+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Апрель 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Күбәләк ғүмере Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Бүлмә тын. Фатир тын. Ҡаланың төнгө тормошо менән көн иткәндәр иҫһеҙ йоҡлай торған мәл. Таң мәле. Бүлмәнең төрлө мөйөштәрендә әхирәттәренең мыш та мыш тын алғандарын тыңлап ята Арина. Уға йоҡо юҡ. Йоҡо ғына түгел, күңел тыныслығы ла ташлап ҡасты уны. Мыжғып торған йөҙ төрлө уйҙар менән шартлар хәлгә етеп тулышҡан башын ике ҡулы менән ике яҡтан ҡыҫып тотҡан да, бар көсөнә серегеп, хәтирәләрен уятырға, ҡайҙандыр онотолған төш шикелле генә сала-ярпы иҫләнгән нәмәләрҙе бер епкә теҙергә маташа ҡыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Күбәләк ғүмере
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Бүлмә тын. Фатир тын. Ҡаланың төнгө тормошо менән көн иткәндәр иҫһеҙ йоҡлай торған мәл. Таң мәле. Бүлмәнең төрлө мөйөштәрендә әхирәттәренең мыш та мыш тын алғандарын тыңлап ята Арина. Уға йоҡо юҡ. Йоҡо ғына түгел, күңел тыныслығы ла ташлап ҡасты уны. Мыжғып торған йөҙ төрлө уйҙар менән шартлар хәлгә етеп тулышҡан башын ике ҡулы менән ике яҡтан ҡыҫып тотҡан да, бар көсөнә серегеп, хәтирәләрен уятырға, ҡайҙандыр онотолған төш шикелле генә сала-ярпы иҫләнгән нәмәләрҙе бер епкә теҙергә маташа ҡыҙ.
«Кем тине әле Сәит? «Башҡорт» тинеме? Шунан?.. Шуна-ан… » Аңланы бит уларҙы Арина, аңлап үк етмәһә лә һүҙҙәрҙең моңон, ауазын таныны. Мейеһенең ҡайһылыр бер өлөшө, йөрәгенең ниндәйҙер ҡылы тертелдәне. Быны хатта ана Сәит тә һиҙҙе. Ә йырҙы? Йырҙысы? Таныны ғына түгел, һәр күҙәнәге, тиреһе менән тойҙо. Күптән ямғыр күрмәгән ҡоро ер шикеле һеңдереп алды. «Нисек танымаһын?! Был бит әсәһенең йыры…» Ҡыҙ тыңлауһыҙ телен яйһыҙ әйләндерҙе: «Кобо… ко-бо-лэ-гэ… ко-бо-лэгэ…» Кинәт Аринаның күҙ алдына иҫке ятаҡ бүлмәһендә ойошторолған наҡыҫ ҡына табын артында, шешәләштәре араһында ултырған әсәһенең ике ҡулын ҡанат шикелле итеп ике яҡҡа йәйеп:
-- Күб-бәл-ләгем! Түң-ңәр-рәгем! – тип күп эсеүҙән ултыра башлаған моңло ғына тауыш менән йырлап ебәргәне килеп баҫты ла, үҙе лә шунда шифоньер артына ҡыҫырыҡлап тығылған кескәй тимер карауатта ошо йырҙы тыңлап ятҡандай тойолдо. Биш-алты йәшлек кенә бәләкәй ҡыҙ ул, әсәһенең ҡунаҡтары таралғанын көтөп ята. Ята-ята ла, көтөп ала алмай, йоҡлап китә.
Ә әсәһе йырлай ҙа йырлай. Эргәһендәге бер ни аңламаған эскесе мәрйәләрҙең тыңлау-тыңламауында уның эше юҡ. Иҫереүенең шул дәрәжәһендә ул тап ошо «Күбәләк»тән башлай ҙа, үкһеп буҫлыҡҡанға ҡәҙәр йырлай торған ғәҙәте бар. Ярата уның йырлағанын Арина, тик оҙаҡ тыңлай алмай, йә әсәһе йөгө етеп буҙлауға күсә, йә үҙе әүен баҙарына юллана. Айныҡта йырламай шул әсәһе, әллә нишләп тик ошолай йәмһеҙәйгәс кенә был һәләте иҫенә төшә.
Әсәһенең исеме Ася ине. Арина кеүек үк ҡара һылыу ҡатын булғандыр, күрәһең. Бала күҙе менән иҫендә ҡалғандарынан ҡоңғорт йөҙҙә ҡыҫығыраҡ күҙҙәр ҙә, ҡабарып торған ҡара сәстәр һәм … нишләптер, сәскәле күлдәкме, халатмы хәтеренә килә.
Әсәһендә ул оҙаҡ йәшәмәне. Уға ла ҡайҙандыр килгәйне булһа кәрәк. Әллә килтергәйнеләр микән?.. Тик ҡайҙан? Әгәр ҙә хәтер лабиринттарының ҡайһылыр бер коридорҙарында томан араһынан ғына күренеп ҡалған теге әбей ысын булһа? Әгәр ҙә ул иҫләгәндәре төш тә, үҙ фантазиялары ғына ла булмаһа? Ана бит ул төштәр үҙҙәрен тағы ла бер ҡат һөйләткеләре килә…
… Кескәй генә ҡыҙ бала тотош сепрәккә уралған кеүек булып күренгән бер әбейҙең ҡулына йәбешеп йылға ярынан атлай. Күктән дә, ерҙән дә, әбейҙән дә йылы бөркөлә. Балаға рәхәт. Бына улар һыу ситенә туҡтай ҙа, әбей ҡыҙҙың күлдәген һалдыра һәм һыңар ҡулындағы сөм тасҡа һыу һоҫоп алып, баланы шуның эсенә ултырта. Үҙе ағында нимәлер йыуамы…
… Әлеге шул төҫө асыҡ күренмәгән әбей нимәлер әйтә, һамаҡлай булһа кәрәк, ҡулдарын сәпәкәйләп ултыра. Кескәй ҡыҙ уның янында ялпылдап һикерәнләй, әллә бейей микән?..
… Өй эсе… Ниндәйҙер сағыу япмалар ябылған киң урында сәй эсәләр. Әбей ултыра… ҡыҙ ашъяулыҡ янында аунап ята… уйнай шикелле…
… Ҙур көҙгө янында кескәй генә ҡыҙ бала төрлө ҙурлыҡтағы аллы-гөллө тауарҙарҙымы, яулыҡтарҙымы туҙҙырып, йә ябынып, йә төрөнөп ҡарай…
Ысынында иһә төш түгел ине былар. Егерме ике генә йәшендә ут-һыу һәм баҡыр торбалар аша үткән фәхишәнең ыуыҙ япраҡ шикелле генә саф, керһеҙ сағының иң бәхетле мәлдәре ине. Тик, үкенескә ҡаршы, ул үҙе лә ул ожмахтағы көндәрен белмәй, иҫләмәй.
Шәмсиҡәмәрҙең Асияһы бәләкәйҙән сая, үҙһүҙле бала булды. Дүрт малайҙан һуң тыуған берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, әллә инде ҡырҡты ашып китеп тапҡанғамы, ҡыҙҙарын үтә яраттылар, үтә иркәләттеләр үҙҙәре лә.
Ун алты йәше тулып, туғыҙынсыны тамамлағанда, Асия инде буйтым еткән ҡыҙ ине инде. Башҡа синыфташ ҡыҙҙарынан кәүҙәгә лә лә юғарыраҡ, тән-торошо ла ултырған, холоҡ-фиғеле лә бала-сағалыҡтан сыҡҡайны. Матур йөҙө, ҡупшы һыны, болот кеүек тулҡынлы оҙон сәстәренә өҫтәп моңло тауышы ла, уны, бер-нисә клубҡа сығып әйләнеүендә, ауылдың тәүге сибәре яһаны.
Үҫкән ерендә бер кәртә лә, бер һынау ҙа булмағанға өйрәнгән һәм донъя тик һиңә һоҡланыусыларҙан һәм һине яратыусыларҙан ғына тора, тигәнгә ныҡлы ышанған ҡыҙ, мәктәптән һуң баш ҡаланың сәнғәт училищеһына юлланды. Әммә килеп, тәүге һынауҙарҙан уҡ «төшөп ҡалғас» бик аптыраны, кемдәрҙәндер кәмлеген ҡабул итә алмайынса ярһыны. Бында иһә уның кеүек сибәрҙәр ҙә, һомғолдар ҙа, матур йырлаусылар ҙа туп-тулы икән дәһә. Һәр береһе үҙен бөгөндән сәхнә йондоҙо булырҙай әртис итеп иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, уҡырға инә алманы ул. Шулай ҙа кире ҡайтманы, документтарын эргәләге һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырҙы.
Дәртле ине ҡыҙ, илһамы ташып, күңеле йырлап, йөрәге уйнап тора ине. Тик ана шул дәрт-дарманын, бөткөһөҙ энергияһын дөрөҫ юҫыҡҡа файҙалана ғына белмәне. Тиҙ арала баҫалҡы, йыуаш ауыл ҡыҙҙарынан айырылды ла, үҙе кеүек үткер, төҫкә-башҡа сағыу ҡала ҡыҙҙары төркөмөнә барып ҡушылды. Шуларға эйәреп төнгө дискотекаларға йөрөнө, тартырға, аҙлап эсергә өйрәнде, дәрестәр ҡалдырҙы. Тәрбиәселәренең, ҡыҙҙың йырлау һәләтен белеп ҡалып, төрлө мәҙәни сараларға ылыҡтырыға тырышып ҡарауы ла фәтүә бирмәне. «Мин башҡаса бер ваҡытта ла йырламаясаҡмын!» тип һауалы ғына яуапланы ул, теге ваҡыт үҙенә «өслө» сәпәгәндәргә һаҡлаған үсен, ниһайәт, ҡандыра алыуға зәһәр ҡыуанып.
Ике курслыҡ уҡыуының тәүге йылында уҡ ауырға ҡалды. Ҡыҙҙың хәлен белгәс тә, егет тип аталғанынан елдәр иҫте. Уныһы Сергей исемле урыҫ ине. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр асыҡлай башлауға, елбәгәй ҡыҙ балаһының атаһы була торған кешенең адресын ғына түгел, фамилияһын да белмәй булып сыҡты. Ятаҡ форточкаһынан ҡасып сығып, төнгө дискотекаларҙа йөрөгәндә танышҡан һәм бер нисә тапҡыр аулаҡ фатирҙарҙа күңел асҡан «һөйгәне» ине шул. Күпмелер ваҡыттан һуң уртаҡ таныштары Сергейҙың үҙ теләге менән ғариза яҙып армияға китеүен еткерҙе. Егеттең ата-әсәһе ниндәйҙер ауыл ҡыҙының, «ПТУшницаның», етмәһә башҡорттоң, улдарынан бала табырға йөрөүен дә, ярҙам-фәләнде лә, хатта танышып-күрешеүҙе лә ишетергә лә теләмәне. Улар фекеренсә, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уларҙың балаһы юғары мәҙәниле ғаиләлә тәрбиәләнгән, махсус мәктәп тамамлаған, шөһрәтле уҡыу йортоноң иң яҡшы факультетында белем ала. Нисек итеп ул ундай ҡыҙ менән таныш булһын? Дуҫлашһын? Етмәһә бала… Юҡ, юҡ һәм юҡ!
Юҡҡа талап та юҡ. Әле йәй шауҡымынан арынып та етмәгән сыуаҡ сентябрь баштарында, курсташтары оҙайлы лекцияларҙа ойошоп ултырған көндәрҙең береһендә, яҡты донъяға оло кешенең ус аяһындай ғына ҡыҙ бала килтерҙе ул. Тыуҙырҙы ла, алдан ныҡлы ҡарар иткәнсә, балаһына ҡараманы ла, ҡағылманы ла. Баш тартты ул ҡыҙынан. Биш көндө нисек тә бала табыусы ҡатындарҙың һәм медперсоналдың нәфрәтле ҡарашы аҫтында түҙеп йөрөп үткәргәс, киренән нәҙек билле ҡыҙ булып, тыҡылдата баҫып сыҡты ла китте.
… Баланы аҙаҡ Шәмсеҡәмәр үҙе килеп эҙләп алды. Баш тартһа ла, исемен Арина тип яҙҙырып, теге урыҫтың фамилияһын биреп, милләтен «русская» тип күрһәтеп киткән икән теге йүнһеҙе. Шунда уҡ килә лә алмағайны шул, башта бабайы түшәккә ятып китте, унан кесе улы өйләнде. Өлкән балалары, малайҙары инде, юлдан яҙған һеңлеләрен ғәфү итергә теләмәне. «Балаһы менән бында ҡайтып күренеп йөрөмәһен» тип кенә ебәрҙеләр. Тик оло ҡатынға инәлек тойғоһо тынғы бирмәне. Ятһа ла торһа ла ҡайҙалыр бер ерҙә уның ҡаны, уның өлөшө булған баланың барлығын, ташланып кителгәнлеген иҫләне лә торҙо. Ахырҙа, үҙ намыҫынан, тойғоларынан ҡасып китә һәм йәшенә алмаҫын аңлағас, баланы эҙләп сығырға тәүәккәлләне. Өлкән улы ризаһыҙлығын белдереп ҡаш аҫтынан йәмерәйтә ҡарап ултырһа ла, әсәһен поезғаса алып килеп, ултыртышып, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды.
Баланы табыуы ла, алыуы ла оҙаҡ булманы. Бар ғүмере бер айлыҡ ҡына булған бәпесте һаман да бала тыуҙырыу йортонда тотҡандар икән. Өләсәһе килеп һорап торғас, әсәһе лә өйрәнеп, эҫенеп китер әле тигән өмөт менән, кескәй Аринаны мәрхәмәтле ҡулдарға тапшырҙылар.
Башта имсәк балалары булған ике килене араһында йөрөттө, унан, үҫә төшкәс, яйлап һыйыр һөтөнә күсерҙе ҡыҙын өләсәй. Етем бала әрһеҙ була тигәндәй, үлмәйем дә ҡалмайым тип ауырыу-сырхауға бирешмәйсә, йәшәргә ынтылды сабый ҙа.
Дүрт йәшенәсә торҙо ул өләсәһендә, дүрт йыл үҙе аңламаһа ла бәхетле, ҡәҙерле булды. Дүртенсе көҙөндә өләсәһен фалиж һуҡты ла, ул үҙе килендәре ҡулына ҡалғас, олатайҙары Аринаның (өләсәһе уны бер ваҡытта был исем менән атаманы, Әминә тине ул ейәнсәрен) әсәһен эҙләп табып, хәбәр иттеләр. Күптән, ниндәйҙер бер әҙәмгә тағылып, Мәскәү ҡалаһына сығып киткән Асия, был ваҡытта, инде өсөнсө-дүртенсе ирен алмаштырғандан һуң, алама ғына ятаҡ бүлмәһендә бер үҙе көн күрә ине. Унда-бында ҡағылып-һуғылып үткәндәй, инеп йәшәп сыҡҡандай ир-егеттәре бар ҙа ул, тик ысынлап ғаилә ҡороп торорҙайы, үҙен ҡатыны итеп ҡабул иткәндәйе юҡ. Улары ла әллә ҡатындың тышҡы матурлығына ғына ҡыҙығалар ҙа, донъяһына төкөрөп йәшәүенә ризалашмайҙар, әллә икенсе сәбәптәр бар… Ә бит әле үҙенә ул ваҡытта егерме биш тә юҡ ине.
Ағайҙарынан хәбәр алғас, Асия ҡайтты. Биш йылда беренсе һәм, үкенескә ҡаршы, һуңғы тапҡыр үтеүе ине уның тыуған һуҡмаҡтарынан. Унда ла оҙаҡ торманы, әсәһенең янында бер кис кенә ултырып, һаран ғына күҙ йәштәрен һығып сығарған булды ла, үҙенән ятһырап тартҡылашҡан бәләкәс Аринаһын елтерәтеп етәкләп алып юлға ла сыҡты. Әйтерһең, үҙҙәрен оло ҡала ҡолас йәйеп көтөп тора.
Ярлы ғына, ҡотһоҙ, шыҡһыҙ бүлмәгә лә, ят апайға ла бик оҙаҡ өйрәнде ҡыҙсыҡ. Өләсәһен, йәмле йортон, йылы ҡараштарҙы, ҡулдарҙы, мөнәсәбәтте һағынды, шиңде. Үҙен әсәй тип атарға ҡушҡан был апай ҙа насар булманы уға, һуҡманы, ҡысҡырманы, ҡаты бәрелмәне. Әммә шул уҡ ваҡытта тәрбиәләмәне лә, тыйманы ла, ҡараманы ла тигәндәй. Бала тулыһынса үҙ мәнфәғәтендә булды. Иртәнсәк тороп өҫтәлдә нимә таба шуны тотоп ашай ҙа, коридорға сыға һәм үҙе кеүек ярымҡарауһыҙ балалар менән шау-гөр килеп йүгерешеп үйнап, болғанып, бысранып, кем нимә бирә шуның менән тамаҡ ялғап, кискә арып инеп шифоньер артындағы кескәй тимер карауатына тәгәрәй. Уны йыуындырыусы, өҫ-башын алмаштырыусы, йәки сәс-башын йыйыусы юҡ. Булғанда ла, бындай хәл бер-ике айға бер генә яңылыштан эләгәлер. Көнө буйына эшкә барғандағылай ҡайҙарҙалыр, кемдәрҙәлер йөрөп, апаруҡ ҡына тейәп ҡайтҡан әсәһе, ҡайһы көн балаһының шул шифоньер артында бармы-юҡмы икәнлеген дә белмәйенсә, ятып китә. Дөрөҫөрәге, бушлыҡҡа оса.
Беренсе класҡа ул приюттан барҙы. Бер көн, яҡындағы ашханаға барып, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тамаҡ туйҙырып ҡайтып, ятаҡ коридорында өй төҙөп тороп уйнап йөрөгән бер нисә баланы ят ағай-апайҙар килеп, машинаға ултыртып алып киттеләр. Яҡты, таҙа йортта башта уларҙы табиптар ҡараны, унан көсләп тигәндәй сәстәрен алдылар, йыуындырҙылар, таҙа яңы кейемдәр кейҙерҙеләр ҙә, туйҙырғансы ашатып-эсереп, шулай уҡ ҡарҙай таҙа түшәктәргә йоҡлатырға һалдылар. Хәҙер инде берәҙәк ятаҡ балаһына әйләнеп шымарған, йылғырланған һәм ят кешеләрҙән әллә ни ҡурҡып бармаған Арина, бында ла тиҙ өйрәнде. Уның: «Ә әсәйем ҡайҙа?» тигән һорауына тәрбиәселәр: «Әсәйең, әгәр ҙә эсмәһә, төҙәлһә, һине килеп ала ала»-тип яуаплағайны ла. Тик әсәһе килмәне… Аринаның күңелендә оҙаҡ йылдар йәшәп килгән, бына ҡапыл ғына ишектәр асылып китер ҙә, әсәһе килеп инер һәм уны теге күңелле ятаҡҡа алып ҡайтыр, тигән татлы хыялы яйлап, тау үҙәгенән яланға һарҡып төшкән томан шикелле таралып, юҡҡа сыҡты.
Приютта ике йыл булғас, уны балалар йортона күсерҙеләр. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ булды, тиҫтерҙәре менән дә аралашып, ҡайнашып йәшәне, әммә йылылыҡ тапманы, алдан һыҙылған план, тәртип менән йәшәп, көн дә бер үк механизмды, бер үк эштәрҙе башҡарҙы. Шулай булып килде-килде лә, аңғармаҫтан юғары кластарҙа йәшәйеше үҙгәреп китте. Сөнки һуңғы бер йылда ҡапыл ғына тартылып үҫеп, нәҙек сираҡлы сибек ҡыҙсыҡтан түңәрәк янбашлы, йоморо түшле, баҙыҡ балтырлы ҡыҙ булып еткәйне. Ҡыҫығыраҡ ҡара күҙҙәрендә нур балҡыны, бүлтек ҡыҙыл ирендәрендә илһамлы хис сағылды, алһыу нәфис битендә ҡатын-ҡыҙ наҙлылығы, илаһилығы яралды. Тиңдәш малай-шалайҙар көтөүе менән артынан йүгерҙе, хатта ир-ат уҡытыусылар ҙа, балалар йортона ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа көслө зат та еләк кеүек ҡыҙға иғтибар итмәй булманы. Тик Арина ғына үҙенә ҡарата бындай иғтибарҙы аңлап етмәне. Ул бит башҡалар тарафынан артыҡ хис-тойғо тоймайынса, үҙе лә артыҡ кем өсөндөр өҙөлмәйенсә, бер ниндәй талапһыҙ, маҡсатһыҙ, артыҡ хыялһыҙ ғына йәшәп өйрәнгән. Бындай ашҡынып килгән тулҡын шикелле көслө, бай, мул иғтибарға әҙер түгел ине ул. Яңы тойғолар ҡыҙға ят, ситен, кәүҙә-торошо еткән ҡыҙ сифатын алһа ла, эске донъяһы ыуыҙ ғына булған баланы юғалып, албырғап ҡалырға мәжбүр итте. Ә өйрәтеүсе, аҡыл биреүсе, кәңәш итеүсе юҡ.
Балалар йорто етәкселеге лә күҙ уңында тотто уны һәм, беренсе үк осраҡтан файҙаланып, һылыу тәрбиәләнеүселәрен, үҙҙәренең кейем тегеү цехының күлдәктәрен күрһәтеү өсөн, ҡала-ара бәйгегә сығарҙы. Өҫтөндәге осһоҙ тауарҙарҙан тегелгән һәм ҡый-ғыпыр биҙәүестәрҙәр менән биҙәлгән кейем-һалымды түгел, ә ул сепрәк-сапраҡ япҡан һынды күҙәтте бындағы тамашасы. Подиумда түбәһенә алтын таж ултыртҡан текә батша ҡыҙы, ирекле һомғол аҡ болан, һаҡ ҡына, ғорур, мөһабәт ҡара пантера йөрөй ине. Шул арала, тейешле кешеләр араһында был гүзәллек кәрәгенсә баһаланып, хаҡ та ҡуйылды. Унан-бынан эләктерелеп эшләнгән кейемдәре өсөн борсолоп, тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуҙан тулҡынланып зомби хәленә ингән ҡыҙ, быларҙың береһен дә белмәне, әлбиттә.
Яңы ғына балалар йорто тупһаһын ашатлаған Аринаны, башҡа тиңдәштәре кеүек үк, берәү ҙә көтөп тормай, ҡайҙалыр уҡырға инергә, эшкә урынлашырға йүнләгән, зәңгәр экрандарҙан һөйләгәндәренсә торлаҡ менән тәьмин иткән кешеләр ҙә, хеҙмәттәр ҙә юҡ ине. Үҙ йүнен үҙе күреп йәшәүгә яраҡлы булып формалашып етмәгән, бары ағымға ҡулайлашып, билдәле сиктәрҙә генә көн итеп өйрәнгән йәштәр, ҡош фермаһынан ҡыуып сығарылған ҡаҙ бәпкәләре ише ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, урамдағы халыҡ араһында ҡайнашты. Шунлыҡтан, билдәһеҙ генә булһа ла кейем тегеү фирмаһынан саҡырыу алғас, ҡыҙҙың түбәһе күккә тейҙе. Уны башта бер, унан икенсе мода салонына урынлаштырҙылар. Башта бер, унан икенсе мода күрһәтеү байрамында ҡатнаштырҙылар. Күпмелер аҡса ла түләнеләр. Унан берҙән-бер көндө салон администраторы килде лә: «Бер абруйлы спонсорға ҡунаҡҡа барып, байрамын биҙәп ултырып ҡайтырға кәрәк булыр» тине. Үҙен кешеләр йәмғиәтенә йәм бирерҙәй, байрамдарын нурларҙай тип табыуҙарына сикһеҙ ғорурланған ҡыҙ, шатланып ризалашты. Тик барыуы бер кискә генә булмай сыҡты. Ике көндән генә тапалған, иҙелгән, мәсхәрәләнгән хәлдә барып алдылар үҙен. Буҫлығып илаған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан Аринаны үҙенән олораҡтар йыуатты, барын да улай йөрәккә яҡын алмаҫҡа, тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәклекте аңлатырға тырышты. Күп нәмәгә еңелерәк ҡарағанда, ҡай бер хәлдәрҙе артыҡ фажиғә итеп ҡабул итмәгәндә, үҙ көндәренең әллә ни ҡатмарлы ла түгеллеген иҫбатлап маташты.
Тормош дауам итте. Йылдар үтә торҙо. Мода утына арбалып осҡан ҡыҙҙарҙың күбеһе, Арина кеүек үк, төрлө «фирма»лар ҡулында ҡармалып ҡалды. Ерҙәге боронғо һөнәр эйәләре – фәхишәләр яһалды уларҙан. Баҙар донъяһындағы иң үтемле, бер ваҡытта ла хаҡын юғалтмай, иҫкермәй, кәмемәй торған тауар икән дә һуң ҡатын-ҡыҙ тәне. Яңылары өҫтөнә яңылары үҫеп етеп өлгөрә лә, алма шикелле булып бешеп, табын уртаһына өҙөлөп төшөп тора. Ә табында мәңге тынмаҫ мәжлес, байрам, туй...
Ошо йәшәйештә хатта үҙ исемен дә онота яҙҙы Арина. Тәүге көндәре хужалары ҡараҡай ҡыҙҙы күргәс тә һоҡланып: «Үәт экзотика! Что за Гюльчатай?!» тип телен сартлатҡайны, шунан башлап үҙен Гюльчатай тине лә ҡуйҙылар. Ҡулдарында үҙ шәхестәренең кем икәнлеген иҫбатлағандай бер генә документтары ла ҡалдырылмаған, тулыһынса әсирәлеккә төшкән ҡыҙҙарҙың ҡушамат һайлап торор хоҡуҡтары бармы инде. Кем тип атаһалар шул булды ла ҡуйҙы.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: