… Ихатаһына килеп ингәйне, таптыҡ аҫтында нимәлер юнып маташҡан улы, ҡулындағы бысағы менән ағас киҫәген ситкә ташлап, атаһына ҡаршы йүгерҙе:
– Ата-ай! Атай! Һине нимешләттеләр?!
Ҡәҙим буйсан булып яурынына етеп килгән улын тынысландырып, ҡатҡыл усы менән елкәһенән һөйөп ҡаҡты:
–Бер нәмә лә эшләтмәнеләр, улым. Шул көндө үк ебәрҙеләр.
Малай тауышын баҫа төштө:
–Әсәйем һине туҡмайҙар, унан төрмәгә ултырталар, тине.
–Юҡты һөйләй әсәйең, уйлама ул турала – онот. Үҙегеҙ нисек торҙоғоҙ?
– Нормально. Атай… һине әсәй индермәйем, ти.
Атаһы бер генә көрһөндө лә, ләм-мим өндәшмәй, өйгә ыңғайланы. Малай күңелһеҙ хәлгә шаһит булырға теләмәйенсә, йәһәт кенә күрше урамға– өләсәйҙәренә шылды.
Ҡәҙим ишекте асып, тупһа аша атлағайны ғына, ишек яңағына нимәлер «шап» иттереп килеп тейҙе лә, Рәйләнең әсе тауышы ҡолаҡтарҙы ярҙы:
–Нимә?! Ҡайттыңмы, уйнаш! Кем көтә һине бында?! Бар сығып кит! Бар!
Ҡәҙим өндәшмәй генә үҙенә ҡарай осҡан китаптарҙы иҙәндән йыя-йыя, дәрес әҙерләп маташҡан бәләкәй ҡыҙы янына килде. Берҙән ҡурҡып, икенсенән, алдындағы дәреслектәрен әсәһе алып бәреп бөткәндән аптырап, башҡынаһын дәфтәренә терәгәндәй эйеп, бөршәйеп ултырған балаһын ҡармап ҡосаҡлап күтәреп алды ла төпкө бүлмәгә инеп китте. Унда Мәликәһен алдына ултыртып, һығып-һығып ҡосаҡланы, туҙған сәстәренән, йәшле күҙҙәренән үпте: «Бәләкәсем минең, бөрсәм, ялбыр башым, алтыным…», –тип иркәләне.
Ғәҙәтенсә, ирен ситтәре күперекләнгәнсе ярһыған Рәйлә, әле бер, әле икенсе нәмәне атып бәреп, уны-быны вата-емерә һуғып, сәсәгәнсе, ҡарлыҡҡансы ҡысҡырҙы, ҡарғаны, үҙе аңлаған һәм аңламағанса, ҡатлы-ҡатлы итеп, ике телләп тороп һүгенде.
Тәүге бәрелеш тулҡыны үткәндәй булғас, ир, ҡыҙын етәкләп, урамына сыҡты. Бесәнгә төшөүгә яйламаҡсы булып, тиреп һалған сапҡыс ҡоролмаһын йыйып ултыртып, балалар менән көн дә ҡаршы алынмағанлыҡтан көтөүҙән һуңға ҡалып йөрөүгә ғәҙәтләнгән һыйырҙарҙы эҙләп алып ҡайттылар. Быҙауҙары бер, инәләре икенсе башта баҡырышып тороп та, ҡатыны сығып һаумағас, Ҡәҙим оло һыйырҙың бер имсәген генә сәйлек тартҡыланы ла быҙауҙарын ҡушты. Былай ҙа ураған һайын ҡушылып, ғарҡ булғансы имеп, яман өйрәнгән быҙауҙар үҙ эштәрен белә -– тояҡтарын айыра баҫып тороп, ярыла яҙып тулышҡан елендәрҙе морондары менән бер-ике төртөүҙә эйҙереп алып, шайыҡтарын ағыҙа-ағыҙа шапылдарға ла керештеләр. Был күренеште лә, унһыҙ өйгә инергә ҡыймай йөрөгән балаларын да эсе бошоп күҙәтеп торҙо Ҡәҙим. Ул арала урамға «ға-ға-ға»лап ҡаҙҙар ҡайтып инде. Ете бөртөк кенә. Йүнле ашатмауҙан үҫә алмайынса, күкрәктәре алға сығып, шыҡһыҙ булып шыҡырайып ҡалғандар. Ҡасан ғына әле ҡатыны: «Ҡарайым да ҡарайым», – тип, әллә нисә меңгә ике тиҫтә итеп алдыртҡайны. Ҡарай буламы инде?.. Ҡайһыһын ҡарға алып, ҡайһыһы томанлы һалҡын төндәрҙә урамда ҡалып өшөп, ауырып ҡырылып бөткән. «Әй, уныһы… бер быйылғы хәлме…»
Ҡаҙы ҡаҙ, балалары ла шул ҡаҙҙарҙан кәм ас түгелдер. Рәйләнең бит иң яман ғәҙәте – ашарға бешермәү. Өйҙә ултырһа ла, көн оҙоно ваҡыты булмай, әле бер күршегә, әле икенсеһенә инеп хәбәр һата, сәй эсә, магазинға барып ҡайтҡан юлында ла ике-өс кешелә туҡтала. Үҙенең тамағы туҡ булһа, балаларына печенье-фәлән генә ала ла бирә. Тегеләре шуны тумыра ла һыу эсә.
Өйгә ингәйнеләр, һаман әрләүҙән туҡтай алмаған ҡатынының тауышы тағы ла күтәрелә төштө. Атаһына картуф әрсешеп йөрөгән Кәрим сыҙамай китте:
– Әсәй, етәр! Башты ауырытып бөттөң!
Үҙ-үҙе менән ирешеп, арый башлаған әсәһе ҡыуанып китте хатта:
– Ә-ә! Әсәң башыңды ауырттырамы?! Ана, атаңдың уйнашына барып йәшәгеҙ! Ул башығыҙҙы ауырттырмаҫ! Нимә?! Атаң өйрәтәме?! – Хәбәрҙең балаға ярағанын да, ярамағанын да һипте генә ҡатын.
Улы менән ҡыҙын ашатып, тегеләре иҫәнәшеп таралышҡас, аш бүлмәһендә аҙ булһа ла тәртип яһап алырға булды ир. Иртәнсәк сәйгә тороуға күңелһеҙ булмаһын.
Әҙәм ҡарағыһыҙ булып ҡарайған мейескә текәлә биреп торһа ла, ҡул һелтәне лә, түгеп-сәсеп бешеренеүҙән шаҡталанып киткән плитәне таҙартырға кереште. Өҫтөндә өс-дүрт көн элекке бысраҡ ҡатҡан булһа ла, көслө ҡулдар сыйып-юнып тигәндәй, ҡасандыр аҡ төҫтә булғанды ялтыратып ҡуйҙы. Сират табаҡ-табаҡ итеп өйөп ултыртҡан һауыт-һабаға етте. Оло биҙрә менән һыу йылытып алып, ҡулдарын бешерә-бешерә йүкә йыуғыслап тороп ышҡыны ир. Күңеле лә күтәрелгәндәй булды. Үҙе эсенән: «Нимәһе оҡшамай икән был эштең Рәйләгә, бына бит, таҙарған һайын рәхәт…» – тип уйланы. Ҡатыны иһә аш бүлмәһендә һауыт-һаба шалтырай башлағас, диванға арҡыры төшөп телевизор ҡарап ятҡан еренән тороп, ишектән башын тығып ҡараны ла:
– Уй, бахыр, теге бисәң өйрәтеп ҡайтарҙымы пасуда йыуырға, - тип киткән булды.
Һауыт-һабаның осона сыҡҡас, иҙән буйлап теҙелгән ашлыһыу, айыртылмай, эшкәртелмәй әсеп-күпсеп ултырған һөт, ҡатыҡ биҙрәләрен сығарып малға ҡойоп, уны-быны рәтләгәндә, әллә нисә урында бушаған һыра шешәләренә юлығып аптырап торҙо Ҡәҙим. Юҡ, был тәңгәлдә өндәшмәй ҡала алмай ул. Асыуы алҡымынан алһа ла, үҙ-үҙен ҡулда тоторға тырышып, ҡатынын саҡырҙы:
Тегеһе – ләм-мим. Ишетһә лә, ишетмәмешкә һалышты.
–Хәҙер – йүгереп китәм. Кәрәк булғас, үҙең кил.
Ҡәҙим ике шешәне тотоп ҡатынының алдына килеп баҫты:
–Анда һинең ней эшең бар? Нимә икәнен белгең килгәс, өйҙә тор!
– Һин башҡаса эсмәйем, тинең. Эсмәҫкә тип, ант иттең! Һин балалар алдында - өйҙә эсеп ултыраңмы?!
– Һинән һорамайым мин! Һин – уйнаш! Һин - …
Яр һалырға ниәтләп тороп баҫҡан ҡатындың ҡапыл тауышы өҙөлдө, сөнки гөлт итеп ҡабынған иренең ҡыпһыуыр кеүек һыңар усы уның һимереүҙән ҡыҫҡа ғына булып ҡалған яланғас үңәсенән эләктереп алғайны. Рәйлә тулы кәүҙәһе менән йәнтәслим тулап, төйөрөм йоҙроҡтарын эшкә ҡушыуға, Ҡәҙим уны һыңҡылдатып мейескә терәне лә, тегеһенең көсәнеүҙән йәмһеҙ салшайған йөҙөнә һәм атылып сыға яҙып аҡшайған күҙҙәренә асырғанып ҡарап тора биргәс, үҙен көскә мәжбүр итеп бармаҡтарын яҙҙырҙы. Хәле бөткән ҡатын иҙәнгә шыуып төштө һәм бер-ике тәрән итеп тын алғас:
– Милиция… милиция… ултыртам… ултыртам…. – тип телефонға ҡарай шылышты. Ҡапыл ғына асыуы ла, ярһыуы ла өрөп һүндергәндәй баҫылып, бары тик әсе үкенес солғанышында ғына тороп ҡалған ир, башы эйелгән, беләктәре һәлберәгән хәлдә, яй ғына сығып, тупһаға ултырҙы. Ултырҙы-ултырҙы ла, һарай башына менеп, үҙен бик йыш һыйындырған алама түшәгенә ауҙы.
Ҡәҙимдең ҡатыны икәү. Эйе-эйе – ҡатыны. Никахлы, хәләл ҡатындары. Ҡайһыныһы тәүгеһе тигәнде лә аныҡ ҡына әйтеүе ауырҙыр. Рәйләһенә башта өйләнгәйне ул. Бер тиҫтә йылдарҙан ашыу ғүмер итеп тә ташлағайны инде. Улай тиһәң, Әминәһен йәштән яратҡайны. Армиянан ҡайтҡан йылында уҡ күреп ғашиҡ булғайны. Араларында ысын мөхәббәт тә кеүек ине, һәр хәлдә Ҡәҙим үҙе уйһыҙ-һушһыҙ ине. Тик Әминә, аңлайышһыҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡапыл ғына бер ни аңлатмайса, үҙен һаман ҡоҙалап маташҡан уҡытыусы егеткә тормошҡа сыҡты ла китте. Башына һуғылғандай булып шаңҡып ҡалды егет, әммә нимәлер даулап, тауыш ҡуптарып йөрөмәне. Сәбәбен һуңынан ҡыҙҙың әхирәте еткерҙе. «Йәш кенә көйө, бабайҙар һымаҡ, дин тотоуы аптырата, кешенән оят», - тигән икән Әминә. Ә бит ҡыҙҙың үҙен дин юлынан ҡайырырға тырышыуын һиҙә ине бит ул, аңғара ине. Өйрәнер әле, күнер, тип уйлағайны. Тимәк, күнмәгән…
Армияла Ҡәҙим чечен егеттәре менән хеҙмәт итте. Дөрөҫөрәге, шул милләт уландары өҫтөнлөк итте ул эләккән частарҙа. Ана шулар частағы бар мосолман егеттәрен дә дингә баҫтырҙы. Кемдәрен көсләп, кемдәре үҙҙәре теләп баҫты намаҙға. Ҡәҙим иһә, тормоштоң, замананың күп төшөнсәләрен ҡабул итә алмаған ҡырыҫыраҡ, йомоғораҡ әҙәм, ошо юлда үҙ-үҙен асҡандай, үҙ асылын төшөнә барғандай тойҙо. Тора-бара тап хаҡ мосолман булып йәшәү өсөн тыуғанлығын аңланы.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, уның намаҙ уҡыуын ишетеп, бар ауыл бот сапты. Был ваҡытта, һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башында, ауылдарҙа диндең әҫәре лә юҡ ине әле. Йәштәр көлдө, ололар ышанманы. Атаһы, магазинға ҡыҙыл араҡы (ағы бик һирәк була) йәки һыра мискәләре килеүен көтөп кенә йөрөгән кеше, башта «Ҡыланалыр, ялҡһа, ташлар әле», - тип кенә ҡуйһа ла, аҙаҡ, ҡыҙмаса булып алғанында, намаҙҙа ултырған улын бер-ике түңкәрә һуғып та ҡараны, тик тегеһе ҡолап ятҡан килеш тә уҡыуын дауам иткәс, аптырап, ҡул һелтәне. Әсәһе иһә, ғүмер буйы иренең, хәҙер инде өлкән улының да, эскелеге менән арманһыҙ булып айҡашҡан ҡатын, заманында ялҡынлы коммунист булыуына ҡарамаҫтан, бик оҙаҡ уйланғандан һуң, мосолман улының яғын алды. Алды ғына түгел, балаһына иптәш, терәк булыу маҡсаты менән, үҙе лә ҡулына Ҡөръән тотоп, яулыҡ ябынды.
Мөхәббәттә бер ауыҙы бешкәс, Ҡәҙим ҡыҙ-ҡырҡынға күтәрелеп ҡарамаҫ булғайны. Эше лә урманда, йәйҙәрен ҡайтмай тиерлек, ҡыштарын ҡуна ятып йөрөнө. Янып-көйөп көлгә ҡалған йөрәген үҙе табынған Аллаһы ҡөҙрәттәре менән дауаланы, үҙ ҡанундары, тәртиптәре менән йәшәне, башҡаларҙы ирекһеҙләмәне, ҡамасауламаны.
Егерме алтыһы тулып уҙған йәй ине, шикелле, район һабантуйына барғайны. Барыуы ла шул, ары-бире көрәш-маҙар ҡарап йөрөнө лә, ҡайтып та китте. Бер-ике көндән һеңле тейеш бер ҡыҙ туҡтатты урамда. «Ҡәҙим ағай, – ти был муйыл күҙҙәрен уйнатып, – теге мәл һабантуйҙа Сәғиттән бер әхирәтемдең һиңә күҙе төшкән. – Унан китә биргәс, тағы ҡайырылып ҡараған булды, – Шәмбе көн беҙгә килә, клубҡа сыҡ».
Ҡәҙим аптырап торҙо ла ҡалды. «Кем» тип тә һорарға эшкинмәне, әммә онотманы, онота алманы ул был һөйләшеүҙе. Сәғит ауылы ҡыҙы хас та Әминә булып күҙ алдына килде лә баҫты, килде лә баҫты. Тиҙерәк уны күреү, танышыу теләге менән янды.
Бына, ниһайәт, көткән шәмбе лә килде. Ҡарындаш тейешле ҡыҙ менән ҡушарлап йөрөгән нәҙек оҙон ҡара һылыу ҡыҙҙы ҡырҙан ғына күҙәтте ул. Юҡ, был Әминә түгел. Шундай уҡ буй-һын, оҙон ҡара толомдар, тик ҡараштар, холоҡ ҡырҡа башҡа. Был ҡыҙ кем алдына булһа ла баҫып, ҡоралай кеүек ҡыйыу тыптырлап бейей, хатта саңҡыу тауыш менән таҡмаҡлап та ебәрә. Ул ғына түгел, иң артҡы рәттәргә һеңеп, шым ғына ҡарап ултырған Ҡәҙимде лә, бейергә саҡырып, тартҡылап китте әле. Күҙҙәре янып, сикәләре алһыуланып, ҡупшы ирендәре йырылып, ынйы тештәрен йылтырап ҡына тора. «Эйе, сибә-әр, һөймәҫлек түгел… Йөрәгең буш булһа…»
Беренсе көндө күңелендә ҡуҙғалған һағышлы хистәренә баш була алмайынса, ҡайтып киткәйне Ҡәҙим, шунлыҡтан ҡыҙҙарҙы икенсе көн генә оҙата китте.
– Һин мулламы? – тип тура һораны ҡыҙ егет менән аулаҡта ҡалғас.
–Юҡ, мулла түгел, бары мосолман ғына, - Ҡәҙимгә йәш ҡыҙҙың был һорауы ҡыҙыҡ булып тойолһа ла, һағайып ҡуйҙы. - Һине был борсоймо?
–Юҡ. Шулай ҙа ҡыҙыҡ бит, әбей-бабайҙар генә дин тоталыр, тиһәм әле.
– Күп илдәрҙә һинең кеүек йәш кенә ҡыҙҙар ҙа диндә.
– Уҡынып тик ултыралар микән? – ҡыҙҙың күҙҙәренән шаян нурҙар түгелә, үҙе бына-бына пырхылдап көлөп ебәрергә тора.
Егеттең дә ирекһеҙҙән ауыҙы йырыла:
– Нишләп? Улар беҙҙең кеүек эшләй, йәшәй… кейәүгә сыға.
– Ә мосолмандар… - ҡыҙ үҙ хәбәренән үҙе көлә, - нишләй микән… һи-һи-һи-һи… үбешә микән… һи-һи-һи…
Ҡаршыһында, ағас төпһәһенә баҫып, бөгөлә-һығыла шырҡылдап көлгән ҡыҙға ҡарата Ҡәҙимдең йөрәгендә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ, дәрт, наҙ уянды ла егет, урғылып килеп баҫҡан шул тойғолар шауҡымына бирелеп, нескә һынды, ҡапыл ынтылып, ҡармап ҡосаҡлап алды, һаман тыныслана алмай көлгән һылыуҙың сикәләренән, күҙҙәренән, ирендәренән үпте…
Осрашыуҙарына ике ай тигәндә туй яһанылар. Шау-шыулы, телсән, үткен Рәйлә менән аҙ һүҙле, тыныс, йомоҡ Ҡәҙим бер ғаилә булып йәшәй башланы. Йыш ҡына йәш кәләшенең туҡтауһыҙ хәбәр һөйләүенән, урынһыҙыраҡ шаярыуҙарынан ирҙең башы ҡаңғырып киткән һымаҡ булһа ла, ул ҡатынына өйрәнергә, уны үҙенең яртыһы итеп ҡабул итергә тырышты. Әммә кемдеңдер тырышыуынан ғына икенсе берәүҙең булмышы үҙгәрһә йәки йәшәйеш икенсе боролош алһа, донъяларҙа әллә нимәләр булып бөтөр ине, моғайын. Шуның кеүек Ҡәҙимдең дә кәләшен баштан үҙ яйына өйрәтергә тырышыуы бушҡа булды. Әле тәүге балалары ла донъяға килмәҫ борон улар араһында йыш ҡына низағтар сыға ине. Үҙе геүләп талашып йә булмаһа шаулап тауыш күтәреп өйрәнмәгән һәм ысынында йүнләп ирешә лә белмәгән ир, әлбиттә, ғауға сығарырға уйламай ҙа. Ул бары ҡатынына нимәнелер улай эшләргә ярамағанлығын әйтә һәм, күп осраҡта, тупаҫ һүҙҙән ауыҙы ябылып ҡала. Йә булмаһа, кәләшенең юҡтан ғына үсегеп, бәләкәс балалар ише яртышар көн түшәктә аунап ятыуына, ашамауына, улай ҙа булмаһа, туғандарына китеп, йоҡларға ҡайтмауына эстән һыҙып, үҙен ғәйепләп йөрөй. Шул ваҡыттарҙа Ҡәҙим үҙ-үҙенә башҡа бер ваҡытта ла ҡатынына бер ни ҙә өйрәтмәҫкә, уның эшенә ҡыҫылмаҫҡа һүҙ бирә лә, йөрөй-йөрөй, тағы берәй нәмә өндәшеп ҡуя. «Әллә ысынлап та ҡатыны әйтмешләй мыжыҡ, ваҡсыл микән үҙе лә?..» Тик нисек итеп барыһына ла күҙ йомоп өйрәнергә һуң? Бына, мәҫәлән, кәләшенең ашлы һыуҙы тупһанан сығарып һирпеүен ул тәүге күргәндә телһеҙ ҡалып торҙо хатта. Нисек инде? Башта яңылыш эшләүелер, тип уйланы, тик был хәл көн дә, көн дә ҡабатланғас: «Ни эшләүең ул?» - тип һораны. «Ҡый-һайын тауыҡтар сүпләй ҙә инде, һыуы ни, ергә һеңә», - тине кәләше иҫе китмәй генә. Ахырҙа ир: «Түкмә бында, торһон, ҡайтҡас, үҙем ситкә алып барырмын», - тиһә лә, эштән ҡайтҡан һайын, тупһа төбөнөң дымлылығын аңғарҙы һәм, оҙаҡ та көттөрмәй, шул урындан тирә-йүнгә насар еҫ таралды. Ахырҙа, ир кеше бер көн ҡатынын ҡаршыһына ултыртып алып, аҙыҡ ҡалдыҡтары ҡайҙа ҡуйылырға, ашлы, йыуынты һыуҙар ниндәй урындарға түгелергә тейешлектәрен аңлатырға булды, әйткәндәрен дини нәсихәттәр менән дә дәлилләне. Тик «дәрес» йәш кәләшкә оҡшаманы. Ул: «Бисәләр эшен беләһең инде, мыжыҡ», - тип ҡыҙҙы ла китте. Унан ҡала ҡатынының сәйҙән һуң ҡашығаяҡтарын шунда уҡ йыуып ҡуймауы, уларының көн оҙоно ҡаҡашып, аҙыҡтарының ябылмай ултырыуы, мейес-ҡаҙан тирәләренең ҡарайып китеүе, йәғни түрбаш яҡта тәртип булмауы, йоҡлаған түшәктәренең төшкәсә йыйылмауы Ҡәҙимдең күңелен ҡырҙы. Хатта иртәнге һауындан һуң һөттөң дә оҙаҡлатмай ғына айыртылырға, айыртылғанынан ниндәйҙер икенсе һөт аҙыҡтары йүнәтелергә тейешлеген ул да яҡшы белә. Әммә ҡатыны һыйырҙарын ҡыуғас йоҡлап алып, телевизорға әүрәй-әүрәй, ваҡ-төйәк менән булып, ҡояш төшлөккә күтәрелеүгә генә, ул һөттө иҫенә төшөрөүе һөҙөмтәһендә, әскелт тәмдәге йәки көйгән һөт еҫе килгән ҡаймаҡ-май ашайҙар. Шулай ҙа аш-һыу тәңгәленә күҙ йоморға тырыша ул. «Ярай, унан ғына үлмәм», - тип уйлай. Тик бына үҙенең һәр саҡ тәртиптә йөрөткән һәм һаҡлаған кейем-һалымының, унан да бигерәк, дини кәрәк-яраҡтарының, китаптарының, намаҙлығының ҡәҙерләнмәүе зитына тейә. Тәүҙә иренең дини булыуы менән ҡыҙыҡһынғандай, хатта ниндәйҙер хөрмәте лә булғандай тойолған ҡатын, намаҙға баҫыу түгел, яулыҡ ябыныуҙан ҡырҡа баш тартһа, тора-бара парлап ҡунаҡтарға, туйҙарға бара алмауына үпкәһен белдерҙе, мосолман хәләл ефетенә ҡағылышлы бөтөн ҡағиҙәләрҙе кире ҡаҡты. Бөтөнләй икенсе уй-хыялдар менән донъя ҡорған ир, иң яҡын кешеһе тарафынан килгән был тиклем ҡаты ҡаршылыҡтан баҙап ҡалды. Уйлап-уйлап та, әҙәм аҡылы менән төшөнә алмағас, дини әсбаптарынан, ҡөрьәндән яуап эҙләне. Һынау… Һынау, тиелгән ине Аллаһы ҡоло булған мосолмандың фани донъялыҡтағы бар ҡаршылыҡтары ла. Тимәк, йәшәй-йәшәй һәр хәрәкәте, һәр ҡылығы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған, хәбәрҙәре һәм ҡыланыштары кәмһетеүгә һәм низағҡа ғына ҡоролған ҡатыны уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан һынау итеп бирелгән. Һынау итеп… Һынау итеп.
Был осраҡта ике юл бар, тиелгән Аллаһ китабында: мосолман үҙенә буйһонмаған һәм дини тәғлимәттәрҙе ҡабул итмәгән ҡатынды айырып ебәрә ала һәм икенсе юл – ул ҡатынын сабырлыҡ, изгелек аша тәрбиәләй.
Беренсе юл хаҡында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел. Сөнки Ҡәҙим, йәшәйешен йәмләп, бер-бер артлы донъяға килгән һәм яландай өйҙө бер итеп йүгерешеп йөрөгән балаларын үлеп ярата, һәм сабыйҙарына булған сикһеҙ һөйөүе, һауа өрөлгән тауыҡтай йылдан-йыл шөкәтһеҙ һимергән ҡатынын да дөйөм ҡәҙерле, ғәзиз булған шул бербөтөнлөк эсенә индерә.