-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Апрель 2021, 20:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Күбәләк ғүмере Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә ҡыҙҙар сығыуға әҙерләнә башланы. Һәр береһе башкөллө көҙгө эстәренә йомолдо. Ҡатлап-ҡатлап биттәренә буяу яҡтылар, баштарына әле был, әле теге парикты һалып ҡаранылар, һуҙғылап-һуҙғылап үрмәксе ауынан ишелгәндәй ойоҡ-колготкиҙар, селтәрле-семәрле эс кейемдәре кейҙеләр ҙә, тоҡос ҡына ялтыр-йолтор юбка-күлдәктәр эсенә инешеп ултырҙылар. Пыш-пыш килтереп хуш еҫтәр менән ҡойонғас, тулыһынса тауар төҫө алып, бейек үксәләрендә тыҡылдашып баҫып теҙелешеп тышҡа юлландылар. Урамда уларҙы ғәҙәттәгесә микроавтобус көтә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Күбәләк ғүмере
Хикәйә
Дүртенсе өлөшө
Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә ҡыҙҙар сығыуға әҙерләнә башланы. Һәр береһе башкөллө көҙгө эстәренә йомолдо. Ҡатлап-ҡатлап биттәренә буяу яҡтылар, баштарына әле был, әле теге парикты һалып ҡаранылар, һуҙғылап-һуҙғылап үрмәксе ауынан ишелгәндәй ойоҡ-колготкиҙар, селтәрле-семәрле эс кейемдәре кейҙеләр ҙә, тоҡос ҡына ялтыр-йолтор юбка-күлдәктәр эсенә инешеп ултырҙылар. Пыш-пыш килтереп хуш еҫтәр менән ҡойонғас, тулыһынса тауар төҫө алып, бейек үксәләрендә тыҡылдашып баҫып теҙелешеп тышҡа юлландылар. Урамда уларҙы ғәҙәттәгесә микроавтобус көтә. Шунда уҡ ултырған ерән Олег үҙҙәрен көндәгесә тейешле нөктәләргә урынлаштырып сығасаҡ, көндәгесә уларҙы баҙарҙан ит һатып алған шикелле сауҙалашып тороп алып китәсәктәр, көндәгесә кемдәрелер алҡымдары үңәстәренә тығылып әрнеп, кемдәрелер донъяһына төкөрөп эсеп-иҫереп, ҡайһылары үлеү йәки ҡасыу теләге менән ярһып ҡайтасаҡ. Ҡайта алмағандары ла була…
Тротуарҙарҙа ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғышҡан халыҡ араһынан, оло йылға булып геүләгән машиналар ағымынан таныш һынды эҙләп башын әле был, әле икенсе яҡҡа ҡайырып ҡарай-ҡарай Аринаның үңәсе өҙөлөрҙәй булды. Йөрәге күкрәгендә түгел, ҡолаҡ төптәрендә типте. «Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме…»
Әхирәтенең нимәгәлер артыҡ тынысһыҙланғанын күптән аңғарған һиҙгер Оксана, ҡыҙҙың ғазаплы сабырһыҙ ҡараштары менән осрашҡас, һорамай ҙа булдыра алманы:
-- Кемде шулай һағындың?
-- «Чиновникты»! – быныһы юҡтан ярһырға ғына тора ине. Ҡыҙҙар Аринаны «яратҡан» һәм бер ваҡытта ла унан башҡаны һатып алмаған бүкән башлы әҙәмде шулай атай.
-- Ну-ну, - Оксана ла төпсөшөп, ныҡышып йәнде ҡыя торғандарҙан түгел.
Үҙе шулай тип ысҡындырҙы ла телен тешләне Арина. «Вот, блин, әгәр ысынлап та «чиновник» килеп ҡуйһа? Их, Сәит алдараҡ килһәсе… өлгөрһәсе…»
-- Әһә, вот кемде көтә был принцесса! – Оксананың тантаналы тауышынан албырғаған ҡыҙ ҡарашын ҡайһы тарафта туҡтатырға белмәй баҫҡан урынында өйөрөлдө:
-- Кем?! Ҡайҙа?! Ҡайҙа ул?!
-- «Франкенштейн» йәки «Һыңар күҙле пират», ана-ана тора, «көтөүсе» янында, һине һорайҙыр, бында ҡарайҙар… киләләр ана.
Йәштәр баш ҡағып ҡына иҫәнләшеүҙән уҙманы, таксила ла һүҙ берекмәне. Һәр икеһе күңелдәренән урғып килгән шатлыҡ-ҡыуаныс, ашҡыныу тойғоһон тышҡа сығарыуҙан тартыныпмы, әллә ундай хистәрҙе күрһәтеп өйрәнмәгәндәнме, ике яҡ тәҙрәләргә төбәлеп, йылмайышып ҡына килде. Таныш түгел бер урамда төшөп ҡалғас, ҡыҙ ниндәйҙер мөғжизә көтөп, егеттең ҡырыҫлығын юйып ихласланған, һыҙаттары йомшарған һәм хәҙер инде үтә лә һөйкөмлө, яҡын булып тойолған йөҙөнә төбәлде:
-- Нишләйбеҙ?
Тегеһе лә шул һорауҙы, шул ҡарашты ғына көткәндәй, ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарын ҙур, йылы устарына алды:
-- Театрға һуңлағанбыҙҙыр инде, әйҙә берәй кино һайлайыҡ, теләйһеңме?
-- Ярай. Тик… башта берәй бутикка инеп сығайым, өҫ-башты алмаштырырға…
Сәит ҡыҙҙың үтә ҡысҡырып торған ярым-йорто кейем-һалымына күҙ йүгертте. «Ысынлап та, уныһын кем уйлаған».
Яҡындағы магазиндарҙың береһенә инеп ябай ғына зәңгәр джинсы менән ыҡсым ғына баллон куртка һайланылар. Егеттең түләргә тип аҡса һуҙған ҡулын ҡыҙ:
-- Үҙем. Ошолай кейенергә күптән хыялланғайным, - тип туҡтатты. Унан инде бер нисә минуттан кейенеү бүлмәһенән бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә килеп сыҡты. Битенә яҡҡан буяуҙарын һөртөп таҙартып, шоморт сәстәрен килешле итеп соңҡаһына бәйләгән ҡыҙҙы күреүҙән егеттең хайран булып, бер аяғынан икенсеһенә аушайып, ни әйтергә белмәй баҙап ҡалыуына рәхәтләнеп кеткелдәп көлә-көлә килеп ҡултыҡлап алды ла, ҡупшы танауын тегенең киң урынына тызыны:
-- Яп ауыҙыңды, әтеү үсегәм. Нимә, йәмһеҙ булдыммы, йәмһеҙме?
Йәштәр, береһе дәү кәүҙәһен бөгә биреп, һыңар ҡулын түшенә ҡыҫып, икенсеһен кеҫәһенә тыҡҡан, йәнәшәһендәге нескә генәһе ике ҡуллап тегеһенең һау беләген ҡармаған килеш, бәхетле балҡып, дәртләнеп халыҡ араһынан атланы. Ҡыҙ өҙмәне лә ҡуйманы:
-- Йә, нишләп өндәшмәйһең? Нисек булдым? Нисек күренәм?
Егете һыр бирмәй генә алға ҡарап килгән була, үҙенең һыңар күҙе лә, ап-аҡ тештәре лә төнгө уттар ише ялтырай:
-- Бара!
-- Ах, һин! Мин уға оҡшайым тип тырышам! Ә ул! – Арина бәләкәс кенә нәфис йоҙроҡтары менән егеттең яурынын төйә. Сәит ҡапыл ғына әлеге «суҡмар»ҙы эләктереп ала ла, устарын яҙҙырып ирендәренә терәй.
-- Минең һиндәй һылыу ҡыҙҙы күргәнем юҡ.
-- Бар.
-- Кем?
-- Теге миңә оҡшаған, әй… мин оҡшаған ҡыҙ.
Усындағы нәҙек бармаҡ суҡтарын шытырлата тотто Сәит. Ҡыҙҙың ҡысҡырырға тип ауыҙы асылды ла, күҙҙәре түңәрәкләнде, әммә өнө сыҡманы. Унан ҡулды ҡапыл ысҡындырҙы. Ары шым атланылар. Арина үҙен эсенән беште: «Тфү, ауыҙыңа шайтан төкөргөр! Кемдә ней эшең бар һинең?! Ниндәй һәйбәт мәлдә, әллә нимә бытырлап! Аңра!» Үҙе әленән-әле яҙылмаймы тигәндәй, егеттең йәмерәйеп киткән йөҙөнә күтәрелеп күҙ ата.
Ул арала кинотеатрға килеп еттеләр. Афишанан-афишаға күсеп йөрөп кино һайланылар. Дөрөҫөрәге, Арина һайланы инде, егете эйәреп кенә йөрөнө. Һуңғы тапҡыр бындай урындарға ла балалар йортонда йәшәгәндә барғандан һуң аяҡ баҫҡаны булмаған ҡыҙ, бөгөнгө кәйефенә тура килтереп, ғашиҡтар хаҡындағы мелодрамаға туҡталды.
Сеансҡа тиклем бер сәғәттәй ваҡыт бар әле. Һәр минуты алтынға бәрәбәр мәлдәрендә турһайышып ултырмаҫтар бит инде, нимәлер эшләргә кәрәк. Шул ваҡыт ҡарашы ҡаршы яҡтағы күргәҙмә рекламаларына төштө. «Күбәләк иле» тиелгән. Шулай уҡ ҡалайтып кире дуҫлашыу яйын таба алмай аҙапланған егетең яурынына төрттө:
-- Ҡара, күргәҙмә, тиелгән. Әйҙә, тик йөрөгәнсе, бөжәктәр донъяһында булһа ла даирәбеҙҙе киңәйтеп сығайыҡ.
-- Әйҙә һуң, бындай телмәрҙе нисек кире ҡағаһың, - Сәит Аринаның оҫта килешеү яһауына һоҡланып, ҡыҙҙы яурынынан һаҡ ҡына ҡосаҡлап үҙенә тартты ла, йәнәш атланылар.
Күргәҙмәнең дә күргәҙмәһе икән бында! Ҙур яҡты бүлмәләрҙә урынлашҡан баҡсаларҙа күбәләктәрҙең әҙәм белгән һәм белмәгәндәре тулышып осоп йөрөй. Йөҙ төрлө сәскәләр ни ғиллә менәндер ерҙән айырылған да күккә күтәрелгән кеүек. Ул хуш еҫле гөлдәргә ҡуналар, ул залдарҙа иҫтәре китеп йөрөгәндәрҙең яурындарына, баштарына ултыралар. Хайран инде.
Үтә ят, үтә көйәҙ күбәләктәрҙе айырым ҙур булмаған быяла бүлмәләрҙә тоталар икән. Тик улары янына инеп булмай, шул үтә күренмәле стеналар аша ғына күҙәтәһең. Егет менән ҡыҙ, быялаға танауҙарын йәлпәштергәнсе терәлеп, тын да алмайса, ҡанаттары үтә күренмәле төҫлө ебәк ептәрҙән туҡылғандай, елпегән ыңғайы шәм уттары аҫтында әллә нисә төҫтәрҙә нурланған, кәүҙәләре нәҙекәй генә билле, йоморо ғына кескәй баштарындағы «антенналары» ҡыҙҙар прическаһындай булып төрөлә биреп торған ғәжәйеп йән эйәләренә мөғжизә ҡылып торҙо. Шул ваҡыт яндарына күргәҙмә хеҙмәткәре килде:
-- Һаумыһығыҙ. Оҡшаймы? Былар Гавай утрауынан алып киленгән бик һирәк осрай торған төр. «Ожмах фәрештәләре» тип атала. Ҡырҙан ҡарағанда, ысынлап та, осоп йөрөгән ваҡ ҡына хур ҡыҙҙарына оҡшағандар, шулай бит.
Арина шатлығынан хатта ҡысҡырып ебәрҙе:
-- Ҡарале, ысынлап та! Мин былар нимәгә оҡшаған икән тип уйлап ҡына тора инем. Ҡара, Сәит, хас ҡанатлы ҡыҙҙар бит!
Теге ҡатын тамашасыларының ҡыҙыҡһыныуына ҡыуанып, хәбәрен дауам итте:
-- Һеҙ бәхетлеһегеҙ, уникаль күренешкә тап булдығыҙ. Күбәләктәр бөгөн генә «ҡурсаҡтан» сыға башланылар, ана, ҡарағыҙ әле, ана-ау гөлдөң япраҡ аҫтын. Күрәһегеҙме, ҡурсаҡтан күбәләк сығып килә, ана-ана, во-от, сыҡты ла... Ана шулай күбәләк ярала!
Егет менән ҡыҙ, ус эсендә сиратып әүәләп эленгән төйөрөм генә оҙонса йөн ише нәмәнән бөтә кәүҙәһе менән тулай-тыпырсына сығып, дөрөҫөрәге ергә ҡолап төшөп, унан тәненә тиреһеләй булып һылашып йәбешкән үтә күренмәле ҡанаттарын саҡ-саҡ яҙып алып, ҡыйыуһыҙ ғына елпеп ҡарап һәм унан ҡапыл ғына аңлайышһыҙ көс менән ҡалҡынып осоп киткән «ожмах фәрештәһе»н таң ҡалып ҡарап ҡалды.
Оҙаҡламай яйлап баҡсаның һәр мөйөшөнән ҡалҡынып күтәрелгән күбәләктәрҙән быяла бүлмә эсе әкиәти күренешкә әүерелде. Яңы ғына осоу һәләтенә эйә булған күбәләктәр елпенеп, ә тамашасы уларҙы күҙәтеп туйманы.
Күбәләктәр донъяһынан саҡ алып сыҡты Сәит Аринаны. Тәьҫирләнеүенән бит остары алһыу алма булып янған ҡыҙ, кино залына инеп урынлашҡас та, егеттең ҡолағына бәләкәй бала шикелле:
-- Тағы барырбыҙ, йәме, Сәит, тағы барырбыҙ, - тип ҡат-ҡат шыбырланы.
Кинонан һуң егет менән ҡыҙ бер аҙға төнгө клубҡа инеп ултырҙы, ундағы тауыш ялҡытҡас, сығып ете ят урамдарҙы ҡыҙырҙылар, мөһабәт күпер өҫтөндә тын ғына тороп йылға ағышын күҙәттеләр, унан тағы урамдар, парктар, скверҙарҙың иңен-буйын үлсәнеләр. Әле һыйынышып ҡына барҙылар, әле юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып бөгөлә-һығыла шарҡылдап көлөштөләр, әле шуҡ балалар ише бер-береһен ҡыуып йүгерҙеләр. Һөйләшеп һүҙҙәре, серләшеп серҙәре бөтмәне. Аралашҡан, бер-береһенә йөрәктәрен аса барған һайын, йән ҡәрҙәшлеген, бербөтөнлөгөн нығыраҡ тойҙолар.
Сәит ҡыҙҙы йәшәгән еренә оҙатып килгәндә, төнгө клубтарҙың, күңел асыу урындарының мең төҫлө уттары һүнеп, унда-бында фатир күҙҙәре асыла башлағайны инде. Арина бер өй мөйөшөнә ышыҡланып, ашыҡ-бошоҡ джинсыһы менән курткаһын сисеп, үҙенең ялтыр-йолтор септәләренә төрөнгәс, өшөүҙән ҡалтыранып, шулай уҡ дерелдәп торған нәфис бармаҡтарын үбеп егеттең ирендәренә күсерҙе лә, осло үксәләрендә ҡаймығып китмәҫкә тырышып, юл аша йүгерҙе. Унан мәмерйә ауыҙылай өңөрәйеп торған подъезд ишегенә инеп тә юғалды. Егет һау беләгендә ятҡан кейемдәрҙе танауына килтерҙе, уларға шундай татлы, шундай танһыҡ булып ҡыҙҙың тән, хушбуй еҫтәре һеңеп өлгөргәйне.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: