+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Май 2021, 12:05

ҠАРТ МЕНӘН ҠАРСЫҠ Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Шәмсиә ҡарсыҡ менән Әнүәр ҡарт тиҙ арала парлашып баҡсаға прогулкаға йөрөүҙе ғәҙәткә индереп алды. Дөрөҫ, тәүҙә ҡарсыҡ уңайһыҙланды, таныш-тонош бармаҡ менән төртөп күрһәткән һымаҡ тойолдо. Ә кешелә уларҙың ҡайғыһы юҡ икән. Ара-тирә осраған таныштар менән иҫәнлек һорашып, хәл-ваҡиғаларҙы барлайҙар. Элекке һымаҡ түгел, әүәл әртистәрҙе, йырсыларҙы һөйләйҙәр ине, хәҙер аҡса, мал-мөлкәт, тажлы зәхмәт хаҡында һөйләшәләр.

Шәмсиә ҡарсыҡ менән Әнүәр ҡарт тиҙ арала парлашып баҡсаға прогулкаға йөрөүҙе ғәҙәткә индереп алды. Дөрөҫ, тәүҙә ҡарсыҡ уңайһыҙланды, таныш-тонош бармаҡ менән төртөп күрһәткән һымаҡ тойолдо. Ә кешелә уларҙың ҡайғыһы юҡ икән. Ара-тирә осраған таныштар менән иҫәнлек һорашып, хәл-ваҡиғаларҙы барлайҙар. Элекке һымаҡ түгел, әүәл әртистәрҙе, йырсыларҙы һөйләйҙәр ине, хәҙер аҡса, мал-мөлкәт, тажлы зәхмәт хаҡында һөйләшәләр.

Әнүәр ҡарт олпат баҫып атлай. Анау килгән йәштәр уны таный. “Во старик дает! Йәш кенә әбей эләктереп алған”, – тип һөйләнәләр микән, тип уйлай үҙе.

Ә йәштәр уларҙы бар тип тә белмәй. Нимә эсергә, ҡайҙа эсергә, тип баш вата.

– Әнүәр Вәли улы, дауаханаға барып килергә ине, Вәлиева ҡасан эшләй икән, – тип иркәләнеберәк һөйләнә ҡарсығы.

– Асыҡларбыҙ, – ти ҡарты. Мотлаҡ асыҡлаясаҡ, ҡарсығы дауаханаға барып етмәһә-етмәҫ, ләкин Вәлиева уның алдында баҫып торасаҡ.

– Ә минең паспорт теркәлмәгән бит әле, – тип һөйләнә ҡарсығы, уңайһыҙланып ҡына.

– Иван Петрович менән һөйләшелгән, мин төштән һуң барам, үҙем теркәтеп алып ҡайтам.

Иван Петрович – күптәнге дуҫы, икеһе лә пенсияға сыҡҡансы байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл иттеләр. Иван Петровичтың миграция хеҙмәтендә килене эшләй. Ә улы, көс структураларының береһендә тәжрибә һәм мая туплағандан һуң, үҙенең һаҡ предприятиеһын асып ебәрҙе һәм хәҙер күпселек аҡсалы ведомстволарҙы һаҡлау менән, дөрөҫөн әйткәндә, халыҡтан һаҡлау менән, йәғни теләһә кемде кертмәү менән шөғөлләнә. Әнүәр Вәли улы йәшәгән йорттоң консьержы ошо уҡ һаҡ предприятиеһына ҡарай һәм ошондағыларҙың ҡыҙ-улдарының, килендәренең, кейәүҙәренең буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнгәндәрен, ҡайһы ваҡытта кемгә кергәндәрен аныҡлап, ошаҡлап тора. Ҡартты, әлбиттә, кем килененең кем кейәүе менән йоҡлауы аҙ ҡыҙыҡһындыра. Бынау үҙенән ике-өс йәшкә генә йәш ҡарсығын контролдә тотоу менән шөғөлләнмәҫ тә инде. Ә бына үҙенекеләргә, хатта ҡарсығының ике улына күҙ-ҡолаҡ булғанда насар түгел.

Иван Петрович күптәнге дуҫын, Әнүәр Вәли улын, ҡосаҡлап тигәндәй ҡаршы алды. Һорап та тормайынса сәй, кофе, коньяк, араҡы ҡуйҙы (“Һәнәк” эскегә ҡаршы). Берәрҙе тоттолар. Бик оҙаҡлап, еренә еткереп, властарҙы әрләнеләр. Хатта иң юғары урында ултырғандарҙы ла аяп торманылар. Үҙҙәре йәшәгән осорҙо икеһе лә һағына икән. Хәйер, һағыналармы икән, юҡһыналар, хатта күҙҙәре йәшләнеп китте.

Һүҙ араһында ҡарт паспортты сығарып һалды.

– Эшләрбеҙ, – тине дуҫы. – Бының бер мәшәҡәте лә юҡ. Тик ул һеҙгә нимәгә кәрәк?

– Дауаханаға барғанда теркәлгән урын кәрәк икән, – тип аңлатты ҡарт.

– Бәлки, – тине Иван Петрович. – Ярай, ике көндән килеп алырһығыҙ.

– Рәхмәт, рәхмәт, Иван Петрович, – тип ҡыуанды ҡарт. Бына бит, уның һүҙе әле һаман да үтә, уның үтенестәренә ҡолаҡ һалалар һәм шунда уҡ еренә еткереп башҡарып ҡуялар. Иван Петровичтың Әнүәр Вәли улына әйтә торған һүҙе лә, хатта кәңәше лә бар. Үҙенең һүҙен ул һорауҙан башланы.

– Әбейегеҙ ни хәлдә? Шәмсиә Йыһаннур ҡыҙын әйтәм, – тине ул.

– Һәйбәт, мин бик ҡәнәғәтмен, хатта үҙемде йәшәреп киткәндәй тоям, – тине ҡарт, әллә маҡтанды, әллә ғорурланды, хатта был һүҙҙәренә үҙе лә ышанғандай тойолдо.

– Ә был яҡҡа нисек? – тине әңгәмәсеһе ым-ишара менән.

Икәүләшеп хахылдашып көлдөләр.

– Тырышам, тип аҡланды ҡарт. – Үҙе лә ҡаршы түгел. Дөрөҫ, таныш врач бар, шул дарыу табып бирҙе. Ҡыҫҡаһы, үҙемде йәшәреп киткәндәй тоям.

– Маладис, Әнүәр Вәлиевич, так держать! – тине Иван Петрович, үҙенең ихлас ышаныуын иҫбатларға тырышып.

– Ярай, мин ҡайтһам буламы? – тине Әнүәр ҡарт. Ҡайтыуҙан бигерәк, ул йомошо төшкән кешенең өҫтәлмә һорауҙарынан шикләнә ине. Шикләнмәй булмай, ул белә, кәрәгенән артыҡ белә һәм берәй нәмә сығарып ҡуйыуы бар.

– Шәмсиә Йыһаннур ҡыҙының өлкән улы һуңғы аҙнала һеҙҙең фатирҙа дүрт тапҡыр булған. Дүртеһе лә һеҙ өйҙә юҡта. Был ғәҙәттән тыш хәлгә торошло. Хөрмәтле Әнүәр Вәлиевич, был мәсьәләгә иғтибарлыраҡ булырға тәҡдим итәм.

– Яҡшы-яҡшы, ҡарарбыҙ, һөйләшербеҙ. – тине Әнүәр ҡарт. Ҡан баҫымы күтәрелде, башы шаулай башланы, һорап тигәндәй бер рюмка коньякты алып, тағы күтәрҙе.

Бына ҡыҙыҡ, үҙ әсәһе булғас, килгәндер, бәлки, һөйләшкәндер, хәлен белешкәндер. Ул килгәндән генә донъя емерелеп төшмәҫ.

Өлкән улы кем булды әле? Ҡайҙа эшләй ул? Вадимымы, әллә Тимурымы? Көн һайын килеп, башын әйләндермәй микән? Анау оҙоно булһа, уныһы ҡарттың үҙенә лә оҡшамағайны. Нимәгә көн һайын минең тупһамды тапарға? Әсәйҙәре ҡараулы, тормошонан ҡәнәғәт. Юҡ, бер-бер хәл булып ҡуймағайы, сараһын күрергә кәрәк. Туй ваҡытында килене Леонора менән һөйләшеп торғанын күрҙе. Уныһы ла сит-ят ирҙең ауыҙына инеп бара ине. Уларҙы белеп булмай, бер-бер этлек уйлап ҡуймаһындар. Хәҙер мутлашыусылар күп. Фатирыңды тартып алғандарын һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Ҡарт, бик ярһып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ярай, бөгөн кискә үк берәй сараһын күрер, былай ғына ҡалдырырға ярамай. Ҡарт үҙҙәренең подъезына керҙе, ул арала булмай лифт төштө һәм унан, майлы күмәстәй йылмайып, Тимур килеп сыҡты. Уныһы, әсәһенең хәҙерге бабайын күреп, уңайһыҙланғандай булды, хатта күрешергә ҡулын да һуҙғайны, ләкин Әнүәр ҡарт ҡулды түгел, ҡулдың хужаһын да иғтибарға элмәне, таныманы, баяғы коньяк, хәҙер һирәгерәк тотонолоу сәбәпле, башына йүгергәйне, быуындарын йомшартты һәм бөгөн ҡарттың ҡайҙа булғанын, нимәләр күргәнен, кемдәр менән һөйләшкәнен тамам онотторҙо. Уны хәҙер йәш егеттәр генә кәләш ҡуйынына керер алдынан кисерә торған ашҡыныулы хистәр биләй. Юҡ, Әнүәр ҡарт бирешергә уйламай, әсәһе янына килгән улдарының нимә менән йөрөүен тикшереү һымаҡ ваҡ-төйәктән өҫтөн тора.

Әнүәр Вәли улы тимер ишеген асты һәм күңелле генә итеп:

– Әбей, һин өйҙәме? Мин ҡайттым, – тине.

Ҡарсығы өтәләнеп бабайын ҡаршы алғансы тегеһе:

– Һеҙҙең мәсьәләгеҙ хәл ителде, ханым-солтаным! – тине. – Ике көндән паспортты барып алам.

Ә ҡарттың уны танымай инеп китеүе Тимурҙы тамам хафаға һалды. Нимә, әллә был ҡарт берәй нәмә һиҙенәме икән? Хәл белешеп торманы, ҡорт саҡҡан һымаҡ инеп китте.

Тимур Вадимға шылтырата һалды.

– Һинең нисек хәлдәр?

– Эштә яҡшы, – тине ҡустыһы. – Бер нәмә лә тойолмаймы?

– Нимә, тойолорға тейеш инеме? – тине Вадим.

– Әнүәр ағайҙы күрҙем, иҫәнләшеп тә торманы, эргәнән үтеп китте, әллә бер-бер хәл булдымы икән, әллә үпкәләнеме икән?

Ә ҡустыһы үҙ мәшәҡәттәрен нисек хәл итергә белмәй аптырана. Зәйнәп менән былай мөнәсәбәттәре көндән-көн йылыраҡ, хатта ҡайнарыраҡ төҫ ала. Ләкин өйҙә ҡатыны тын алырға ла ирек бирмәй. Бынау кеҫә телефонына тиклем бер бәлә булып сыҡты. Кисә кис ҡайтҡас һалып торған булғайны, ҡатыны бер-ике кнопкаға баҫты ла:

– Киске тамаҡты Президент-отелдә генә ашайһың икән, ваҡыты һәм урыны күрһәтеүенсә, ҡунаҡханаһынан ары китмәгәнһең, – тине.

– Эш буйынса осраштыҡ, – тине ире күҙ ҙә йомай.

– Эх, Вадим, – тине ҡатыны. – Аҡыллы кешеләр бындай осраҡта телефондарын эш урынында ҡалдырып йөрөй.

– Ярай, икенсе тапҡыр шулай итермен.

– Шулай итерһең, ләкин хәҙер һуң инде, – тине ҡатыны.

Дауамы бар.
Читайте нас: