+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2021, 12:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ Хикәйә Икенсе өлөшө

…Бөгөн ял. Искәндәр иртәнсәктән атаһынан сыйырсыҡ ояһы эшләтмәксе булып ныҡыша. Класта бөтәһе лә эшләп элгән, минеке генә һаман юҡ, ти. Атай кешенең үҙен ғәйепле тойоп йөрөгән сағы, саҡ ҡына көн ирегәнен көттөрә лә, балаларын эйәртеп урамға сыға. Ҡыйыҡтарҙан ялтыр тамсыларҙың кемуҙарҙан булып тыптырлаған, көндән-көн йоҡара барған көрт аҫтынан сылтырап ҡына ҡар һыуҙары ағып ятҡан илаһи март уртаһы.

-1- -2- -3-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ
Хикәйә
Икенсе өлөшө
…Бөгөн ял. Искәндәр иртәнсәктән атаһынан сыйырсыҡ ояһы эшләтмәксе булып ныҡыша. Класта бөтәһе лә эшләп элгән, минеке генә һаман юҡ, ти. Атай кешенең үҙен ғәйепле тойоп йөрөгән сағы, саҡ ҡына көн ирегәнен көттөрә лә, балаларын эйәртеп урамға сыға. Ҡыйыҡтарҙан ялтыр тамсыларҙың кемуҙарҙан булып тыптырлаған, көндән-көн йоҡара барған көрт аҫтынан сылтырап ҡына ҡар һыуҙары ағып ятҡан илаһи март уртаһы.
Сөмбөл, туғандары менән урамға сығыуға шатланып, хас та көсөк шикелле ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йүгереп йөрөгән дүрт йәшлек һеңлеһен ҡарауыллағансы, атай менән ул «выжт-выжт», «шарт-шорт» итеп кескәй өйҙө төҙөп тә ҡуйҙы. Унан бергәләшеп әлеге ояны ҡолғаға беркетеп, күтәртеп ҡуйҙылар ҙа, эшләгән эштәре менән ныҡ ҡәнәғәт булып өҫкә тексәйешеп торҙолар. Әйтерһең дә, сыйырсыҡтар хәҙер үк осоп килә лә ҡуна инде.
Шау-гөр килеп, күңелдәре тәҡәтһеҙ күтәрелеп, сикәләре сөгөлдөр менән ҡыҙартҡандай янып, йүгереп уйнауҙан аһылдап төшкән балаларын әсәләре йылы өйҙә быу бөркөп ятҡан бәлеш менән ҡаршы алды. Атай ҡулдарын бешерә-бешерә һәр береһенең алдына өлөш бүлеп һалды, урамдағы ҡыҙыҡтарҙы һөйләп сәсәгәнсе көлөшә-көлөшә сәй эстеләр. Була бит бәхетле мәлдәр.
Һуңғы көндәрҙә Искәндәр өйҙә барыһынан да иртә тора. Тора ла сыға һалып сыйырсыҡ ояһын ҡарап инә. Быға тиклем үҙен көскә уятҡан әсәһе менән апаһы: «Ул сыйырсыҡ ояһын күптән эшләп элергә кәрәк булған», – тип төрттөрә. Шулай тигән булһалар ҙа, әсәһе менән Сөмбөл дә көтә сыйырсыҡтарҙы. Ингән-сыҡҡан һайын үҙҙәре лә һиҙмәҫтән шул ояға күҙ ташлайҙар, яҡын-тирәлә ҡош тауыштары сыҡмаймы тип тыңлап торалар.
Килде сыйырсыҡтар. Килделәр ҙә эшкә тотондолар. Ашығып йөрөп өйҙәренә сыбыҡ-сатыр ташынылар, маҙаһыҙлап йөрөгән турғайҙарҙы ҡыуҙылар, быу бөркөлөп ятҡан баҡсаға төшөп бөжәк сүпләнеләр. Ә иртәләрен оя ҡыйығындағы сатырға ҡунып, нәфис муйындарын һуҙа төшөп, тамаҡ төптәренән әллә ни төрлө сихри тауыштар сығарып, тирә-йүнде ғәжәйеп моңға күмделәр.
Балалар ҡошсоҡтарҙың донъя көтөп йөрөгән мәшәҡәттәрен оҙон көндәр буйына: «Сыҡты…», «Осоп китте…», «Килде!», «Тағы китте…», «Тағы ҡайтты…» тип ҡыуанышып күҙәтте.
…Бер көн аталары лаяҡыл булып иҫереп ҡайтып инде. Дөрөҫөрәге, инеп өлгөрмәне. Сәбилә иренең алпан-толпан баҫып тәҙрә төбөнән үтеүен үк аңғарып ҡалды ла, сарбаулап ҡаршы сыҡты. Ҡатындың әсе тауышы яҙғы эңер тынлығын телде:
–Мал булып ҡайтып килә! Оҙаҡ һәйбәт йөрөп ташланыңмы?!
Ир ҙә бирешергә теләмәне:
–Мал булған юҡ пока. Һыйланылар – эстем.
–Әллә кем һыйлаған, ти. Булған-булмаған аҡсаңды этенә-бетенә туҙҙырып киләһең инде.
–Туҙҙырһа үҙемдекен туҙҙырам, һинән теләнселәгән юҡ.
–Минең кеүек аҡса эшлә башта, бахыр!
–Бахыр һин ул, әллә кем тупһаһында йәшәп ятаһың.
– Һинең әсәң һыйҙырһа, уның өйөндә йәшәр инем, һеҙгә кеше һыямы! Ишшыу бында, әллә кем тупһаһы тип тороп, дуй улайһа әсәңә, инмәйһең – индермәйем!
–Ә-ә, донъяңды төҙөттөрөп алғас ир кәрәкмәйме?!
–Ниндәй донъя?! Ниндәй донъя?! Һинең төҙөгән нәмәң…, – ҡатын сәбәләнеп төртөп күрһәтер әйбер әҙләгәндә, күҙе әлеге сыйырсыҡ ояһына төштө, - Ана, һинең төҙөгән нәмәң!
–Ә-ә, шулаймы! Ярай алайһа!
Ярһыуынан күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ир йүгерә-атлай барып сыйырсыҡ ояһының ҡолғаһын шаҡарып алмаҡсы булып болғата башлай. Умартаның эсенән, улай-былай һелтәгән ыңғайы, башта сар-сор иткән тауыштар сыға. Эңерҙән үк йоҡоға талған ҡошсоҡтар ҡурҡыштарынан оя эсендә ары-бире һуғылып, йә оса, йә ултыра алмай ҡаңғырҙылар, буғай. Унан оя уйымынан уҡ шикелле башта берәүһе, унан икенсеһе атылып сыҡты ла, даһыр-доһор ауып киткән өйҙәренең өҫтөндә сорлашып өйөрөлә башланылар.
–Әйҙә-әйҙә! Боҙ! Онта! Һин шунан башҡа нимәгә эшкинәң! Хайуан!!
Ҡатынының утҡа май өҫтәгәндәй һаман сарылдап тороуына эт ашамаҫ һүҙҙәр менән яуаплай-яуаплай иҫерек ир ҡойманан ҡайырып төшөргән ҡолғаны сыбыҡ шайындай ҙа күрмәй һөйрәтеп алып китте. Ҡолға осонда тигеҙһеҙ ер суғырмаҡтарына бәрелә-һуғыла дыһырлап сыйырсыҡ ояһы өҫтөрәлә.
–Атай! Нимә эшләйһең! Теймә сыйырсыҡ ояһына!!! Теймә!!!
Ойоҡсан көйө урамға атылып сыҡҡан Искәндәр йәнасыҡҡа ҡысҡырып һөйрәлеп барған ояны күтәрмәксе, ҡолғаны атаһынан тартып алмаҡсы. Тик ҡоторған үгеҙ хәленә ингән иргә балаһы себендәй ҙә түгел. Ҡолғаһын ҡапҡа яҡтауҙарына һуҡтыра-һуҡтыра елтерәтеп алып сығып та китә. Үҙ-үҙен онотҡан малай атаһы артынан урам буйлап та йүгермәксе, тик шулай уҡ ялан күлдәктә генә сыҡҡан апаһы уны биленән ҡосаҡлап көс-хәлгә туҡтата:
–Барма, Искәндәр, бармайһың! Туҡта, йөрөмә.
Малай апаһының ҡулынан ысҡынмаҡ булып сәбәләнә:
–Ебәр! Ебәр мине! Бирһен ояны! Бирһен! Мин уны үлтерә-әм!
–Бирмәй инде ул, бирмәй. Барма – һуғылырһың.
–Һуҡһын! Мин унан ҡурҡмайым! Ҡурҡмайым…ҡурҡмайы-ым… – малай үкереп илап ҡапҡа төбөнә сүгәләп төшә…
…Ошо хәлдән һуң Сөмбөлдөң күңелендәге күбәләк шикелле генә елпелдәп торған ниндәйҙер тере нәмә үлде, майшәмдәй булып былҡылдап янған кескәй ут һүнде. Сыйырсыҡ ояһы менән бергә бала аңындағы ғаилә ҡәлғәһе емерелде, оя эсендә һытылған йомортҡалар йәки иҙелгән себештәр кеүек ололарға булған ышанысы донъяға күҙҙәрен асмаған да килеш йән бирҙе.
Ауырыуға һабышҡандай булды ул, ашауы насарайҙы, йоҡоһо боҙолдо. Әленән-әле төштәрендә ҡурҡыныс мәхшәрҙәр араһында иҫерек атаһы сыйырсыҡ ояһын ҡолатам, тип болғатты. Ипләберәк ҡараһа, был сыйырсыҡ ояһы түгел, ә уларҙың өйө. Эстә ҡустыһы, һеңлеһе, әсәһе ҡурҡышып сарылдаша. Сөмбөл бар хәленсә ҡолғаға йәбешә лә ҡысҡыра: «Атай! Атай! Ҡолатма өйҙө! Ҡолатма!»
…Яҙҙың тулыһынса үҙ көсөнә инеп, тәбиғәт шаулап сәскә атҡан, кистәрен баштарҙы әйләндерер муйыл, сирень еҫтәре аңҡыған бер көнөндә был ғаиләгә ҡайғының да ҡайғыһы килде. Әсәләре мәктәбенән ҡайтып, ял итергә тип кенә ятып торған еренән тора алманы ла ҡуйҙы. Ҡан баҫымы самаһыҙ күтәрелгән ҡатынға ауыл фельдшерының ғына ярҙамы ярҙам була алманы. Фельдшер улай-былай иткән булып, тәҙрәнән-тәҙрәгә йүгергеләп «Тиҙ ярҙам»ды ҡарағылағансы, әсә кеше, ҡобаралары осоп тексәйешеп ултырған өс балаһын етем итеп, тын ғына китте лә барҙы.
Аталары тәгәрәп ятып иланы. Балалар, нисек кенә ҡайғырмаһын, әле хәлдәренең айышына ныҡлап төшөнөп етә алманылармы, әллә шаңҡыуҙанмы әүрәтеүгә, тынысландырыуға барҙы. Ә ир кеше ҡулындағы бәхеттең ҡәҙерен белмәүен, хәҙер инде кире ҡайтара алмаҫын, йәненә яҡыны башҡа ерҙә түгел, ә тап ошонда, ошо өйҙә булғанын бик һуңлап аңлап, яралы йыртҡыс ише ҡыланды. Аҙаҡ, ҡатынын ҡуйғас, «ҡайғыһын уртаҡлашырға» килеүселәр менән шешә артында берсә буҙлап, берсә йырлап ултыра торғас, иҫереп йығылды. Етемдәрҙе өләсәләре үҙ ауылына алып ҡайтып китте.
Балалар балалар инде, әҙәм күтәрмәҫ ҡайғыны ла улар ололарға ҡарағанда еңелерәк күтәрә, күп нәмәгә шәберәк өйрәнә лә, тиҙерәк онота ла, тиҙәр бит. Шулайҙыр. Аллаһы Тәғәлә уларҙы ваҡытлыса булһа ла был гонаһлы донъя михнәттәренән азатыраҡ итергә тырышып та сабый аңы, аҡлылы менән яраталыр, бәлки. Йылы ҡараш, яҡшы тәрбиә Сөмбөл менән туғандарының йәнен дауалаһа, ҡояшлы йәйҙең йәмле көндәре, һыу инеүҙәр, балыҡ тотоу, еләккә йөрөү, яңы дуҫтар, татыу ғаиләнең көнкүрешендә ҡайнашыу уларҙың ҡайғыларын баҫты, йәндәрен дауаланы. Кистәрен йоҡларға ятҡанда йәки Рәйлә еңгәләренең бәләкәстәре әсәләренә иркәләнгәндә Сөмбөлгә ҡыйын булып китә китеүен. Әммә бындағы ололар һаҡ: еңгәһе үҙ балалары менән бергә Сулпанды ла ҡосағына ала, һөйә, иркәләй, Ришатты ағаһы артынан ҡалдырмай, ә Сөмбөлдө өләсәһе бәпләп, ҡурсалап ҡына тора.
Көҙгә, уҡыуҙар башланғас, Сөмбөл менән Ришат был ауылдың башланғыс синыфтарҙы тамамлаған башҡа балалары кеүек үк, алыҫ булмаған ҡала интернат-мәктәбенә уҡырға урынлаштырылды, биш йәшлек Сулпан ағаһының бер-бер артлы донъяға килгән өс малайына «апай» булып, үҙ балаға әүерелде. Көҙ артынан ҡыш килде, ҡышты ярһыу яҙ, яҙҙы тағы ла йәй алмаштырҙы, миҙгел артынан миҙгел, йыл артынан йыл үтеп тормош дауам итте.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: