Атайым төшкә ҡарайыраҡ ҡайтып, ат менән беҙҙе дүрт-биш саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан Баймаҡ юлына алып сыҡты. Юлда бер аҙ саң йотоп торғас, «проходящий» автобусҡа ултырып Баймаҡҡа килеп төштөк. Был ауылымдан тәүге тапҡыр ситкә сығыуым ине, шунлыҡтан Баймаҡ кеүек ҡаланы ла тәүге тапҡыр күреүем.
Баймаҡ вокзалында бер килке ҡыҙыҡ итеп кейенешкән халыҡты күҙәтеп, автобус килеүен көттөк. (Магнитҡа, ул саҡта, Баймаҡ, Сибай ҡалалары аша йөрөлә ине.) Сибайҙан иһә кискә ҡарай ғына Магнит поезына ултырҙыҡ. Мин бөтөн был яңылыҡтан шаңҡып, аңра бәрәс шикелле эйәреп кенә йөрөй алам, әле был, әле теге ерҙә тороп ҡалғанымда Оксана апай килеп етәкләп алып китә. «Ну, Гуля, ты даешь» тип көлә үҙе. Поезда ла вагон ҡайһы яҡҡа ҡыйшайһа шул яҡҡа ауып-ҡолап аптырандым. Тегеләргә һаман да көлкө, ә мин йәнемде ус эсендә генә йомоп барам.
Мең төҫлө уттар менән балҡыған Магнит ҡалаһына ҡараңғы төшә башлауға килеп еттек. Оксананың ҡулына йәбешкән килеш алан-йолан тирә-яҡты ҡарайым, туҡтауһыҙ үтеп торған машиналар араһынан юлдан үтмәй ҡарышам, бейек ҡатлы йорттарҙың осон күрәйем тип, ҡолай яҙғансы башымды артҡа саңҡайтам, тротуар асфальтына ҡуша ҡойолған ялтыр таштарҙы соҡоп ҡарағым килә. Фатирға килеп еткәс, йорттоң өҫкә күтәрелгән баҫҡыстары ла, кескәй ҡыҫынҡы бүлмәләр ҙә, ванна, балкондар миңә шундай ҡыҙыҡ тойолдо. Әле был, әле икенсе ерҙе ҡат-ҡат йөрөп ҡараным, крандарын бер асып, бер ябып торҙом. Ә инде Надя апай ваннаға һыу тултырып биргәс, бигерәк ирмәк булды, башымды һыу аҫтына тығып боғорлата-боғорлата «һыу төштөм», унан душта ҡойондорҙолар. Һуң ғына юл ғауғаларынан тынысланып, ауылдан алып килгән күстәнәстәр менә сәй эстек тә (әйткәндәй, бында сәйҙе усаҡта түгел, ә плитә өҫтөндә ҡайнаталар, уттарының төтөнө сыҡмай), йоҡларға яттыҡ. Мине Оксана апай эргәһенә һалдылар. Шулай, ҡалалағы тәүге көнөм иҫ киткес мауыҡтырғыс үтте.
Алты йыллыҡ оҙайлы ғүмерем эсендә тәүге тапҡыр мине бер кем дә уятманы. Был минең өсөн аптыраулы яңылыҡ ине. Башта ни булғанын аңламай яттым, унан баштан «Өләс ҡайҙа?» тигән уй үтте лә һикереп тороп тирә яҡты байҡап алғас «Магнит…» тип тынысландым. Оксана карауатында мышнап йоҡлай, төрткөләп ҡарағайным - уянырҙан иҫәбе юҡ. Тороп икенсе бүлмәгә сыҡтым, унда Кәрим хырлай икән, Айбулат апа менән Надя инәй юҡтар – эшкә киткәндәрҙер. Йыуынырға ваннаға индем дә, бер килке һыу ағыҙып уйнаным. Унан аш бүлмәһендә ураландым, өҫтәлдә нимә күренә шуны алып ҡаптым, кире теге бүлмәгә киттем. «Уян… Уян!» - тип Оксананы тартҡыланым, теге күҙҙәрен асып аптырап ҡараны ла: «Чье так рано встала? Ложись спать, айда сюда»,- тип шыбырланы. Мин, әлбиттә, уның әйткәндәрен аңламайым - русса белмәйем бит. Шулай ҙа: «Тор! - тинем ныҡышып, - Сәй эсәйек.» Оксана ҡаштарын емереп: «Иди! Иди – ят», - тине лә, әйләнеп йомарланып ятты һәм күп тә үтмәй тәмле итеп мышнай ҙа башланы. Ҡабаттан Кәрим ағайҙың бүлмәһенә юлландым. «Тор!»- тип уны тартҡыланым, юрғанын әле бер, әле икенсе яҡтан астым. Ул да уянып аптырап ҡараны, мин һаман да ныҡышҡас: «Брысь, малявка, блин… что за ребенок…»,- тип мығырлап, юрғанын башынан аша япты ла, ситтәрен ҡымтып уҡ ҡуйҙы.
Ике бүлмәнән дә ҡыуылғас, балконға сыҡтым һәм шунда ятҡан тасты түңкәреп баҫып, үткән-һүткән кешеләрҙе күҙәтә башланым. Төрлө кәүҙәләге, йәштәге һәм кейемдәге кешеләрҙе өҫтән күҙәтеп тороу ҡыҙыҡ ине. Быларҙың кейемдәре лә, ҡыланыштары ла ауылдағы кеүек түгел. Шулай арығансы балкон рәшәткәһе аша башымды һәлендереп торғас, киренән өйгә индем, ҡабаттан һыу менән уйнаным, өҫтәлдән икмәк алып ашаным…
Оксана ҡояш төшлөккә күтәрелгәс, ә Кәрим ағай бөтөнләй көн ҡыҙҙырыуға күскәс кенә, йоҡоларын туйҙырып, бүлмәләренән сыҡты. Оксана башта яйлап йөрөп йыуынды, ҙур ҡыҙҙарға хас булғанса оҙаҡ ҡына көҙгө алдында ҡыялды, бесәй балаһы шикелле булып үҙенә тексәйеп ултырған минең арҡамдан һөйөп үҙенсә нимәләрҙер һөйләп алды. Унан «Әйҙә» тип иҙәп кухняға алып китте, сәй сыжлатты, мин иртәнсәктән бирле ҡалайтып асырға белмәй эргәһендә ураланған һыуытҡыстан (ауылда берәүҙә лә ундай юҡ) колбаса, варенье, ҡаймаҡ һәм башҡа аҙыҡтар сығарып теҙҙе. Бик асыҡҡайным. Был ваҡытта ауылда өләс беҙгә төшкө ашты ашата ла бит. Ихлас итеп ашап алдым.
Оксана апай өй йыйыштырыу менән мәшғүл. Ә мин сабыр булырға тырышып уның мәшәҡәттәрен тамамлауын, тышҡа сығырға йыйыныуын көтәм. Ә ул һаман һуҙыла, әле көҙгө алдында туҡтап, әле «йырлағыс»ына пластинка һайлап һалыуға бүленеп, яйлап тик йөрөй. Етмәһә Кәрим уны тыңламай, икәүләшеп ҡысҡырышып ирешеп алалар. Мин ишек төбөндәге ултырғыста, уларға ялбарыулы ҡарашымды алмаш-тилмәш күсереп, ултыра бирәм.
Ниһайәт, тышҡа сыҡтыҡ. Сығыр алдынан да бер аҙ тотҡарлыҡ булып алды әле. Оксана апай мине әйләндереп өҫ-башымды ҡараны ла, килештермәне ахыры, өләсәйем алмаш кейемдәремде төйнәп ебәргән яулыҡты тағатып әле бер, әле икенсе күлдәгемде тотҡолап, кәүҙәмә текәп ҡараны һәм танауын сирып кире төйөнсөккә тыҡты. «Өләс тегеп биргән күлдәктәремде оҡшатманы, ә бит иң матурҙарын, сәскәлеләрен генә алғайным…» Мине тағы ла бер ҡат әйләндереп-тулғандырып ҡарағандан һуң, Оксана апай, шифоньерҙан бер күлдәк килтереп сығарҙы. «Вот это подойдет, это мое платье, я ее одевала когда была маленькая», - тип, иркә хәбәрҙәр һөйләй-һөйләй, өҫтөмдө алыштырҙы. Күлдәкте кейгәс - аптырап киттем: «А-а, был күлдәк бәләкәс һеңлемдеке кеүек кенә лә һаң! Бәләкәс бит! Апайым күрмәй микән ни?!» Берсә тубыҡтан күпкә өҫтә торған итәгемә, берсә апайыма ҡарайым, уның шатлыҡлы йөҙөн күргәс, итәгемде тартҡылап иларға етешәм. Оксана «хорошо» ла «хорошо» тип устарымды итәктәрҙән ысҡындырырға тырышыуға, быуам йырылып та китә. Мин бер аҙ буҙлап алғандан һуң, апай ҙа күнә, «ну ладно, давай свои» тип сәскәле күлдәктәремдең береһен үтекләп кейҙерә лә, сәсемде ат ҡойроғо итеп соңҡама бантиклап бәйләп ҡуя. Сәсемә лә ризаһыҙмын, былай итеп йөрөгәнем юҡ, шулай ҙа өндәшмәйем, тағы бер ҡат илап тороп булмай бит инде, ә уларса һөйләшә алмайым.
Апай мине бер нисә бала уйнап йөрөгән ергә алып килде. Тегеләр бәләкәй генә майҙансыҡ эсендә ҡом соҡоп ултыра, берәүҙәре әүһәләктә эйә. Минең кеүегерәк ҡыҙҙары аяҡтарын торнаныҡы ише итеп баяғы кеүек ҡыҫҡа ғына күлдәк кейгәндәр. Бәләкәсәйгәндәрен һаман кейгәс, быларҙың өләсәләре кейем тегеп бирмәйҙер, күрәһең…
«Йылғалары ҡайһы яҡта икән?..» Мине иң борсоғаны шул. Оксана иһә эргәләге бер эскәмйәгә ултырҙы ла, сумкаһынан китабын сығарып шуға төбәлде. Һаман уның янында уралам, иғтибарын үҙемә йүнәлтергә итәм. Теге башын күтәрә: «Чего не играешь? Иди, вон, с девочками играй. Иди, иди…» Мин: «Әйҙә йылғаға»,- тейем, ул: «Чего тебе еще? Пить хочешь что ли? В туалет?»- ти, «Йылғаға-а» тип һуҙам, ҡулынан тартҡылайым. Беҙ аңлаша алманыҡ. Оксана инде асыулана башлағас, мин дә ситкә китеп, бер аҙ балаларҙы күҙәттем. «Эҫе көндә кеше ағас бәшмәк аҫтында уйнай микән? Нишләп йылғаға бармайҙарҙыр… Ауылда… ауылда һеңлемдәрҙе кем йылғаға әпкитте икән? Гөләндәмме әллә Нәзиләме?» Миңә сикһеҙ ҡыйын булып китә. Ирекһеҙҙән күҙәремә йәш тула. Ипләп кенә бер ағас төбөнә барып сүгәләйем дә, урыҫ ҡыҙҙарының ҡыялғанын ҡарап ултырам.
Надя инәй менән Айбулат апа эштән һуң ҡайттылар. Ингәс тә мине арҡамдан тупылдатып яраттылар ҙа, өй мәшәҡәттәренә сумдылар. Мин, яйын табып Айбулат апам эргәһенә килеп, шыбырлап ҡына: «Ә ҡайҙа һеҙҙә Һаҡмар?» - тип һораным. Апам башта аптырап ҡалды, унан шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уның көлөүенә башҡалар йыйылды. Ул тегеләргә лә минең һүҙҙәремде еткерҙе. Бергәләп көлөштөләр. «Уның нимәһе көлкө инде?!» Көлөшөп туйғас, апам шаҡ ҡатырғыс һүҙҙәр әйтте: «Ҡыҙым, бында Һаҡмар юҡ ул, беҙҙән Һаҡмар аҡмай. Икенсе йылға бар, тик ул алыҫ һәм бысраҡ, өй алдында ғына уйнап тор, йәме». Башымда йөҙ төрлө һорауҙар ҡайнаны: «Нисек инде Һаҡмар юҡ?! Нишләп юҡ?! Ә ҡайҙа булған?! Атыу ҡалала балалар ҡайҙа уйнай? Йәй көнө ҡайҙа һыу инә, ҡышын ҡайҙа шыуа? Йылғалары булмағас улар нисек үлмәйҙәр икән… уйнамайса?» Бөтөнләй кәйефем төшөп йоҡларға яттым.