+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2021, 09:07

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ Хикәйә Беренсе өлөшө

Өй эсендәге тауыштарҙы Сөмбөл урам ҡапҡаһын инеү менән үк ишетте. Ишетте лә, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ шикелле баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. «Әпәт...» Ун ике йәшлек балаға хас булмағанса асырғаныу, әсенеү, рәнйеү менән теш араһынан һығылып сыҡты был һүҙ. Бына өйҙә нимәләрҙер дөбөр-шатыр ҡоланы, һеңлеһе ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм был шау-шыуҙы әсәһенең ярһыу, атаһының ҡырҡыу тауыштары күмеп китте. Сөмбөл, арып, асығып, ауыр сумкаһын аҫып мәктәптән ҡайтып ингән бала, ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡ хәлендә ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырырға мәжбүр булды. Бесәйҙәре лә бында икән. Ул да, был өйҙә ғауға аҙнаһына бер ҡубып торһа ла өйрәнә алмай, ҡурҡышынан иҫән сағында сығып тайыу яғын ҡарай. Сумкаһын сисеп ҡойма рәшәткәһенә элгәс, ҡыҙ бесәйҙе тубығына ултыртып һыйпап тынысландырырға кереште: – Ҡурҡма, ҡурҡма, Мырлай, ҡурҡма…

-1- -2- -3-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Өй эсендәге тауыштарҙы Сөмбөл урам ҡапҡаһын инеү менән үк ишетте. Ишетте лә, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ шикелле баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. «Әпәт...» Ун ике йәшлек балаға хас булмағанса асырғаныу, әсенеү, рәнйеү менән теш араһынан һығылып сыҡты был һүҙ. Бына өйҙә нимәләрҙер дөбөр-шатыр ҡоланы, һеңлеһе ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм был шау-шыуҙы әсәһенең ярһыу, атаһының ҡырҡыу тауыштары күмеп китте.
Сөмбөл, арып, асығып, ауыр сумкаһын аҫып мәктәптән ҡайтып ингән бала, ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡ хәлендә ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә сығып ултырырға мәжбүр булды. Бесәйҙәре лә бында икән. Ул да, был өйҙә ғауға аҙнаһына бер ҡубып торһа ла өйрәнә алмай, ҡурҡышынан иҫән сағында сығып тайыу яғын ҡарай. Сумкаһын сисеп ҡойма рәшәткәһенә элгәс, ҡыҙ бесәйҙе тубығына ултыртып һыйпап тынысландырырға кереште:
– Ҡурҡма, ҡурҡма, Мырлай, ҡурҡма…
«Ҡурҡма»нан башҡа бер һүҙ ҙә тапманы Сөмбөл. Ул бесәйгә «ҡабат бындай хәл ҡабатланмаҫ» йәки «хәҙер үтеп китә» йә булмаһа «ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ» тигәндәрҙе әйтә лә, тыныс һәм матур тормош вәғәҙә итә лә алмай. Сөнки, үҙе лә бер ни белмәй, аңламай, хәле бесәйҙекенән әллә ни артыҡ түгел шул.
Бына ҡустыһы Ришат күренде. Апаһынан ике дәрес алдан сыҡҡан булырға тейеш, уйнап йөрөгәндер инде, яңы ҡайтып килә. Хәйерсе өйөнә етә йүгерә тигәндәй, ҡайтыуға ашығып сабып килгән була. Малай мәктәп формаһында тышта ултырған апаһын аңғарғас уҡ йүгереүҙән туҡтаны, эстән генә дөлдөлгә «атланып» саяланып килгән йөҙө үҙгәрҙе, ҡаштары уртаға һынып төйөлдө. Теләр-теләмәҫ атлап апаһы эргәһенә килеп терәлде лә, дәресен эшләмәй килгәндәге кеүек башын эйеп ауыҙ эсенән мөңгөрләне:
– Нимә?..
Апай кеше, күҙ ҡараштарын алыҫҡа төбәгән килеш, бесәйен һыйпауҙан туҡталмай ғына, бөтөнләй ололарса яуапланы:
– Нимә булһын инде – шул – талашалар…
–Һы-ы, – малай ауыр көрһөндө, яурындары төшөп, шиңеп ҡалды.
Ике бала сәғәткә яҡын ләм-мим һөйләшмәйенсә бойоғошоп ултырып өйҙәге «буран» тынғанын көттө. Әгәр иҫерек булмаһа, талашып туйғас, атайҙары үҙе сығып китәсәк, ә инде эскән булһа, әсәһе берәй яҡҡа юлланасаҡ.
Ул арала, балаларҙың ауыр уйҙарын бүлеп, шартлап ҡапҡа асылды ла, ярһыуҙан ҡыҙарынған аталары килеп сыҡты. Ауыҙ эсенән һаман әрләшеп килгән ир, балаларын күргәс уңайһыҙланғандай алан-йолан ҡаранды, унан яйлы бер һүҙ ҙә таба алмайса ҡырт боролоп китеү яғын ҡараны. Малай менән ҡыҙ атайҙарының оҙон-оҙон баҫып үргә ҡарай атлағанын тын ғына ҡарап ҡалды. Ҡартәсәйҙәренә ҡайтып китте инде, башҡа ҡайҙа булһын…
Балалар ашыҡмай ғына өйгә юлланды. Атайҙары китһә лә, эстә лә күңел күтәрерлек бер ни ҙә булмаҫын белә шул улар. Хәҙер әсәләре артыҡ көйөүҙән ауырып китәсәк, ә уның хәлһеҙ ятыуы балалар өсөн икеләтә ауыр. Ғәзиз кешеләренең үлеп ҡуйыуынан ҡурҡып йөрәктәре бөтә, ярҙам итә алмау сараһыҙлығынан өҙгөләнәләр.
Ингәс тә ҡото алынған кескәй һеңлеһе Сөмбөлдөң ҡосағына ташланды. Апай бәләкәсте ҡосаҡлап-үбеп йыуатты ла, күтәреп алып барып диванға ултыртты. Искәндәр ҡолашып ятҡан ултырғыстарҙы торғоҙҙо, ярылған һауыт-һаба ватыҡтарын һепереп алды. Икеһе лә әленән- әле һаман һығылып үкһеп йөрөгән әсәләренә йәлләү тулы ҡараштарын ташланы, әммә нимәлер өндәшергә ҡыйманы.
Әсә мыш-мыш килеп плитә тирәһендә бер аҙ мәшәҡәтләнгәс, өҫтәлгә аш ҡуйҙы. Өс бала тағы ла шым ғына өҫтәл артына ултырышты, ҡалаҡтар шаҡылдамаҫҡа тырышып ҡыбырланы, сәйҙәр шөрпөлдәтмәҫкә тырышып ипле генә эселде. Хатта бәләкәс Сулпан да бындай ваҡыттарҙа шауламаҫҡа икәнде аңлай, яңылыш берәй ҡырҡыуыраҡ тауыш сыҡһа ла апаһына «Һа!» тигәнде аңлатып күҙҙәрен шар асып ҡарап ебәрә. Эй, йәлләй шул саҡтарҙа һеңлеһен Сөмбөл. Бәләкәсте күтәреп бүлмәһенә алып инә лә, тубығына ултыртып һығып ҡосаҡлаған килеш оҙаҡ ҡына бәүелешеп ултыралар.
Ҡараңғы төшкәс, киске тамаҡҡа картуф әрсеп ултырған ҡыҙ, фельдшер килеп укол ҡаҙап киткәндән һуң да хәле яйланып етмәй, башына һыулы сепрәк һалып диванда терәлеп ултырған әсәһенә өндәште:
–Әсә-әй… ҡасанға тиклем былайтып йәшәрбеҙ икән?
Әсә, диван һөйкәнгесенә терәгән башын күтәрмәйенсә, хәлһеҙ генә ҡыҙы яғына борҙо:
– Нимә тиһең, ҡыҙым? – Сәбилә балаһының нимә әйткәнен ишетһә лә, ҡабатлап һораны. Хатта ишетмәйсә лә ҡыҙының нимә әйтергә теләгәнен, нимә уйлағанын белеп тора. Бындай хәлдәрҙән һуң ошондай һөйләшеүҙәр улар араһында аҙ булмаған.
– Күсеп китәйек тейем.
– Әллә инде, ҡыҙым, аптыралған… Китә һалып барыр ер бармы һуң?
–Өләсәйҙәргә китәйек, «ҡайт» тип әйтте лә инде һиңә.
– Эй, балам, өләсәйең үҙе кеше ҡулында… Рәйлә еңгәң әллә беҙҙең күсеп килгәнде көтөп тора тейһеңме, барып киткәндә ихлас торһа ла…
–Бында һиңә мәктәптән өй биргәндәр ҙә инде, унда ла бирерҙәр, – Сөмбөл өҙмәне лә ҡуйманы.
– Әллә инде… уҡыу йылы уртаһында эш ташлап китһәм дә килешмәҫ, завуч була тороп…
– Һиңә йә уҡыу йылы, йә бесән, йә картуф… – ҡыҙ илап ебәреүҙән көскә тыйыла, күңеле нескәргәнен белдермәҫ өсөн ҡысҡырып уҡ ебәрә, – Беҙҙе ысынлап яратһаң тыңлар инең!
Әсә, бахыр, өндәшмәй. Нимә тиһен инде ул, үҙе лә уңмаған яҙмышына, яйһыҙ тормошона буталып, һуҡырҙарса мөйөшкә төртөлөп, аптыранып, алйып ҡалған. Былай йәшәү ярамағанлыҡты аңлай ҙа, тик ҡапыл ғына нимәлер үҙгәртергә, хәл итергә ҡыйыулығы, баҙнаты етмәй. Тормоштарының тәүге йылдарынан уҡ башланған ығы-зығы ғауғаларҙың осо-ҡырыйы күренмәй, ни үҙҙәренә, ни балаларына тыныслыҡ юҡ. Киләсәген Ғәбитһеҙ ҙә, тағы уның янында ла күргеһе килмәй ҡатындың. Шулай бер ҡарар ҙа ҡабул итә алмайса ошо көндә йәшәр ҙә йәшәрме икән?
Сөмбөл әлеге мәлдә атаһын ғына түгел, әсәһен дә күрә алмай. Үсегеп, ҡәнәғәтһеҙлеген төҫөнә сығарып, туп-туп баҫып йөрөп ҡустыһы менән һеңлеһен ашата ла, йоҡларға ята. Ҡапыл ғына йоҡлап та китә алмай әле. Юрғанын башынан аша ябынғас та, бөгөнгө көн кисерештәренән мулҡып тулған быуаһы йырылып китә лә, әсе күҙ йәштәре, танауынан аҡҡан һыу менән яҫтығын бер килке һуғарғас, һулҡылдай –һулҡылдай, үҙе лә һиҙмәҫтән, әүен баҙарына юллана.
Иртәнсәккә, әсәһе арҡаһынан тупылдатып һөйөп уятҡанда, киске «кәзә» сигенгән була инде. Ҡыҙ йүгереп йөрөп йыуына-кейенә, әленән-әле уянып етә алмай маҙаланған Искәндәрҙе тартҡылай, йылы йомғаҡ булып мышнап ятҡан Сулпандың алһыу сикәләренән үбә, йомшаҡ муйынына моронон төртөп еҫкәй. Унан, әсәһе һеңлеләрен уятып, киреләнгән сабыйҙы әпәүләп-сүпәүләп кейендергәс, сәй эсәләр ҙә, бәләкәсте баҡсаға алып китәләр. Әсә кеше һәр ваҡыттағыса йүнләп тамаҡ та ялғап өлгөрмәйсә мәктәбенә йүгерә, завуч булғас иртә барырға кәрәк шул.
Өс-дүрт көндән атай булғандары ғаиләһенә кире ҡайта. Был арала үпкәләр онотолған, балалар һағынып өлгөргән. Күңелһеҙ хәлде, дөрөҫөрәге күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫләмәҫкә тырышып, йәшәп китәләр. Кескәй Сулпан атаһының алдынан төшмәй иркәләнә, Искәндәрҙең дә һөйләп хәбәре бөтмәй, бары дәрес эшләп ултырған Сөмбөл генә башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөүенә иғтибар итмәмеш. Ә әсәһе ата менән өлкән ҡыҙы араһын нисек тә яйларға булып, әле береһенә, әле икенсеһенә һүҙ ҡушып, уларҙы уртаҡ һөйләшеүгә әүрәтмәксе. Әсәһенең был ҡылығын оҡшатмай ҡыҙ, ололарҙың аңлайышһыҙ булыуы уны екһендерә, әммә шул уҡ ваҡытта атаһын да, әсәһен дә йәлләй ҙә, ярата ла.
Ололарҙы ысынлап та аңлай алмай Сөмбөл. Дуҫ ҡына йәшәп ятҡан ерҙән һис юҡтан сай-сой килеп талаша ла китәләр. Атаһы буштан-бушҡа ҡыҙа, аҡыра, екерә, аяҡ аҫтындағы нәмәләрҙе осора тибә. Әсәһе лә өндәшмәй ҡалыуҙы йә булмаһа тынысландырырға тырышыуҙы белмәй шул, шунда уҡ һикереп тороп ғорур ҡиәфәт ала ла, былай ҙа ярһыу ирен бешерергә керешә. Китә талаш, китә ыҙғыш, бер-береһен кәмһетеп, йәш саҡтарындағы ғәйептәрен соҡоп сығарып, ата-әсәләрен, туған-тумасаларын тикшереп бөткәнсе, йән көскә аҡырышыуҙан тауыштары ҡарлыға. Бындай ваҡыттарҙа Сөмбөлдөң ҡайҙалыр бик алыҫҡа, атаһы ла, әсәһе лә булмаған ергә, тауҙар, диңгеҙҙәр аръяғына ҡасҡыһы килә. Тик әлегә һеңлеһен ҡосаҡлап бүлмәлә ултырыуҙан һәм «Ҙурайһам – ҡайтмайым»,– тип эстән генә ҡабат-ҡабат әсенеп янауҙан башҡа сараһы юҡ.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: