Андрей Петрович ишек йоҙаҡтарын сылтыратып асып килеп ингәндә, баштан-аяҡ сынъяһау булып кейенеп-яһанған Арина иҙән уртаһында баҫып тора ине инде. Һәр ваҡыттағыса. Һәр ваҡыттағыса олпат ир тупһанан ашатлағас та, матур уйынсыҡ күргән бәләкәй балалай һоҡланыулы әсир ҡараштарын ҡыҙҙан айыра алмайса, ҡулындағы ҡумта-ҡумта бүләктәрен, сумкаһын һаҡһыҙ ғына ситкә ырғытып, ҡоластарын йәйеп ебәрә:
-- Ҡәҙерлем! Ҡарап туйғыһыҙ! Һин – алиһә! Клеопатра! – унан һаран булһа ла йылмайыу һығып сығарырға тырышып йөҙөн сирған «алиһә»нең ҡулдарын, яланғас беләктәрен, яурынбаштарын үбә башлай. Тынынан һәр ваҡыт коньяк һәм диңгеҙ аҙыҡтары еҫе аңҡып торғандай булған ирҙең шапылдаҡ ауыҙы төртөлгән һәр ерендә дымлы шайыҡ эҙе ҡала барғанын тойоп торһа ла, Арина ытырғаныуын һиҙҙермәй. Шулай ҙа иҫкәртеүҙе кәрәк таба:
-- Андрюша, прическамды боҙаһың. Ваҡыт та ҡыҫыҡ, ун тулды бит инде.
-- Эйе-эйе! Ҡәҙерлем, аҫта машина көтә, - онотолоп китергә өлгөргән мәжнүн дә тиҙ генә иҫенә килә һалып, әхирәтенең яурынына йылҡылдыҡ аҡ мантоһын яба. – Ҡумталар эсендәгеһен ҡайтҡас ҡарап ҡыуанырһың, әйҙә.
Сығыуға ыңғайлаған саҡта, ғәҙәттәгесә, коридорҙа торған ҙур көҙгө алдында бер мәлгә генә туҡталып үтә ҡыҙ. Был юлы ла шулай итте һәм … артында үҙенән күпкә бейек булып кемдеңдер торғанын шәйләне. Көтөлмәгәнлектән албырғап «ялт» итеп тотош кәүҙәһе менән артына боролдо – берәү ҙә юҡ. Тағы көҙгөгә, тағы артына әйләнә. Ә бит кемделер ысын күрҙе! Ниндәйҙер ҙур ҡара … шәүлә ине бит. Күрҙе генә түгел, арҡаһы менән унан бөркөлгән һалҡынлыҡты һәм тағы ла ниндәйҙер шомдо тойҙо… Аҡылдан яҙыуы ошомо икән? Алйыһа әйҙә алйыһын да, исмаһам үҙ торошон аңларҙай булмаҫ! Ул арала сығып өлгөргән Андрей Петрович ҡабаландырҙы:
-- Ҡәҙерлем, ҡабалан! Һиңә көҙгө нимәгә, сибәрлегеңде үҙем һайрармын!
Көҙгөләге ҡара һынды шәйләгәндән туҡылдап ярһып киткән йөрәге ыңғайына Арина ла ҡапыл ҡабаланып урынынан ҡупты һәм иргә бәрелә яҙып ҡабаланып фатирҙан сыҡты ла, тегеһенең йоҙаҡтарҙы бикләп, таянырға терһәген һуҙыуын да көтмәҫтән, аҫҡа йомолдо. Бар көсөнә тыпырсынған йөрәге алыҫтан ишетелгән набат кеүек булып ҡолаҡ төбөндә типте: гөрһ-гөрһ, гөрһ-гөрһ… Бейек тағалы итек үксәләренең баҫҡыстарға ҡағылыу-ҡағылмауын да аңламаны, һауаһыҙ бушлыҡҡа эләгеп оса-һарҡый барғандай булды. Күҙ алдына килгән күренештәр ҙә яйлатылған кинокадрҙағы кеүек үтә торҙо: бына өҫкә ҡарай махсус кейемдәге слесарь нәҙек резина торбалар һөйрәп килә, ул һынсыл ҡарашы менән баштан аяҡ һөҙөп ҡарай, унан саҡ ҡына аҫтараҡ яурындарына нимәләрҙер аҫҡан тағы шундай уҡ берәү күтәрелә. Алыҫтан ишетелгәндәй булып Андрей Петровичтың тауышы салына:
Арина туҡтап артҡа башын бора: тегеһе лә яй ғына хәрәкәт иткәндәй. Был донъяға нимә булған?! Ҡайырылған еренән алға ҡарап та өлгөрмәҫтән баҫҡыстың бәләкәй майҙансығынаса осҡанда уйланымы был уйын Арина, әллә теге «слесарҙарҙың» һикәлтәләргә буйҙан-буйға һуҙылып шыуып төшкән Андрей Петровичтың кәүҙәһен һелкетә-һелкетә ҡат-ҡат атып, үҙен тоҡ шикелле аша атлап үтеп киткәндәрендәме? Аңлап өлгөрмәне, ҡайҙандыр ҡапыл хасил булып, бөтөн подъезды баҫып алған күбәләк көтөүе бар булмышын ялманы. Берсә өйөрмә булып өҫкә күтәрелде, берсә ҡар бөртөктәрендәй генә талғын осоп аҫҡа төштө, берсә битенә килеп ҡунды ла, берсә йылы ел булып талпынып осто улар. Таный Арина уларҙы – Сәите… Сәите менән ҡараған ожмах күбәләктәре.
Таш иҙәндә йән бирәлмай тырпырағанда ла, Арина, муйын уртаһын үтәнән-үтә тишкән утлы яраның ауыртыуын тойманы, һүнә барған ҡараштарын һаман сыбар күбәләк тубынан айыра алмай, ҡанһыҙ ирендәрен дә, инде ойоған телен дә ҡыбырлатмайса ғына: «Осороғоҙ мине, күбәләктәр, осороғоҙ…» - тип шыбырланы ла шыбырланы.
… Иртәгеһе көндө таңдан уҡ илдең бөтә телеканалдары ла билдәле сәйәсмән, Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Петровичтың эш сәфәре менән халыҡ араһына сыҡҡанында, шундай-шундай йорттоң, шунса ҡатында билдәһеҙ киллерҙар тарафынан атып кителеүе хаҡында ҡат-ҡат һөйләне, ҡанлы баҫҡыстарҙы, туҙырашып ятҡан буш гильзаларҙы күрһәтте, тикшереүселәрҙең, тәфтишселәрҙең мәғлүмәттәрен ишеттерҙе, әммә бер ерҙә лә уның янындағы ҡыҙ хаҡында һүҙ булманы. Сөнки абруйлы шәхестең инде хәҙер кәрәкмәгән булһа ла данын тапларҙай был кәүҙә, һыуынып та өлгөрмәҫтән, депутаттың махсус хеҙмәткәрҙәре тарафынан юҡ ителгәйне инде.
Көндәр яҙға тартым. Әлегә ҡояш та ҡырыҫ, ел дә ҡырҡыу, әммә ҡайҙандыр яҙ һулышы тойола. Ҡар инде ул ҙур ҡалаларҙа былай ҙа юҡ, ергә төшөр төшмәҫтән ҡырып алып бөтөлә йә миллионлаған халыҡ һәм машиналар аҫтында ҡалып иҙелеп бысраҡ һыуға әйләнә.
… Үҙәк сквер буйлап теҙелешеп баҫҡан сибәркәйҙәр рәтен яй ғына бер үтте Сәит, ике үтте, унан бер аҙ ситтән күҙәтә бирҙе лә һәр береһенә төбәп ҡарап тағы атланы. Исемен иҫләмәһә лә, күҙҙәре зәңгәр күлдәр ише мөлдөрәгән көләкәс йәш ҡыҙҙы таныны һәм эргәһенә килде:
Тегеһе ынйы тештәрен йылтыратып татлы йылмайҙы:
-- Сәләм. Нимә теләйһегең? Мин тулыһынса һинең ҡарамаҡта…
-- Һин мине танымайһыңмы? Кем әле… исемеңде оноттом. Һин Арина, әй, Гюльчатай менән булғайның. Мин – Сәит, Гюльчатайҙы эҙләп килдем, ҡайҙа ул?
Кинәт сибәркәй ҡурҡынған ҡиәфәттә йәлп-йәлп иттереп йәбештерелгән оҙон керпектәрен ҡаҡты ла, йәһәт кенә алан-йолан ҡаранып:
-- Мин һине танымайым, бер нәмә лә хәтерләмәйем һәм ундай исемдәрҙе лә тәүгә ишетәм, - тип ҡабаланып шыбырланы.
Егеттең ҡалын ҡаштары ризаһыҙ булып урталай һынды:
-- Нисек тәүгә ишетәм? Гюльчатай ҡайҙа?
-- Ундай кешене белмәйем… - былай ҙа ҡаҙ мамығы ише ҡалтыранған ҡыҙ, Сәит ынтылып еңенән тотоп алғас, кескәй ялтыр сумкаһы менән һелтәнә-һелтәнә сәрелдәп үк ебәрҙе, - А-а-а! Ярҙам итегеҙ! Ярҙам!
Тауышҡа тып итеп алдарына таныш йөҙ – ерән сутенер пәйҙә булды һәм юҡҡа тауыш сығарған фәхишәһен «Цыц!»- тип кенә тыйып, ҡунаҡсыл төҫ менән егеткә баҡты:
-- Ғәфү итегеҙ, саҡ ҡына яңылышлыҡ килеп тыуҙы буғай. Рәхим итегеҙ, тауарҙың йәнең теләгәне: яңы мәктәп тупһаһынан сыҡҡан йәштәре, тәжрибәлеләре, тулыраҡ, ябығыраҡ, һары сәсле, аҡ, ерән…
Тытылдап торған «ерән» ҡапыл тынып, ҡыҫҡа ғына төҫһөҙ йөн төктәре уралтҡан аҡһыл-зәңгәрһыу күҙ шарҙарын аҡайта биреп тора ла, яһалма йылмая:
-- Була торғайны бит, мин һиңә түләйем, ҡайҙалығын ғына әйт, зинһар.
-- Бик ярҙам итер инем дә, дорогой, ишеткән-белгән кешем түгел.
Был аңлашылмаған уйындан тамам түҙеме юйылған Сәит, һыңар ҡулы менән «ерән»дең яғаһынан бөрөп ала:
-- Нимә һин миңә кәмит ҡораһың? Әйт йәки ошонда быуып үлтерәм!
Сутенер ҡаршылашмауын белдереп ике ҡулын өҫкә күтәрә:
-- Үлтерһәң дә бер хәл дә итә алмайым, дуҫ. Беҙҙә һин теләгән тауар юҡ, алдамайым, һүҙемә ышан!
Ниндәйҙер, үҙҙәренән күпкә көслө булған һәм барлыҡтарын ялмап йотҡан ҡөҙрәтле көстән ҡурҡыуҙан телһеҙ һәм күҙһеҙ булған был мәхлүктәрҙән ысынлап та бер ни ҙә ала алмаҫына тамам ышанған егет, ҡулында сепрәк ҡурсаҡ булып йәлпелдәгән «ерән»де тағы ла бер һелкеп ситкә төртә лә, арыған, хәлһеҙ аҙымдар менән яй ғына атлап халыҡ араһына инеп юғала.
… Яҙ еҫе һауала тойола, буғай. Эйе, һауала шул. Тәрән итеп һулыш алғанда, күкрәкте өтөп ингән һалҡынлыҡта йөрәктең йәшерен ҡылдарын тирбәтеп-тирбәтеп ебәрерҙәй һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ағым бар. Бына шул һиҙҙерә яҙҙы.