомарт, уңған, ярҙамсыл булһа ла, телгә лә әсе шул. Әбелғата бабай әйткән, тиме, эйе, шуға һылтайҙар, үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип баһалаған. Әйтеүен әйткән дә, онотҡандыр инде ҡарт. Берәү ҙә мәңге йәшәмәй, үлеп тә киткәндер. Былай мин ишетмәнем, йыназаһында ҡатнашманым, былтыр зыяратҡа барғанда ҡарттың ҡәбер ташын ғына күреп ҡалдым.
Эйе, ҡарт әйткән: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, – тигән. Уңһа, туҙһа ғына тағы бер хәл, бөтә ауыл алдында низағлашып, әҙәм көлдөрөп, сыр-сыу килешеп айырылыштылар. Ә бер ҡараһаң, мәңге айырылышмаҫтар һымаҡ ине. Сәбәбе лә юҡтан ғына булған, шикелле.
Баяғы, “Һыңар тәртә”ләрҙең Сәлихе Ленизаны киноға саҡырып барған. Керәм тиһә, ишек – биктә, тыштан да түгел бит әле, эстән. Шаҡый – асмайҙар, Үрелеп ҡараһа, күршеләре Илсафтың Таһиры: “Һиңә нимә кәрәк?” – тип ауыҙланған. Сәлихме һуң инде шым ғына, баш баҫып, ҡайтып китә торған кеше? Малай-шалай түгел бит инде, ундамы, ун берҙәме уҡып йөрөй. Кеше төрлөсә һөйләй. Хатта ул кис кино ҡарарға төшөүселәр ҙә әҙ булған. Хәйер, ул “Берәҙәк”те ҡат-ҡат ҡарауҙаҙан ни фәтеүә? Онотманығыҙмы әле?
“...Итек дана, итек дана,
Дана итек дана, Итек дана...”
Ошо кино инде. Сәлих, атаһына оҡшап, төптән йыуан, мыҡты кәүҙәле бәһлеүән, ишеккә бер генә биргән, уныһы емерелеп төшкән. Барып керһә... һуң, был “Әсе ҡатыҡ”тарҙың Ленизаһы ул тиклем тәрбиәһеҙ балаға ла оҡшамаған бит әле. Таһир уны нисек әүрәткәндер, Сәлихтең урынын ниндәй һүҙҙәр менән яулағандыр. Хәҙер берәү ҙә иҫләмәйҙер инде. Һуң, етмешенсе йылдар бит. Телефон юҡ заман бит әле. Әллә ҡайһы арала Сәлихтең атаһы Тәбрис менән Әсәһе Һәҙиә инәй килеп еткән. Улар килгәс, бөттө инде, иң һәйбәт, бәхетле йәшәйәсәк ғаиләгә лә юл ябырға мөмкин. Сәлих Ленизаһының сикәһенә сабырға, Таһирының иң нескә урынына тибергә, кәләшен “уйнаш” тип әйтергә өлгөргән.
Әйттем дә инде, киноға бармай, халыҡ ошонда йыйылды. Беҙҙең халыҡ етди. Бер мыҫҡыллы һүҙ, мәсхәрәле ишара ишетелһә. Шыпа тыныс торҙолар. Тын тормай, ҡайҙа барһындар, күҙ алдында бөтә ауыл һоҡланып ҡараған буласаҡ ғаилә, уның киләсәге сылтырлап ҡойолоп төштө бит. Малай-шалай нимә хаҡында һүҙ барғанын бик аңғармаһа ла, ҡыҙҙар бик ауыр кисерҙе. Нисек инде, сит-ят егет менән, күршең булһа ла, көпә-көндөҙ билдәһеҙ маҡсат менән бикләнеп ятырға мөмкин? Бикләнеүҙәре раҫ. Быныһын инҡар итеү мөмкин түгел. Ә бына ятыуға килгәндә, йыйыштырылмаған урындан башҡа, әҙәм аптыратырлыҡ дәлил юҡ. Сәлих әйткән, юрғандары аҫтына ҡулымды тығып ҡараным, йып-йылы ине, тигән. Һуң, юрған ҡапланһа ла, түшәк үҙенән-үҙе йылынмай ҙа инде. Эйе, дөрөҫ һиҙенәһегеҙ, тимәк, унда кемдәрҙер йылынған.
Таһир менән Лениза араһындағы ғишыҡ уты нисек тоҡанған, Сәлихте ҡыҙ ни өсөн мөрхәтһенмәгән, әһәмиәте бик ҙур түгел. Сөнки Таһир – ҡойоп ҡуйған Арыҫлан Мөбәрәков инде! Уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле, әллә ни ҡалын да түгел. Әллә ни эшләп ҡатын-ҡыҙ шундайҙарҙы ярата бит. Беҙҙең йәш саҡ. Ир-ат батырлығына мөккиббән китһәк тә, ҡатын-ҡыҙ матурлығына битараф сағыбыҙ.
Ленизанан һорағандар, Сәлихте ситкә тибеп, Таһирҙы яҡынайтыуың нимәгә кәрәк булды, тип һорағандар. Нимә тип яуап биргән, беләһегеҙме? “Сәлих тә Сәлих тип ауыҙ һыуығыҙҙы юҡҡа ҡояһығыҙ. Мин бит Таһирҙың ҡосағында һушымды юғалттым да ҡуйҙым. Ә Сәлих менән улай булғаны юҡ”, тигәнме... Бәлки кеше өҫтәп тә һөйләйҙер инде.
Сәлих әрәм була торғандарҙан түгел. Мәктәпте тамамлағас та армияға китте, ҡайтҡас, институтҡа уҡырға инде. Шул оста бәләкәй генә буйлы Дамира исемле ҡыҙыҡай бар ине, шуға өйләнде. Уныһы егәрле булып сыҡты. Нисә ҡарама, ауырлы, осраған һайын коляска һөйрәй. Эшен дә эшләй, балаларын да үҫтерә. Иң тәүге миҙалды ла ул алып ҡайтты. Сәлихтең уға өндәшеүен күрһәгеҙ... “Бәхетем, мөхәббәтем, күҙ нурым, һандуғасым”. Һеҙҙе, әлбиттә, Лениза менән Таһирҙың яҙмышы ла ҡыҙыҡһындыралыр. Улар хаҡында бер нимә лә һөйләмәҫкә булыр ине, әгәр ауылды аптыратырлыҡ бер нисә ваҡиға булмаһа. Икәүләшеп Стәрлетамаҡта уҡынылар. Уҡып бөтһәләр, ауыл мәктәбендә бер түгел, ике уҡытыусы артыр ине. Анауы Яңы йыл алдынан иң һыуыҡ йылды иҫләйһегеҙме икән? Әллә 60-мы градусҡа етте, тинеләр. Булғандыр. Ғәләмәт һыуыҡ ине. Таһир – физматта, Ленизаһы – филфакта. Өсөнсө курсты бөткәйнеләрме икән, Нимәһелер сығып, ауылға ҡайтырға уҡталғандар. Оло юл сатына килеп еткәндәр етеүен. Тағы ун километр атларға кәрәк бит әле. Ярай әйберҙәре ауыр булмаған, Ҡайтып етеүҙәре бик шикле булыр ине. Ауылға ике-өс километр ҡалғас, Таһиры тамам ҡолаған. Хатта бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмай икән. Ә Лениза ни эшләһен инде, ауылға ҡарай йүгергән. Юҡ инде, ял итергә түгел. Кемделер күтәрергә, сана табырға, санаға тейәп, ауылға алып ҡайтырға. Тереме, үлеме икәнлеген белгән кеше юҡ. Юлды ике яҡлап ҡарайҙар, “Әсе ҡатыҡ”ты эҙләйҙәр, юҡ, таба алмайҙар. Ул арала районға шылтыратҡандар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә һәр кеше ҡәҙерле, ике-өс милиция, эт тейәп, килеп тә еткәндәр. Шартына килтереп, Ленизанан һорау алғандар. Мәҫәлән, кем ул егет, ни эшләп ятып ҡалған, ниңә ҡалдырған, әле ҡайҙа юғалған. Һул сикәһе туңған, әле һаман нимә булғанына төшөнөп етмәгән ҡыҙ бер һорауға ла яуап бирә алмай, һушы китеп, йығылған.
Ауылды күтәреп, юлдың ике яғын яңынан тентеп сыҡҡандар. Тере ҡалырына өмөт юҡ булған. Һуң, туң мәйет булһа ла, ошонда ятырға тейеш тәһә. Ә бында, ауылда, Таһирҙың ата-әсәһе менән Ленизаның ата-әсәһе, бар донъяларын онотоп, улдарының, йәғни кейәүҙәренең, ҡайҙа булыуын түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлаған. Юҡ, юҡ, тәүҙә үк дөмбәҫләшеү хаҡында шик булмаған. Тыныс ҡына, ипле генә һөйләшкәндәр. Һөйләшеүҙән ни фәтеүә, әгәр егеттең яҙмышы һаман да билдәле булмаһа.
Ул арала халыҡты йыйып, өй беренсә ебәргәндәр. Йәнәһе, ауыл халҡы йөрөмтәл, берәйһе атмы, машинамы яллап үтеп китмәгәнме? Бәлки тейәп тә алғандарҙыр. Шунан һуң өй беренсә йөрөп сыҡҡандар. Шулай ҙа бер йортҡа инмәгәндәр. Ысынлап та, Сәлихтең өйөнә, элекке көндәшең Таһир йылынып ятмаймы, тип барып инеп булмай бит инде.
Ә милиция ныҡ тора. Егеттең кәүҙәһен табырға ҡушалар. Табырға һәм ҡалаға оҙатырға. Ни сәбәпле үлгән.
Таһирҙың ата-әсәһе ҡайғылы мәшәҡәттәр менән йөрөй, Ленизаны һәм уның ата-әсәһен эт итеп әрләй. Ошо урында ваҡиғалар ныҡлы ҡуйыра. Лениза үҙенең ауырлы икәнлеген һәм егете менән өйләнешегрә рөхсәт һорарға ҡайтыуҙары хаҡында әйтергә мәжбүр була. Был хәбәр тиҙ арала бер нисә тапҡыр ауылды урап сыға һәм төп фаразға әйләнә. Эске эштәр органдары тикшереүсеһе, ауылда егеттең дошмандары бармы, кем үлтереүе ихтимал, тигән һорауҙар ҡуя. Ауыл халҡы арый, тиҙерәк ҡотолорға, кәүҙәне табырға теләй. Әлбиттә, Таһирҙың дошманы хаҡында һүҙ сыҡҡас, күпселек Сәлихтең бейек ҡойма менән уратып алынған, ҡалай башлы, ҙур-ҙур тәҙрәле йортона төртөп күрһәтә. Тиҙ арала өйҙө уратып алалар һәм ишек ҡаға башлайҙар. Тәҙрәләрҙә ут күренеп һүнеүе ауыл халҡында шик-шөбһәләрҙе арттырып ҡына ебәрә. Хатта ауысы Ғимаҙиҙан мылтығын килтертергә мәжбүр булалар. Белеп буламы ни, бәлки ут яуҙырырға ла тура килер. Күҙ алдына килтерегеҙ, йөҙләп асыулы ир, арттарында – хәләлдәре өсөн борсолған ҡатын-ҡыҙ. Милиция бер ым-ишара яһауға, “Һыңар тәртә”ләрҙең донъяһын аҫтын-өҫкә килтереп, баҫып алырға әҙерҙәр. Хәҙер, бына бер нисә минуттан бахыр егеттең кәүҙәһен табасаҡтар, енәйәтселәр ҡулға алынасаҡ һәм ғәҙел хөкөмгә дусар ителәсәк. Етмәһә, Сәлихтең атаһының төн уртаһындараҡ шалтырлап бөткән “Запорожец”ы менән ҡайҙандыр ҡайтыуын күреп ҡалған кешеләр ҙә табылған.