-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Апрель 2021, 08:59

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Күбәләк ғүмере Хикәйә Беренсе өлөшө

Меңдәрсә күҙҙәр менән баҡҡан күккә олғашыр йорттар, өҫтәрендә төҫлө яҙыуҙар ялп-йолп иткән биналар, әллә ни төрлө фонарҙәр менән яҡтыртылған урамдар, оло экран булып янған реклама щиттары, йүгерек яҙыуҙар һәм тағы бихисап нур сәсер, ҡарашты арбар, башты әйләндерер нәмәләре менән төнгө ҡала районы мөһабәт мегаполисты хәтерләтә. Ҙур ҡалаларҙа төн менән көндөң, кешеләрҙең йоҡлау мөмкинлегенән башҡа, әллә ни айырмаһы юҡ. Бында бик һирәк сауҙа нөктәләре һәм хөкүмәт учреждениелары ғына төнгә бикләнә. Ә ябылғанынан күберәге, киреһенсә, асыла һәм тулы ҡанлы, шау-шыулы, мажаралы тормош башлай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Күбәләк ғүмере
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Меңдәрсә күҙҙәр менән баҡҡан күккә олғашыр йорттар, өҫтәрендә төҫлө яҙыуҙар ялп-йолп иткән биналар, әллә ни төрлө фонарҙәр менән яҡтыртылған урамдар, оло экран булып янған реклама щиттары, йүгерек яҙыуҙар һәм тағы бихисап нур сәсер, ҡарашты арбар, башты әйләндерер нәмәләре менән төнгө ҡала районы мөһабәт мегаполисты хәтерләтә. Ҙур ҡалаларҙа төн менән көндөң, кешеләрҙең йоҡлау мөмкинлегенән башҡа, әллә ни айырмаһы юҡ. Бында бик һирәк сауҙа нөктәләре һәм хөкүмәт учреждениелары ғына төнгә бикләнә. Ә ябылғанынан күберәге, киреһенсә, асыла һәм тулы ҡанлы, шау-шыулы, мажаралы тормош башлай. Кафе-ресторандар, клубтар, күңел асыу, спорт үҙәктәре, супермаркеттар урынлашҡан ерҙәрҙә транспорт ҡуйыр урын ҡалмай, үҙәк урамдарҙа көндөҙгөнән дә күберәк, ялтырыраҡ, текәрәк машиналар ағымы елдерә. Был сағыу донъяла кешеләр ҙә матурыраҡ, ҡупшыраҡ кейенгәндәй, күңелдәре көндөҙгөгә ҡарағанда күпкә күтәренкерәк, хәрәкәт-ҡыланыштары иркенерәк, үҙҙәре лә иреклерәк була барғандай тойола.
Заманының мөғжизәле төҙөлөш материалдары менән эшләнеп, ҡара көҙгө ише ялтырап, битендә ҡаршы яҡ йорттарын сағылдырып торған ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙың береһе алдына ҙур булмаған микроавтобус килеп туҡтаны. Водитель янында ултырған ерән ир йылдам ғына төшөп автобустың ишеген асып ебәрҙе лә, нимәлер һөйләй-һөйләй, усын-усҡа һуғып кемдәрҙелер ашыҡтырҙы. Тик эстәгеләр артыҡ ҡабаланмай, ахыры. Бына, ишек ауыҙынан иренешеп кенә төрлө-төрлө кейемдәрҙәге ҡыҙ-ҡырҡын сыға башланы. Берәүҙәре ергә баҫҡас та ирәйеп китеп кирелде, икенселәре тәмәке ҡабыҙҙы, өсөнсөләре һалҡын һауаға йылы боҫ борхотоп һөйләште, ҡысҡырышып көлөштө. Йәмғеһе ун ике ҡыҙ булды. Хас та һынамыштағы «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…» тигән кеүек.
Араларындағы бер бөртөк ир, алдан төшөп алып, ҡыҙҙар төркөмөн артынан әйҙәп алып китте. Күпмелер ара үткәс, «Иномаркаларға запчастар» тип исемләнгән бутик янында бер парҙы, унан арыраҡ тренажер залдары янында тағы ла икәүһен, үтәрәк шулай уҡ ҡуйып, ҡыҙҙарын алты нөктәгә урынлаштырып сыҡты. Унан ситкәрәк китте лә, үҙ эшенән бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, быларҙы күҙ ҡарашы менән бер байҡағас, кеҫә телефонын сығарып алып, кемдәр менәндер ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшергә, бәхәсләшергә, сауҙалашырға кереште.
Ҡыҙҙар һайлап алынғандағы кеүек һомғол, нәфис, сибәр инеләр. Былай ҙа нескә һындарын тағы ла һығылмалыраҡ итеп тәндәренә һылашып ятҡан ҡыҫҡа ялтыр күлдәктәр, юбкалар, бриджилар өҫтөнән, һыуыҡ уҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа тун йәки курткалар ғына элеп алған булғандар. Уларының да элмәктәре ҡаптырылмаған, түштәре асылып, төрлө бижутерия менән сыбарланған нәфис муйындарын, йүнле-башлы ҡапланмаған ап-аҡ күкрәктәрен әсе ел ҡура. Күптәренең башында париктар, күрәһең. Улары төрлө формала һәм оҙонлоҡтарҙа булып, тәбиғи булмаған сағыу төҫтәре менән йәш, һылыу йөҙҙәргә манекен сүрәте бирә. Үтә күренмәле капрондарға һәм сетка ойоҡтарға ғына уралған оҙон, төҙ аяҡтарҙа йоморо балтырҙарын һығып торған беҙ үксәле бейек ҡуңыслы итектәр йәки осло моронло ҡупшы классик ботинкалар. Ана шул бейек үксәләрҙә «тек-тек» баҫып, үҙҙәре тәңгәленә юл ситенә ялтая биреп килеп туҡтаған машиналарға ҡарай баштарын ғорур, яурындарын тура тотоп, янбаштарын тулҡын өҫтөндә тирбәлгәндәй талғын ғына уйнатып атлап китеүҙәре һоҡланып ҡарап торор тамаша.
Әкиәттәрҙәге иң һылыу ҡыҙҙарҙы ғына урлап йыйған дейеү әсирәләре кеүек бер тигеҙ күркәм булып күренгән ҡыҙҙар теҙмәһенән шулай ҙа берәүгә ирекһеҙҙән күҙ төшә. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уның сәсе аҡ йәки һары түгел, ә ыҫмала кеүек ҡара пәрҙә булып иңбаштарын япҡан. Сәстәре лә үҙенеке уның, тулҡынланып ҡабарып торған «болоттарҙы» нисек итеп парик менән ҡапламаҡ кәрәк? Оҙонса аҡ йөҙҙө йоҡа ғына тура танау, бүлтек алһыу ирендәр һәм бешкән муйыл һымаҡ тонйорап торған сөм ҡара күҙҙәр биҙәй. Эйе, ҡыҙҙы ысынлап та ҡыҫығыраҡ үткер, яндырай ҡарашлы күҙҙәре менән ҡайылып киткән ҡара ҡаштары төнгө күкте йондоҙҙар, йәшел туғайҙы сәскәләр биҙәгән ише тағы ла нурландырып ебәргәндәй, серлерәк, юғарыраҡ, хатта ҡырағайыраҡ итеп тә күрһәткәндәй ине.
Ҡушаматы «Гюльчатай», ә ысын исеме Арина уның. Көлһыу күҙле, етен башлы мәрйә-хохлушкалар араһында теплица гөлдәре түтәлендә яңылыш үҫеп сыҡҡан ҡыр сәскәһеләй булып айырылып торған берҙән-бер ҡараҡай. Ана шул ятыраҡ төҫтә булыуынанмы, әллә күҙ сағылдырыр ят, ҡырағай, ҡырыҫ матурлығын экзотика күрепме, үҙен урамда оҙаҡ тотмайҙар, һатып алыусыһы шунда уҡ табыла.
Әле лә дәү тәгәрмәсле оло машинаның Гюльчатай торған ергә туҡталырға боролоуын аңғарғас та, «һатыусы» ҡыҙҙар янына ашыҡты һәм тәҙрә быялаһын төшөрә биреп, ҡара күҙлектәре өҫтөнән генә ҡарап баш ҡаҡҡан бүкән башлы әҙәмдең кемгә ымлағанын һүҙһеҙ аңланы. Ниндәйҙер юғары чин вәкиле булырға тейеш, тик кәрәклеһен махсус урындарҙан заказ менән генә килтертмәй, ошолай үҙе йөрөп, урамдан алып китеүе генә аңлашылмай байҙың. «Йә, ярай, мәйеле, беҙҙең эш тауарҙы үткәреү»,- клиенттың башҡаға күҙ һалмаҫын яҡшы белгән «ерән», икеләтә хаҡ ҡайырып, аҡсаларын кеҫәһенә йомарлап тығып, ҡыҙҙы бик кеселекле рәүештә терһәгенән тотоп ултыртышып ебәрҙе. Шундай әртисләнде, әйтерһең дә хан ҡыҙын ҡунаҡҡа оҙатты.
…Арина «эштән» таңғы алтыла ғына ҡайтып инде. Башта, ғәҙәттәгесә, өҫтөндәге ҡыҙҙар менән үҙ-ара мыҫҡыллап «цирк костюмы» тип атаған ҡысҡырып торған кейем-һалымын сисеп ырғытты, мамыҡҡа крем һалып бит-күҙендәге косметиканы һөртөп алды, унан оҙаҡ итеп душ ҡабул итте. Фатирҙа бергә көн иткән өс ҡыҙҙың икәүһе мышнап йоҡлай, балерина ише ҡаҡса оҙон София бөгөн дә үтмәүенә һәм «көтөүсе»нең эттән алып эткә һалып тиргәүенә түҙмәйсә тағы ла эскән күрәһең, карауаты эргәһендә шарап шешәһе тәгәрәп ята. Ә теге, күҙҙәре саф аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән, ун ете йәшлек кенә Лена иртәрәк ҡайтҡандыр, уны яңы кеше, оҫталығы самалы тип аҙыраҡ эшләтәләр. «Көтөүсе» ҡайһы бер мәсьәләләрҙә шулай «мәрхәмәтле» лә була белә ул.
Арыған тәненә йомшаҡ халат һелтәп алып, тамаҡ ялғарға ла ҡоларға, тип, өҫтәл артына ултырғайны ғына, ҡапыл тертелдәтеп ишек ҡыңғырауы зыңланы:
– Зыңңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң!
Ҡыҙ аптыраны. Был ҡыңғырауға бик һирәк баҫалар. Ҡайтаһы кешеләрҙең барыһының да үҙ асҡысы бар. Ҡунаҡҡа килеүсе йәки хәл белеп йөрөүселәргә өйрәнелмәгән.
–Зыңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң! – тауыш сабырһыҙ, талапсан яңғыраны. Ахырҙа Арина аяҡ остарына ғына баҫып барып «күҙ»ҙән ҡарарға мәжбүр булды ла, күргәндәренән «Ах!» итеп йоҙаҡтарҙы асырға ташланды. Ишек төбөндә ауыҙ-мороно ҡанға батҡан, ҡыҫҡа ерән паригы бер яҡҡа салшайып төшкән, күгәргән тубыҡтары тәңгәлендә ойоҡтары йыртылып, асыҡ зәңгәр блузкаһы тәпәрләнеп, бысраҡҡа буялып бөткән Галяны ҡолап китеүҙән ҡурсып ҡултыҡлаған сутенер баҫып тора ине. Бындайҙы тәүге тапҡыр күрмәһә лә, хатта үҙенең дә ошондайыраҡ хәлгә ҡалғаны булһа ла, ҡыҙ усын тешләп ҡатып ҡалды.
Олег Галяны өҫтөрәп индерҙе лә, һаман һерәйеп торған ҡыҙға:
– Нимә ҡарап ҡаттың, ярҙам ит! - тип екерҙе.
Арина иҫенә килеп, яралының ҡултыҡ аҫтына инеп, яурыны менән күтәреште һәм тегене икәүләшеп алып барып карауатҡа һалдылар. «Бахырҡа-ай…» - «хохотушка» ҡушаматы алған көләкәс ҡыҙҙың ҡарар ере ҡалмағайны.
– Кемдәр уны былай? Нимә булды? – Арина борсоулы ҡарашын Олегҡа күтәрҙе.
– Берәү алып киткәйне, унда күмәк булып сыҡҡандар, ҡыҫҡаһы, иҫереп ҡоторғандар.
– Язаға тарттырырға кәрәк ул хайуандарҙы. Былай…
–Ҡәҙерлем, уларҙы язаға тарттырыу Галяға алынасаҡ дарыуҙарға ҡарағанда ун-егерме тапҡырға ҡиммәтерәккә төшәсәк. И вообще, ул хаҡта онот, әхирәтең йәл булһа тиҙерәк һауыҡтыр ҙа аяҡҡа баҫтыр, үҙең беләһең бында дауахана ла, шифахана ла түгел. Аңлашыла?!
Нисек аңлашылмаһын инде, әлбиттә, аңлашыла. Тиҙ арала «эш»кә яраҡлы булмаһа, фатирға түләй, «фирма»ға килем килтерә алмаһа, Галяны урамға ҡыуып ҡына сығарып ебәреү язаның иң йомшағы, иң кешелеклеһе буласаҡ.
Йоҡо ҡайғыһы китте. Ул арала тауышҡа башҡа ҡыҙҙар ҙа уянды һәм күмәкләшеп, тән һәм йән ғазаптарынан ҡусҡарҙай бөгәрләнеп, үлгән шикелле өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан кәүҙә тирәләй үҙҙәре лә ярҙамһыҙ булып, ҡурҡынған, юғалып ҡалған ҡиәфәттә баҫып ҡалдылар.
* * *
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: