+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Апрель 2021, 09:54

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮҒАЛТЫУ – ТАБЫШТАРЫМ Хикәйә Башы

Ирем китте. Ташлап. Бөтөнләйгә.Әгәр ҙә миңә быға тиклем кемдер берәү иремдең китәсәге хаҡында әйтһә, ҡысҡырып көлөр инем. Эйе-эйе. Сөнки, сыбыҡ тотоп ҡыуһаң да янымдан бер аҙым да атламаҫ кеүек ине. Мин үҙем дә, бары булдыҡһыҙ ҡатындарҙы ғына ирҙәре ташлайҙыр, тип уйлай инем. Хатта ул-был гәп һатышҡанда шундайыраҡ хәбәрҙәр сыҡһа: «Йүнле ҡатындан ир ҡасамы?» – тиеңкерәп ебәрә торғайным.Бер көн эштән ҡайтһам, оло юл сумкаһын тултырып ишек төбөнә ултыртҡан да, мине көтөп тора. – Ҡайҙа йыйындың? – тим, иҫем китмәй генә. Ғөмүмән, минең бер ваҡытта ла иремә артыҡ иҫем китеп барманы ул.– Гөлиә, ней бит әле… – был ниндәйҙер ауыр хәбәр әйтергә теләгәндәй ыуалана. – Ней бит әле…

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЮҒАЛТЫУ – ТАБЫШТАРЫМ
Хикәйә
Башы
Ирем китте. Ташлап. Бөтөнләйгә.
Әгәр ҙә миңә быға тиклем кемдер берәү иремдең китәсәге хаҡында әйтһә, ҡысҡырып көлөр инем. Эйе-эйе. Сөнки, сыбыҡ тотоп ҡыуһаң да янымдан бер аҙым да атламаҫ кеүек ине. Мин үҙем дә, бары булдыҡһыҙ ҡатындарҙы ғына ирҙәре ташлайҙыр, тип уйлай инем. Хатта ул-был гәп һатышҡанда шундайыраҡ хәбәрҙәр сыҡһа: «Йүнле ҡатындан ир ҡасамы?» – тиеңкерәп ебәрә торғайным.
Бер көн эштән ҡайтһам, оло юл сумкаһын тултырып ишек төбөнә ултыртҡан да, мине көтөп тора.
– Ҡайҙа йыйындың? – тим, иҫем китмәй генә. Ғөмүмән, минең бер ваҡытта ла иремә артыҡ иҫем китеп барманы ул.
– Гөлиә, ней бит әле… – был ниндәйҙер ауыр хәбәр әйтергә теләгәндәй ыуалана. – Ней бит әле…
Минең баштан йөҙ төрлө уй үтә: «Улым!?», «Ҡыҙым?!» Сыҙамай ҡысҡырып ебәрәм:
– Нимә булған?! Кемеһенә?..
Иремдең ҡапыл теле асылып китә лә, бер тында әйтеп һала:
– Бер ни булмаған, берәүгә лә. Бары мин һинән китергә булдым. Бөтөнләйгә. Икенсе ҡатынға. Һин… нейт инде, ғәфү ит… Мин китәм.
Тынлыҡ. Мин өнһөҙ генә быны баштан-аяҡ байҡап ишеткәндәремде һеңдерәм. Ышанмайым, әлбиттә. Мәғәнәһеҙ шаярталыр, тип уйлайым. «Улмы инде, бахыр, ошолайтып ҡына сығып китә торған кеше. Йәш саҡтарҙан аяғыма йығылып, инәлеп, ялбарып йөрөй».
– Аръяғына кит, – тим, дорфа ғына.
– Гөлиә, ней… Балалар үҫкән инде, аңларҙар, уларҙы ташлайһым юҡ. Һин дә, ней… аҡса-фәлән кәрәк булһа...
Шул ваҡыт мин бының ысынлап та ҡайҙалыр китергә йыйыныуын төшөнгәндәй булам. Көлкөм килә. Унан ғорурлығым ҡалҡып сыға. Һәр ваҡыттағыса инәлеп-ялбарып тормайым, ороп-бәреп хәл итәм:
– Аҡсаны үҙем ҡушып биреп ебәрәм мин һиңә. Суҡынып кит, артыңа көл.
Итектәремде һалып та тормайынса, бейек үксәләремдә «тыҡ-тыҡ» баҫып, йоҡо бүлмәһенә инеп китәм. Тегенең киткәнен күрмәйем дә. Кейемдәремде алмаштырып сығыуға ул юҡ инде.
Аш бүлмәһенә үтәм. Плитә өҫтөндәге кескәй кәстрүлдән тәмле аш еҫе килә. Самат бешергән. Тимәк, ул бөгөн эштән иртә ҡайтҡан. Әллә ял иттеме икән? Мин бит уның эш сменаһын да белмәйем, һорашҡаным да, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ.
Ашап алғас кәйефем күтәрелә төшә. Һауыт-һабамды йыуып йыйыштырынам да, диванға ятып телевизор тоҡандырам. Арытҡан. Эшем шулай шул, күп йүгерергә тура килә. Сауҙа үҙәгендә директор урынбаҫарымын. Көнөнә әллә нисә бүлекте урап сығам, тикшерәм һәм йөҙ төрлө ҡағыҙҙар өсөн яуап бирәм. Шул эт булып йөрөүемдең нимәһе йәнде йылыта – яҡшы түләйҙәр.
Икенсе көн иртәнсәк тороп шкафтарҙы, йыуыныу бүлмәләрен ҡарап сыҡҡас, иремдең ысынлап сығып китеүенә ныҡлап ышанам. Көймәйем. Киреһенсә, эсемдә ниндәйҙер еңел генә булып елберҙәп торған шатлыҡ тойғоһо уяна. Уның кейемдәре булмағас шифоньер ҙа, уҫлаптай кәүҙәһе урындың өстән бер өлөшөн биләп ятмағас карауат та, бәрелеп-һуғылып йөрөмәгәс ванный ҙа, фатир ҙа иркенәйеп ҡалғандай була. «Китһен әйҙә, нимәгә ул?»
Егерме ике йыл бергә ғүмер иткән иремдең ни сәбәптән ҡапыл ташлап китеүе аңыма ныҡлап барып етмәһә лә, яңғыҙлыҡ менән рәхәтләнеп йөрөйөм. Үҙемде ысынлап ирекле ҡош, ниндәйҙер бығауҙарҙан ҡотолған кейек итеп тоям. Быға тиклем дә берәү ҙә биҙәнеүемә ҡыҫылғаны булмаһа ла, айырыуса сағыу итеп буянып алам, сәстәремде ҡабартам. Ниндәйҙер сараға тип бағышлап алған матур күлдәгемде кейәм һәм оҙаҡ ҡына көҙгө алдында өйөрөләм. Һуңғы йылда бил тәңгәлдәрем ҡалынайып, муйыным ҡыҫҡарғандай булып ике эйәкләнеп китеүемде иҫәпкә алмағанда, һылыу ғына ҡатынмын әле һаман да. Ҡырҡ өс йәште «еләк саҡ», тиҙәр әле мәрйәләр.
Эштә лә ул көн айырыуса йылдам, шау-шыулы булып, юғары кәйефтә йөрөйөм. Миндәге үҙгәреште коллегаларым, хеҙмәткәрҙәрем дә аңғара. Берәүҙәре: «Һеҙ бөгөн ҡайһылай матурһығыҙ», икенселәре: «Һеҙгә күңелле», – тиҙәр. Балҡып, нурланып йөрөүемә йылмайып, ә бәлки, көнләшеп тә, ҡарап ҡалалар.
Кискә ҡайтҡас яңғыҙ йәшәүҙең тағы ла бер рәхәтлеген асыҡлайым: ашарға бешерергә кәрәкмәй икән. Юғиһә, тегегә өҫтө-өҫтөнә төрлөләп аҙыҡ йүнәтергә, унан ҡалһа сменаға алып китеүенә әҙерләргә кәрәк ине. Унда ла еңел-елпене үҙһенәме әле, итле ризыҡты ғына көҫәй ҙә тора.
Азатлығымдың тәүге көнөн билдәләп алмаҡсы булып, шылтыратып ике яңғыҙ әхирәтемде аулаҡҡа саҡырам. Өҫтәлемә ҡиммәтле шарап, емеш-еләк ҡуям. Тегеләрҙең тотор кешеләре булмағас ни, һап итеп килеп тә етәләр. Һыйланабыҙ, ғәйбәт һатабыҙ, ҡыҙмаса булып алғас, юҡ-барға һын ҡатҡансы көләбеҙ, бейейбеҙ, шашынабыҙ. Мин, әлбиттә, иремдең сығып китеүен, ләм-мим, әйтмәйем. Ғорурлығым ҡушмай.
Икенсе көндө лә, өсөнсө көндө лә ошо уҡ компания менән йә кафела, йә беребеҙҙең фатирында ултырабыҙ. Башта шундай ҡыҙыҡ һымаҡ тойолған был күңел асыуҙар аҙна тигәндә мине туйҙыра. Холоҡ-фиғелем дә кәйеф-сафа ҡороуҙы өнәгәндәй түгел шул. Нисә йылдар иремде рүмкәнән ҡаты тыйып тотҡан кеше бит әле мин.
Артабанғы көндәрҙә ҡунаҡ булышыуҙарҙы ҡуйып, магазиндар ҡыҙырырға керешәм. Кейемдең кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә алам. Элек һәр тинде ҡәҙерләргә тырышып, йыйып бер булһам, әле туҙҙырам ғына. Юл ыңғайы матурлыҡ салонына һуғылып сәсте ҡырҡтырып, макияж һалдырып, хатта тырнаҡтар йәбештертеп сығам. Шундағы ҡыҙҙар әйтмешләй «имидж үҙгәртәм» йәнәһе.
Киләһе аҙнала театр-концерттарға баҫым яһайым. Бер мәҙәни сараны ҡалдырмай, кис һайын ҡурсаҡ шикелле кейенеп-яһанып, такси алам да елдерәм.
Бер көн концерттан сыҡһам, ниндәйҙер ят ир миңә төбәп өндәшә:
– Хәйерле кис.
– Һаумыһығыҙ, – тием дә, янынан үтеп китергә итһәм, был миңә:
– Һылыу ханымды оҙатып ҡуйырға мөмкинме? – тимәһенме.
Ҡайырылып ят әҙәмде баштан-аяҡ байҡайым. Ҡупшы ғына кейемдә, ҡара мыйыҡлы, төп-төҙ генә нәҙек оҙон бер ир.
– Әйҙәгеҙ, минең машинаға рәхим итегеҙ, – ти был мыйығының буйынан-буйына ауыҙын йәйеп.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: