Ингәндән алып ағас һике ситенә терәлеп кенә ойоп, хатта онотолоп ултырғандай булған ҡаҡса оҙон әҙәм, ҡапыл төртөп уятҡандай йылдам тороп, туҡтауһыҙ шөптөрләп ағып торған кран һыуы аҫтында бит-ҡулын йыуа башланы. Камералағы ике ҡатлы тапчандарҙа ятҡан йәки кемеһе гәпләшеп, кемдәрелер кәрт һуғып маташҡан ир-ат ирекһеҙҙән уға иғтибарын йүнәлтте. Ә теге гүйә үҙен ҡыҙыҡһынып, екһенеп күҙәткән ҡараштарҙы тойманы ла. Бына ул бит-ҡулын, елкәһен, ҡолаҡтарын сайҙы ла, ҡайһы берәүҙәрҙең пырхылдап көлөүе һәм йәшерәктәрҙең: «Ну и ну!» –тип, мыҫҡыллы баш сайҡауҙары аҫтында, саңлы ботинкалары менән нәскейҙәрен сисеп, аяҡтарын һыулы ҡулъяулығы менән һөрттө. Унан шул ялан аяҡ килеш, ишек яғындағы буш мөйөшкә барып, өҫтөндәге свитерын һалып иҙәнгә түшәгәс, ике ҡулын ҡушарлап күкрәге тәңгәленә ҡаушырып, кейеме өҫтөнә менеп баҫты. Тик шул ваҡыт ҡына уның ни эшләргә йыйынғанын аңлап алған камералаштарының берәүҙәре ҡәнәғәт булып баш ҡаҡты, берәүҙәре бик мәғәнәле ҡарашып алды, берәүҙәре иһә: «Тьфү!» –тип, ситкә ҡарап төкөргән булды. Ҡаҡса әҙәм башта баҫып торған килеш, унан тубыҡланып, берсә башын түшәмгәсә эйгән, берсә ултырған килеш, еңелсә генә сайҡала-сайҡала, уҡыны ла уҡыны. Күптәр уның был шөғөлөн күрмәмешкә һалышһа ла, быға тиклем геү килеп торған камера эсе күпкә шымып, тынып ҡалды. Нисек кенә ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, бөйөк булып маташһалар ҙа, һәр йәндең үҙебеҙҙе бар итеүсе алдындағы йәшерә алмаҫ ҡурҡыуы, тәүбәгә килеүе йәки хөрмәте ине был. Һәм был тойғоноң ысынлап барлығы, «ҡаҡса» намаҙын тамамлап, ҡуш услап ябыҡ ҡуңыр битен һыпырғанда, бер нисә кешенең, ашыҡ-бошоҡ булһа ла, шулай уҡ яңаҡ тирәләрен һыйпап ебәреүҙәрендә лә сағылып ҡалды.
«Ҡаҡса»ның эшен тамамлауын көтөп кенә торғандай, ул иҙәндән свитерын алып еңелсә ҡағып кейеүгә, салтыр-солтор йоҙаҡтар асылды ла, майланмаған ауыр тимер ишек йәмһеҙ сыйылдап китте. Бит-ҡулдары ҡанға буялып, өҫ-баштары тәпәрләнеп бөткән әзмәүерҙәй ике егетте: «Вперед! Живо!» – тип екереп, төртөп тигәндәй эскә индергән тәртип һаҡсыһы, ҡараштары менән «ҡаҡса»ны эҙләп тапҡас, тауышын баҫа төшөп: «Касымов, на выход», – тип өндәште.
Коридорға сыҡҡас та, һаҡсы оҙатып алып барыусыларына әйтә торған: «Ҡулдарыңды артҡа ҡуй!», «Туҡта!», «Атла!» – тигән бойороҡтарын биреү урынға, киреһенсә, тағы ла йыуашая төшөп: «Следователгә бараһың, ағай, әйҙә, икенсе ҡатҡа», – тип күҙҙәрен йәшерҙе. Шундай уҡ йәш тәфтишсе егет, тотҡон инеп өҫтәленә яҡын килгәс тә, урынынан ҡалҡынып, ҡағыҙҙары аша ике ҡулын һуҙып күрешеп, ҡаршыһындағы ултырғысҡа иҙәне. Унан һүҙҙе ниҙән башларға белмәгәндәй, ҙур йоҙроғо менән эйәген тызыны ла:
– Йә, Ҡәҙим ағай, ни әйтерһең, тағын килдең бит беҙгә, – тип ҡуйҙы.
Ҡәҙим тигәне йылмайғандай итте:
Тәфтишсе уның борсолоу тойолмағандай булған йөҙөнә текәлә биреп, бер аҙ пауза яһаны.
– Алдыҡ шул. Алмай булмай. Ниңә икәнлеген беләһеңме?
– Әлегә юҡ. Сәбәбен мин бит, ғәҙәттә, бында килгәс кенә беләм.
Тотҡондоң һәр ваҡыт шулай тыныс һәм ниндәй хәлдә лә шаярыу ҡатышыраҡ һөйләшкәнен белгәнлектән, тәфтишсе асыуланманы:
–Был юлы – серьезно. Һине вахабизмда – дин өсөн шәһит китеүгә өндәүҙә ғәйепләгән хат бар. Ниндәй көндәрҙә ҡайһы ауыл мәсеттәрендә сығыш яһағаныңды, ҡасан кемдәрҙә булғаныңды ла билдәле генә итеп әйткәндәр.
–Минең ҡасан, ҡайҙа булғаным теләгән кешенең барыһына ла билдәле, бер ергә лә йәшенеп йөрөмәйем.
– Шулай ҙа нимә хаҡында һөйләйһең әле мәсеттәрҙә?
–Дин хаҡында, мосолман тормошо тәртиптәре тураһында. Ҡөрьән уҡыйым, аяттарҙы аңлатам, һорауҙарға яуап бирәм. Шул инде…
Тәфтишсе ни эшләргә белмәй, ултырғысын дыһырлатып тороп уҡ китеп улай-былай йөрөп алды ла, килеп, өҫтәл ситенә терәлде:
–Һин шулай тиһең дә ул, Ҡәҙим ағай, был ялыу буйынса ентекле тикшереү үткәрергә кәрәк буласаҡ. Это очень серьезно. Был хат арҡаһында беҙҙең бөтәбеҙҙе лә баш түбән ҡуясаҡтар. Хәҙер бит дин тотҡан һәр кемдән вахабист яһарға ғына торалар. Әле генә «дин юғала» тип ҡысҡыра инеләр, бөгөн уже дин күп. Аптырарһың был Мәскәүгә, уға ни оҡшайҙыр…
–Мәскәүгә уға, ҡустым, беҙҙең эсеп-тартып, наркоман булып ҡырылып бөтөү йәки хәйерсе булып баш эйеп йәшәү оҡшай. Мосолман булып, таҙа ҡанлы, һау-сәләмәт балалар үҫтереп, үҙ-үҙен хөрмәт иттерерҙәй рухлы халыҡ ниңә кәрәк уларға?..
Тәфтишсе, был ҡыйыу һүҙҙәрҙән әллә ҡапыл ҡурҡып, әллә тулҡынланып, ғәҙәте буйынса, кеҫәһенән сигаретын тартып сығарғайны ла, ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, тотҡонона «йәлп» итеп бер ҡарап алғас, тәмәке ҡабын тәҙрә төбөнә ырғытты:
–Үҙең нисек уйлайһың? Кем яҙырға мөмкин?
– Әлләләмә әле, Ҡәҙим ағай, шуткы түгел бит – уйлашайыҡ. Былай итһә, ул ялыусы һинең генә түгел, беҙҙең дә баштарҙы ашаясаҡ. Бында – урында осона сыға алмаһаҡ, өҫтән тикшереү ебәрәсәктәр һәм ул ваҡытта, кем белә, алып барырҙар ҙа тығырҙар үҙеңде төрмәгә!
– Алланың ҡушҡаны булыр, Иршат ҡусты, уның ҡөҙрәттәренән үтеп, берәүбеҙ ҙә бер ни эшләй алмай.
–Улай булғас, нишләп һине башкөллө табынған Аллаң яҡламай, ураған һайын ошонда эләгәһең! – Иршат ҡыҙып китеп, тағы тәмәкеһен эләктереп алды ла, сәнскеле һүҙҙәренә бер ни тип яуап ҡайтармаған тотҡоно ҡаршыһына «Ни эшләргә инде һинең менән?» тигән ҡиәфәттә кире килеп ултырҙы. Берсә елкәһен тырнаны, берсә шырт сәстәрен тәртипһеҙ туҙҙырып ыуаланы.
– Ҡарале, Ҡәҙим ағай, мин бында һинең ҡатыныңды ла исключать итмәйем. Уның быға тиклем нимәләр сығарғанын беләбеҙ бит инде. Һин үҙең дә яҡшы аңлайһың, тигәндәй, минең беренсе подозреваемый – ул.
Ҡасим өндәшмәне, бары сикәләрендәге мускулдары тартышып, муйын тамыры бүртеп-бүртеп ҡуйҙы. Бынан ары тәфтишсенең ҡыҙып-ҡыҙып һөйләгәндәренә лә, өндәгәндәренә лә, өгөтләүҙәренә лә, хатта: «Ҡуй шул дин тип йөрөүеңде, Ҡәҙим ағай, намаҙыңды өйөңдә генә уҡып тик ултыр»,– тип инәлгәндәй иткәненә лә, «Башың төрмәлә серейәсәк!», – тип ҡурҡытыуына ла, «Ҡас шул албаҫты бисәңдән! Ташла!» –тип аҡыл өйрәтеүҙәренә лә бер ауыҙ яуап ҡайтармай, ҡаштарын төйөп, тәҙрәгә текәлеп тик ултырҙы. Ниһайәт, сәғәттән ашыу туҡтауһыҙ һөйләп, үҙе һөйләгәндән үҙенең башы шаулаған Иршат Илдусович Ҡәҙимдең ҡулына, тикшереү эштәре барышында райондан сығып йөрөмәҫкә тигән ҡағыҙ тоттороп: «Ҡара уны, ағай, тауыш-тынһыҙ, шым ғына йөрөп тор», – тип киҫәтеп сығарып ебәрҙе.
Район үҙәген йәйәүләп бик оҙаҡ сыҡты ул. Ҙур ауылға әйләнгән хәҙер үҙәк, хатта бәләкәйерәк ҡала тигәндә лә була. Ҡатлы-ҡатлы йорттар ҙа, мөһабәт биналар ҙа өҫтө-өҫтөнә үҫеп сығып ҡына тора. Тик һаманға тиклем әҙәм рәтле мәсет кенә төҙөп ҡуя алмайҙар.
Ҡасим юл сатына килеп еткәс, башта ситтәге ағаслыҡ араһына инеп, ерҙән тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡып алды ла, сығып, машина көтә башланы. Автобусҡа түләрлек аҡсаһы юҡ, ҡырҙа ағас әрсеп йөрөгән еренән ҡулға алынғас, балтаһын сей ҡарағай олонона батыра сабып, аптырашып ҡалған ике ҡустыһына баш ҡағып ҡына ултырҙы ла китте шул. Әле икенсе ауылға юлланыуы уның. Икенсе ҡатынына. Ҡанһыраған бүре яраларын ялап ятыуға тыныс урын эҙләгәндәй, уның да әрнегән йәнен дауаларҙай, һулҡыған йөрәген баҫырҙай, хәлен, торошон аңларҙай яҡын йән булған тарафҡа тартылыуы.
Ярты юлды ул-был машинаға эләгеп, яртыһын тәпәйләгән ир, йәйге оҙон көн һуҙылып үтеп, инде тамам ҡараңғы ҡуйыра башлағас ҡына, таныш өйҙөң ишеген ҡаҡты. Ҡаҡты тип, ҡағып та өлгөрмәне инде, тотҡаға тотоноп, биклелеген белеү өсөн тартҡылап ҡарауға уҡ эстән өй ишеге асылып та китте:
Ул арала ашығып солан келәһе ысҡындырылды ла, ҡатын ҡараңғыла эскә атлаған ирҙең ҡулбаштарын, беләктәрен ҡапшаны, йомшаҡ устары менән төк баҫҡан яңаҡтарынан, саңлы сәстәренән үтте:
–Аллаға шөкөр… тыным менән тартып алырҙай булып ултыра инем.
Түрбаш яҡтың ғына утын яғып, ҡатын башта ирҙең өҫ кейемдәрен һалдырып, ҡомғандан йылы һыу ҡойоп, тас өҫтөндә билдән үр сайындырып алды. Унан, ҡашығаяҡ араһында шым йөрөргә тырышып, табаһында нимәләрҙер сыжлатты ла, әйҙәләп, өҫтәл артына саҡырҙы. Көнө буйы ашамай-эсмәй йөрөүҙән һәм юл аҙабынан йонсоп, ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәре убылып эскә өңөрәйеп киткән Ҡәҙим, ашыҡмай, әммә ихлас итеп туйынып алды. Уның көнгә янған ҡуңыр битенән күҙен алмай ҡарап ултырған Әминә, ҡапыл мыршылдап, усына маңлайын терәне.
–Йә? Нимә булды? – Ҡәҙим ҡалағын һалып, өҫтәл аша үрелеп, ҡатынының йомшаҡ беләген тотто.
– Булманы… Һине йәлләйем.
Ир күңелһеҙ генә көлгән булды:
– Һе-һе… ҡатындар йәлләп, илап ултырырлыҡ булып киттеме икән?
– Шул бисәңдең генә эше инде! Башҡа кем ундай хат яҙып ултырһын? Күрәләтә ғәйепһеҙ кешегә.
Ир тағы ла асыуһыҙ, әммә өҙә әйтте:
– Йә, ярай. Кем икәнен уның, беҙҙән башҡа ла, ана, следователь үҙе тикшереп ултыра – белерҙәр.
Осрашыу шатлығы бер аҙ һүрелеп ҡалғандай булһа ла, иртәнсәк кенә бушаған туп кеүек бөршәйеп ҡалған күңеле бында ингәндән алып яйлап тула, күтәрелә барғанын тойған ир, ҙур яҡҡа сығып, сәңгелдәктә ятҡан улын бишек төбө аша тупылдатып һөйҙө, мыйығы менән сәнсеп уятыуҙан ҡурҡып, сабыйҙың йомрандыҡылай тумһайған итләс сикәләренә танауын терәп еҫкәне. Унан төпкө бүлмәгә үтеп, ҡатынының бер-бер арты үҫеп килгән ҡыҙҙарының яҫтыҡ өҫтәрендә ялбырашып туҙышып ятҡан сәстәренән һыйпаны, юрғандарын ипләп япты.
Тәһәрәтләнеп, үҙе алға, ҡатыны артҡараҡ урын йәйеп, намаҙға ултырҙылар. Ожмах минуттары ошо Ҡәҙимдең. Әминәһе менән намаҙ ҡылғанда бар булмышы тынысланып, йөрәге еңеләйә лә ҡуя. Хатта ҡайҙа, нигә икәнлеген дә онотоп, онотолоп, биргәндәренә шөкөр итеп, булғанына рәхмәт әйтеп, табынғанына дан йырлай.
Аҙаҡ… ҡатынының һөт еҫе килгән тулы күкрәктәренә башын терәп, уның ҡолағына шыбырлаған наҙлы һүҙҙәрен тыңлап иҙерәү ҙә ошо намаҙҙың дауамы кеүек…
Дүртенсе көн тигәндә ҡайтырға булды Ҡәҙим. Өс көн рәттән парлашып картуф күмделәр, туҡтауһыҙ һөйләштеләр, серләштеләр, шаярҙылар-көлдөләр. Ҡулдан-ҡулға күсереп йөрөтөп тумалаҡ тос улдарын һөйҙөләр, һәр һөнәренән ҡыҙыҡ таптылар, яңы шөғөлдәр өйрәттеләр.
Ҡәҙим донъя көтөүҙә тәрбиәле, тилбер, таҙа ҡатынының һәр хәрәкәтенән, һәр эшенән ҡәнәғәтлек тойҙо, гөл баҡсаһындай өй эсендә, бөтә нәмәһе тәртиптә булған баҡса, ихата тирәһендә ләззәтләнеп йөрөп ир ҡулы көткәндәйҙе башҡарҙы. Аш-һыуҙа айырыуса иғтибарлы булып, төрлөләп өҫтө-өҫтөнә бешергән ризығын ашап туя алманы. Хатта бында булған өс-дүрт көндә, ҡайһы ваҡыт аҙналап та ятҡанында, күҙгә күренеп эсе, яңаҡтары сығып китә үҙенең дә. Ә иң мөһиме – башы юғары күтерелеп, яурындары турайып, тонйорап ҡараған күҙ алмаларындағы һүнеп бөткән шаян осҡондар ҡабаттан тоҡана.