+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ Хикәйә Өсөнсө өлөшө

…Яңы урынға күсенеү үҙе бер ҡайнаш булды. Дөйөм ятаҡтың кескәй генә бүлмәһендә ул хәтле нәмә ҡайҙа һыйып бөткәндер, еңел машина менән йәшниктәрҙе, төйөнсөктәрҙе ике көн ташынылар ҙа ҡуйҙылар. Унан уларын урынлаштырыу мәшәҡәте тағы ла бер көн һәм төндө биләне. Ярай әле ял алғандар.

-1- -2- -3-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
СЫЙЫРСЫҠ ОЯҺЫ
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
…Яңы урынға күсенеү үҙе бер ҡайнаш булды. Дөйөм ятаҡтың кескәй генә бүлмәһендә ул хәтле нәмә ҡайҙа һыйып бөткәндер, еңел машина менән йәшниктәрҙе, төйөнсөктәрҙе ике көн ташынылар ҙа ҡуйҙылар. Унан уларын урынлаштырыу мәшәҡәте тағы ла бер көн һәм төндө биләне. Ярай әле ял алғандар.
Сөмбөл ире Айрат, дүрт, биш йәшлек малайҙары Самат һәм Салауат менән бөгөн тәүге тапҡыр яңы өйҙәрендә сәй эсеп, урамдарына сыҡты. Хужаларса ирәйешеп донъяларын барлап йөрөнөләр. Өйҙәре эстән генә түгел, тыштан да ҡупшы шул. Ҙур булмаһа ла, тәҙрәләре күңелле көлөп, мөрйәһендә төтөнө бейеп тора. Иң мөһиме үҙҙәренеке, ихатаһы ла иркен, баҡсаһы, ҡоҙоғо бар. Ҙур йортто, Аллаһ бирһә, киләсәктә һалып керерҙәр.
Ире йышҡы–бысҡыһын алып ҡоймаларҙың бушап, ҡыйшайып торған ерҙәрен йүнәтмәксе ине, уның эшләгәненә ҡарап уйланып торған ҡатындың башына сәйер генә уй килде лә, балаларса ғына итеп әйтте лә һалды:
– Әйҙә, сыйырсыҡ ояһы яһайыҡ.
Айрат аптырай төшөп ҡатынына күҙ һирпте:
– Ә нимәгә ул, бала саҡта аҙ яһаныҡмы беҙ ояны.
– Әллә… Миңә ниңәлер ҡоймаһында сыйырсыҡ ояһы булған, сыйырсыҡтары һайрашҡан йортта бәхетле кешеләр йәшәйҙер һымаҡ.
Ир көлөмһөрәп, елкәһен ҡашый бирһә лә, ҡатынының моңһоуланып киткән ҡараштары менән осрашҡас, еңел генә ризалашты ла ҡуйҙы:
– Яһаһаҡ яһай ҙа ҡуябыҙ, моңмо ни ул миңә, кәләшем һорағас.
Сөмбөл теремекләнеп китте, алһыу ирендәре йырылып, ап-аҡ ынйы тештәрендә байыуға ыңғайлаған яҙғы ҡояш нурҙары сағылды.
– Икәү! – Иренең ҡаштары юғары сөйөлөүгә аңлатма бирергә ашыҡты, - Малайҙарҙың икәүһенә лә булһын, талашмаһындар.
– Икәү тек икәү, «бәхетле йорт, бәхетле кешеләр» тейһең түгелме әле, әйҙә һайрашһындар.
Ояларҙы малайҙарҙы бысҡы, йышҡы аҫтына тығылыуҙан тыя-тыя, ҡулдарынан әле балтаны, әле сүкеште тартып ала-ала, «ярҙам итеү»ҙәрен ҡабул итә-итә яһап бөтөп, ҡолғаларға беркеткәндә, ҡараңғы ҡуйырғайны инде. Һуңғы эштәрен урамға свет һуҙып тамамланылар. Йәштәр үтә лә ҡәнәғәт, үҙҙәренән бигерәк балалары шат булды. Бәләкәстәре:
– Ул-ла-а! Ул-ла! Беҙҙә фыйылфыҡ ояһы ба-ал! – тип һөйрәнләп һикрәнләһә, олоһо:
– Ҡасан килә, әсәй, сыйырсыҡ, ҡасан килә? Икәүһенә лә киләме, атай? Нисәү килә? – тип теңкәләрен ҡоротто.
… Бер көн иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ғаилә эшкә ашыға ине. Ире машинаһын ҡабыҙып йылыта торғансы, Сөмбөл малайҙарын кейендереп сығарҙы ла, ишек йоҙаҡтарын бикләү менән булашты. Шул ваҡыт машина шауы, уландары тауышы араһынан ҡолағына «Фью-у-ут фр-р-р, фю-фю-фю фр-р-р!» тигән нескә генә тауыштар салынды. Башын күтәрһә – кескәй умарталар өҫтөндә сыйырсыҡтар һайраша икән. Ҡайһы арала килеп, оялап өлгөргәндәр тиһең. Урғылып килеп баҫҡан хистәренән йәш ҡатындың күңеле нескәрҙе, ирекһеҙҙән күҙ алдынан бер-бер артлы йәшләй генә ер ҡуйынына инеп ятҡан әсәһе, эскелек һаҙлығы төшөп батҡан атаһы, Чечняға китеп юғалған ҡустыһы, иң яҡын кешеһен «ҡунаҡҡа килеүсе апай» тип кенә белеп үҫкән һеңлеһе үтте һәм Сөмбөл, тулҡынланыуҙан тауышы үҙгәреп, машинаның артҡы ултырғысында уртанан ҡарап барыу өсөн урынға талашып «тыш та быш» көрмәкләшеп ятҡан малайҙарына өндәште:
– Ана, нимә ти һеҙгә сыйырсыҡтар, талашмай, һуғышмай дуҫ йәшәгеҙ, шунһыҙ бәхет юҡ, тиҙәр.
Малайҙар шым булышып, ҡолаҡтарын һағайтып сыйырсыҡ моңон ишетергә тырышты. Йәнәш креслоға инеп ултырған ҡатынының йөҙөнә күҙ һалғас, ире көлмәйсә булдыра алманы:
– Килгән бит сыйырсыҡтарың, иң бәхетле йорт – беҙ улай булғас, кәләш!
Урамында сыйырсыҡ оялары булған, ул ояларҙа ҡоштары һайрашҡан зәңгәр күҙле бәләкәй генә бәхетле йорт бәхетле хужаларын кискә тиклем оҙатып ҡалды.
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: