Шул уҡ тәүлектең һуңғы сәғәттәрендә Арина менән Оксана был ер йөҙөндә уларҙы борсор бер нәмә лә булмағандай, донъялары түңәрәк, кәйефтәре көр төҫ менән өйрәнелгән урындарында тора инеләр инде. Бына яндарынан инде ике-өс ҡабат яй ғына үткән такси улар тәңгәленә килеп туҡтаны. Эстәгеләр ҡыҙҙарҙы быяла тәҙрәләр аша күҙәтеп ниҙер һөйләшеп көлөштө.
–Кемдәр шул, танымайһыңмы? – Арина борсолоп Оксанаға өндәште. Галя менән булған хәлдән һуң йәндәре ус төбөндә шул.
Ул арала Олег сабып килә һалып етте лә, сауҙалашып үҙҙәрен тейәп тә ебәрҙе. Оксананың «чурки» тигәндәре ысынлап та ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡырыҫыраҡ йөҙ-төҫлө ир-егеттәр ине. Тик, күренеп тора, «ҡара» халыҡ түгел.
– Сәләм, малайҙар, кәйефтәр нисек? – Оксана көнө буйы көтөп торған яҡындары килеп сыҡҡандай яр һалды.
Артта ултырғандың ауыҙы ҡолағынаса йырылып китте:
– Шә-әп, ҡыҙҙар, шә-әп. Һеҙ булғас тағы ла шәберәк булыр.
– Йәнегеҙ ҡайҙа теләй, - теге егет ихласлығын белдерә булып ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә, һыңар беләген янына ҡунаҡлаған Оксананың нәфис яурындарына төшөрҙө. Йәнәһе, ваҡиғаның хужаһы шулай ҙа ул әле. Оксанаға иһә иҫкәртәһе йәки аңғартаһы түгел, ул үҙ эшенең оҫтаһы, бындай «ауыл»ынан яңы сыҡҡан «малай»ҙарҙы ғына түгел, ир-аттың әллә ниндәй донъя күргәндәрен дә бесәй балаһылай итеп кенә әүрәтә, йәшәү мәғәнәһен оноттора белә. Был юлы ла, ап-аяҙ йәйге күк ише түңәрәк күҙҙәрендә зәһәр шайтансыҡтар бейетеп, ҡулбаштарына яҙа-йоҙа эләгеп торған блузка ишараты өҫтөнән кейгән курткаһының ҡаптырмаларын ашыҡмайса ғына ысҡындырҙы ла, яурындары менән йәтеш кенә хәрәкәт эшләп этеп тә төшөрҙө. Ҡараштары алдында пәйҙә булған илаһи күренештән «Дон-Жуан»дың аҫҡы эйәге төшөп китә яҙҙы. Ул бер-нисә минутҡа ғына юғалып, албырғап ҡалды. Бер генә мәлдә, күҙ йомоп асҡан арауыҡта ғына булды был йомшаҡлыҡ, тамаша ҡылыусы йәһәтләп үҙен ҡулға алып, бик мәғәнәле итеп йылмайған булды, әммә тәжрибәле фәхишә клиентының күҙ ҡараларында ғына сарпылып киткән был үҙгәреште бик тиҙ һәм ваҡытлы тотоп ҡалды, ҡалды ла һығымта ла яһаны. Уның алдында күптән ҡатын-ҡыҙ күрмәгән йәки гүзәл зат мәсьәләһендә тәжрибәһе бик сикле булған әҙәм ултыра. Төҫкә-башҡа ап-арыу, күҙе-башы янып, дәрт-дарманы уйнап торған ир-егеттең бындай хәлдә булыуын ике генә сәбәп асыҡлай: йәки армиянан был, йәки зонанан. Оксана, ғәҙәттә, үҙ фараздарында яңылышмай торған. Әле лә бер күҙ һирпеүҙә, бер байҡауҙа төшөнгәндәренә ныҡлы ышанып, ҡалҡау күкрәктәрен алға һоноп егеткә яҡынайҙы. Тегенеһе танауына килеп бәрелгән татлы хушбуй еҫтәрен шайығы менән бергә ыңҡылдатып йотто ла, ҡомһоҙ ҡараштарын дөйөм гүзәллектең ҡайһы ерендә туҡтатырға белмәй аҙапланды. Хур ҡыҙының ҡуйы ҡыҙыл яғылған үпкәсел бүлтек ирендәре араһынан ағылған моң да уға алыҫтан ишетелгәндәй тойолдо:
– Йәнебеҙ һеҙҙең кеүек аҫыл егеттәр менән аулаҡҡа теләй.
Әхирәтенең шул арала клиентынан артҡы аяҡтарында һикергәндәй маһъмай яһай алыу һәләтен көлөмһөрәп күҙәтеп килгән Арина, тегеләр үҙенең яндарында барлығын онотҡандай булғас, борсола биреп алдағыларға күҙ атты. «Руль артындағыһы таксист булһа, күршеһе уға тәғәйен клиенттыр, тимәк. Нимә тумһайып ултыра икән. Берәй псих булып ҡуймаһын тағы...»
Ниндәйҙер йорт янына килеп туҡтанылар. Арттағы егет йылдам ғына сыға һалып ҡыҙҙарға ҡулын биргән булды:
Оксана уйынды күтәреп алды:
Алда ултырыусы таксист менән иҫәпләште лә, ашыҡмай ғына сығып өҫ-башын рәтләгәндәй иткәс, үҙен дүрт күҙ менән көтөп тороусыларға боролоп баҫты. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһыныңдыр үҙәк төпкөлөнән ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан «Аһ» нисек ҡапыл ысҡынған булһа, шулай тотоп быуылды. Клиенттан ҡурҡыу йәки аптырау улар ҡағиҙәһендә түгел. Шулай ҙа ҡаршыларында торғандан өрккәнерәк ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын айырып ала алманылар. Иптәшенән бер башҡа аша ҡарап торған уҫлаптай кәүҙәле егеттең һул күҙе кинолағы пираттарҙыҡы ише ҡара япма менән ҡапланған да, япманың аҫтынан уҡ шул яҡ бит буйлап үңәстең кейем ҡаплаған тәңгәленә тиклем буйҙан-буйға ҡыҙыл-көрән йөй төшкән ине. Уныһы әллә ни һөнәр белмәгән ҡул менән сатай-ботай тегелгән. Энә эҙҙәренең дә тартылып етмәүенә ҡарағанда, ептәре лә күптән түгел генә сиселгәндер. Йөй шул яҡ танау япрағы менән ирен ситен үҙ яғына ҡыйшайта биреп тартҡан. Һыңар ҡулын терһәк тәңгәленән бөгөп бауырына ҡыҫыуына ҡарағанда, уныһы ла зәғиф булырға оҡшай.
– Ҡурҡмағыҙ, кеше ашамайым. Ҡарап туйһағыҙ, әйҙә - алға, - быларҙың йыландан арбалғандай булып үҙенә тексәйешеп ҡатып ҡалыуҙарынан ҡыҙыҡ табып күңеле күтәрелгән егет алдан төштө.
Ике бүлмәле йыйнаҡ ҡына фатирға килеп инделәр. Иң кәрәкле генә мебель-йыһаздар «оя»ның бер-нисә көнгә генә алынған ваҡытлыса урын икәнлеген әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Һәр хәлдә ҡыҙҙар бындай фатирҙарҙы таный белә.
– Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар, - артта ултырып килгән егет кейемдәрен сөйгә элде лә түргә әйҙүкләне, - хәҙер йәһәт кенә табын ябып ташлайбыҙ.
Һәр төрлө хәл-торошҡа һөнәрмәндәрсә йәһәт ҡулайлашып өйрәнгән ҡыҙҙар үҙ өйҙәрендәгеләй еңел һәм ҡыйыу йөрөп хужаларға өҫтәл биҙәшергә кереште. Кескәй диван менән ҡәнәфиҙәр араһынағы тәпәшәк түңәрәк табынға емеш-еләк йыуып ҡуйылды, колбаса-сыр кеүек закускалар янына дәү шаҡмаҡ аҡ шешә менән ҡыҙыл шарап менеп ултырҙы.
Аш бүлмәһе менән зал араһында улай-былай йөрөшкәндә Оксана аулаҡ тура килтереп, матур йөҙөн йәмһеҙ сирып, һыңар күҙен ҡыҫып:
– Не повезло һиңә, ҡәҙерлем, һөйгән йәрең – Франкенштейн, - тип тауышһыҙ ғына һығылып көлөп алырға ла өлгөрҙө. Арина ла пырхылданы:
Унан егеттәрҙең теге яҡта ниндәйҙер көйлө генә ят телдә һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалып торғандан:
– Ниндәй милләт халҡы икән? - тип һорамай ҙа булдыра алманы. Ят та, нимәһе менәндер таныш та кеүек телдәре.
– Юҡ, улар түгел. Икенсерәктәр бит.
– Улайһа йә таджик, йә үзбәк, һәр хәлдә шул «чурки» инде. Йә, ярай, беҙгә уларҙың кем булыуы нимәгә, - Оксана түш иҙеүен аса биреп, күҙ-ҡашын һыпырғыланы ла залға ашыҡты, - аҡсабыҙҙы эшләргә лә имен-аман тайырға.
Оксана менән йылғыр егет урталағы диванға урынлашты, Арина менән әлеге «Франкенштейн» өҫтәл аша ҡара-ҡаршы ҡәнәфиҙәргә тура килде.
–Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, танышыу хөрмәтенә... әй, беҙ танышманыҡ та бит әле! Мин Марат булам, дуҫым - Сәит, - үҙен Марат тип таныштырған телсәне ҡыҙҙарҙың ҡулдарына мөлдөрәмә ҡыҙыл шарап ҡойолған бокалдар тотторҙо.
– Марго, - Оксана нәфис эйәген юғары сөйҙө.
Быныһына Марат шарҡылдап көлөп үк ебәрҙе:
– Ну, мин Петруха улайһа.
«Да, хет шайтан бул»,- тип эстән генә екһенеп уйлаһа ла, донъялағы иң бәхетле кеше ҡиәфәтендә, утыҙ ике ынйы тешен балҡытып, сәкәшергә бокалын һуҙҙы Арина.
Еңел генә башланып киткән табын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Марат әленән-әле һикереп торҙо ла тост әйтте, анекдот артынан анекдот яуҙырҙы, ҡыҙмаса булып алған йәштәр юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, һындары ҡатҡансы көлдө. Инде апаруҡ башына сыҡҡан Марат һүҙ ыңғайында икеһенең дә хәрбиҙәр булыуҙарын, һуңғы йылдар килешеү буйынса Чечняла хеҙмәт итеүҙәрен, яраланыуҙарын һәм ике айҙай госпиталдә аунап ятҡандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барыуҙарын да ысҡындырҙы. Теге «Франкенштейн»ы ғына ҡап-ҡара ҡаштары аҫтынан үтә тишеп ҡараған ҡуҙ шикелле һыңар күҙе менән ике ҡыҙға ла алмаш-тилмәш бағып, иптәше «тегендә»гене күберәк ебәрә башлаһа «етәр, кемгә кәрәк ул» йә «ҡуй әле» тип тыя-тыя, һаран ғына йылмайып тик ултырҙы.
Байрам итеү оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй булды. Ул арала Марат, тап шул нөктәһенә етепмелер, сираттағы рүмкәһен күтәреп аяҡ үрә баҫты ла, күкрәк киреп, бер ҡулын һелтәй биреп тороп йырлап ебәрҙе:
Кү-бә-ләк гөл-дәр-гә ҡун-һа, гөл-дәр тирбәл-лә микән!
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа гөлдәр тирбәлә микән....
Ул да мин-не һа-ғынғанда, күбәләгем-түңәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым...
Тик Оксана уға йырлап бөтөргә ирек бирмәне, ынтылып ике ҡулын ҡармап ҡосаҡлап алды ла:
–Ну вот, приехали! Йә, йә нимәһен ҡысҡыраһың, әйҙә бейейек улайһа, мин һине вальсҡа саҡырам, – тип иркәләнеп әүрәтеп алып төшөп тә китте.
Арина иһә Мараттың ауыҙына төбәлгәйне лә ҡатҡайны. Оксана уны һөйрәкләп тигәндәй алып китеүгә, яратып уйнаған уйынсығы тартып алынған бала шикелле, ымһынып ҡарап ҡалғайны. Унан шул уҡ шаңҡыған һораулы ҡарашын үҙен бик ентекле күҙәтеп ултырған Сәиткә төшөрҙө. Тегеһе һөҙөп ҡарай ҙа ҡарай. «Нимә булды был? Ниндәй тел, ниндәй йыр? Белә түгелме ул был йырҙы... Танышмы... Тик ҡайҙа?...Ҡасан?...» Фантастик киноларҙа күрһәтелгәнсә хәтеренең әллә ҡайһы мөйөштәренең болғансыҡ, томанлы ерҙәре асылып-асылып киткәндәй ҙә, ошо таныш өн-ауаздар ҡолағына ишетелеп-сарпылып ҡалғандай тойолдо. Ирекһеҙҙән Оксана менән һылашып китеп бейеп йөрөгән Маратҡа «Тағы ла йырла әле» тип әйтергә уҡталды ла, туҡталды, унан тағы бер ҡабынғандай итте лә, кире һүрелде. Ул арала Оксана үҙенә терәүгә таянғандай һалынып өҫтөрәлгән егетен елтерәтеп йоҡо бүлмәһенә индереп алып та китте.
Тегеләрҙең артынан шапылдап ябылған ишек тауышы Аринаны ла иҫенә килтерҙе. Туҡта, уға ла хисләнеп-тәьҫирләнеп ултырырға түгел. Ҡыҙ көскә үҙен ҡулға алып, һораулы ҡарашын ҡаршы ултырыусыға күтәрҙе. Шул ваҡыт уның һәр хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай өйрәнеп ултырыусы көтөлмәгән һорау бирҙе:
–Башҡортса аңлайһың икән, тим.
–Баш… нисек? Нимәнән алдығыҙ уны? Тәүгә ишетәм.
– Ышандырмайһың, мин бит күреп ултырам. Башҡорт ҡыҙымы ни һин?
Аринаны егеттең әле үҙе лә белмәгәндәйҙе, үҙе лә аңлап етмәгәндәйҙе асыҡларға маташыуы ҡурҡытты, ашығып һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Мин әхирәтем менән бер ваҡытта китәм.
Сәиттең йомшара төшкән ҡарашында ҡабаттан тимер сатҡылар сағылды, әммә тауышы үҙгәрмәне:
–Аңлағас... оҙаҡ ҡарап ултырырға уйлайһығыҙмы? – Ҡыҙ үҙенең һөнәри алымдарының береһен ҡулланды – ирен ситтәрен генә йылмайтып, муйыл күҙҙәрен ҡыҫа төшөп саҡырыулы ҡараш атты. Егет был ымды тотоп алды, ҡараштары менән генә йотто, әммә һәүетемсә донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырған яҡын таныштарҙай, тыныс ҡына дауам итте:
– Һинең кеүек сибәр ҡыҙға ғүмер буйына ҡарарға ла була.
«Во, мыҫҡыл итә, сволочь»
–Минең кеүек сибәр ҡыҙҙы ҡарап ултырыр өсөн һатып алмайҙар.
–Мин бит һине, үҙең әйтмешләй, һатып алғанмын, шунлыҡтан, нимә эшләтһәм дә үҙ белдегемдер бит.
– Әлбиттә, әммә... хаҡы шулай уҡ.
– Ризамын, - яйлабыраҡ ултырған ыңғайы егет сытырая биреп зәғиф ҡулын ипләне.
«Ә-ә, бының яралары һыҙлайҙыр инде». Уйын да ҡысҡырып әйтте:
Егет күңелле итеп көлөп ебәрҙе:
– Юҡ, бит һыҙламай, бит ҡурҡыта ғына, шуға көҙгөгә ҡарамайым.
Әллә өйрәнә төштө, әллә ҡарағусҡыл йөҙөн яҡтыртҡан ап-аҡ тештәрен күрһәтеп ихлас көлгәнгә, егет һөйкөмлө үк булып китте. Эскерһеҙ шаярыуы ла оҡшаны ҡыҙға. Ирекһеҙҙән сылтыраҡ тауыш менән егеткә ҡушылды. Туҡтағайны тағы көлкөһө килде. Тағы көлдө. Ул көлгәнгә теге лә көлдө. Инде нимәгә көлгәндәрен дә онотҡандай, бер-береһенә ҡарашып көлөштө лә көлөштөләр.
Күптән улай ҡыуанғаны юҡ ине Аринаның. Үҙенә-үҙе аптыраны. «Ниңә улай юҡтан күңеле күтәрелде әле?»
Кинәт егет тағы ла көтөлмәгән һорау бирҙе:
–Нисек «нишләйһең»? Эшләйем.
Әле генә балҡып ултырған ҡыҙҙың шатлығы һыпырып алынғандай булды. Һүҙҙәре ирендәре араһынан ҡыҫылып сыҡты:
–Юҡ, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып. Панелдә буш ваҡытымда ғына мин.
Уның асыуланыуына егеттең иҫе китмәне:
–Ә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу һиңә бик тә килешер ине. Әйҙә иртәгә киноға барайыҡ.
Арина бер килке ишетмәгәндәй өнһөҙ ултырҙы. Сәит яуап көттө:
– Киноға. Бәлки, театрға, операға, балетҡа?
–Кем ебәрә һуң мине операға-балетҡа?
Икеһе лә үҙ уйҙарына сорналып тынып ҡалды. Бер аҙҙан егет тағы телгә килде:
–Ә мин һине һатып алһам... ҡайҙа нимә эшләгәнеңде тикшерәләрме ни?
– Әллә... юҡтыр... юҡтыр ул.
–Улай булғас, әйҙә мин һине иртәрәк килеп алам да, берәй ергә барып килербеҙ.
Бындай тәҡдимгә Арина ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла, нимә уйлап, нимә әйтергә белмәне:
– М...м...мине? Театрға?.. Н...ниңә?..
–Былай. Һин миңә оҡшайһың. Мин һине бынан өс-дүрт көн элек үк аңғарғайным, ҡарап-күҙәтеп йөрөнөм. Башҡа юл менән эргәңә яҡын барып булмағанлығын аңлағас, һатып алдым.
-- Минең кем икәнлегемде оноттоң шикелле.
-- Һин бер кешегә оҡшағанһың... ныҡ оҡшағанһың.
-- Бик ҡәҙерле кешегеҙгәме?..
-- Ҡәҙерле тип… ҡасандыр шулай ине лә… хәҙер мәғәнәһе юҡ инде.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәиттең тән һыҙлауҙарына йән ғазаптары ла өҫтәлдеме, ҡаштары ҡап уртаға һынып, тәҙрә ҡараңғыһына, төпһөҙлөккә сумған күҙ ҡарашы ауырайып китте. Аринаны иһә, уйламаҫтан, ҡаршыһында ултырған яҡшылап таныш та булмаған әҙәмде «бик ҡәҙерле кеше»нән көнләшеү хисе солғаны. «Нишләп ул шул «ҡәҙерле кеше» түгел һуң? Нишләп оҡшаған ғына...»
Шул ваҡыт, бындағыларҙың осланмаған һүҙен һәм уйҙарын сәсрәтә һуғып, әлеге бүлмә ишеге «дарһ» иттереп эстән тибеп асылды ла, тәҙрә быялаларын зыңҡылдатыр көс менән стенаға бәрелде һәм тертелдәшеп боролоп ҡараусылар алдында, аяҡтарында саҡ баҫып тороуына ҡарамаҫтан, бала шикелле итеп Оксананы күтәреп, бәүелеп-тантып торған Марат пәйҙә булды. Йөҙө хас та май ашаған туҡ бесәйҙеке ише. Табаҡ битен тотошлай балҡытып йәйелгән ҙур ауыҙын йыйып ала алмай.
Бына ул беләктәрендәге йөгөн сепрәк ҡурсағындай ялпылдып алып килеп диванға терәне лә, тегеһенең сар-сор килеүе күңеленә хуш килеп, гөрҫөлдәп янына ауҙы. Ауған ыңғайы, дөйөм көлкө яһап, даһыр-доһор килеп иҙәнгә лә төшөп китте. Унан ятҡан еренән әхирәтенең ҡупшы аяҡтарын бармаҡ остарынан башлап үбә-үбә өҫкә күтәрелде һәм ҡыҙҙың тулы балтыр төптәрен генә япҡандай итәге алдында туҡтап ҡалып, ялп иттереп башын самаһыҙ артҡа ташланы ла, хужаһына баҡҡан эт күҙҙәре менән зәңгәр баҙлауыҡтарға төбәлде. Был ваҡытта кем алдында теҙ сүгеп торғанын да онотҡайны ул. Кешелектең мәңгелек ҡөҙрәттәренә буйһоноп, мәжнүн хәленә ингән ир, бары ҡатын-ҡыҙ матурлығына, гүзәллегенә һоҡлана, уны ошо илаһи мәлдәрендә алиһәләй күрә һәм бары тик тәбиғи йән саҡырыуы артынан ынтыла ине. Эскерһеҙ ине егет был ваҡытта, ирҙәрсә асыҡ, бушаҡ, ҡәнәғәт ине. Хеҙмәтенең уңышлы емеше менән тантана иткән ҡыҙ, ханбикә ҡиәфәтендә, боттарын ҡосаҡлап ултырған Мараттың башынан һыйпаны:
-- Давай-давай, Маратик, тор, тор.
Тегеһе һаман да моронон татлы балтырҙарҙан айырып ала алмай мөьмөлдәне:
-- М-м-м, Марго, королевам минең… м-м…
-- Йә, ҡәҙерлем, королеваңды бер аҙ ғына һыйла ла, айырылышырға ваҡыт.
Был һүҙҙәрҙән Марат айнығып киткәндәй булып ҡапыл ҡалҡып аяҡтарына баҫты ла, «ыъы» тип сиҡылдап шарап шешәһенә үрелде:
-- Хәҙер, хәҙер, королевам, була… барыһы ла була.
Марат менән Оксананың ҡыланыштарынан көлөп ултырған Арина, шулай уҡ күңеле асылып киткән Сәиткә ҡараны. Тағы ла ҡараштары осрашты. «Беҙҙең дә мөнәсәбәт булһа, ул да шулай уҡ ҡыланыр инеме икән?»- тип уйланы ҡыҙ. Әммә үҙ уйына үҙенең ышанғыһы килмәне. Бындай ҡырыҫ, йомоҡ кеше шаяра белмәйҙер ул.
Сәит ҡыҙҙарҙы оҙата сыҡты. Был ваҡытта Марат ултырған урынында бәржәйеп төшөп хырлай ине инде. Егет таксиға ултырырға ынтылып эскә йомолған Аринаның бәләкәс кенә ап-аҡ ҡулын ҡыпһыуыр бармаҡтары менән кинәт кенә ҡыҫҡандай итеп туҡтатты ла «килештек» тигәнде иҫкәртеп баш һелкте. Аңланы уны Арина. Ынтылып ҡолағына бышылданы:
-- Килмәһәң дә үпкәләмәм…