-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Апрель 2021, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Күбәләк ғүмере Хикәйә Алтынсы өлөшө

Ул тышты стенаның ярты өлөшөн биләп торған оло тәҙрәләр аша күҙәтә. Күҙәтә тип, күргәндәрен аңлағандай, төшөнгәндәй хәлдә түгел, бары ҡараштары ғына алдындағы бушлыҡҡа төбәлгән. Ә аңы… аңы йоҡлағанмы, ойоғанмы хәлдә. Йошмаҡ ҡәнәфигә сумып, затлы халатҡа уралған тәне, сепрәк ҡурсаҡтыҡы ише, быуынһыҙ булып һәленеп төшкән хәлдә, ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң йүгерә һалып үтеп, бүлмәне ҡара һөрөм баҫа барыуын да аңғармайса ултыра ул. Ултыра… йәки һәйкәл шикелле сәғәттәр буйына, урамда бик мөһим нәмә күреп ҡалғандай, әлеге быяла аръяғына текәлеп баҫып тора, унан барып яландай киң, йомшаҡ түшәккә ҡырҡылғандай һаҡһыҙ ауа ла, бөгәрләнеп ҡатып ята. Иламай ул хәҙер, хатта уйламай ҙа, ә бары ай нуры шауҡымында хәрәкәт иткән әҙәм хәлендә йөрөй, тереклек итә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Күбәләк ғүмере
Хикәйә
Алтынсы өлөшө
Ул тышты стенаның ярты өлөшөн биләп торған оло тәҙрәләр аша күҙәтә. Күҙәтә тип, күргәндәрен аңлағандай, төшөнгәндәй хәлдә түгел, бары ҡараштары ғына алдындағы бушлыҡҡа төбәлгән. Ә аңы… аңы йоҡлағанмы, ойоғанмы хәлдә. Йошмаҡ ҡәнәфигә сумып, затлы халатҡа уралған тәне, сепрәк ҡурсаҡтыҡы ише, быуынһыҙ булып һәленеп төшкән хәлдә, ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң йүгерә һалып үтеп, бүлмәне ҡара һөрөм баҫа барыуын да аңғармайса ултыра ул. Ултыра… йәки һәйкәл шикелле сәғәттәр буйына, урамда бик мөһим нәмә күреп ҡалғандай, әлеге быяла аръяғына текәлеп баҫып тора, унан барып яландай киң, йомшаҡ түшәккә ҡырҡылғандай һаҡһыҙ ауа ла, бөгәрләнеп ҡатып ята. Иламай ул хәҙер, хатта уйламай ҙа, ә бары ай нуры шауҡымында хәрәкәт иткән әҙәм хәлендә йөрөй, тереклек итә.
Ҡуйы тынлыҡты һаҡ ҡына боҙоп эргәлә ятҡан кеҫә телефоны яғымлы сылтырауыҡ көй сығарҙы. Нәфис ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре телефонға үрелде:
-- Эйе.
-- Сәләм, һөйөклөм! Кәйефтәр нисек? – ҡыҙ бармаҡтары менән сикәһенә ҡыҫҡан был ҡупшы телефонға шылтыратыусы берҙән-бер номер нисә тапҡыр бәйләнешкә инһә лә ошо уҡ һорауҙы бирә һәм шул уҡ яуапты ишетә:
-- Барыһы ла яҡшы.
-- Туғыҙҙан һуң инеп алырмын, бик шәп урынға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Теге һуңғы алған ҡара күлдәгеңде кейерһең, прическа эшләргә кеше ебәрәм. Ялтырап, күҙ сағылдырып торорҙай булырға тейешһең! Конкуренттар була. Әҙерлән! Шылтыратырмын. Пип-пип-пип…
Шылтыратыусы уның яуабын, ризалығын йәки ризаһыҙлыҡ белдереүен көтмәй. Сөнки ул кәрәк тә түгел. Уға бары үҙенең теләген әйтеү йә бойороҡ биреү ҙә етә. Әйткәндәр һис шикһеҙ үтәләсәк.
Телефондың кескәй экранында сәғәт һандары баҙланы. Әле алты тула, парикмахер килеүгә ванна ҡабул итеп, маска эшләп өлгөрөргә кәрәк. Арина үҙен көсләп торғоҙоп ванна бүлмәһенә тәнтерәкләне. Түшәмдән иҙәнгәсә диңгеҙ һыуындай зәңгәрһыу ҡиммәтле кафелдән ҡойолған бүлмәнең утын ҡабыҙып, кескәй күл дәүмәлендәй джакузиға һыу тултырырға ҡуйҙы ла, ванна ситенә терәлеп, ҡаршылағы көҙгөнән үҙенә төбәлгән таныш йөҙгә баҡты. Таныш йөҙ, таныш һын, әммә ҡыҫығыраҡ муйыл күҙҙәрҙең ҡарашы ят, үтә тыныс, юҡ, тыныс ҡына түгел, буш һәм мәғәнәһеҙ.
Египет статуэткалары кеүек шоколад төҫөнә ингәнсе яһалма ҡояшта янған һомғол кәүҙә сөм джакузи эсенә шыуып төшөп йылы даръя иркәләүенә бирелде. Төрлө яҡлап һөжүм иткән һыу массажы көн оҙоно ашамайса хәрәкәтһеҙ ултырып өшөп-ҡатҡан тәнгә йән өрөп, аяҡ-ҡулдарға ҡан йүгертеп ебәрҙе. Һүнеп барғандай булған мейегә яйлап киренән эшләү һәләте ҡайтып, күҙ алмаларына бер аҙ нур ингәндәй булды. Терелә барыу менән бергә ғазаплы уйлау һәләте лә ҡайтты һәм ҡыҙҙы аяныслы ысынбарлыҡҡа әйҙәне.
Сәит киткәс Арина нисек тә бөгөнгө көндө үткәрергә тип түгел, ә тиҙерәк киләһе көндәрҙе еткерергә тип йәшәй башланы. «Иң күбе ике аҙна» тине бит уға Сәит, ике аҙнаны нисек тә түҙгәндә, һөйгәне уны был тамуҡтан йолҡоп алып китәсәк. Улар инде ҡасыу планын да төҙөгән. Сәит махсус кешеләргә ҡыҙ исеменә яңы документтар әҙерләргә лә тапшырған, килгәс үҙе күҙгә башҡа күренеп йөрөмәйәсәк, ә ҡыҙҙы алырға алдан һөйләшелгән иптәшен ебәрәсәк һәм шул төндө үк егеттең хеҙмәт иткән еренә - Кавказ яҡтарына елдерәсәктәр. Ә ундағы хәрбиҙәрҙең ғаиләләре йәшәгән ҡасабала Сәиттең ҡатынына ла берәй мөйөш табылыр.
Ике аҙнанан донъя бөтөнләй яңы төҫ алыр, икенсе ҡояш сығыр, икенсе ай ҡалҡыр кеүек ине, әммә ул нишләптер үҙгәрмәне, барыһы ла шул уҡ, юҡ, үҙгәрҙе ул, тик тағы ла ҡарараҡ төҫкә. … Көтөлгән көндө Сәиттән ебәреләһе кеше килмәне… Икенсе көндө лә, унан һуңға ла… бер аҙнанан да. Тимәк, Сәит үҙе килмәне… Әммә Арина бындай фаразды ҡабул итергә теләмәне, ул хатта үҙенә икенсе төрлө итеп уйларға ла рөхсәт итмәне. Әгәр ҙә бында телефон тотоу ҡәтғи тыйылмаһа, ҡыҙ егеткә йәки уның берәй танышына шылтыратып ни булғанын һорай ҙа алыр ине. Юҡ шул, ундай аҙым ҡурҡыныс, телефондары табылған ҡыҙҙарҙың ҡаты яза алғандарын күргәне лә ишеткәне лә етәрлек. Тимәк, ул бары көтә генә ала һәм ул көттө… көттө... көттө… ике аҙна аръяғына тағы ике аҙна, тағы ике аҙна үтте… Сараһыҙлыҡтан әрнегән ҡыҙ үҙен һиҙелмәйсә генә һыуы һарҡып ултырған сатнаған көршәк итеп хис итте. Унан яйлап ҡына йәшәү көсө ағып сыға, тотош барлығында нимәнеңдер юғала барыуын, шиңеүен, һулыуын тоя.
Бына ошондай кисерештәр эсендә булды ул һуңғы көндәрҙә.
Һуңғы көндәрҙә тигәндәй, һуңғы көндәрҙә нишләп уны эшкә лә сығармайҙар әле? Олег «Һин өйҙә булаһың» тип кенә өҙә әйтте лә, аңлатып торманы. Был хаҡта иҫләгәс, параллель йәшәйештә йөрөгәндәй булған ҡыҙ ергә баҫҡандай булды. «Тиктәҫкә булмаҫ бындай «ял», аръяғында нимәлер барҙыр, әллә ҡасырға йөрөгәнен һиҙеп ҡалдылармы? Эй, Хоҙайым, ярҙам ит, азат ит мине был донъянан!»
Аринаның һиҙенеүҙәре, ҡурҡыуҙары бушҡа булмай сыҡты. Бер көн иртәнсәк Олег килеп уны «чиновник»тың һатып алыуын, ялына ла алдан түләп ҡуйыуын һәм хәҙер инде үҙ ояһына күсереп алырға теләүен әйтте. «Бына һиңә лә уңыш йылмайҙы, ҡотлайым!»- тине ул әллә инде ихлас ҡыуанып. Арина урынына ултыра төштө, унан бер аҙ иҫенә килгәс, онотолоп тегенең ҡулына йәбеште, аяҡтарына ҡоланы. Нисә йылдар ошонда көн итеүендә бер ниндәй ҙә хис-тойғоһон өҫкә сығармаған, ниндәй генә хәлдәргә лә өнһөҙ булып түҙгән ҡыҙ тәүге тапҡыр ялына, ялбара, инәлә ине:
-- Олежка, ҡәҙерлем, үтенеп һорайым, һатмаһындар мине уға, һатмаһындар… Хәҙер түгел, тик хәҙер түгел… Мин ризамын, ошо йәшәүгә мин бик-бик ризамын… Олежка, үтенәм!
Бындайҙы көтмәгән, бигерәк тә мәңге ҡарһылыу булып йөрөгән ҡараҡайҙың ярһыу сайпылышына әҙер булмаған сутенер ҡурҡып китте хатта:
-- Һин нимә, Гюльчатай!? Үҙ аҡылыңдаһыңмы?! Бындай бәхет беҙҙең апайҙарҙың хыялы ғына! Миндә ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә һыу һөлөгө кеүек, үҙең беләһең, насарҙарын тотмайым, ә ул шулар араһынан һине һайлаған. Сер итеп әйткәндә, ул һиңә ғашиҡ буғай. Ә ул, белгең килһә, илебеҙ Думаһының депутаты икән ха-ха-ха!
Арина быларҙы ишетергә лә теләмәне һәм һаман үҙенекен тыҡып Олегтың һыңар ҡулын тартҡыланы:
-- Олежка, бәғрем, ярҙам ит миңә, мәңге онотмам…
-- Бәй, Гюльчатай, алыш-биреш булды бит инде, былай ҙа һине бында фирмаға аҡса күскәнсе тип кенә тоттолар.
-- Уйлап тап берәй яйын, үтенәм! Риза түгел, юҡ, яман сир йоҡторған, ауырый, ул тиҙҙән үлә тиген… Олежка…
-- Нимә?! – йөҙөндәге ихласлығы бер һыпырыуҙа таҫтамал менән һөртөлөп алынғандай булған сутенер тубыҡланып торған ҡыҙҙы ҡулынан һелкеп ебәрҙе, - Бирермен мин һиңә сирҙе! Нимә өсөн һеҙгә ат хаҡына доктор тотам?! Минең башты ашамаҡсы булдыңмы?! Ут менән шаярма, ҡыҙыҡай!
-- Юҡ, мин бармайым, бармайым унда… Үлтер, әммә бармайым! Мин бер кешене яратам, ул да мине ярата, беҙ барыбер ҡасып китәбеҙ! Ишетәһеңме, китер алдынан мин унан һине үлтереп китеүен һораясаҡмын!
Хәҙер инде ҡаршыһына тороп баҫып, йоҙроҡтарын төйнәп йән асыуына ҡысҡырған ҡыҙҙың һүҙҙәренән Олегтың ауыҙы асылып китте:
-- Тәк-тәк-тәк. Әх, бына эш нимәлә икән. Әле нимәһен был фәхишә тыпырсына тием. – Олег мыҫҡыллы йылмайып ярһыуынан саҡ тын алып торған ҡыҙҙы урап сыҡты, - Һөйгән йәрең алып китә, тимәк…
-- Алып китә! Һинән һорамаясаҡ та! Һинең кеүек ялағайҙарҙы тибеп осороп китә ул - белдеңме!
-- Мин ул принцты беләм булһа кәрәк, теге пират, шулай бит? Ниндәй диңгеҙҙән, ниндәй караптан инде үҙе? Ә ҡайҙа һуң ул?
-- Килә! Тиҙҙән килә ул!
-- Көтөп тор! Төкөрҙө ул һинең кеүек фәхишәгә, ҡышлағында бисәһе менән ике балаһы көтәлер әле. Һе, ауыҙын һәлберәткән, килә лә алып китә, ти, белгең килһә, теге көн алып килгән балдағын да миңә бүләк итеп китте ул.
-- Нимә-ә?!
-- Һиңә аҡсаһы етмәгәс, бүләккә алған балдағын да өҫтәп түләне абзыңа. Так что, мин һеҙҙең туйҙа кейәү егете булдым тиергә лә була…
-- Ах һин, сволочь! – Асыуы сигенән ташып сыҡҡан ҡыҙ йүгереп килеп тәпәш кәүҙәле Олегтың сәсенә йәбеште. Ләкин сибек булһа ла ир кеше ир кеше инде, йәһәт кенә ҡыҙҙың ҡулдарын эләктереп алып ҡайырҙы ла иҙәнгә йыҡты:
-- Бәхетең - тәнеңде күгәртергә ярамай, һин хәҙер беҙҙең тауар түгел, былай булғанда түшәмдән ҡаныңды ялата инем! Ә хәҙер кейен дә үҙеңде тәртипкә килтер! Бер генә яңылыш аҙым, яңылыш ым – һин үлек!
Олег сығып киткәс тә шул урынында бик оҙаҡ үкһеп ятты ҡыҙ, тора бара йәштәре ағып бөтөп, илауы шыңшыуға әүерелде. Кискә махсус кешеләр үҙен эткеләп-төрткөләп кейендереп-яһандырып, йылтыр ҡағыҙға уралған кәнфит сүрәтенә индереп, артынан килгән машинаға тейәп тә ебәрҙе.
Бына инде ике айҙан ашыу Арина Андрей Петровичтың уның өсөн һатып алған фатирында йәшәй. Алтын ситлектәге аҫыл ҡош кеүек. Алтмыштың аръяғына сыҡҡан, инде үҙе Ариналай ейәндәргә олатай булған «Андрюша» әхирәтен затлы бүләктәр менән күмеп ташланы, ожмах емештәре ашатып, күгәрсен һөтө эсереп кенә тота, әммә бер үҙенә өйҙән сығырға ла, элекке таныштары менән аралашырға ла, хатта Оксанаға килеп сығырға ла рөхсәт итмәй. Ҡыҙҙың үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡулына тотҡан ҡупшы телефоны исемлегендә лә бер генә исем: Андрюша.
Андрей Петрович Арина янына көн һайын инеп тә йөрөй алмай, эше ҡатмарлы, тынғыһыҙ, етмәһә ҡатыны, балалары, ейәндәренә лә ваҡыт бүлергә кәрәк «өлгөлө» иргә. Ҡыҙҙы ул күберәген дуҫ-иштәре, ағай-энеләре менән онотолоп типтереүҙәренә, күңел асыуҙарына, ял итеүҙәренә алып бара. Бындай байрамдар, ғәҙәттә, инеүселәре сикләнгән ябыҡ төнгө клубтарҙа, сауналарҙа, тәбиғәттә була. Ҡартая барған, әммә ҡартайыуҙарын нисек тә танымаҫҡа тырышҡан гөп ҡорһаҡлы, пеләш башлы ирҙәр һәр береһе кеме кемде уҙырға тырышҡандай йәштән-йәш, сибәрҙән-сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы юлдаш итә. Йәнәһе лә һылыуҡайҙар уларҙың олпатлығын биҙәй, хәл-торошон сағылдыра. Ә ысынында иһә, тәндәре лә, күңелдәре лә ҡабан сусҡаһындай муйынһыҙ булып һимергән һәм үҙҙәрен донъяның хакимдары итеп күрһәтергә тырышҡан был әҙәмдәрҙең күбеһе, хакимиәттәге үҙ урындары, дәрәжәләре, дандары, байлыҡтары өсөн ҡан ҡалтырап йәшәп, бер-береһенән сикһеҙ көнләшеүҙән, үсләшеүҙән, аҫтыртын дошманлашыуҙан эстән янып, йәшерен ҡара эштәре, урлауҙары, талауҙары, алдауҙары выждандарын туҡтауһыҙ ғазаплап, шулай уҡ эске һәм бәйһеҙ мул тормоштан, нервы нигеҙендәге йөҙ төрлө ауырыуҙарға дусар булып, ир исемен йөрөтөүсе тиҙәк тоҡтары ғына булып ҡалғандар ине инде.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: