+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Апрель 2021, 14:55

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТЫУМА Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине. – Һаумыһығыҙ. – Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы. «Быларға рәхәт, моңдары юҡ», – тип уйлап алды ҡатын. – Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш. Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты: – Мин – Артур. Һеҙ миңәме?

-1- -2- -3- -4- -5-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

ТЫУМА

Хикәйә

Өсөнсө өлөшө

Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине.

– Һаумыһығыҙ.

– Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы.

«Быларға рәхәт, моңдары юҡ», – тип уйлап алды ҡатын.

– Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш.

Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты:

– Мин – Артур. Һеҙ миңәме?

– Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, – Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, – тине.

Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы.

Егет бер бөртөк артлы ултырғыстың өҫтөн нимә менәндер һөртөп, иҙән уртаһына ултыртты ла, курткаһын сисеп элгәс, ҡаршылағы карауатҡа терәлде. Тимер карауат ауыр кәүҙә аҫтында ризаһыҙ сыйылдап ебәрҙе. Был тауыш Фәриҙәнең мейеһен сыйҙы. «Оятһыҙ!» – тип, тешен ҡыҫып эстән ыҫылданы ҡатын һәм бөтөн ошо асыуын ҡараштарында сағылдырып егеткә текәлеп торҙо. Ҡаршыла ултырыусы был ҡарашты тыныс күтәрҙе.

– Йә, һөйлә инде… «батырлығыңды». Ҡарап тороуға әллә ни йәш тә түгелһең, ә бер балаға ҡул һуҙғанһың, – Фәриҙә ярһымаҫҡа тырышты.

Артур ҙа тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә булып көсәнеп йылмайҙы:

– Һеҙ Фәниәнең әсәһеме?

– Ә нимә, тағы ла берәйһенең әсәһе килергә мөмкинме?

– Юҡ та, унан әйтмәйем. Былай ғына, оҡшағанһығыҙ.

– Оҡшағанбыҙҙыр, балам бит, – ҡатын тыныслана төштө. – Нимә өсөн килгәнемде беләһеңдер, әллә аңлатып тороу кәрәкме?

– Юҡ. Беләм. – Егеттең башы аҫҡа эйелде.

– Белгәс, ни эшләп эскәмйәлә ҡыҙҙар ҡосаҡлап ултыраһың, әллә ауырлы ҡорһаҡ үҙенән үҙе юҡҡа сығырға мөмкин, тейһеңме?

– Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ?

– Әлеге ваҡытта мин һиңә, тәтәй егет, һин ауырға ҡалдырған ҡыҙымды ғына тәҡдим итә алам! – Ҡатындың тауышы саңҡып китте, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. – Был ғына аҙ булһа, өҫтәп милицияға ғариза ла яҙып һала алам.

Артур бындай хәлдең, һөйләшеүҙең булырын көткән, күрәһең, әллә ни бәлтерәп төшмәне:

– Мин бит Фәниәнән баш тартмайым, баланан да…

– Шулай булғас, Фәниә менән балаңдан башҡа тағы кемде көсләп таҡмаҡсымын һуң һиңә?

– Тик ни бит әле, апай, – егет ус һырты менән маңлайын ыуаланы, – мин өйләнгәнмен, ғаиләм, балам бар.

– Нимә-ә?! Нимә тинең?! – Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.

Егеттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде:

– Өйләнгәнмен, тинем. Фәниә белде, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик мин ғаиләмде ташлай алмайым…

Фәриҙә егеткә һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, ярһыуынан һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйсә, ҡулына беренсе эләккән әйбер менән (уныһы бая Артур ултырғыс һөртөп ташлаған таҫтамал булып сыҡты) тегене уңлы-һуллы һелтәргә кереште.

– Оятһыҙ! Битһеҙ! Аҙғын! Баламдың башын ашап! Мә һиңә! Мә! Йәнеңде алам хәҙер! Битһеҙ!!!

Тегеһе ҡаршылашманы ла, һаҡланманы ла, башына, яурынына бысраҡ таҫтамал сарт-сорт эләккән һайын борҡоп киткән саң дүңгәләктәрен ҡарап, бөршәйә биреп тик ултырҙы. Унан асыуҙан, артыҡ көйөүҙән һәм ҡыҙып «һуғышыуҙан» хәле бөтөп тантып ҡолап барған ҡатынды «Ебәр! Тотонаһы булма миңә!» тип сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, беләгенән ҡармап тотоп ултырғысҡа ултыртты ла, стакан менән һыу алып килде. Аһылдап һығылып төшкән ҡатын тәҡдим ителгән һыуҙы бер тында эсте. Күпмелер ваҡыт икеһе ике нөктәгә төбәлгән килеш тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Унан күңеле генә түгел, бөтөн донъяһы ҡапыл бушап, миңрәүләнеп ҡалғандай булған Фәриҙә, тарҡау хәрәкәттәр менән ҡалҡынып өҫ-башын, сәсен рәтләне лә, сығыуға ыңғайланы. Артур ҙа торҙо, йыуаш ҡиәфәттә ҡатын артынан ишеккә тиклем эйәреп килде һәм сығыр алдынан әйләнеп ҡараған үтә лә таныш, яҡын, әммә бер ни тиклем башҡараҡ булған йөҙгә ҡарап:

– Ғәфү итегеҙ… – тип бышылданы, тағы ла ниҙер әйткәйне лә буғай, һуңғы һүҙҙәре үҙенә генә ишетелеп, сыйылдап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.

* * *

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: