Күптән тышта йөрөй Салауат. Тамам өшөнө, туңды инде. Сыҡҡас та епшек ҡар менән әрһеҙ уйнап ташлағайны шул. Бейәләйҙәре һығып алмалы булып һыуланды, ботинкалары дым тартып ауырайҙы. Башта тирләткән булһа, хәҙер килеп һыуланған эске кейемдәр арыҡ тәндең бар ғына йылыһын һурып торҙо. Көн үҙәгендә алдатып ҡына йылмайған ҡышҡы ҡояш наҙына ышанып йоҡа куртка ғына кейгән булһа, ҡапыл һалҡынайтып, әсе ел сыҡты ла киттесе. Малай сабырһыҙланып әленән-әле урам ҡапҡаһы төбөнә килде лә ҡалаға киткән юл яғына текәлеп торҙо. Әсәләре һаман юҡ. «Тиҙ генә ҡайтырмын», – тигәйне бит. Тағы алданы инде. «Алдаҡсы… Алдаҡсы!» Малай өшөгән сикәләре буйлап аҡҡан йәштәренән ғәрләнеп йән асыуға ҡаты ҡар киҫәктәрен типкеләне. Шулай тауышһыҙ ғына һығылып илап күңелен бушатҡас та әле арыуыҡ йөрөнө ул урам тирәһендә. Тик нисек кенә туңған булһа ла, нисек кенә семәрле ишек тотҡаһы үҙенә үрелергә өндәп саҡырһа ла, Салауат өйгә инмәне. Дөрөҫөрәге, инергә ҡыйыулығы етмәне.
Бейек йорт ҡапҡаларына яҡынлашып килгән машинаны әллә ҡайҙан аңғарып ҡалып, ҡаршы йүгерҙе ул, тик тегеһе уның тәңгәлендә туҡтаманы, ә юл ситендәге тәрән ҡарға сумып уҡ янтайып тороп ҡалырға мәжбүр итеп, үтеп китеп, гараж тәңгәленә етеп һүнде. Малай борх-һарх килеп батҡан еренән тырмашып сыҡты ла, ҡыуанысы эсенә һыймай тағы машина торған ергә сапты. Килеп етер етмәҫтән ҡысҡырҙы:
Тик килеүселәр уға яуап биреү түгел, иғтибар ҙа итмәне. Әхмәт ағай ҡаштары төйөлгән килеш сығып гараж ҡапҡаларын асырға керешһә, әсәһе ҡалын комбинезон кейҙерелгән бәпәй менән артҡы урындан ҡапыл ғына сыға алмай аҙапланды ла, асыулы тауыш менән:
– Шарылдағансы килеп ярҙам ит! – тип екерҙе.
Салауат нисек тә ҡоласын киңерәк йәйеп төргәктәге һеңлеһен күтәреп алырға маташты, тик үҙенең ярты кәүҙәһендәй булған һәм эсендә йоҡоһонан ваҡытһыҙ уятҡанға ризаһыҙланып тулай башлаған балалы йөккә көсө етмәне.
– Ҡуй, кит. – Әсәһе нисек тә үҙе килеп сыҡты машинанан. Сыҡты ла, эстәге пакеттарҙы алып инергә ҡушып, бөршәйеп ҡатҡанда ла, үҙенә тоғро көсөк булып тилмереп ҡарап торған малайына бер ҡараш та һалмайынса, өйгә ыңғайланы. Малай йәһәт кенә ике-өс пакетты эләктереп алып, әсәһенән ҡалмаҫҡа тырышып йүгерҙе.
Разия ла сәйен ҡат-ҡат ҡайнатып, тәҙрәгә күҙ һала-һала улы менән киленен көтөп кенә ултыра ине. Инеүселәрҙе тора һалып ҡаршы алды. Килененең турһайған йөҙөнән үк йәштәрҙең үпкәләшеп килгәнлеген аңлаһа ла, ғәҙәтенсә сер бирмәне. Ихлас һөйләнеп килеп баланы алды:
– Ә-әй, бәпесем ҡайтты. Бына бит, машиналы юл шул инде, йөрөй ҙә ҡайтаһың. – Диванға һалып өҫтөн һалып ташланы ла, көсәнеп кирелгән сабыйҙы һылап-һыйпай башланы. – А-ай, ҡыҙым, үҫә, үҫәм, ти, а-ай.
Ҡулы бушап, үҙе сисенгәс кенә әсә кеше ишек төбөндә туңған бармаҡтары менән ботинка элмәген ысҡындыра алмай аҙапланған малайына иғтибар итте:
– Өшөгәнсе йөрөгәнһең бит. – Ботинкаларын һалдырып эсенә ҡулын тығып ҡараны ла тауышын тағы күтәрә төштө, – Лыс һыу! Кем һиңә тышҡа сығырға ҡушты?!
Салауат өндәшмәне. «Өләсәй» тип әйтә алмай бит инде. Шулай ҙа, былай ҙа асыулы ҡатындың һорауына кемдер яуап бирергә тейеш. Һәм был һорауҙың бер балаға ғына бирелмәгәнлеге лә көн кеүек асыҡ. Разия асыуһыҙ ғына орошҡан тауыш менән аңлатырға кереште:
– Һеҙ киткәс тә: «Сығам да сығам», – тине лә ҡалды, әллә аҙыраҡ һауа һулап инһә, тигәйнем шул. Әйттем бит әле: «Ошонда ғына йөрө», – тип. Сыҡты ла зым-зыя булды, һөрәндәп тә ҡараным. Боҙ буйына төшә һалып киткәндер инде. Ярай, килен, бала бит, малай кешегә бер ни булмай ул.
Әлфиә һаман тыныслана алмай, малайын һелкетә-һелкетә тартып сисендереп, һыу кейемдәрен киптерә ҡуйҙы ла, ҡороһон кейҙереп, бәләкәсен имеҙергә ултырҙы.
Салауат, был өйҙәге иң ҡурҡынысһыҙ һәм ҡурсыулы урында – әсәһе янында ултыра һәм эстән генә Разия өләсәһе менән ирешә: «Алдаҡсы! Һин үҙең ҡыуып сығарҙың! Мин «сығам» тимәнем! Һин мине эҙләмәнең! Һин мине «тәрбиәһеҙ» тип әрләнең!»
Салауаттың шулай эстән ирешә торған ғәҙәте бар. Алты йәшлек ғүмеренең ҡайһы өлөшөндә шулай итергә өйрәнгәндер – үҙе лә белмәй. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа – Разия өләсәһе йортонда йәшәгәндә ғәҙәтләнде шикелле ул «әрләшеп».
Әхмәт ағай Салауаттың атаһы була. Ысын атаһы түгел ул. Быны малай үҙе лә белә. Әммә ололар «атай» тип атарға ҡуша. Эстән Салауат Әхмәтте бер ваҡытта ла «атай» тип әйткәне лә, уйлағаны ла юҡ. Ә үҙенә төбәп өндәшмәй ҙә, һүҙ ҙә ҡушмай. Әсәһе менән һөйләшкәндә «ул», «теге» тиҙә ҡуя. Бер уйлаһаң, Әхмәттең дә Салауатҡа «улым», тип торғаны юҡ инде.
Үҙенең атаһын яҡшылап хәтерләмәй Салауат. Әсәһе менән улар улдарына бары ике генә йәш булғанда айырылышҡандар. Ә уға дүрт тулғанда инде әсәһе Әхмәт ағайҙы «атай» итеп алғайны. Әхмәт ағай башта, уларға ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндә, Салауат менән бер аҙ һөйләшә лә торғайны, тик үҙҙәренә күсереп алып ҡайтҡандан һуң күҙенә лә элмәне тиерлек. Әрләмәне лә, һуҡманы ла былай. Тик әллә ниҙә бер булһа ла арҡаһынан һөйөп ебәрергә йәки йылы ҡараш ташлап ҡуйырға икәнлекте белмәне. Малай уның өсөн тере күләгә, ҡатынына эйәреп йөрөгән йәнһеҙ ҡушылма ғына ине.
Ә бына Разия өләсәй менән баштан уҡ бер-береһен яратманылар. Был «яратышмау» малай ошо йортҡа килеп ингәндән генә түгел, ә әллә күпме алдан, әле был ике «дошман» бер-береһен күргәне лә булмағанда уҡ башланғайны. Разия улының балалы ҡатынға өйләнергә теләүенә ҡырҡа ҡаршы булды. Ғүмер буйы мәктәп директоры булып эшләп, ярайһы уҡ хакимә холоҡло булған ҡатын, йылдан ашыу улына һүҙен бирмәне әле. Тик нимә тип кенә әрләһә лә Әхмәте күрше ауыл юлын ҡуйманы. Инде йәше утыҙҙан уҙған балаһының башҡа ҡатын эҙләп йөрөмәҫен дә, икенсегә күҙ һалмаҫын да аңлағандай булғас, сараһыҙҙан, ыңғырашып ҡына ризалашты. Әллә ниңә кинйә улының ауыл теле менән әйткәндә «ҡолонло бейә» эйәртеп ҡайтыуын ғәрлек, кәмһенеү һананы.
Ҡәйнәһенең оҙайлы ҡаршылығын белгән Әлфиә башта улын әсәһендә ҡалдырып торорға ниәтләгәйне лә, Әсмә әбей ҡырҡа ҡаршы төштө:
– Уйнаштан тапҡан баламы ул – унан оялып?! Ай-һай, шәп егет булғас ҡыҙҙан алыр ине! Бала менән алғас – баштан күнһендәр! Ҡалай анһат, ағас ҡайырыһымы ул һеҙгә ҡайырып ырғытып китергә.
– Кем ырғытып китәм, ти? Башта үҙем өйрәнгәнсе генә, тигәйнем.
– Ана шул үҙең менән балаң да өйрәнер. Аптырарһың хәҙерге ҡатындарға, үҙ теләктәрен балаларыныҡынан алға ҡуя ла ҡуялар. Ана шул тәүге кейәү менән дә «йәшә лә йәшә», – тимәнемме мин? «Гүләйт итә», – тип кенә кеше ирҙән ҡайтамы? Аталы баланы бөгөн ҡайҙа итергә белмәй…
– Ҡуйсы әле, әсәй, төпкә төшмә…
– Эй, балам, әсәң донъяны бер бөгөн беләме ни… – Әсмә әбей ҡоҙалар ҡаршы алыуға кейеп алған байрам күлдәгенең еңе менән күҙ төптәрен ҡоротто. – Атаң менән беҙ илле йыл буйы әллә ал да гөл генә йәшәгән тиһеңме? Гүләйтен дә һалды, эсте лә, һуғышты ла… Ана шул һеҙҙе етем итмәйем, кеше араһында атайһыҙ булмаһындар, тип түҙҙем… Аталы бала ҡалай ҙа арҡалы инде ул…
– Ярай, ярай, әсәй. – Әлфиә ярһыуҙан мыршылдап иларға уҡ күсеп киткән әсәһен арҡаһынан һөйҙө, бармаҡ остары менән йыйырсыҡтар араһынан таралып аҡҡан йәштәрен һөрттө. – Атайһыҙ булмаҫ ейәнең, Әхмәт бына тигән атай булыр уға.
Ҡарт әсә йөрәген өйкәп торған һүҙҙәрен, һиҙемләүҙәрен эскә йомоп өндәшмәне.