Ҡарай биреп торғас, миндә лә ниндәйҙер шуҡлыҡ, юҡ, дөрөҫөрәге сәм, үс ҡомары уяна ла:
– Ә нишләп юҡ, әйҙә һуң – оҙатығыҙ, – тип тәтәй машинаға инәм дә ултырам. Ысынлап та, мине кем тыя?! Кемдән оялам да, кем алдында яуаплылығым бар?!
– Һеҙҙе йыш ҡына концерттарҙа күрәм, гел яңғыҙһығыҙ, – тип дауам итә был ир. – Шундай эффектлы ханым менән танышмаһам яҙыҡ булыр, тинем. Әйткәндәй, минең исемем Шафиҡ. Ә һеҙ?
– Исемегеҙ тап үҙегеҙҙеке икән, гөлгә гөл килешә, тигәндәй.
Шафиҡтың әйткәндәре мәғәнәһеҙерәк булып тойолһа ла, йылмайған булам.
– Мин яңғыҙ йәшәйем, ҡатыным менән айырылыштыҡ. Ә һеҙ? – ир төпсөнөүен белә.
– Балаларығыҙ бармы? Минең ике ҡыҙ, кейәүҙәләр инде.
– Ҡыҙымды былтыр ғына кейәүгә биргәйнем… биргәйнек инде. Кейәү – хәрби, ҡырға алып китте. Улым армияла.
– Бына бит, беҙҙән ирекле кешеләр юҡ.
Подъезд алдына килеп туҡтағансы Шафиҡ, таҫма телләнеп, әллә ни төрлө комплименттар яуҙырҙы. Туҡтағас та хәбәренә әүрәтеп тотоп маташты әле. Ҡунаҡҡа саҡырылыуға өмөтләнде, ахыры. Мин ҡабаланған булдым. Шулай ҙа ныҡышып телефон номерымды алып ҡалды.
Бәйләнсек ирҙән саҡ ҡотолоп, фатирыма инеп бикләнгәс, миңә ирем киткәндән алып беренсе тапҡыр нисектер ҡыйын булып китте. Ишек төбөндәге ултырғысҡа терәлеп, өҫтөмдө лә һалмаған килеш, өй эсен байҡап оҙаҡ ҡына ултырҙым. Шул ваҡыт ғүмерҙә булмағанса икенсе ирҙән ҡулымды тоттороуым, татлы хәбәрҙәренә шырҡылдап килеүем, оҙаттырыуым, машинаһына ултырыуым әле килеп күңелемде тырнаны. Теге әҙәм ҡағылған һыңар ҡул һыртымды тиҙ генә танауыма килтереп еҫкәп ҡараным да, әсе парфюм еҫенән ҡапыл күңелем болғанып, кейемдәремде юл ыңғайы ата-бәрә ваннаға ташландым. Эргәмдән, үҙемдән ниндәйҙер ят, ытырғандырғыс еҫте йыуып төшөргөм, таҙарынғым килде.
… Яңғыҙ йәшәүемә икенсе ай. Баштағы шаталаҡлығым баҫылды инде. Элек күберәк эштә булһам, кеше араһында ҡайнашып йөрөргә яратһам, кистәрен дә ҡалып ултырһам, хәҙер киреһенсә, ҡайтҡым килеп тик тора. Шым ғына йөрөп былай ҙа ялт итеп торған торлағымды таҙалап та таҙалайым. Телевизорға ҡағылғым да килмәй. Шылтыратыуҙарҙы алмайым. Ашарға бешермәйем дә, өйҙә ашамайым да, тигәндәй. Ябығып, һурылып киттем. Эштә ҡыҙҙар: «Гөлиә Булатовна, ниндәй диеталаһығыҙ, ҡалай һомғолланып киттегеҙ?» – тип теңкәне ҡорота. Улар ҡайҙан белһен инде хәлемде? Ысынында берәү ҙә белмәй бит, хатта күршеләр ҙә. Кемгәлер һөйләргә, зарланырға йәки бахыр булып ултырырға әлеге лә ғорурлығым ҡушмай шул.
Һуңғы ваҡытта иремде йыш иҫләйем. Иремде тип… хәҙер минең ирем түгел инде. Бәтә! Кемгә китте һуң әле ул? Ниндәй ҡатын икән? Мин бит быға тиклем был һорау менән ҡыҙыҡһынманым да. … Һәм ҡыҙыҡһынмаясаҡмын да… Һаман шул ғорурлығым… Суҡынып китһен инде уныһы!
Ҡатырға йәшниктәргә тыңҡыслап тултырып, балконға сығарып ҡуйылған иҫке фотоальбомдарҙы эҙләп индерҙем. Йәшерәк саҡтарҙы, Самат менән бергә төшкән фотоларҙы ҡарағым килә. Ҡарайым. Ҡарайым да аптырайым. Ҡалай матур булғанбыҙ! Бына беҙҙең туй, бында бәпәй алып ҡайтҡанбыҙ, Самат улыбыҙ менән… Ҡыҙыбыҙҙы күтәреп төшкән… Быныһында… Быныһында мине… ҡосаҡлап тора…
Шул саҡ йәнемде уралтҡан таш ҡәлғәнең бер сите ауып төшә лә, ҡоршауҙа ҡайнашҡан хистәр даръяһы күҙ йәштәре булып бар донъямды ағыҙып, йыуып алып китә. Мин альбомдан шыуып төшөп иҙәнгә һибелгән карточкалар өҫтөнә аунап илайым…
Иремдән тороп ҡалған бар булған әйберҙәрҙе: йомшаҡ тапочкаларҙы, сумкаһына һыймай ҡалған кейемдәрен, «Охота» журналдарын ҡәҙерләп кенә һалып ҡуйҙым. Элек иремдең үҙе менән дә йүнләп һөйләшмәгән булһам, хәҙер уның кейемдәре менән дә серләшәм.
– Һаумы, – тим ҡайтып ингәс тә, шунда торған тәпишкәләренә.
– Һағындыңмы? – тип һорайым йөрөй торғас. Унан ҡалһа аяҡ кейемдәрен алйот кеше шикелле ҡосаҡлап күкрәгемә ҡыҫам да:
– Мин дә һағындым, бик-бик һағындым, – тип һамаҡлайым.
Кистәрен иркен, һалҡын түшәгемдә уйҙарымдың осона-ҡырыйына сыға алмай ятам. Йоҡо юҡ. Ҡасандыр: «Бер урын булып йәйелеп ята ла ҡуяһың! Тулама! Һалма беләгеңде – эҫе», – тип төрткөләгән иремдең киң арҡа йылыһын, тынының ҡайнарлығын тойғом килә. Тик… ҡулдарым ҡараңғыла етемһерәп ятҡан яҫтыҡты ғына таба.
Үҙемде әрләмәгән, һүкмәгән көнөм, сәғәтем юҡ. Йүнһеҙлегем, тәккәберлегем, тупһыҙлығым, ҡатылығым өсөн тетәм генә. Арманһыҙ булып тәүлек эш сәғәттәрен тултырып ҡайтҡан иремде йылы ҡараш менән ҡаршы алмағаным, уға иғтибар бүлмәгәнем, һәр ваҡыт үҙ теләктәремде алға ҡуйғаным, бер ваҡытта ла һүҙемде бирмәгәнем, иркә-наҙға һыуһатҡаным, ҡыҫҡаһы иремә йорттағы мебелгә ҡараған кеүек кенә ҡыланыуым һәм тағы ла әллә ни төрлө ғәйептәрем өсөн язалайым үҙемде. «Шул кәрәк һиңә! Ирҙе иргә һанамағас! Нисә йыл тоғро хеҙмәтселәй булған, яратып, ҡурсалап торған изге кешенең ҡәҙерен белмәгәс! Әйҙә, яңғыҙ ҡартай! Аңлат, ана, бар, балаларыңа, туғандарыңа!» Был ваҡытта мин донъялағы иң бәхетһеҙ, иң бахыр ҡатын инем.
… Яңғыҙлығыма 2 ай, 9 көн дә 8 сәғәт тигәндә, ял көнө, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Берәүҙе лә күргем дә, һөйләшкем дә килмәгәнлектән, маҡсатһыҙ түшәмгә ҡарап ятҡан еремдән торорға ынтылманым. Шылтыратып-шылтыратып та яуап ала алмағас, көтөлмәгән ҡунаҡ йоҙаҡты шытырлатып соҡоймы, асамы башланы. «Бәтә! Ҡараҡмы әллә?!» Һикереп тороп, ҡулыма йәһәт кенә уҡлау эләктереп алып һөжүмгә әҙерләнеп торһам, ишек асылып китте лә, тупһа төбөндә… ирем… әй, Самат… пәйҙә булды. Мин өҫкә күтәргән ҡоралымды төшөрөргә лә онотоп, күҙ алдымдан юғалыуы менән йәшәйешемең егерме йылда ла төшөнә алмаған әллә ни төрлө ҡиммәттәрен ике ай эсендә һағыш һәм үкенес аша аҡыл итеп биргән ҡәҙерле, ғәзиз кешемдең йөҙөнә текәлдем дә ҡаттым. Йонсоған, ябыҡҡан, ҡарайып, ҡартайып киткән, бахыр ғынам! Үткер күҙемә шулай уҡ күлдәгенең яға, ең остарындағы кер эҙҙәре, салбарындағы таптар, ботинкаларының күптән таҙартылмағанлығы ла салынды. Ә бөтәһенән дә бигерәк тилмереп баҡҡан етем ҡараштары ярҙы йөрәгемде.
Инде. Инде лә мин йыш ҡына ҡайтып иҫәңгерәп ултыра торған теге ишек төбөндәге бүкәнгә сүкте һәм:
– Һин мине ғүфү ит инде… Балалар хаҡына… Һинһеҙ йәшәй ҙә белмәйем икән мин… Һине берәү ҙә алмаштыра алмай. Хет үлтер, но ҡабул ит, – тине.
Мин өндәшмәнем. Бары тик ҡарай биреп торғас, ике ай эсендә инде тере йән итеп күрә башлаған теге тәпишкәләрен алып килеп аяҡ аҫтына ҡуйҙым да, аш бүлмәһенә инеп картуф әрсергә керештем. Ирем ҡайтҡан бит, тамаҡ бешерергә кәрәк.
Ғүмеремдең ҡайһылыр бер миҙгелендә, уйламаҫтан, асылымды, булмышымды асып, хис-тойғоларымды мең төрлө сатҡыларҙа балҡып, нурланып китергә мәжбүр иткән был юғалтыу-табыштарымды балаларым да, туғандарым да, хатта иң яҡын әхирәттәрем дә һиҙмәй ҡалды. Уны беҙ икебеҙ генә белдек.