-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Апрель 2021, 12:00

ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР Хикәйә Аҙағы

Яңы йыл алдынан төн уртаһында 50-60 градус һыуыҡта ауыҙын асып, ҡатып ҡалған йөҙҙән ашыу кешене күргәнегеҙ бармы? Мин күрҙем. Кем әйтмешләй, бер ҙә күңелле күренеш түгел. Өйҙән һин дә мин, эйәртенешеп, Сәлих менән Таһир килеп сыҡҡан. Халыҡ бер ауыҙҙан аһ иткән. Фажиғә нисәмә күҙ алдында башланмайынса юҡҡа сыға, ир-атҡа ышыҡланып торған ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренә ышанмай, бер-береһен тотҡолап ҡарай.

ЭЛЕК ҺӘМ ХӘҘЕР

Хикәйә

Аҙағы

Яңы йыл алдынан төн уртаһында 50-60 градус һыуыҡта ауыҙын асып, ҡатып ҡалған йөҙҙән ашыу кешене күргәнегеҙ бармы? Мин күрҙем. Кем әйтмешләй, бер ҙә күңелле күренеш түгел. Өйҙән һин дә мин, эйәртенешеп, Сәлих менән Таһир килеп сыҡҡан. Халыҡ бер ауыҙҙан аһ иткән. Фажиғә нисәмә күҙ алдында башланмайынса юҡҡа сыға, ир-атҡа ышыҡланып торған ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренә ышанмай, бер-береһен тотҡолап ҡарай.

Эш былай булған: Сәлих кисә иҫкә алған “Запаригы” менән ҡайтып килгән дә көндәше Таһирҙың эргәһенән үткәнме, саҡ ҡына төкөткәнме, әле лә билдәле түгел. Ҡыҫҡаһы, Сәлих туҡтаған. Ҡараһа, дошманы Таһир юлда ята. Һелкенмәй ҙә, үлеме, тереме – билдәһеҙ. Сәлих нимә эшләһен инде? Быны тейәгән дә алған, бер кемгә өндәшмәй өйөнә алып ҡайтып киткән. Ҡара әле, Таһирҙың өйөнә лә хәбәр итмәгән бит әле.

Үҙе әйтеүенсә, туң бүрәнә һымаҡ ҡатҡан Таһирҙы, шалтырлатып өйөнә һөйрәп алып кергән. Дөрөҫ булһа, һелкеткеләп ҡараған, хатта йылы сәй эсергән. Бер заман иҫенә килгән был. Тирә-яғын ҡарай – иҙәндә ята. Эргәһендә Сәлих йөрөй.

– Мин ҡайҙа ятам? – тигәндер дошман.

– Ҡайҙа булһын, минең өйөңдә ятаһың, – тигәндер дошмандың дошманы.

– Мин ҡайҙан килеп керҙем?

– Бер ҡайҙан да кермәнең, мин һине алып ҡайттым.

– Ниңә алып ҡайттың?

– Алып ҡайтмаһам, туңып үлә инең.

– Ниңә алып ҡайттың? Туңып үлһәм, яҡшыраҡ булыр ине.

– Ниңә алып ҡайттым, беләһеңме?

– Белмәйем.

– Бел, мин һиңә рәхмәтлемен, шуның өсөн алып ҡайттым.

– Не понял? Һин миңә ни өсөн рәхмәтле?

– Мин һиңә йөҙ рәхмәтле, сөнки һин мине Ленизанан ҡотҡарҙың.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Таһир бик оҙаҡ уйланып ятҡан, тип аңларға кәрәк. Ә Сәлих үҙенең һүҙҙәрен раҫлар өсөн баҙының бер таҡтаһын саҡ ҡына ситкә күсереп ҡуйған да ҡулын тығып ебәргән һәм бер “ярты” һөйрәп сығарған.

Ул арала Таһирҙың туңған быуындары имшей башлаған һәм уңлы-һуллы, алға-артҡа ҡуҙғалырлыҡ хәлгә килгән. Һәр хәлдә, 50 грамм һыйҙырышлы рюмканы ауыҙ тәңгәленә килтерерлеккә әйләнгән. Икәүләп бер-береһен маҡтай-маҡтай былар эсеп ултыра (“Һәнәк” эскелеккә ҡаршы), ауылда нимә булғанын белмәй, кешеләр урам буйлап йүгерешеп йөрөй, өйҙәрендә билмәндәре һыуына.

Йонсоған Таһир, рәхмәттәре күҙҙәренән ҡойолоп торған Сәлих бер “ярты”ны эсеп бөтөүгә, иҙән өҫтөнә икенсеһе килеп сыға. Улар тағы эсеп өлгөрмәй, әҙәпһеҙ рәүештә ишек ҡағыуҙары ишетелә. Иң тәүҙә, эт эйәртеп – милиционерҙар, силсәүит әһелдәре килеп инә. Ҡалғаны иһә ҡалыплашҡан ғәҙәт буйынса дауам итә. Беҙ шатлыҡты һәм ҡайғыны бер үк ысул менән ҡаршылап һәм оҙатып өйрәнгәнбеҙ. Был осраҡта ла бер яңылыҡ та тойолманы.

Мин һөйләгәндәр кемгәлер уйҙырма һымаҡ тойолор, бәлки ышанмаусылар ҙа табылыр. Ләкин ысын күңелдән шуны әйтә алам, төп ваҡиғаларҙың уртаһында ҡатнашыу бәхете эләкте. Мин ул осорҙо әле лә һағынам. Ләкин оҡшашлыҡ осраҡлы, кешеләре уйҙырманан алыҫ түгел. Мин һөйләгәндәрҙе юҡҡа сығарып, ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәндән һуң оноторға ла мөмкин булыр ине, әгәр ошо уҡ хәл-ваҡиғалар бергә-бер булмаһа ла, ҡайһы бер оҡшашлыҡтар менән өр-яңынан ҡабатланмаһа.

Эйе, хәҙер кешеләр етешерәк йәшәй. Элекке һымаҡ ауыл һайын бер “Запорожец” түгел, ихата һайын иң кәмендә – иномарка, “Беларусь”, хатта электр самокаты. Бына шул самокат менән бәйле булыр беҙҙең әлеге бәйәнебеҙ.

Ни сәбәптәндер, ул көндө ауылға автобус килмәй. Ә Таһирҙың ҡаланан ауылға йәйге каникулдарға ҡайтҡан ейәненә район үҙәгенә барыу ихтыяжы тыуа. Шартлы исемен Арыҫлан тип алайыҡ. Автобус юҡлығын асыҡлаған үҫмер ике лә уйлап тормай ике тәгәрмәсле самокатына атланып, Ташбашҡа ҡуҙғалып та китә. Тегендә керә, бында керә, төшкө ашты апайҙарында ашай, шунда самокатын зарядкаға ҡуйып ала. Ә хәҙер район үҙәгендә урам саты һайын прокатҡа бирелә торған самокаттарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Таһирҙың ейәне башҡа самокаттар эргәһенә һөйәп, үҙенә кәрәк ойошмаға инеп китеүе була, Сәлихтең ейәне Рөстәм килеп сыға. Бынау заманда иң булдыҡһыҙҙар ғына йәйәү йөрөр, Рөстәм дә үҙе хаҡында шундай юғары фекерҙә. Телефонын алып, кодын асып, самокатты арендаға алыуы була, уныһы, зарядкалы замана арбаһы, үҙенең трафик бурыстарын үтәүгә әҙер икәнлеген белдереп, сигнал бирә.

Рөстәм нимә эшләй инде? Рюкзагын арҡаһына тағып, самокат менән ҡайтып та етә. Арыҫлан да оҙаҡламай, иркенләп эшен бөтөрә, кәрәк әйберҙәрен ала һәм асфальт юлдан үҙҙәренең ауылына ҡайтырға самалап, самокатын алырға килһә, ике тәгәрмәсле арбаһынан елдәр иҫкән. Нимә эшләй егет? Шунда уҡ полиция бүлегенә бара. Шартына килтереп, ғаризаһын яҙа, ғәйеплене табыуҙарын, хөкөмгә тарттырыуҙарын талап итә.

Тап шул ваҡыт Рөстәм, телефонынан күңелле көйҙәр тыңлап, ауылына елдерә, патруль машинаһындағы полицейскийҙар урланған самокат тураһында мәғлүмәт ҡабул итә. Алдарынан ғына самокат менән Арыҫлан үтеп китә. Патруль машинаһы, барған еренән кире әйләнеп, күҙ асып-йомғансы, самокатты ҡыуып етә һәм туҡталырға ҡуша.

– Ҡайҙа бараһың? – тип һорай полицейский.

– Ташбаштан ауылға ҡайтам, – ти Рөстәм.

– Ә был самокатты ҡайҙан алдың?

– Ташбаштан алдым, прокатҡа.

– Урламаныңмы? – тип ныҡыша полицейский.

– Юҡ.

– Тимәк, был самокат һинеке түгел?

– Минеке түгел. Мин уны универмаг эргәһендә арендаға алдым.

– Беҙ һинең ҡайҙан килеүеңде асыҡлау өсөн тотҡарларға мәжбүрбеҙ. Беҙҙең менән Идаралыҡҡа бараһың.

Барғандар. Ошонда уҡ өмөтһөҙ генә ҡиәфәт менән Арыҫлан йөрөп ята. ДПС машинаһы килеп туҡтай. Унан, Арыҫландың самокатын тотоп, Рөстәм килеп сыға. Бер-береһен танымайҙар. Шунан башлана тикшереү! Сәлих менән Таһирҙың ейәндәренең тура килеүен әйт! Тап шул урында Сәлихкә беҙ кисә һөйләгән дүрт тиҫтә йылдар элек булған, хәҙер инде онотолған ваҡиғаны иҫкә төшөрөргә тура килә.

Сәлих инде хәҙер “Форд” менән йөрөй. Ейәненең хәлен ишеткәс, Таһир ҡорҙашы менән тағы ла осрашырға тура килә.

– Теге ваҡыт юл ситендә бүрәнә һымаҡ ятҡаныңды онотманыңмы? – ти Сәлих.

– Оноторлоҡмо һуң, – ти Таһир.

– Әйҙә, иҫкә төшөрөп ҡайтайыҡ.

Китәләр былар Ташбашҡа. Юлда бәхәсләшеп алалар.

– Ошо тирәләрәк ине, – ти Сәлих.

– Юҡ, – тип ныҡыша Таһир. – Ауылға яҡын ине.

– Ҡайҙан яҡын булһын? Һин, иҫкә төшөргән һайын, яҡынайтаһың. Йырағыраҡ ине.

– Ярай, йыраҡ та булһын. Әле ҡайҙа барабыҙ?

– Ҡайҙа булһын, Ташбашҡа инде.

– Унда нимә ҡалмаған?

– Әллә ни нәмә түгел. Ейәндәр нимәлер ҡыйланған, шикелле.

– Әйҙә һуң, Ташбашты ла күреп ҡайтырбыҙ.

Идаралыҡҡа килеп еттеләр. Икеһенә лә самокатты күрһәттеләр. Кемдең урлағанын, кемдең юғалтҡанын бик оҙаҡ аңлатырға тура килде. Файҙаһы булманы, төшөндөрә алманылар. Арыҫланға, Рөстәмгә дәғүәһе юҡлығын белдереп, яңынан ғариза яҙырға тура килде. Аҙаҡ ике малай, бер самокатҡа баҫып ҡайтып киттеләр.

Айырмаһын һиҙҙегеҙе икән? Элек шулай ине, хәҙер бына былай шул.

Ҡарттар ни эшләһен, Ни өсөн килгәндәренә лә төшөнмәйенсә ҡайтып китергә тура килде. Ҡуй инде, көн бушҡа үтте, тиештеләр. Үтте шул. Көн генә түгел, ғүмер шулай үтте.

– Элек Ташбашҡа барып ҡайтыу үҙе бер яфа ине, – тине Таһир ҡарт.

– Ҡуй инде, – тип көлдө Сәлих ҡарт. – Онотманыңмы, ошонда бер кеше ята ине.

– Онота буламы һуң инде, – тип йөпләне тегеһе. – Әлдә тейәп алғанһың.

– Мин дә шулай тим, – тине быныһы.

– Эйе шул. Исмаһам, һөйләрлек бер тарих ҡалды.


–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: