-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Апрель 2021, 11:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТЫУМА Хикәйә Бишенсе өлөшө

Бер нисә көндән иренә шылтыратҡайны. Башта хәл-әүәл һораштылар, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләштеләр, унан Фәриҙә бар көсөн йыйып әйтәһен әйтте. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары трубканан бер туҡтауһыҙ «Ҡһым… ҡыһым…» тип тамаҡ ҡырғаны ғына ишетелде. Шулай бер минуттай торҙо-торҙо ла әллә һөйләшергә теләмәй, әллә һөйләшә алмай элемтәне өҙҙө. Ҡатын тағы ла бер бәйләнешкә инеп ҡарағайны – алманы. «Ярай… ярай, – тип тынысландырҙы үҙен Фәриҙә, – бер аҙ үҙенә килһә шылтыратыр».

-1- -2- -3- -4- -5-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ТЫУМА
Хикәйә
Бишенсе өлөшө
Бер нисә көндән иренә шылтыратҡайны. Башта хәл-әүәл һораштылар, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләштеләр, унан Фәриҙә бар көсөн йыйып әйтәһен әйтте. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары трубканан бер туҡтауһыҙ «Ҡһым… ҡыһым…» тип тамаҡ ҡырғаны ғына ишетелде. Шулай бер минуттай торҙо-торҙо ла әллә һөйләшергә теләмәй, әллә һөйләшә алмай элемтәне өҙҙө. Ҡатын тағы ла бер бәйләнешкә инеп ҡарағайны – алманы. «Ярай… ярай, – тип тынысландырҙы үҙен Фәриҙә, – бер аҙ үҙенә килһә шылтыратыр». Әммә шылтырау бер айҙан да булмағас, ул ғына ла түгел, ире вахта араһындағы ялына ла ҡайтмайса эшендә ҡалғас, ҡатын тамам хайран булды. Тик борсолоуын өйҙә белдермәне. Быға үҙ сәбәптәре бар: беренсенән, әлеге лә ҡыҙы үҙен тағы ла бер бәләгә ғәйепле тойоп йәш ҡоясаҡ, икенсенән, был хәлде малайҙары аңламаясаҡ. Шуға ла ҡәйнәһенең «Ҡай бер бисә күтәргәндәй ҡайғыны ирҙәр күтәрә алмай шул. Ярар. Сабыр итегеҙ. Ҡайтыр, үҙ балаһы бит, минең ҡәйнәм-бахыр «Бала хаҡына батҡаҡ ашарһың» тигән була торғайны әле», – тип йыуатыуына күнеп, яҙмышына баш эйҙе.
Малайҙарға ла был эште аңлатыу әллә ни еңел булманы. Һуңғы ваҡытта улар өйҙә ниндәйҙер сер йәшәүен аңғарғайнылар инде, апайҙарына ла ҙурыраҡ икәүһе әленән-әле аптыраулы ҡараштарын төбәп-төбәп алыр булып китте. Ҡыҙҙағы үҙгәрештәрҙе улар ҙа күрә йөрөнө, ләкин эштең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнөрлөк түгелдәр ине.
Фәриҙә сәй артында аңлашып алырға булды. Ҡыҙынан тыш барыһы ла өҫтәл янына йыйылғас, ябай ғына итеп әйтте:
– Малайҙар, тиҙҙән беҙҙең өйҙә бәпәй буласаҡ.
Балалар кемеһе ҡалағын һуҙған, кемеһе сынаяғын күтәргән килеш ҡатып ҡалды, күҙҙәр серт-серт итеп әсәйгә төбәлде. Фәниәгә етә килгән өлкән улы Фәһим асыҡламаҡсы булды:
– Ҡайҙан?
Фәриҙә тауышына трагик тон сығармаҫҡа тырышты:
– Бәпәйҙең ҡайҙан килгәнен белмәйһегеҙме ни?
Һүҙгә икенсе улы Заһир ҡушылды:
– Беләбеҙ ҙә ул… Һин алаһыңмы… бәпесте?
– Юҡ, мин түгел, Фәниә апайығыҙ аласаҡ.
Быныһына инде малайҙар бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ахырҙа бәләкәйе Закир бер аҙ һушына килеп:
– Апай кейәүгә сығамы әллә? – тип һорай алды.
– Юҡ, – тине әсә, – кейәүгә сыҡмайса ғына бәпес ала.
– Улай буламы ни, – тип аптыраны улы.
– Була икән, улым, була…
Фәһиме бурҙаттай ҡыҙарҙы:
– Кем ул, әсәй?! Мин уны тотоп…
Әсә өҙә һуҡты:
– Берәүҙе лә тотмайһың, Фәһим, ул әҙәм юҡ инде бында, киткән, юҡ.
Буйсанланып егет ҡорона инеп барған, танау аҫтына ҡара һыҙыҡ йүгереп, тауышы ҡалынайып киткән өлкән малайы ғәрлегенән, асыуынан, тетрәнеүенән тышҡа атылып сыҡҡан йәштәрен ҡул һыртына йәшерҙе:
– Вот апай дура!
– Бына нимә, малайҙар, – әсәнең тауышында тимер сыңы сыңлап китте, – дурамы-түгелме ул һеҙҙең апайығыҙ һәм уға бөгөн һеҙгә ҡарағанда бишләтә-унлата ауырыраҡ. Беҙ, иң яҡын кешеләре лә, баш борһаҡ – нимә ҡала? Шулай йәнһеҙме ни һеҙ? Апайығыҙҙан яңылышҡаны өсөн генә баш тарта алаһығыҙмы? Әллә һеҙгә ғорурлыҡ ҡәҙерлерәкме?!
Был эштең асылын тулыһынса төшөнөп етә алмаған ҡустылары «Нимә әйтербеҙ?» тигәндәй ағайға ҡараны. Ағай кеше хас та ысын ирҙәрсә, ағыр йәштәрен эскә йотоп, ситкә ҡарап тупаҫ ҡына итеп:
– Кем улай тей? – тине лә, һуҡ бармағы менән ебеп киткән танауын шырылдатып һыпырғас, – Апайға берәй нәмә әйтеп ҡараһындар… – тип билдәһеҙ кешеләргә ҡаты янап ҡуйҙы.
* * *
Фәриҙә һуң ғына ҡыҙының бүлмәһенә инде. Тегеһе сәскәле яҫтыҡҡа ҡара ебәк сәстәрен һирпеп ебәреп, ҡупшы беләктәрен баш аҫтына яҫтап, иҫһеҙ йоҡлай. Өҫтәл өҫтөндәге төнгө лампаның тоноҡ нуры тимгел-тимгел тутлана башлаған мәрмәрҙәй аҡ йөҙөн, ситтәренә һоро күләгә ултырып киткән йомоҡ күҙҙәрен, бер аҙ төҫөн юғалта биргән алһыу ирендәрен аса. Йылмайғандай ҙа инде әллә? Йылмая шул. «Әйҙә, баламдың исмаһам төштәре ҡыуаныслы булһын», – тип уйлап ҡарап торҙо Фәриҙә.
Ул әлегә белмәй ине. Әлбиттә, белә лә, уйлай ҙа, күҙ алдына килтерә лә алмай ине. Бер нисә айҙан ошо бүлмәлә сабый тауышы ишетелеүгә барыһының да ҡыуанасағын, ҡыҙының бәпесе менән бергә терелә, күтәрелә, күркәмләнә барасағын, иренең аңлаясағын, ғәфү итәсәген, күпмелер ваҡыттан шул баланың барыһының да күҙен, күңелен йәмләр, яратып туйғыһыҙ ғәзиз, ҡәҙерле йән буласағын һәм уның бер ваҡытта ла үҙе менән бергә тыуған «тыума» атамаһын ишетмәйәсәген ул белмәй ине. Әлегә…
Баҡшы* – күрәҙәсе, алдан һиҙеүсе, тойоусы мәғәнәһендә (диал. һүҙ)
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: