+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Май 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАЙТЫУ Хикәйә Беренсе өлөшө

Һеҙҙең һағынғанығыҙ бармы? Бала саҡта. Минең – бар. Үлеп, өҙөлөп, һарыға һабышып… Шул һағышты, инде ҡырҡ йыллап ваҡыт үтһә лә, һаман да бала сағымдағы иң ауыр, михнәтле бер кисереш итеп иҫләйем. Ул һағыш, яланаяҡ моңһоҙ сағымдың берҙән-бер ҡара табы, хатта үҙемә хәтерләүе лә ҡыйын булғандай бер мәле кеүек. Ғүмерем буйына, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла шул саҡ ҡайғырған кеүек ҡайғырманым, бер кемде һәм бер ерҙе лә шул ваҡытта һағынған кеүек һағынманым, телһеҙ ҡалып, ашауҙан яҙып һарғайманым. Ул мәлдәрҙә ниҙәр кисереп, күңелемдә ниндәй тойғолар, башымда ниндәй уйҙар ҡайнағанын үҙем генә беләм.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАЙТЫУ
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Һеҙҙең һағынғанығыҙ бармы? Бала саҡта. Минең – бар. Үлеп, өҙөлөп, һарыға һабышып… Шул һағышты, инде ҡырҡ йыллап ваҡыт үтһә лә, һаман да бала сағымдағы иң ауыр, михнәтле бер кисереш итеп иҫләйем. Ул һағыш, яланаяҡ моңһоҙ сағымдың берҙән-бер ҡара табы, хатта үҙемә хәтерләүе лә ҡыйын булғандай бер мәле кеүек. Ғүмерем буйына, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла шул саҡ ҡайғырған кеүек ҡайғырманым, бер кемде һәм бер ерҙе лә шул ваҡытта һағынған кеүек һағынманым, телһеҙ ҡалып, ашауҙан яҙып һарғайманым. Ул мәлдәрҙә ниҙәр кисереп, күңелемдә ниндәй тойғолар, башымда ниндәй уйҙар ҡайнағанын үҙем генә беләм. Ул кисерештәрҙе мин бөгөн элекке тәрәнлеге менән кисерә алмайым, әлбиттә, әммә нисек ҡыйын булғанлығын яҡшы хәтерләйем. Хас та бер ҡаты ауырыу кеүек. Күңелдән алып ташлап та, ҡайҙалыр ҡасып ҡотолоп та булмай торған йән ауырыуы… Алты йәшлек кенә баланың йөрәген мәңгегә яралап, хәтирәләренә утлы ҡуҙ менән юйылмаҫ билге һалып ебәргән һағыныу ине ул. Тыуған яҡты, тыуған ауылды, тыуған йортто, атай-әсәйҙе, туғандарыңды һағыныу… Ә уның тарихы былай булды.
…Мәғрур Ирәндек тауҙарының итәге – йәйелеп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ яландарҙың иң күркәм, иң яҡты, иң матур бер мөйөшөндә Муллаҡай ауылы урынлашҡан. Ул саҡта ожмах минең өсөн ике кәкре урамдан һәм бер бәләкәй тыҡрыҡтан тора ине. Донъям шул хәтлем камил, тулы, түңәрәк. Атай менән әсәй таңдан тороп эшкә китһә лә, беҙ, беҙ тигәнем мин һәм ике бәләкәс һеңлем, иркә-наҙҙан мәхрүм түгелбеҙ. Өләсәйебеҙ, ҡояш ҡалҡа башлау менән, беҙҙе алмаш-тилмәш арҡабыҙҙан тапап һөйә, аяҡ-ҡулды һамаҡлап ыуалап-һуҙғылап уята башлай. Беребеҙҙән-беребеҙҙең башы ялбырыраҡ булған, беребеҙҙән-беребеҙ бәләкәйерәк өс ҡыҙ бала иренешеп кенә тороп тышҡа сығабыҙ һәм ысыҡ йыуып төшөргән ҡаҙ үләне буйлап сирҡана-сирҡана ялан аяҡ аласыҡ мөйөшөнә барып, иҫәнәй-иҫәнәй, еҙ ҡомғандан бер-беребеҙгә һыу ҡойошоп, бит-ҡулды йыуабыҙ. Унан, бер–бер артлы теҙелешеп барып аласыҡ һикәлтәһенә ултырабыҙ. Эстән тәмле булып май икмәк еҫе сыҡһа ла, беребеҙ ҙә инергә ҡыймай. Сөнки, өләсәйебеҙ ялбыр баш менән аш өйөнә инергә ҡушмай. Был тәртипкә күнеп бөткән беҙ, сабыр ғына өләсәйҙең бушағанын көтәбеҙ. Бына ул, тимер сеүәтәгә һыу, сатнаған сынаяҡ аҫтына ирегән һары май һәм эре тешле ағас тараҡ сығарып һала ла, үҙе һикәлтәнең өҫкө баҫҡысына – беҙҙең артҡа ҡунаҡлай. Япма итәкле күлдәген өҫкә тартып, шайтан ашығында бөрөлгән буйлы мул ыштанын күрһәтә биреп, өләс, башта өс йәшлек бәләкәс һеңлебеҙҙе,тубығы араһына ҡыҫтыра ла, тараҡты әленән әле һыуға тығып алып, сәсен тарай башлай. Был беҙҙең өсөн әллә ни күңелле булмаған, хатта күҙ йәштәрен ҡойоуға барып еткәндәй ауыр ыҙа. Әммә бынан ҡасып булмай. Ялбыр баш менән аш өйөнә лә индермәйҙәр, уйнарға ла сығармайҙар. Ә инде уйнарға сығыу өсөн беҙ, сәс үрҙереү генә түгел, һис уйлап тормаҫтан, әллә нимәләргә лә риза булғандайбыҙ.
Һеңлемде сыйылдата-сыйылдата сәсен шымартып тарағас, өләсәй бармаҡтарын һары майға тығып алып ике усын ыуалай ҙа, тотошлай ҡапланып торған кескәй «күбәнең» битен «асып», тараҡ ҡыры менән төймә танау осонан юл алып урталай яра һәм ике ҡолаҡ төбөнән услап тотоп шытырлатып үрә башлай. Турғайҙай ғына ҡыҙҙың яурындарына балаларға хас булмағанса ҡалын толомдар юл ала ла, бил тәңгәлендә ҡыҙыл сепрәктәр менән ҡушылып, нәҙек булып төйнәлеп барып туҡтай. Өләс бармаҡтарын майға тағы бер ҡат тейҙереп, һеңлебеҙҙе үҙенә ҡаратып ҡуйып, «Бисмилла» әйтеп ике баш бармағы менән өсәр ҡабат ҡаштарын һыпыра, усындағыһы менән «сепейләй» биреп торған тумпаҡ сикәләрен, беләктәрен, ус һыртын һылай. Был эштәр бөткәс, бәләкәсте һулыған йомшаҡ түшенә ҡыҫып, һыңҡылдатҡансы һөйә лә, арҡаһынан этәреп эскә ыңғайлатып ебәрә. «Ялбыр баш»тан тиҙ арала «тәтәй ҡыҙға» әйләнгән ҡыҙсыҡ, кәзә бәрәсе шикелле тыптырлап йүгереп китә. Шул уҡ тәртип менән өләсәй ҡулынан тағы ла бер һеңлем, унан мин үтәм. Минең сәсемде үргәндә өләсәй, ғәҙәтенсә, һуҡранып алырға ла онотмай:
-- Ошо сәсеңде ысҡындырмай ятһаң ней бумаған, кейәнке, һыу төшкәндә лә һыуҙама, мына бит, йылға ҡыйын һөҙөп апҡайтҡанһың әпәт. Ҡара, ялбыр баш, беттәп китһәң, сәсеңде һарыҡ ҡырҡҡыһы менән тунап утыртам.
«Ялбыр баш»тың бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға көн дә ҡабатланған был һүҙҙәр, өләсәһенән ҡыҫып һөйөлгәс, һеңлеләре артынан эскә йомола.
Май икмәккә йылы ҡаймаҡты ағыҙа-ағыҙа һылап, ялай-ялай ашағас, сынаяҡ аҫтарына ҡойолған сәйҙәребеҙҙе шөрпөлдәтәбеҙ ҙә, бәләкәсебеҙҙе ике яҡтан етәкләп, урамға сығабыҙ. Башта Нәзиләләргә ҡысҡырабыҙ, улар һеңлеһе менән сығып ҡушылғас, Әлмираға, Гөләндәмгә, Сәлимә менән ҡустыһына һөрәнләй-һөрәнләй Һаҡмар буйына ыңғайлайбыҙ. Ауыл буйлап үтеп, йылға ярының ваҡ ҡырсынташ түшәлгән һөҙәк урынына килеп еткәнсе, беҙ – ыбыр-сыбыр, ике тиҫтәләгән баш булып китәбеҙ. Ҡайнар ҡояш аҫтында тәҡәтһеҙ ҡыҙып өлгөргән ҡомда һәр кем үҙенә оҙонса итеп ятыр «урын» әҙерләй ҙә, сирҡаныс алырға төшәбеҙ. Сирҡаныстар алынғас, китә һыу инеү, кемуҙарҙан сумыу-йөҙөү. Йөҙә үк белмәһәк тә, ҡулдар менән ярға йә үтә күренеп ятҡан ҡырсынташлы һыу төбөнә таянып, буйтым йөҙөүсене һүрәтләп йөрөйбөҙ инде. Ошонда уҡ ҡасышмаҡ, баҫтырыш, кем матурыраҡ таш таба, өй төҙөү кеүек әллә нисә төрлө уйындар уйнала. Кемебеҙҙеңдер ҡустыһы йә һеңлеһе илаһа, күмәкләп әүрәтәбеҙ, кемдең нимәһе бар шуны бүлешеп ашайбыҙ, бик булмаһа, йүгерешеп ҡайтып сәй эсеп киләбеҙ ҙә, өйрәк көтөүе кеүек тағы ла һыуға төшөп, һай урындарҙың боламығын болғатабыҙ, сығып ҡыҙынабыҙ ҙа, тағы төшәбеҙ. Шулайтып йөрөп көндөң кискә ауышҡанын да һиҙмәй ҡалабыҙ. Эңергә инде ирендәребеҙ күм-күк булып күгәреп, өшөүҙән дерелдәшеп, күлмәктәребеҙ ала-сола бысранып, бит-ҡулдарыбыҙ ялтырап янып, һыу һурған тәндәребеҙ арып-талып өйҙәргә юлланабыҙ. Атай-әсәйҙәр ҡайтһа ҡайтып өлгөрә, ҡайтмаһа - юҡ, беҙ унан-бынан ҡапҡылап, өләсәй һуҡрана-һуҡрана мал ҡаршылаған арала, ҡайһыбыҙ ҡайһы ерҙә тәгәрәшеп, әүен баҙарына китеп бөтәбеҙ. Ярты төн ауышҡас, әсәй беҙҙе урындарыбыҙға урынлаштырған ваҡытта, һеңлеләрем йоҡо аралаш сыйылдашып ҡаты үрелгән сәстәрен систерә. Шулай уҡ күпмелер ваҡыт йоҡлап уянғас, толомдарымды һүтеп ятам, шул ваҡыт сәс төптәремдең, күҙ ҡойроҡтарымдың ауырттырып тартылып тороуҙары ебәреп, рәхәтләнеп ҡалам.
Көндәребеҙ шулай бер төрлө үткән кеүек булһа ла, беҙгә күңелһеҙ булмай. Күңелһеҙләнергә йәки ул хаҡта уйлап ултырырға түгел, хатта, ҡай саҡ, ҡайтып ашарға ла ваҡытыбыҙ етмәй. Шулай ҙа, көндәлек тормошҡа икенсе, ят төҫ биреп, беҙгә ҡайһы ваҡыт ҡунаҡтар ҙа килеп төшкөләй. Бер көн дә шулай булды. Магнит ҡалаһынан атайымдың ағаһы Айбулат апам* (* Апа – олатай, бабай (дядя). Атайҙың ағаһы) менән Надя инәйем килде. Уларға ҡыҙҙары Оксана менән улдары Кәрим дә эйәргән. Ике кәрзин эре алмалар, имгес әтәстәр алып килгәндәр. Эс ауыртҡансы алма кимерҙек, һурып-һурып әтәстәрҙе имдек тә, күмәкләшеп тағы ла һыу инергә киттек.
Ҡунаҡ килгәс өләсәй киске сәйҙе ихатала, сиҙәм өҫтөнә киң ашъяулыҡ йәйеп ебәреп эсерҙе. Ныҡ йоҡобоҙ килһә лә, ололарҙың күңелле гөрләшеүенә ҡушылып беҙ ҙә геүләнек, мине бигерәк тә Надя инәйемдең «Гөлирәне ҡалаға ҡунаҡҡа алып ҡайтабыҙ, ҡала күреп ҡайтһын» тигән һүҙҙәре ҡуҙғытты. Ашҡынып атайым йә әсәйемдең ризалығын көттөм. «Ярай» тиһәләр генә ярар ине… Ебәрһәләр ине…» Сабырһыҙланыуымды һиҙгәндәй атайым мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып: «Барам тиһә – барһын әйҙә, илағансы йөрөп ҡайтһын», – тине. Әсәйем дә минең яҡҡа яратып ҡарап: «Һағынһа алып киләһегеҙ инде, бесән мәлендә үҙебеҙ йөрөй алмабыҙ», – тип өҫтәне. Шулай итеп, минең ҡалаға китеүем хәл ителде. Алтын япмалы, көмөш көймәле сихри ҡала хаҡында хыялланып, бишбармаҡ һыуынғанды көтөп салҡан ята торғас, шунда йоҡлап та киткәнмен…
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
* Апа – олатай, бабай (дядя). Атайҙың ағаһы.
Читайте нас: