– Иртәнге ашҡа нимә бар? – тине.
Ғүмер буйы ашамай йөрөгән тип әйтерһең, уяныр-уянмаҫ, күҙен асыр-асмаҫ ашарға таптырыуын әйт әле. Бына һиңә ауыртмаған башҡа тимер таяҡ! Ҡарсыҡ иҫенә төшөрҙө: эйе, никах уҡыттылар, мәжлес ҡорҙолар, хәҙер ул – бабайлы әбей.
Был бабайҙы уның эргәһенә кем килтереп һалды һуң әле? Тәүге бабайы гүр эйәһе булғас, уны һағынып, һин иламаныңмы ни? Юҡһынып, белер-белмәҫ доғаларыңды уҡыманыңмы? Кемделер хәстәрләгең, өҫтөнә ап-аҡ күлмәк кейҙергең, ҡулына үтекләнгән салбар тотторғоң килгәйне. Бына, хыялың тормошҡа ашты, әҙерлә күлдәгеңде, үтеклә салбарыңды, кейендер ҙә бабайҙы хеҙмәткә оҙат. Ошо кемгәлер хеҙмәт итеү тойғоһо көслөрәк булдымы, әллә юҡһыныумы? Бәлки, икеһе лә барҙыр. Ана бит, башын ҡалҡытыр-ҡалҡытмаҫ ашарға таптырып та ята.
Ҡарсыҡ еңел генә тороп китте. Уңға атлағайны – залға барып сыҡты. Аш бүлмәһе – һулда, икенсе ванна эргәһендә икән. Әллә ни ҙур өмөттәр бағламай ғына һыуытҡысты асып ҡараны. Танауына әллә ниндәй еҫтәр бәрелде. Аһ, илаһым, эште бит кисә ошонан башларға булған, туйҙан түгел! Ул мәжлескенәһе нимәгә хәжәт ине, кеше аптыратып? Күпме аҙыҡ-түлекте исрафҡа сығарҙылар. Ярты аш бүлмәһен алып торған һыуытҡыстың туңдыра торған яғын асып ҡараны. Ярай, уныһы тулы ит икән.
Шәмсиә үҙенең эшен белә: бабайын ул кеше һоҡланып ҡарарлыҡ итеп тота белде, үҙенең эшен дә алып барҙы, өйөнә лә өлгөрҙө, бер ваҡытта ла һынатманы. Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Әле сығып бабайынан һорарға уңайһыҙланды: иртән нимә мөрхәтһенгән була икән? Сәй эсһә, иғтибар итте былай, бик ҡаты тотонмай, ҡан баҫымы ла аяулы ғына шикелле, яңылыш тәҡдим яһап, оятҡа ҡалып ҡуймаһын тағы. Ҡарсыҡ тәүәккәлләне:
– Кем, Әнүәр Вәли улы, иртәнге тамаҡҡа һеҙгә нимә яҡшы булыр икән?
Ҡарт башын күтәреп ҡараны ла, ниңә таң менән мине бимазалап йөрөйһөң, тигән ҡиәфәт менән:
– Еңелсә булһын, бер йомортҡа, бәләкәй генә сыр киҫәге, шунан алда бер стакан “Красноусол” һыуы. Ә сәйеңде йәлләмә, ҡатыраҡ тотон, мин шулай өйрәнгәнмен, – тине лә хырылдап йоҡлап та китте.
Ә Вадимдың үҙ мәшәҡәттәре, сөнки хәҙер уға эшен, холоҡ-фиғелен үҙгәртеп ҡороп, яңы шарттарға яраҡлашырға кәрәк. Быға тиклем нисек тыныс йәшәне икән ул? Әле барлап ҡараһа, ифрат бер ҡатлы булған, тормоштоң рәтен белмәгән, хатта ғүмере заяға үткән һымаҡ тойолдо. Атаһы нисек бындай йәшәү рәүешен күтәрә алды икән? Ана бит нимә ти Тимур: “Беҙҙә атай тәрбиәһе көслө, атай культы юғары булды”, – тип, Вадимды яңы йәшәү шарттарына өйрәтергә тырыша.
Вадим менән ҡатыны араһынды нисә йыл йәшәү дәүерендә беренсе тапҡыр һәм етди аңлашыу булды.
– Һинең ҡапыл үҙгәреүеңде, командировкаларың барлыҡҡа килеүен, көн һайын һуңлап ҡайтыуыңды мин һинең тормошоңдоң үҙгәреүе менән бәйләйем. Әсәйең, ҡәйнәмде әйтәм, бабайға барғансы бындай һыҙаттар күҙәтелмәй ине.
– Һиңә шулай тойола ғына, – тип, бәхәсте тамамларға тырышты Вадим.
– Тойоламы-тойолмаймы, һин миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуыңды юғалттың.
– Һин ҡуйыртырға яратаһың, бөтәһе лә элеккесә.
– Һиңә элеккесә тойолалыр, ләкин дәлилдәр һинең был фекереңде юҡҡа сығара, – тине лә ҡатыны, төрөлгән ҡағыҙ киҫәген алып асып, иренең алдына һалды. Унда – әллә ерән, әллә ялтыр оҙон сәс ине.
Был дәлил үткер бысаҡтан көслө һәм уны бер нисек тә кире ҡағып булмай.
– Ҡайҙан килеп эләккәндер – белмәйем, – тине ире, тотлоҡто, ҡыҙарынды, күҙҙәрен ситкә йәшерҙе.
Ҡатын башҡа өндәшмәне, мыҫҡыллы көлөп кенә ҡуйҙы.
– Бөгөн дә ҡабатланасаҡмы? – тине ул.
Ир өндәшмәне.
– Ярай, мин һиңә адекват яуап биреү хаҡында хәстәрлек күрермен, – тине лә ҡатыны сығып китте.
О-о, уның ҡатыны уйлап табырға тиһәң, оҫта. Вадим хәләленең янауын тормошҡа ашырыуына тамсы ла шикләнмәне. Әлбиттә, тормошҡа ашырасаҡ, был хаҡта бөтәһе лә беләсәк һәм кинәнә-кинәнә бер-береһенә еткерәсәк. Ирҙең күҙ алдына үҙенең башындағы саталы-саталы мөгөҙҙәр күҙ алдына килде һәм ирекһеҙҙән маңлайының ике йомроһон һыйпап ҡараны, хатта бер яғында нимәлер тиртә башлаған һымаҡ тойолдо.
Ә Тимурҙың – Тимурҙың эштәр көйлө, ул ҡәнәғәт. Эш араһында ғына әсәһенең кереп хәлен белде. Яңы бабай менән бәхетле генә итеп ултыралар. Тимур белә: ҡарттың ҡомо ҡойола, ләкин мөмкинлектәре бар әле. Ана бит, үгәй улының ҡайҙа эшләүен һорашты, кемдәрҙең ниндәй вазифа биләүен асыҡланы, әйтерһең, мөһим инде – ҡәтғи-ҡәтғи күрһәтмәләр бирә башланы. Бына, мәғариф өлкәһен генә алайыҡ. Һуң, уҡыусыларҙың ашҡаҙанын ғүмер буйы сейле-бешле аҙыҡ менән боҙоп бөткәндәр, һирәк-мирәк эләккән һум иттең дә арыу киҫәктәрен ашнаҡсылар ташып бөтә икән. Әйтерһең, ишек төбөндә шуларҙы үҙе аңдып ултырған инде. Эйе, хәҙер нисек аталалыр, белмәй, ләкин район һайын туҡландырыуҙы бер урынға туплау сифатты күтәрәсәк, юғалтыуҙарҙы кәметәсәк.
– Яҙып ал, оноторһоң! – тине ул, ҡәтғи итеп. – Фәлән Фәләнычҡа үҙем генә барып етәйем. Теге ваҡыт үҙен юҡҡа йәлләнем. Берәй районға предрик (район башҡарма комитеты рәйесе) итеп ебәрә инем, өлгөрмәнем. Ҡайнағаһы обкомда ултыра ине, шул яҡлап алып ҡалды.
Ҡарт әлеге уңмаған предриктың Тимурҙың яҡын әшнәһе, хатта бер нисә бизнеста компаньоны икәнен күҙ алдына ла килтермәй ине. Ана, фәлән маршруттағы автобустарҙы күрәһегеҙме? Шундағы утыҙ автобус Тимурға һәм уның дуҫы Фәләнбаевҡа көнө-төнө тоҡлап аҡса ташый.
Бер шәшке сәй эсеп, илле грамм коньяҡ уртлап, саҡ ҡотолдо был ҡарттан Тимур. Шулай ҙа предрикты киҫәтеп ҡуйырға кәрәк: юғиһә был ҡарт юғарыға яҙып ебәрергә лә күп һорамаҫ.
Улының килеп сығыуы Шәмсиә ҡарсыҡтың күңелен күтәреп ебәрҙе. Ҡарт телевизор ҡараған арала әсәһе улына ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе үҙенең бурысы тип тапты.
– Был фатир йөҙ квадрат метр икән. Әле тулыһынса уның исемендә. Яртыһына мәрхүм әбейе хужа булған, уның өлөшөнә балалары дәғүә итә икән. Ҡарт өйләнер алдынан ошо мәсьәләне күтәргәс, ҡыҙы менән улы киҫәтеп ҡуйған, хатта документтарының күсермәләрен һоратып алдырғандар. Ә ҡарсыҡ былай тормошонан ҡәнәғәт. Мыжыҡлығы бар, ләкин элекке бабайынан, мәрхүм атаһынан була инде, күп түгел, түҙергә мөмкин. Тик бына хырылдауы ғына оҡшап етмәй, ләкин әсәһе ишеткән ҡолағын мендәр яғына һалып ятһа, эргәһендә бомба шартлағанын да һиҙмәй икән. Ҡарт хырылдай, хырылдау менән хырылдау араһында унар-ун бишәр секундҡа тиклем паузалар яһа, ти. Уныһы шикләндерә, ләкин түҙерлек.
– Бына, паспортымды күҙ алдына һалып ҡуйҙым, – тине ҡарсыҡ. – Үткән-һүткәндә күрһен, тинем. Үҙе теркәтәм тине. Былай булмай инде, тегендә теркәлгәнмен, бында йәшәйем, Хоҙай һаҡлаһын, дауаханаға ятырға тура килһә, нимә тиерҙәр? Былай РКБ-ла торам-тороуын, тик бына теркәлгән урында йәшәйһегеҙме, тип һорап ҡуйыуҙары ла бар бит әле.
– Әсәй, бындай осраҡта никах контракты төҙөлә, – тине улы, бабай ултырған яҡҡа муйынын һонобораҡ. – Ләкин беҙҙә ундай эш ғәмәлдә юҡ. Ә кәрәк ине. Тик һин өркөтөп ҡуйма. Шуны ла онотма, әсәй: һин бында ялланып килмәгәнһең. Һин бабайҙы ҡарауға күп көс һалаһың, шулай булғас, һине бәхилләүҙе ул үҙе хәл итә ала, мәҫәлән, фатирҙың үҙенә ҡараған өлөшөн һиңә мираҫлап.
– Ә улы менән ҡыҙы нимә әйтер икән?
– Ҡыҙы өсөн борсолма, уның менән шөғөлләнәләр. Уның әллә ни мохтажлығы ла юҡ, тинеләр. Тулайым фатирҙы эләктереп булмаҫ, әсәләренең өлөшө улы менән ҡыҙына таман ғына булыр. Ә инде ҡарт үҙенең өлөшөн һиңә яҙһа, баш тартып ҡуйма. Юристар шөғөлләнә, мин әҙерләргә ҡуштым.
– Ә теге фатирҙы нишләтербеҙ икән? – тине ҡарсыҡ.
– Уның өсөн борсолма, әсәй, – тине улы. – Ул бабушатникты тәүҙә ремонтлап алырға кәрәк әле. Ә былай кемгәлер тәҡдим итеү түгел, хатта күрһәтеүе лә уңайһыҙ. Үҙәктә ундай фатирҙар ҡалманы тиерлек.
– Уф, улым, ремонтлар булһаң, миңә әйт инде, әйберҙәремде йыйып алырмын.
– Борсолма, әсәй, барыһы ла һин теләгәнсә булыр. Әлегә, әсәй, башыңды ҡатырма, ремонтларға ҡасан да һуң түгел.
– Ә фатирға кем түләр икән? – тине ҡарсыҡ. – Ай һайын ун мең бит.
– Табырбыҙ, – тине улы. Алда мөһимерәк мәсьәләләр көтә.