-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Апрель 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҺЫНАУ Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Рәйләһе менән көн иткәндәренә ун ике йыл тигәндә осратты ҡабат Әминәне Ҡәҙим. Район үҙәгенә он алырға барғайны. Машинаһының артҡы багажнигына ҡупшылап ҡатырғалар түшәп, тоҡтарҙы тейәп, үҙенә хас булғанса, өрөп-һепереп таҙалап ҡуйғас, багажнигын ябып, башын күтәрҙе лә ҡаршы юл аша туп-тура үҙенә ҡарап торған ҡатындың үтә лә таныш ҡараштары менән осрашты. Таныш ҡына түгел, был ҡараш уны кинәт иҫһеҙ-һушһыҙ иткәндәй булды. Һеңгәҙәп торған ир янына үҙе килде Әминә. Килде лә күптән күрмәгән ябай ғына танышындай итеп, күрешергә ҡуш усын һуҙҙы:–Әссәләмәғәләйкүм. – Хас әүәлгесә ихлас итеп йылмайҙы, әйтерһең дә, араларҙа ун ике йыл да, мөхәббәт-нәфрәт тә булмаған. – Һеҙҙең менән ошолай күрешәләр, буғай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҺЫНАУ
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Рәйләһе менән көн иткәндәренә ун ике йыл тигәндә осратты ҡабат Әминәне Ҡәҙим. Район үҙәгенә он алырға барғайны. Машинаһының артҡы багажнигына ҡупшылап ҡатырғалар түшәп, тоҡтарҙы тейәп, үҙенә хас булғанса, өрөп-һепереп таҙалап ҡуйғас, багажнигын ябып, башын күтәрҙе лә ҡаршы юл аша туп-тура үҙенә ҡарап торған ҡатындың үтә лә таныш ҡараштары менән осрашты. Таныш ҡына түгел, был ҡараш уны кинәт иҫһеҙ-һушһыҙ иткәндәй булды. Һеңгәҙәп торған ир янына үҙе килде Әминә. Килде лә күптән күрмәгән ябай ғына танышындай итеп, күрешергә ҡуш усын һуҙҙы:
–Әссәләмәғәләйкүм. – Хас әүәлгесә ихлас итеп йылмайҙы, әйтерһең дә, араларҙа ун ике йыл да, мөхәббәт-нәфрәт тә булмаған. – Һеҙҙең менән ошолай күрешәләр, буғай.
–Вәғәләй-й-к-күм-әссәләм… – Ҡәҙим тотлоҡто, унан бер аҙ зиһенен йыйып, әйтеп ҡуйҙы. – Беҙҙә… ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән күрешмәй.
Ҡатын күңелле көлөп, ҡул һелтәгән булды:
– Беҙгә, белмәгән кешеләргә, ярай инде ул. - Унан һаман да шаңҡығандай торған ирҙән күҙҙәрен ала алмай, тауышын баҫа төштө. – Әллә ҡурҡыттым инде…
Ҡәҙим, ниһайәт, үҙендә йылмайырға көс тапты:
– Бындай һылыу ҡатындан ҡурҡһам, Аллаһ һуғыр…
Яуап Әминәгә оҡшаны, ул сылтыратып тағы ла көлдө. Ҡәҙим иһә ҡаршыһында торған, ҡасандыр йөрәген ялмап алып, илатып һәм йырлатып, унан килеп шул йөрәкте ҡанға туҙҙырып ташлап киткән илаһи заттан арбалған ише, ҡарашын да шылдыра алмай, йотлоғоп текәлеп торҙо ла торҙо. Ул үҙенең был йөҙгә, был буй-һынға бер ваҡытта ла боролоп та ҡарамаҫҡа тейешлеген һәм шулай итергә нисә йылдар хыялланғанын яҡшы иҫләй, әммә быларҙы эшләргә бер генә ағзаһын да ҡыбырлата йәки аңының, аҡылының бер генә ҡылын да тыңлата алмай. Етмәһә, теле лә әллә нимәләр теҙә:
– Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең… Әминә… Шулай уҡ… йәшһең… матурһың… Һеҙҙең яҡта ғүмер үтмәйме әллә?
–Кит, юҡты һөйләмә. Донъя баҫты инде… Бына үҙең шул көйө әле, күҙем насар күрһә лә, әллә ҡайҙан аңғарҙым. Нисә йылдар күрмәһәм дә…
– Балаларың барҙыр?..
– Бар – ике ҡыҙ. Иремде ишеткәнһеңдер инде…
Ишеткәйне был хаҡта Ҡәҙим, бынан бер дүрт-биш йылдар элек. Уныһын да Рәйләһе әйткәйне. Магазиндан ҡайтып инеп: «Һөйөнсө! Теге албаҫтыңдың ире үлгән, ти. Ана шуны алған булһаң, һине лә дөмөктөрөр ине әле. Хәҙер теләһә кемгә ем була инде, бар һин дә сиратҡа баҫ»,– тип хәбәр һалды ла, шул көндән башлап әрләшеү темаларына «Теге албаҫты» пункты өҫтәлде. Иренә йәне көйгән һайын, уны «уйнаш», «аҙғын», «ир үлтереүсе бисә» янына ҡыуҙы, инде нисә йылдар был яҡтарҙа айға-көнгә күренмәгән ҡатынға ҡушты, әллә ниндәй мажаралар уйлап сығарып ғәйепләне.
–Ишеттем. Мәрхүм булғанына күптән бит инде. Һаман яңғыҙһыңмы ни?
–Яңғыҙ булмай, кем миңә яҡшы ирҙе әҙерләп ҡуйған, – Әминә һаман шаяртмаҡсы.
–«Барам» тигән һүҙең булһа, алыусылары быуа быуырлыҡтыр ҙа… – Ҡәҙим быларҙы нисектер әрнеп әйтте.
Кинәт ҡатындың да вайымһыҙ күңелсәклеге һүнеп, уйсан, яңғыҙ ҡатындарҙа ғына була торған моңһоу ысынбарлығы ғына тороп ҡалды:
–Мине лә йәшәтмәне, үҙе лә… ҡуй инде. Тормош тәмен тойорҙай тойғоларымды тапап, үлтереп китте…
Әминәнең иренең кем, ниндәй кеше булғанын да, ниндәй сәбәптәр менән үҙ-үҙенә ҡул һалғанын да белмәй ине Ҡәҙим. Был хаҡта бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынманы ул. Бары әлеге Рәйләһенең: «Күрмәгәнен күреп туҡмалып йәшәй», «Ире эскесе», «Һаманға тиклем йорто ла юҡ, ти», –тип көлгәндәре дөрөҫлөккә тап киләлер, күрәһең.
Әминә илап ебәреүҙән һәм быға тиклем ҡатып йөрөгәндәй булған күңеленең был бер яҡтан ят та, икенсе яҡтан, үтә лә яҡын ир алдында йомшарып, түгелеп китеүенән ҡурҡып, йәһәтләп һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Он алдыңмы?
–Эйе.
– Мин дә шул он-шәкәргә тип килгәйнем, – ҡатын ҡулын юлдың теге яғында ултырған тоҡтарына иҙәне.
–Нисек алып ҡайтаһың уларҙы?
– Ағай тейеш берәү эштәрен бөткәс апарырмын, тигәйне, кискәрәк булыр микән.
Шул ваҡыт Ҡәҙимдең башына кинәт кенә алабарман, яндырай уй килде:
– Әйҙә, үҙем апарам.
Ҡатын ҡаушап ҡалды:
–Ҡуйсы… Килешмәҫ. Ҡатының…
Тик был ваҡытта инде ирҙе был ниәтенән бер ниндәй көс-ҡөҙрәт тә кире ҡайтара алмай ине. Ул ҡатынды беләгенән тотоп, елтерәтеп тигәндәй машинаһына ултыртты ла тоҡтарын, төйөнсөк шайы ла күрмәй, ялп-йолп тейәгәс, йөрәге елкенеүгә баш була алмай, саң туҙҙырып, хыялында әллә нисә ҡат осоп үткән түтә юл буйлап елдерҙе.
Ире үлгәс, Әминә үҙ ауылына кире ҡайтып, ата-әсәһе урамына кескәй генә тирмәләй йорт ултыртып ингән икән. Әйҙүкләп, сәй эсеп сығырға саҡырҙы ул Ҡәҙимде. Ҡәҙим инде лә бәләкәй генә, күркәм, йыйнаҡ донъяның йәмлелегенән, ҡотлолоғонан хайран булды. Бында һәр нәмә – сигеүле ап-аҡ мендәр тыштарынан башлап, быяла кәштәләрҙәге нәфис сынаяҡтарға тиклем – нескә зауыҡ, эске тойомлау менән һайлап алынған, ҡуйылған ине. Бер генә артыҡ һәм үҙ урынына тура килмәгән йыһаз да юҡ. Бер үк ваҡытта бар дөйөм күренештән таҙалыҡ, сафлыҡ бөркөлә, һәр әйбер үҙенең кәрәкле, ҡәҙерле, файҙалы икәнлеген ҡысҡырып торғандай.
Әминә сәйгә урамдаш торған әсәһен саҡырып индерҙе. Кем белә, бәлки, атаһының ҡырын ҡарашынан, ә бәлки… үҙ-үҙенән, хистәренән, теләктәренән ҡурҡҡандыр.
Сәй эскәс тә, Ҡәҙим кирегә елдерҙе. Тик хәҙер инде, был аҡ-ҡара айырмай сапҡан машинала он тулы тоҡтар ҙа йөрәкһеҙ ир генә бар ине. Йөрәге тегендә ҡалды уның, Әминә янында. Аҡылына буйһонмай, ер тырнап илап, шул тупһаға йәбеште лә ҡалды.
… Тағы ла ике-өс көндән йөрәге артынан юл алды Ҡәҙим. Йөрәкһеҙ йәшәп булмай бит һуң… Эңергә ҡалып ҡына килде лә, таныш йорттоң баҡса осонда уҡ туҡтап, юл буйына «Барам да инәм» тип килгән ҡыйыу уйҙары елгә осоп, аптырап ҡалды. Шул ваҡыт баҡсала аҡ һын пәйҙә булды. Бына ул ҡуйыра барған ҡараңғылыҡ эсендә бөләңгерт кенә булып күренгән машинаға ҡарай биреп торҙо ла, бейек картуф һабаҡтарын йыра-йыра, йүгерә башланы. Ҡәҙим машина ишеген ябырға ла онотоп, ҡаршы йүгерҙе. Нисек итеп баҡса ҡоймаһын аша һикергәнен дә, күҙ күреме араны ни арала үткәнен дә хәтерләмәне ул, бары тик аҡылынан шашҡан хәлдә: «Мин һинең килереңде белдем… Мин белдем… Ғүмерем буйы ошо мәлде көттөм…» – тип туҡтауһыҙ ҡабатлаған ирендәрҙән, күҙ йәштәре сылатҡан биттән, дымлы күҙҙәрҙән үпкәндә генә үҙен һәм … күкрәгендә туҡылдаған йөрәген тойҙо…
Ошо кистән уның ҡатыны икәү. Икеһе лә никахлы, хәләл.
Рәйләһенә Әминәгә никахлап өйләнеүен әйткәс, ул башта ышанманы, әммә ире аҙналап юғала башлағас, оҙайлы һәм ҡаты һуғыш башлап ебәрҙе. Был тура мәғәнәһендәге «һуғыш» эсендә нимәләр генә булманы икән?! Ирҙе туҡтауһыҙ әрләү-ҡарғау һәм ҡулында нимә бар, шуның менән ташланыуҙы иҫәпкә алмағанада, йөҙ төрлө ғәйептәр менән милицияға тапшырыу, судтарға йөрөтөү, законлы айырылышыу, алиментҡа биреү, балаларҙы йә күрһәтмәү йә ташлап сығып китеү… Көндәшен эҙәрлекләү, уның хаҡында әшәке хаттар яҙып, ауыл советтарына, гәзит-журналдарға ебәреү, шылтыратыуҙар, янауҙар… Унан ҡалһа, үҙен-үҙенә ҡул һалыу, балаларҙы үлтереү, йортто үртәү менән янаны, ҡурҡытты. Нимәләр генә эшләмәне Рәйлә?! Үс алыу, баш эйҙереү уй-теләге менән янып, әле былай, әле тегеләй сапты, әсәй һәм ҡатын яуаплылығын онотоп, ҡон ҡайтарыусыға әйләнеп алды. Туҙынды, көйҙө, асыуынан сәсрәп китте, эргәһендәге уның йылылығына мохтаж булғандарҙы өшөттө, туңдырҙы, ағыуы эргәһендәге йәм генәһен үлтерҙе… Нимә белә шуны эшләне… Әмма бары тик тәүбәгә килеп, яҙмышын ҡабул итергә һәм Аллаһына һыйынырға икәнлекте генә белмәне ул.
Ә Әминәһенән уңды Ҡәҙим. Үҙе табынған Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте итеп ҡабул итте ул был бәхетен. Ҡасандыр юғалтҡанды, өмөт өҙгәнде, һорамағанды бирҙе бит. Әммә был да һынау. Бәхет-шатлыҡты ла, ҡайғы-хәсрәтте лә сабырлыҡ менән күтәрә белергә кәрәк.
… Ҡәҙим һарай ҡыйығы егенән өҫкә, йондоҙҙарға, ҡарап ята. Уйы яратыусыһы, табыныусыһына төбәлгән. «Биргән яҡты көнөң, йәшәткән ғүмерең өсөн рәхмәт, Аллам. Мин барыһын да кисерәм, ғәфү итәм. Һин ебәргән һынауҙарҙы яфа итеп түгел, яҙмыш итеп ҡабул итәм. Күнәм. Булғанына шөкөр итәм, булмағанын талап итмәйем. Балаларыма, ҡатындарыма һаулыҡ, иман, тәүфиҡ һорайым. Уларҙы йәллә, уларҙы ғәфү ит, Аллам, сөнки улар һин йән өргән, һин бар иткән әҙәмдәр… Уларҙың юлдарын яҡтырт, зиһендәрен ас, уларға ла миңә биргән йәшәү тәмен тойҙорт, иман нурың менән ҡойондор, язалама уларҙы, ярлыҡа, эй, Аллам…»
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: