+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Апрель 2021, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАНАТҺЫҘ ҠОШ БАЛАҺЫ Хикәйә Аҙағы

Яңы ғаиләһе, яңы өләсәйе менән асылып китә алманы Салауат. Шунлыҡтан үҙен өндәшмәҫ, шым, хатта аңрараҡ итеп тә күрһәтте, буғай. Әсмә өләсәһе өйөндә иркен йәшәп, теләһә ултырып ашап, теләһә уйнарға сығып, иптәштәрен алып ҡайтып, бер кем тарафынан да ситләтелеп йәки сикләү тойоп өйрәнмәгән малай, Разия өләсәһенең үҙен торған урынында ҡаҙаҡлап ҡуйырҙай ҡаты ҡарашы алдында баҙап ҡалды. Был ҡарашты ул бигерәк тә әсәһе булмағанда, өләсәй менән икәүҙән-икәү генә ҡалған саҡтарында уғата ныҡ тойҙо.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАНАТҺЫҘ ҠОШ БАЛАҺЫ
Хикәйә
Аҙағы
Яңы ғаиләһе, яңы өләсәйе менән асылып китә алманы Салауат. Шунлыҡтан үҙен өндәшмәҫ, шым, хатта аңрараҡ итеп тә күрһәтте, буғай. Әсмә өләсәһе өйөндә иркен йәшәп, теләһә ултырып ашап, теләһә уйнарға сығып, иптәштәрен алып ҡайтып, бер кем тарафынан да ситләтелеп йәки сикләү тойоп өйрәнмәгән малай, Разия өләсәһенең үҙен торған урынында ҡаҙаҡлап ҡуйырҙай ҡаты ҡарашы алдында баҙап ҡалды. Был ҡарашты ул бигерәк тә әсәһе булмағанда, өләсәй менән икәүҙән-икәү генә ҡалған саҡтарында уғата ныҡ тойҙо.
Элекке уҡытыусы булараҡ, Разия өләсәй Салауаттың уҡыуға әҙерлеген тикшереп ҡарап, үҙенән ҡурҡып саҡ яуап биргән йәки белгәнен дә әйтә алмай торған балаға, һүҙһеҙ генә мыҫҡыллы йылмайып үҙ мөһөрөн баҫты. Быны Әлфиә лә һиҙҙе. Әммә балаһын яҡлай алманы. Бер ирҙән айырылып, бала эйәртеп егеткә килгән килен булыуымы, әллә иренә, ҡәйнәһенә ярарға тырышыуы ауыҙын яптымы ҡатындың – белмәҫһең. Ул бары башын эйеп мөңгөрҙәп торған улын әрләп кенә ҡуя алды:
– Нимә аңрайып тораһың? Тегендә һинән шәп кеше юҡ ине ләһә.
Ваҡыт үтә торҙо, ике-өс йоҡо бүлмәһе булған яландай иркен өйҙә кескәй малай үҙенә урын тапманы. Ҡайһы бүлмәгә йәшенһә лә, уны Разия өләсәйҙең уҫал күҙҙәре эҙләп тапты ла башын баҫырға, бөршәйергә, уйнап йә ашап ултырған еренән тороп китергә, нимәгәлер үрелгән ҡулын тартып алырға, һүҙ әйтергә асҡан ауыҙын ябырға мәжбүр итте. Малайҙың бәләкәс йөрәгенә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыйынлыҡ, ҡасырға, ҡотолорға теләү тойғоһо, хатта ҡурҡыу һалды ул күҙҙәр.
Башта Салауат был хаҡта әсәһенә әйтте. Балаларса бер ҡатлы, әммә туп-тура, дөрөҫ мәғәнәлә бирҙе ул тойғоларын. «Разия өләсәй мине яратмай, миңә уҫал ҡарай… Мин дә уны яратмайым. Ҡайтайыҡ тегендә», – тине. Был ғаиләлә балаһының ҡабул ителмәүен һиҙеп йөрөгән Әлфиә тота килеп кенә ни итергә лә белмәне. Бер яҡтан, улы ла йәл, икенсе яҡтан, хәҙер инде икенсе ирҙән дә айырылһынмы? Етмәһә, буйында ла бар, шикелле. «Түҙеп тор, улым. Һин уға иғтибар итмә, үҙеңсә эшләп тик йөрө. Мин уға әйтермен», – тигән булды. Был хаҡта башта иренә үпкәләп әйтте, тегеһе: «Юҡҡа иғтибар итмә, барыһы ла яйланыр», – тип тынысландырҙы, унан был ғәйепләү улай-былай сыйышҡандарҙа ысҡынды ҡатын теленән, тора-бара ҡәйнә менән килен араһындағы ҡапыл тоҡанып ҡапыл һүрелә торған әйтештәрҙә лә өҫкә ҡалҡып сыҡты. Килен: «Минең баламды һыйҙырмайһың», ҡәйнә: «Балаңды ҡарап-тәрбиәләп торғанда ла оҡшатмайһың», – тип бер-береһенә ғәйеп ташланы.
Ололар араһында ни генә булғанда ла, бәләкәс Салауаттың хәле еңеләймәне. Ул йүгермәй, көлмәй, уйнамай башланы. Һәр ваҡыт эсендә йәшерен асыу менән ҡурҡыу ҡайнаны. Урамдағы балалар менән аралашманы, сыҡманы. Быға бигерәк тә Разия өләсәһенең күрше-тирәһенә: «Был бала һиңмайыраҡ ул», – тигәне лә булышлыҡ итте, шикелле, бала-саға малайҙы ҡуш итмәне.
Үҙҙәре генә булғанда – ярай, Разия өләсәйҙең балалары, ейәндәре килеп тулғанда бигерәк ҡыйын була Салауатҡа. Өләсәй һәр ейәнен ҡосоп-ҡосоп һөйә, уларға алып ҡуйған бүләктәрен бирә, әле был, әле теге эштәре өсөн маҡтап-маҡтай, ә шунда бер мөйөштә боҫоп ҡарап торған малайға бер ауыҙ йылы һүҙе йәл. Был ваҡыттарҙа Салауат Разия өләсәйҙе лә, уның ейәндәрен дә ниндәйҙер мөғжизә менән юҡ итеү, алы-ыҫҡа осороп ебәреү йәки әкиәттәге шикелле баҡаларға, йыландарға әйләндереү теләге тыуа. Көнө буйы шулай көйөп-янып йөрөй ҙә, кис ятҡас оҙаҡ йоҡлай алмай «ирешеп» ята. Төшөндә лә мәскәй әбей сүрәтендәге Разия өләсәйҙән ҡаса, боҫа, йәшенә…
Тик бер ваҡыт ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙе онота алмай Салауат. Улар ҙа шул уҡ Разия өләсәйҙең туғандары ине. Ағай менән апай һәм уларҙың бәләкәс ҡыҙҙары килгән ине. Апай кеше үҙҙәрен йоҡо бүлмәһе ҡорғанына ышыҡланып ҡына күҙәтеп торған малайҙы зал уртаһына саҡырып сығарҙы ла, уға ла бүләген бирҙе һәм арҡаһынан һөйөп:
– Ҡалай исемең матур. Һин бит Салауат батыр исемен йөрөтәһең, шунлыҡтан үҙең дә уның кеүек ҡыйыу, батыр бул. Арҡаңды тура тот, башыңды күтәр, кешегә ҡарап, ҡысҡырып һөйләш, вәт шунда һин егет булырһың, – тине.
Шул ваҡыт малай үҙенең бер ҡарышҡа үҫеп, күтәрелеп киткәнен тойҙо. Ул көндө Разия өләсәй ҙә уны өҫтәл тирәһенән өркөтөп, ҡыуып ебәрә алманы.
Бер йыл тирәһе йәшәүҙәренә әсәһе бәпәй алып ҡайтты. Сабый килгәс бигерәк тә көн бөттө Салауатҡа. Уны әленән-әле: «Шым! Шаулама! Ҡысҡырма! Телевизорҙы һүндер!», тип тыйҙылар. Әсәһе лә бар иғтибарын хәҙер инде бәләкәсенә күсергәс, малайҙың был йорттағы кәрәкһеҙлеге, артыҡлығы уғата һиҙелде. Ҡайҙа ғына төртөлһә лә, нимә генә эшләһә лә ризаһыҙ, ҡәнәғәтһеҙ йөҙҙәр менән осрашты ла торҙо. Хатта әсәһе үҙе лә, хәҙер инде яҡлашып арып ҡул һелтәнеме, өндәшмәй йәки күрмәмешкә һалыша ла ҡуя. Шуға әсәһен дә йыш ҡына эсенән: «Алдаҡсы», – тип атай Салауат.
Бөгөн дә әсәһе менән Әхмәт ағай ҡалаға бәпестәрен балнисҡа күрһәтергә алып киткәс, уларға күрше апай инеп ултырғайны. Разия өләсәй әхирәтенә сәй табыны әҙерләне лә, Салауатҡа: «Бар, тышҡа сығып йөрө. Хәбәр тыңлап ултырма бында, әсәңә былай ҙа юҡ-барҙы аҙ еткермәйһең», – тип ҡабаландырып кейендереп сығарып ебәрҙе. Малайҙың тиҙерәк уның күҙенән юғалыу өсөн ашығып кейенгәнендә эстән йылы трико ла, йөн нәскейҙәр ҙә кеймәүен аңғарһа ла, әсәһе килгәнгәсә инергә ҡыйыулығы етмәҫен, өшөп-туңып бөтәсәген белһә лә, өндәшеп торманы ҡатын. Был бала уның ҡаны түгел, был балала уның эше юҡ. Хатта ошо сығыуынан кире килеп инмәһә лә ҡайғыраһы түгел.
… Салауат ауырып китте. Кисәге өшөүе бушҡа үтмәне, күрәһең. Юғары температура менән тулап ятып, һаташып, баҫлығып ауырыны ул. Уяулы-йоҡоло килеш: «Әсәй, һин алдаҡсы!», «Әхмәт ағайҙы яратмайым!», «Разия өләсәй – мәскәй әбей!» – тип ҡысҡырҙы, иланы, «Китегеҙ! Тотмағыҙ! Теймәгеҙ!» – тип ҡыуҙы, йәшенде. Әлфиә менән Әхмәт аптырашып ҡарап ултырһа, Разия : «Етем бала аҫыраһаң, ауыҙ- мороноң ҡан булыр» тип, бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде, бына бит, күпме изгелек итеп торһаң да булмай», – тип һөйләнде.
… Ҡыҙын икенсегә кейәүгә оҙатҡас, Әсмә әбей оҙаҡ ҡына үҙенә урын тапмай йөрөнө. Тыңламаһа ла, гел үҙенсә эшләп уңмай йөрөһә лә – балаһы бит, кинйә ҡыҙы. Ҡыҙы ярай, ир ҡуйынына ла, ейәнгенәһе кемдәр ҡулына китте икән? Әллә шул теге ваҡыт «баштан өйрәнһендәр» тип ҡатыраҡ ҡыланды инде? Йәшәй башлағастары бер генә барып күреп ҡайтҡайны, былай ҡоҙағыйы ла өҙөлөп торғандай, кейәүе лә тыныс ҡына ҡарағандай ине балаға. Һынап-күҙәтеп ултырҙы ла: «Ярай инде, ир балаға ир тәрбиәһе кәрәгер, мин – әбей, уны үҙемә эҫендереп тә, йә ғүмерем булмаҫ…», – тип ҡуйғайны. Әле бына һуңғы ваҡыт әллә ни эшләп шул бала төшөнә инә лә инә. Йә һыуға аға, йә ҡойон алып китә үҙен, ҡулдарын һуҙып асырғанып ярҙам һорап ҡысҡыра ла, Әсмә йөрәге ҡубып, манма тир булып килеп уяна. Тиккә булмаҫ, тип уйлай быны әбей, күңеле бушҡа туламаҫ, берәй яры һиҙҙертәлер.
Ысынлап та, борсолоуҙары бушҡа булмай сыҡты. Ус аяһындай битендә ике күҙе генә ҡалып йонсоған, ябыҡҡан ейәнен дауахана палатаһында килеп тапты өләсәй. Хәлһеҙлегенән бигерәк малайҙың күҙ ҡарашындағы күндәмлек, буйһоноусанлыҡ, ҡурҡыу аптыратты, шаңҡытты әбейҙе. Ейәненең башын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, әсенеп, әрнеп бер килке ултырҙы ул. Һорашманы ла, төпсөшмәне лә Әсмә, ул баланың хәлен үтә күрҙе, әсә йәне менән тойҙо, аңланы.
Әлфиә әсәһенең Салауатты алып ҡайтырға булып китеүенә ҡапылдан риза булмайса:
– Инде өйрәнеп бөткән бит ул, – тип ныҡышты.
– Өйрәнеүе – өйрәнеү… Ҡанатһыҙ иткәнһегеҙ бит баланы.
– Килештермә инде, әсәй, өҫтө таҙа, тамағы туҡ.
– Эй, ҡыҙым, тамағы туҡтан ғына ҡош балаһы осһа икән… Ҡанатланыу өсөн һәр тере йәндең дә тамағы түгел, ә күңеле туҡ, күңеле көр булыуы кәрәк.
… «Ҡанатһыҙ ҡош»тоң кем булыуын белмәй Салауат. Төшөнмәй әле ундайҙы, аңламай. Әммә Әсмә өләсәйҙең өйө күренеү менән йөрәгенең һикереп сығырҙай булып талпынғанын тоя ла:
– Өләс! Мин остом! – тип ысҡынып йүгерә.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: