+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Апрель 2021, 11:42

ҠАРТ МЕНӘН ҠАРСЫҠ Хикәйә Икенсе өлөшө

Барыһы ла аңлашылды: улдары тағы ла бер-береһенә ҡарашты. Нимә хаҡында һүҙ барыуын асыҡлау өсөн түгел, был бәйләнештең үҙҙәре өсөн ниндәй эҙемтәләргә килтеререн фаразлар өсөн. Әле иҫкә алынған кеше, Әнүәр Вәли улын әйтәбеҙ, йәмғиәттә һуңғы кеше түгел, хатта ҡалын, уғата ҡалын кешеләрҙең береһе. Әгәр ул әсәләренә күңел һалған һәм үҙенә лайыҡ маҡсаттар билдәләгән икән, ике иргә лә байтаҡ ҡына табыштар килтереүе лә, юғалтыуҙарға дусар итеүе лә бик ихтимал. Бер улы менән ҡыҙы юғары урындарҙы биләй, ябай ғына итеп әйткәндә, иҫәп әлегә икегә-ике нисбәтендә, аҙаҡтан ни менән бөтөр – билдәһеҙ. Хатта был бәйләнеште ҡағиҙәләрһеҙ уйын тип атарға ла мөмкин булыр ине. Өлкән ул күҙ менән ҡаш араһында мөмкин булған бер нисә вариантты барлап ҡараны, ләкин үҙе өсөн бер яҡшылыҡ та таба алманы. Ә кесеһе, Вадимды әйтәбеҙ, Әнүәр Вәли улының ҡыҙы менән бер класта уҡығайны, хатта аҙмы-күпме бәйләнештәре лә булғайны. Кесе ул был бәйләнешкә битараф ҡараны. Ғаиләһе ныҡ, тапҡан-таянғаны үҙенә етерлек, артыҡ ҡурҡыныс янамай һымаҡ.

Барыһы ла аңлашылды: улдары тағы ла бер-береһенә ҡарашты. Нимә хаҡында һүҙ барыуын асыҡлау өсөн түгел, был бәйләнештең үҙҙәре өсөн ниндәй эҙемтәләргә килтеререн фаразлар өсөн. Әле иҫкә алынған кеше, Әнүәр Вәли улын әйтәбеҙ, йәмғиәттә һуңғы кеше түгел, хатта ҡалын, уғата ҡалын кешеләрҙең береһе. Әгәр ул әсәләренә күңел һалған һәм үҙенә лайыҡ маҡсаттар билдәләгән икән, ике иргә лә байтаҡ ҡына табыштар килтереүе лә, юғалтыуҙарға дусар итеүе лә бик ихтимал. Бер улы менән ҡыҙы юғары урындарҙы биләй, ябай ғына итеп әйткәндә, иҫәп әлегә икегә-ике нисбәтендә, аҙаҡтан ни менән бөтөр – билдәһеҙ. Хатта был бәйләнеште ҡағиҙәләрһеҙ уйын тип атарға ла мөмкин булыр ине. Өлкән ул күҙ менән ҡаш араһында мөмкин булған бер нисә вариантты барлап ҡараны, ләкин үҙе өсөн бер яҡшылыҡ та таба алманы. Ә кесеһе, Вадимды әйтәбеҙ, Әнүәр Вәли улының ҡыҙы менән бер класта уҡығайны, хатта аҙмы-күпме бәйләнештәре лә булғайны. Кесе ул был бәйләнешкә битараф ҡараны. Ғаиләһе ныҡ, тапҡан-таянғаны үҙенә етерлек, артыҡ ҡурҡыныс янамай һымаҡ.

Ҡарсыҡтың улдары һүҙҙе ҡуйыртмай ғына баш ҡаҡтылар. Хужабикә быны: “Беләбеҙ, ризабыҙ”, – тип аңланы.

Аҙаҡ һүҙ ҡарт менән ҡарсыҡтың никахын рәсмиләштереү һәм ошоноң менән бәйле сығымдар, улдарын, ҡыҙҙарын, кейәүҙәрен, килендәрен таныштырыу хаҡында барҙы.

Мәшәҡәттәрҙе кәметеү маҡсатында тантананы ҡала эргәһендәге базаларҙың береһендә үткәрергә ҡарар иттеләр. Иң яҡындарҙы ғына саҡырырға булдылар һәм утыҙлап кеше тупланылар.

Электән аралашҡан булмаһа ла, бер-береһен белгәс, мәжлес матур һәм тыныс ҡына үтте. Олпат кешеләр йыйылғас, бер-береһе менән тыныс ҡына һөйләшеп, әллә ни ҙурҙан ҡупмай ғына ҡарт менән ҡарсыҡҡа фатихаларын биргән һымаҡ иттеләр. Олпат ҡартҡа артыҡ иғтибар итмәһәләр ҙә, бабайы яңыраҡ үлгән тип әйтерлек Шәмсиә ҡарсыҡ бер аҙ үҙен уңайһыҙыраҡ тойҙо. Тоймай ни, әле яңы ғына үҙенең бабайы менән йөрөй ине, ҡайҙа ҡабаланалыр, түшәк яңыртып та алды тип ауыҙланыусылар ҙа булғандыр. Кисә генә күҙҙәре ҡыҙарып илап йөрөгән ҡарсыҡ бөгөн ҡунаҡ һыйлап, ҡыуанып-шатланып, донъяһы, улдары менән маҡтанып ултырһын әле!

Бер арала Тимур менән Вадим сығып аяғөҫтө генә фекер алыштылар.

– Леонораны күрәһеңме? – тине Тимур ҡустыһына. – Нисек уйлайһың, үҙен бик иркен тотмаймы икән? Минең телефонды һорап алды, әллә ҡайһы арала еңел холоҡло смскалар ташлап өлгөрҙө.

Ә Вадимдың – үҙ мәшәҡәте. Зәйнәп, элекке класташы була инде, уға табан, әлбиттә, буйтым ҡыҙып алғас, мәғәнәле генә күҙ һирпеп ҡуя ине.

Әлегә һәр береһе еңелсә өҫтәлгә нығыраҡ иғтибар биргәс, киләсәктә нимәләр көтөүе тураһына бик уйланып бармайҙар. Ә былай ҡарт менән ҡарсыҡтың әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмаған никахы, йәки яңы тормош башлауы, байтаҡ ҡына үҙгәрештәргә, хатта көтөлмәгән тетрәнеүҙәргә килтеререн берәү ҙә көтмәгәйне.

Йәштәре үтеп барған Шәмсиә ҡарсыҡ менән Әнүәр ҡарт хәҙерге быуын хаҡында нимә генә белһен инде? Ҡарсыҡтың иң яратып һөйләгән хәтирәләренең береһе – буласаҡ бабайының нисә йылдар буйы һөйгәненең ҡулын бер тотоп ҡарауға зар-интизар булып йөрөгәне ине.

Өҫтәл артында ултырған өс тиҫтә самаһы ҡунаҡ иртәгәһен кисә нимә ашауҙары тураһында онотҡайны. Ә Тимур менән Әнүәр Вәли улының килене Леонора, Сәғит Әнүәр улының ҡатыны була инде, Тимур менән шылтыратышып, кисәге мәжлес тәьҫораттары хаҡында түгел, ҡайҙа барып осрашыу хаҡында баш ваталар ине. Икеһе лә етәксе урын биләгәс, логистиканы ойоштороу, ябайлаштырып әйтһәк, ҡала буйлап хәрәкәтләнеү мәсьәләһе мәшәҡәт булып тормай, оҙаҡҡа һуҙмай ғына урынын да таптылар, барып та еттеләр. Бер коньяк эсеп, бер-береһенең күңелдәрен күргән арала Тимур түбәндәгеләрҙе асыҡланы: ҡарттың байлығы бар, ләкин улы Сәғит был йәһәттән ғөмүмән битараф, күберәк фән менән була, ә бына ҡыҙы Зәйнәп был яҡтан күпкә өлгөрөрәк икән. Килен кеше Тимурҙың уның өлөшөнә ынтылмаҫына өмөт итһә лә, Вадим яғынан ниндәйҙер һөмһөҙлөктән шикләнә буғай. Етмәһә, Леонора мәжлестән һуң Зәйнәп менән бергә ҡайтҡан. Яңғыҙ ҡатын еңгәһенә байтаҡ ҡына хәбәрҙәр ойотоп өлгөргән икән. Вадим да шым йөрөмәгән, әллә ҡайһы арала элекке мөхәббәте менән бәйләнештәрҙе яңыртырға ла өлгөргән.

Тимур, кис өйөнә ҡайтҡас, бөгөнгө тәьҫораттарҙан бик арынып етмәһә лә, мөлкәт бүлешеү йәһәтенән киләсәктә нимә булырын күҙалларға тырышты. Сөнки Шәмсиә Йыһаннур ҡыҙы Әнүәр Вәли улы менән әлегә үҙҙәрен бик бәхетле тойһалар ҙа, хатта бик теләмәһәләр ҙә, мөлкәт мәсьәләһен барыбер ҡарарға һәм хәл итергә мәжбүр буласаҡтар. Мәҫәлән, ҡарсыҡ бабайына әлеге фатирын улдарына яҙҙырырға һәм уның фатирына күсеп килергә ризалығын биреп өлгөрҙө. Ризалыҡ инде ике яҡ өсөн дә мөлкәт мәсьәләһен ҡарауҙы мөһимгә әйләндереүе бик ихтимал. Ҡарт әбейенә һыйына биреберәк никах ваҡытында уҡ: “Паспортыңды эргәңдә тот, мин һине теркәтәм”, – тип бышылдап өлгөрҙө. Никах көнө алдынан аңды-тоңдо белмәгән, яңы өйләнеп йөрөгән кейәүҙәр шулай алабарман була, хатта һикһәнде ҡыуып килгән ҡарт үҙен йәшәреп киткәндәй тойҙо һәм ҡайһы бер йомшаҡлыҡтарҙы алдан уҡ күрһәтте.

Фатир мәсьәләһен хәл итеү өсөн Вадим менән Тимур тағы ла осрашты. Тимурҙың үҙ мәшәҡәттәре: мөлкәтен ул ҡатынына күрһәтә ала, ләкин киләсәктәге тормоштарының әлегә аныҡ билдәле булмауы уйланырға һәм икеләнергә мәжбүр итә. Шуға Тимур уратып-суратып торманы:

– Фатирҙы әгәр һиңә яҙһаҡ, һин миңә компенсация сифатында нимә тәҡдим итә алаһың? – тип, һорауҙы туранан-тура ҡуйҙы. Вадим иһә Зәйнәп менән булған яңыртылған мөнәсәбәттәрҙән һуң үҙенең башы ҡатып йөрөй. Әлбиттә, хәҙерге ҡатынынан ҡотолоуы бик шикле. Ә ниңә киләсәк тураһында уйлап, хыялланып алмаҫҡа? Сөнки нисәмә йылдарҙан һуң Зәйнәп менән яңынан осрашыу уның ҡанын ҡуҙғытып ебәргән һымаҡ булды. Шуныһы яҡшы: әлегә был хаҡта ҡатыны уйлау түгел, күҙ алдына ла килтермәй. Ә был донъяла нимәләр генә юҡ! Ана, ғүмер буйы йәшәгән никахтар тарҡала, өр-яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә, шулай булғас, Вадимды кем тыя ала?

Бына кис етте. Бөгөн Вадим үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр, нисек әйтергә, әлегә осрашыу булһын, осрашыуға бара. Иң төптәге ояларҙың береһендә Зәйнәп менән күҙгә-күҙ ҡарашып, үткәндәрҙе иҫкә төшөрәләр. Әлегә һүҙҙәр менән түгел, өнһөҙ ҡараштар менән генә һөйләшәләр.

– Һин ниңә мине мәктәпте тамамлағас та оноттоң? – ти ҡатын.

– Мин һине онотманым, – ти ир. – Ғүмерем буйы һинең хаҡта уйлап йәшәнем.

– Ә ниңә бер ҙә шылтыратманың, эргәмә килмәнең?

– Һин, Зәйнәп, уҫал булдың.

– Мин әле лә уҫалмын.

– Беләм. Мин һинең уҫаллығыңдан хәҙер ҡурҡмайым, сөнки миңә һинең һымаҡ үҙ һүҙен әйтә белгән ҡыйыу ҡатын кәрәк.

– Һин эҙләгәнеңде таптың. Ә мин һине ғүмерем буйы көттөм.

Аралашыу шундайыраҡ йөкмәткеле ине. Вадим эсеүгә бик әүәҫ түгел, ашауға ла битараф. Ләкин һөйләшеү, үҙ-ара аралашыу уларҙы йәшәртеп ебәргән һымаҡ булды.

– Әсәйегеҙ беҙҙең атайға нисек ярар икән? – тип аптыранды Зәйнәп.

– Был һорау мине бөгөн бик аҙ борсой, – тине Вадим, ҡатындың ҡулдарынан һыйпап. – Беҙҙең әсәй бик тыныс кеше. Атайығыҙ ни тиклем власть яратмаһын һәм етди булмаһын, беҙҙең әсәй барыбер уға ярап аласаҡ. Сөнки ул бер ваҡытта ла ҡаршы өндәшмәйәсәк, гел ыңғай һыпырасаҡ һәм атайығыҙҙың холоҡ-фиғеленә бик тиҙ төшөнөп аласаҡ.

– О-о-о, беҙҙең атайға ярап алыуы бик еңел түгел, – тине Зәйнәп. – Ул бит һәр ваҡыт үҙенсә йәшәп өйрәнгән. Мин әсәйемдең һүҙе һүҙ булғанын хәтерләмәйем. Хатта ул көрәшеп тә тормай, шунда уҡ ризалаша ла ҡуя ине.

– Борсолма, Зәйнәп, – тине Вадим. – Атайығыҙ әсәйемдең ҡәҙер-хөрмәтенән һәр ваҡыт ҡәнәғәт буласаҡ.

– Шулай булһын инде. Ә беҙҙең киләсәкте һин нисек күҙ алдына килтерәһең?

Вадим киҫкен һәм көтөлмәгән һорауҙан тәүҙә баҙап ҡалды. Яҡынайыуҙарына бер нисә генә көн, никах мәжлесен ҡушып иҫәпләгәндә икенсе осрашыу, һәм – шундай һорауҙар, ҡәтғи талап. Ғәҙәттә бындай осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ ғүмерҙә тормошҡа ашмаҫтай вәғәҙәләр көтә һәм ҙурыраҡҡа өмөт итә.

– Мин үҙемде бәхетле тоям, – тип аҡыл һата башланы Вадим. – Бөгөнгө көнгә тиклемге ғүмерем бушҡа үтмәне микән, тигән шигем бар, һинһеҙ нисек йәшәнем икән? Әгәр беҙҙең әсәй менән һеҙҙең атай булмаһа, Саҡ менән Суҡ һымаҡ бер-беребеҙҙе эҙләп, тормоштоң ике ярында йөрөр инекме икән? Хәҙер миндә бер генә хыял – нисек итеп һинең менән бергә ҡалыу мәсьәләһен хәл итеү.

– Ҡабаланма, Вадим, – тине ҡатын һалҡын һәм ҡәтғи генә. – Һин иң тәүҙә минең хаҡта онотма. Минең әлеге биләгән вазифам бик ныҡ уйларға һәм ҡайһы бер һаҡланыу сараларын күрергә мәжбүр итә.

Вадим икеләнеп ҡалды – нимә әйтергә теләй: хәҙерге биләгән урынымды юғалтыуҙан ҡурҡам, тиме? Ҡыҙыҡ, үҙенең теләге лә бар, ихтыяжы ла юҡ түгел, әммә әсәһе рөхсәт итмәй була һымаҡ түгелме?

Бына шулай башланды ҡарт менән ҡарсыҡтың бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡалған ғүмерҙе етәкләшеп атларға теләүҙәре. Артабан нимә булыр – беҙ әлегә был хаҡта белмәйбеҙ. Кем әйтмешләй, йәшәйбеҙ – күрербеҙ.

Дауамы бар.

Читайте нас: