-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Апрель 2021, 13:55

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТЫУМА Хикәйә Беренсе өлөшө

Көтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» – тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…

-1- -2- -3- -4-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

ТЫУМА

Хикәйә

Беренсе өлөшө

Көтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» – тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…

… Иҫенә килгәндә Фәриҙәне ни ғиллә менәндер уҡытыусылар бүлмәһендәге диванға индереп һалғандар, Рәйлә Рәвилевна менән аҡ халатлы йәш ҡыҙ уның янында текәлешеп ултыралар ине. Тамам аңы асылған ауырыу тора һалырға ынтылды һәм «ята бир» тигәнде аңлатып йомшаҡ ҡына яурынына баҫҡан шәфҡәт туташының ҡулын ҡырҡыу ғына ситкә этте лә, урынынан аяҡтарын төшөрөп, сәсен ипләне. Аҡ халатлы быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, нимәләлер үҙен ғәйепле тойғандай, ипле итеп:

– Һеҙгә укол ҡаҙаным, бына ошо ике таблетканы саҡ ҡына торараҡ эсерһегеҙ… Йөрөмәҫкә, ятып торорға кәңәш итәм. Өйҙә хәлегеҙ насарайғандай булһа, зинһар, табип саҡырығыҙ, – тине һәм инде уҡытыусыға боролоп, – Мин китәйем инде, Рәйлә Рәвилевна, – тип йыйына башланы.

– Эйе, эйе, рәхмәт һеҙгә, Ләлә һылыу, китегеҙ.

Соңҡаһына йоморолатып өйөп ҡуйған сәстәренә юлаҡ-юлаҡ сал йүгергән, ирен, күҙ ситтәрен ваҡ һырҙар селтәре япҡан ҡалыныраҡ кәүҙәле олораҡ ҡатын, йәшерәгенең йәнәшәһенә терәлде лә, йылы устарына тегенең туңып барған ҡулын алып, аңлаған аҡыллы ҡараштары менән йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәргә төбәлде. Иң дауалы, иң шифалы ғына һүҙҙәр кәрәк ине был мәлдә һәм тәжрибәле уҡытыусы, күңеле төпкөлөнән һүҙ-мәрйендәрен һайлап алып ҡына епкә теҙҙе:

– Фәриҙә туғаным,.. был донъя ахыры түгел… Сабыр булырға, барыһын да тик ныҡлы уйлап, үлсәп кенә хәл итергә кәрәк. Һин тормош күргән, бешеккән ҡатын нисек ҡабул итәһең, ә ул бала ни хәлдә, аңлайһыңмы?

Ниһайәт, әллә күпме ваҡыттан һуң, Фәриҙә лә телгә килде, тауышы ҡарлығып, тамаҡ төбөнән сыҡты:

– Йүнһеҙ ҡыҙ, аҫып ҡына ҡуяһы…

– Улай тимә, Фәриҙә, аҫыу-киҫеүгә күп аҡыл кәрәкмәй. Һин бит әсәй кеше, ул – үҙ балаң, ошондай хәлдә ситкә типһәң, башын элмәккә тығыуға былай ҙа аптырамаҫ…

– Нишләргә һуң, Рәйлә апай, кеше күҙенә нисек күренермен, атаһына ни тип әйтермен инде хәҙер, хет үҙең аҫылын, – тип ыңғырашты, һыҡраны Фәриҙә.

– Сабыр ит, сабыр ит… Фәниә бит насар ҡыҙ түгел, насар ғаиләлә үҫмәгән, яңылышҡан, тимәк, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, ти, халыҡ, ун алты йәшлек балаға ни әйтерһең… Егетен күреп һөйләшеп ҡарарға кәрәк, төҫө сибәр, холҡо матур ҡыҙыңдың, ундай кәләштән кем баш тартһын. Әйҙә, иң беренсе, һин тыныс ҡына итеп Фәниә менән эште асыҡлап ал, унан егетенә барырһың, бындай хәлдә өйләнешкәндәр аҙмы ни…

– Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде.

– Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың?

– Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө?

– Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине.

– Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй…

– Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы.

«Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте:

– Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле?

– Минең аңлауымса, өс ай тирәһе бар.

– Ы-ыһ…

– Уныһын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, алдырһағыҙ ҙа, ҡалдырһағыҙ ҙа, һин, туғаным, әсәй икәнеңде онотма.

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: