Икенсе көндө лә теге һыңар күҙле әҙәмдең килеп Гюльчатайҙы һорауына әллә ни сәйерһенмәһә лә, иң ҡиммәтлеләр рәтендә йөрөгән «тауар»ының күҙ алмаларынан һарҡып сығып, эргә-тирәне ялмап барғандай наҙҙы, йылылыҡты тоймай ҡалманы Олег. Һәр ваҡыт тыныс, һалҡын, хатта бер аҙ тәкәбберерәк тә булған был ҡараҡай, ғәҙәти булмағанса теремекләнгән, ташҡурсаҡ ише һылыу йөҙөнә нур ҡунған ине. Әммә ул Гюльчатайын бөгөн ситкә ебәрә алмай. Сөнки кисә теге бүкән башлы «чиновник» килеп эҙләп йөрөнө. Ул, ғәҙәттә, аҡсаһын һанап тормай, мул ғына йомдора ла китә торған. Был инде Олегка бик ҡулай. Шуға бөгөн ҡыҙҙы иртә ебәрмәй тота бирергә булды, моғайын, теге тағы ла килер, һис юғы машина булһа ла ебәрер.
Һыңар күҙен ҡара япма ҡаплағанғамы әллә битендәге яра йөйҙәренәнме, дөйөм ҡиәфәтенән ниндәйҙер ҡурҡыныс янағандай булған егеткә күрәләтә битарафлыҡ та күрһәтә алманы Олег. Янына килеп өҫтөнә тау шикелле булып эйелә биреп торған әзмәүерҙәй кәүҙәнән, суҡмар ише ҙур ҡулдарҙан, бүрәнәләй йыуан елкә, баҙыҡ яурындарҙан бөркөлгән көс-ҡөҙрәт тә үҙенекен итте шикелле. Шуға ла ғәйепле төҫ менән бик кеселекле ҡыланып, торба итеп төрөп һуҙылған аҡсаларҙы кире этте:
Тегеһенең ҡаштары өҫкә һикерҙе:
-- Ә өҫтәгәндә? Күпме? – теш араһынан ҡыҫылып сыҡҡан был һүҙҙәрҙән ҡурҡыуҙан «ерән»дең арҡа буйы зымбырлап китте.
-- Аңлағыҙ… эш аҡсала түгел…
-- Күпме?! – клиент кеҫәһенән тағы бер йомарлам аҡса сығарып Олегтың усына тыҡты. Сутенер икеләнде, алан-йолан ҡаранды ла, артыҡ тулҡынланыуҙан тартыша башлаған нәҙек ирендәрен тағы ла киңерәк йырған булды:
-- Ғәфү итегеҙ… минән генә торған эш түгел. Башҡа теләһә ҡайһыһын һайлап алығыҙ, еләк кеүеген биреп ебәрәм…
«Пират» (Олег был клиентҡа эсенән шундай ҡушамат биреп өлгөрҙө) бер аҙ ғына икеләнеп торғандай итте лә, түш кеҫәһенә иҫән ҡулын тығып ебәреп, эстән кескәй бәрхәт ҡумта килтереп сығарҙы. Баш бармаҡ менән генә сиртеп асылған ҡумта эсендә киске уттар яҡтыһында балҡып нурланып аҡһыл-күкһел ҡашлы йөҙөк ята ине. Бер күҙ һирпеүҙә үк балдаҡтың затлылығын самалаған сутенер, тамағына тығылған төйөрҙө ауырлыҡ менән йотоп ебәреп, ҡомһоҙлоҡ менән ҡурҡыу айҡашҡан йүгерек ҡарашын егеткә күтәрҙе. Был ҡараштан клиенттың нәфрәтләнеп ҡатҡан йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды. Олег ниҙер уйлап йәки хәл итеп өлгөргәнсе, ул арала «пират» теге ҡумтаны усын шаҡарып астырып тигәндәй тотторҙо ла, эре-эре аҙымдар менән ҡыҙҙар янына атланы.
Клиентынан алда таксиға инеп сумған ҡыҙға машина тәҙрәһе аша тишә тексәйеп, мәғәнәле генә итеп бармаҡ янауҙан башҡа сара ҡалманы Олегка. Аңғартты, һағайтты, «һин минең күҙ аҫтында» тигәнде хәтерләтте, йәнәһе. Арина ҡарашын ситкә күсерҙе.
Тәүге боролошто үткәс тә егеттең ҡосағына һырынды ҡыҙ:
Шунда, таксила уҡ кисәге кейемдәрен кейеп, һөртөнөп-таҙарынып алғас, Арина ҡабаттан кисәге үҫмер ҡыҙ төҫөнә ҡайтты һәм балаларса иркәләнеп үҙ талаптарын ҡуя ла башланы:
-- Иң тәүҙә кисәге күбәләктәрҙе ҡарап сығайыҡ та…
-- Аквапаркка? Аквапаркка! У-рра! – ҡыҙ ултырған урынынан егеттең муйынына аҫылынды.
Күргәҙмәлә тағы ла йөҙ төрлө күбәләктәрҙе күҙәтә-күҙәтә кисәге «Ожмах фәрештәләре» торған быяла баҡсаға килеп еттеләр һәм … алдарында асылған күренештән шаҡ ҡаттылар. Кисә генә ысынлап ожмах ише булған баҡсала ҡайҙа ҡарама күбәләктәр һибелешеп ята. Ҡайһылары тырпырашып, ҡанаттарын дерелдәтеп йән бирә алмай аҙаплана.
-- А-ай! Нимә булған бында?! – Арина улай-былай ҡаранып күҙҙәре менән кисәге ҡатынды эҙләне, -- Кем аңлатыр икән, күбәләктәр нишләп үлгән?!
Ҡатын урынына лупалы күҙлектәрен төҙәтә-төҙәтә йәш кенә бер егет йүгереп килде:
-- Нимә менән ярҙам итә алам?
-- Нишләп? Үлгәндәр… - тетрәнеүҙән һүҙҙәрен дауам итә алмай быяла эсенә ҡулы менән генә иҙәне ҡыҙ.
-- Ә-ә, былармы? Былар – шулай, үлә, - «ботаник»тың әллә ни иҫе китмәй ине, күрәһең.
-- Нисек үлә, улар бит кисә генә ҡурсаҡтан сыҡҡайнылар. Шундай матурҙар ине…
-- Нишләйһең, был төр күбәләктәренең ғүмере шулай ҡыҫҡа. Улар бары бер тәүлек кенә йәшәй.
-- Бер тәүлек өсөн шулай яралмайҙарҙыр инде…
-- Яралалар, тимәк. Тәбиғәттә шундай мөғжизә лә бар. Был күбәләктәр әллә күпме ваҡыт буйына ҡарышлауыҡ булып, унан ҡурсаҡ эсендә ҡармалып йәшәй-йәшәй ҙә, һеҙ кисә күргән камиллыҡҡа әүерелгәс, бер тәүлеккә генә ҡояшты, зәңгәр күкте күрергә, һауа менән һуларға һәм, әлбиттә, һеҙҙең менән беҙҙе һоҡландырырға тип, донъяға сыға. Үкенесле, әлбиттә…
Аринаның башҡа залдарҙы ҡарағыһы килмәне. Күптән түгел генә иҫтәрен китәреп баҡса иңләп осҡан, әле иһә таш иҙәндә тырпырашып ятҡан күбәләктәргә оҙаҡ ҡарап тороуҙан күҙ ҡараштары ғына түгел, күңелендә балҡып тоҡанған ут та йәлпелдәп һүнгәндәй булды, кәйефе төштө. Ҡулы менән Сәиттең усын эҙләп тапты:
Урамға сыҡҡас егет янында бөршәйеп ҡалған ҡыҙҙы ҡосағына алды:
-- Йә, күбәләк үлгән тип илайһыңмы инде?
-- Ауыртты микән уларға… үлгәндә?
-- Әллә инде… Үләм икән тигәндә ауыртыуҙы тоймайһың ул.
Аквапарк ҡайғыһы китте. Күңел асырҙай, шаярырҙай, уйнарҙай түгел ине ҡыҙҙың хәле. Эйелгән башын егеттең күкрәгенә терәне:
-- Әйҙә бер ҡайҙа ла бармайыҡ.
-- Төндө әрәм итәйекме ни? Һуңғы төн тигәндәй… мин иртәгә ҡайтырға сығам.
Арина аҡрын ғына башын өҫкә күтәрҙе:
-- Һиңә барайыҡ, берәүҙе лә күргем килмәй.
…Был төндө Арина тәүге тапҡыр ир-егет янына фәхишә булып түгел, ә һөйгән, һөйөлгән ҡатын-ҡыҙ булып барҙы. Тәүге тапҡыр төндөң оҙонораҡ булыуын, уларға бүленгән ваҡыттың яйыраҡ ағыуын теләне. Тәүге тапҡыр үҙен көслө зат алдында тәжрибәһеҙ, оялсан, баҙнатһыҙ итеп тойҙо. Тәүге тапҡыр онотолдо, ирене, башын юғалтты… Үҙ-үҙен белгәндән тәүге тапҡыр тиңһеҙ, аңһыҙ, тыйып тотҡоһоҙ, аҡылһыҙ рәүештә бәхетле ине ул…
Улдарының ҡаты яраланып госпиталдә ятҡан айҙарын ҡылыс битендә йөрөгәндәй булып үткәргән ата-әсәһе, Сәиттең ҡайтып төшөүенә сикһеҙ шатланып, әжер итеп әйткән ҡуйҙы салып ебәрҙеләр. Өй тултырып туған-тумаса, күрше-тирә саҡырылды, тулы ҡунаҡ, байрам яһалды.
Сәиттең тыуған йортонда күптән бындай мәжлестәрҙә булғаны юҡ. Һуңғы тапҡыр бынан алты йыл элек, кәләшен күрһәтергә алып ҡайтҡанда йыйғайнылар туғандарҙы. Ул ваҡыттарҙа көс-ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән типһә тимер өҙөрҙәй һау-сәләмәт йәш офицер, ҡурсаҡтай кәләшенең сибәрлегенә маһайып, түр башында ҡояштай балҡып китеп ултырғайны. Әле иһә йөҙөндәге, тәнендәге зәғифлеккә йәлләп тә, асырғанып та, бала-сағаларҙың хатта ҡурҡып та ҡарағанын күрмәҫтәй булып башын да күтәрә алмай. Үс иткәндәй, тост әйтә булып тороп баҫҡан һәр береһе лә һүҙҙе: «Иң мөһиме – үҙең һау»ҙан башлай бит әле.
…Янып торған ҡараҡай татар ҡыҙы Земфира менән үҙе уҡыған ҡалала танышҡайны Сәит. Хәрби училище янында ғына урынлашҡан медицина училищеһы ҡыҙҙары яңы ир ҡорона ингән егет-еләндең күҙ осонда ғына булды. Һәр шәмбе дөйөм уйындар, бейеүҙәр үткәрелә ине. Бына шунда осратты ла инде Сәит үткер холоҡло, осоп-төшөп торған һылыуҡайҙы. Иптәше Марат: «Ул ҡараҡай ҡыҙҙарҙы ауылда ла табаһың инде ул, зәңгәр күҙле, етен башлыһынан һайла», - тип аҡыл өйрәтһә лә, күңеле ошо бер туҡтауһыҙ тәтелдәп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йөрәген һәм аңын ялмап алыу һәләтенә эйә булған нәҙекәйгә ятты.
Уҡыуҙарын тамамлағас, Сәиттең ауылына барып күренеп килделәр ҙә, етәкләшеп хәрби ҡаласыҡҡа эшкә юлландылар. Әммә яңы урында Земфира күреп өйрәнгән һары моронло ҡупшы йәш лейтенанттар ғына түгел, ә мыҡты майорҙар, етди капитандар, дәрәжәле генералдар ҙа етәрлек булып сыҡты һәм айыҡ аҡыллы ҡыҙ, саңлы хеҙмәт юлына өр-яңы кирза итектәре менән тәүге аҙымдарын ғына яһап тороусы лейтенант менән яҙмышын бәйләп, ҙур яңылышлыҡ яһауын аңлап алды. Аңланы ла, төҙәтергә лә ашыҡты. Егетенең полигондан ҡайтып күренә алмай ятыуынан файҙаланып, ҡатыны ташлап киткәндән аңҡы-тиңке килеп йөрөгән бер капитанды эләктереп тә алды. Унан, был хаҡта инде хәбәрҙар булған Сәиткә: «Ғәфү ит. Һәр кем матур тормош өсөн үҙенсә көрәшә. Һин бик яҡшы кешеһең, онота ла алмам инде, әммә ҡасан күтәрелереңде көтөп ярты ғүмеремде ятаҡ бүлмәләрендә үткәрергә теләмәйем», - тигән ҡыҫҡа ғына хат киҫәге ҡалдырып, майорға күсеп тә сыға. Хурлығын, ғәрлеген ҡайһылай итеп баҫырға белмәй өҙгөләнгән лейтенант, үҙҙәрен, ул йылдарҙа утлы табала ҡурылған Чечен республикаһына ебәреү бойороғон яҡты донъянан ҡайҙалыр олағыу, юғалыу, ҡотолоу юлы итеп ҡабул итә…
Һыңар ҡулындағы, күптән гипсы сиселһә лә, һаманға тиклем баҫылмаған төптән килгән ыңҡылдап һыҙлау егеттең тәҡәтен ҡоротһа ла, ул ғазапланыуын йөҙөнә сығармаҫҡа, шат-көләс булып йөрөргә тырышты.
Өсөнсө көн, халыҡтан арынған йортта әсәһе менән икәү генә сәй эсәләр ине. Сәит һаҡ ҡына итеп аҙна аҙағында юлға сығаһын әйтте. Әле ҡыуаныс шауҡымынан ҡотолоп та етмәгән әсәһе аҙарынып китте:
-- Ике айға ҡайтам тип яҙғайның да һуң, балам?
-- Шулай ҙа ул… китергә кәрәк, әсәй.
-- Нимә булды? Ҡарап йөрөйөм – төҫөң бер ҙә оҡшамай, һауығып етә алмайһыңмы әллә?
-- Һауығыуын һауығырмын да ул, әсәй, - унан шаярған һымаҡ итеп һүҙен ослап ҡуйҙы, - өйләнергә ине иҫәп.
Әсәһе шым булып бер килке ултырҙы ла, үпкәле тауыш менән:
-- Мәрйәгәме? – тип һорап ҡуйҙы.
Инде етмешкә аяҡ баҫҡан әсәһенең үсеккән бала кеүек турһайып уҡ китеүе Сәиткә көлкө булып тойолдо һәм ул урынынан тора һалып килеп ҡәҙерле кешеһен бәләкәс кенә ҡураныс яурындарынан ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты:
-- Нишләп шунда уҡ мәрйә, әсәй?!
-- Нисә йылдар сит ерҙәрҙә йөрөйһөң, ул яҡтарҙа мәрйәнән башҡа кем булһын.
-- Юҡ, әсәй, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара ҡашлы… башҡорт ҡыҙы.
-- Ысынмы? - әсәһе теремекләнеп китте, - башҡортса һөйләшәләме?
-- Уныһын яйлап үҙең өйрәтерһең. Тик… әсәй, киленеңде бер биш-алты айҙан ғына алып ҡайта алырмын инде. Был хаҡта әлегә үҙең генә бел, ваҡыты еткәс барыһына ла билдәле булыр.
-- Уныһы ни ғиллә тағы? - Әсәһе тағы ла үпкәләмәксе булып киткәйне лә, Сәит бик ышаныслы итеп:
-- Әсәй, көтөп тор, ул ҡыҙ һиңә, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ, бына күр ҙә тор, «Килен дә килен» тип һин йүгермәләп йөрөрһөң әле, - тигәс, шөрөштөрөп йыйған төҫһөҙ ирендәрен йәйеп йылмайып ебәрҙе:
Тик егет юлға йыйынып өлгөрмәне. Беләгенең һыҙлауы нығынғандан-нығына барып, берсә манма тиргә төшөрөп, берсә дерелдәтеп өшөтөп аҙапланы ла, ахыр тамам, һаман сетерәйеп түҙергә тырышып маташҡан егеттең ҡапыл һушын алды. «Ауыртыуҙан шок булған» тип тынысландырҙы ла ул «Тиҙ ярҙам» табибы, әммә башта район үҙәгенә, унан яҡындағы ҡалаға күсереп тикшергәс, шундай уҡ аҡ халатлылар аяуһыҙ ҡарар сығарҙы: серей башлаған ҡулды терһәктән ҡырҡтылар.
Иҫе инәле-сығалы булып дауахана тапчанында тулағанда, ҡанаты ҡырҡылған бөркөт ише яралы хәрби үҙ-үҙен белештермәҫтән берсә торорға ынтылып һөрәнләне, берсә тик кенә ятып шым ғына нимәләрҙер шыбырланы, йә йырланы, йә көлдө. Унан иҫенә килгәс тә әле тотош хәлһеҙлек, тән һәм йән ғазабы арманһыҙ итеп оҙайлы айҙарға түшәккә бәйләне.