+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Май 2021, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАЙТЫУ Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Әбейҙәрҙең өйө ҙур ғына, улы, килене (теге апай килене икән) менән генә торалар. Бәпестәре юҡ. Был бик сәйер тойолдо. Сөнки, беҙҙең ауылда, мин барған өйҙәрҙең бөтәһендә лә бәпес йәки бәләкәй балалар бар. Был сәйер хәл тынғы бирмәне һәм апайҙан сәй эскәндә: «Ништәп бәпес һатып алмайығыҙ, малай йәки ҡыҙыҡай?»- тип һораным. Апай ҡып-ҡыҙыл булды, ағай ҙа ипләп кенә көлөп ситкә боролдо. Улар өсөн әбей яуап бирҙе: -- Алырҙар, балам, алырҙар, ҡыҙын да, малайын да. Еңгәңдең үҙен дә яңы ғына алдыҡ бит әле, ул бака үҙе бәпес.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАЙТЫУ
Хикәйә
Дүртенсе өлөшө
Әбейҙәрҙең өйө ҙур ғына, улы, килене (теге апай килене икән) менән генә торалар. Бәпестәре юҡ. Был бик сәйер тойолдо. Сөнки, беҙҙең ауылда, мин барған өйҙәрҙең бөтәһендә лә бәпес йәки бәләкәй балалар бар. Был сәйер хәл тынғы бирмәне һәм апайҙан сәй эскәндә: «Ништәп бәпес һатып алмайығыҙ, малай йәки ҡыҙыҡай?»- тип һораным. Апай ҡып-ҡыҙыл булды, ағай ҙа ипләп кенә көлөп ситкә боролдо. Улар өсөн әбей яуап бирҙе:
-- Алырҙар, балам, алырҙар, ҡыҙын да, малайын да. Еңгәңдең үҙен дә яңы ғына алдыҡ бит әле, ул бака үҙе бәпес.
«Бәпес» «еңгәмә» тура ҡарап бик белдекле итеп кәңәш бирәм:
-- Ҡыҙыҡай бәпес һатып ал, малайҙарға аҡса күп кәрәк тей әсәйем, ишшу улар ямаҡ була, һуғыша. Әсәйем өсәү ҡыҙыҡай бәпес һатып алған: мин, Гөлсибәр, Гөлдәриә…
Тауышым нәҙегәйеп барып өҙөлә, тамағыма төйөр, күҙҙәремә йәштәр тығыла. Былар күмәкләп мине йыуатырға керешә, һөйәләр, кәнфит бирәләр, һыйлайҙар.
Кискә, ағай кеше ҡайҙалыр йөрөп ҡайта ла, хәбәр һала:
-- Әсәй, Сәриә, Мулдаҡай ауылы бер Архангелдә генә түгел, башҡа райондарҙа ла бар икән. Был бала ҡайһыһынан булыр?
Унан яныма килеп сүгәләй:
-- Бәләкәс, һин ниндәй райондан?
Мин «әллә» тигәнде белдереп яурындарымды һикертәм.
-- Эргәгеҙҙәге икенсе ауылдарҙың исемен беләһеңме?
Тағы ла яурынымды һикертәм.
-- Яҡындағы берәй ҡала исемен ишеткәнең булманымы?
Тағы ла шул уҡ «яуап» ағайҙың тикшеренеүҙәрен мөйөшкә алып барып төкөтә. Хәбәр алыу туҡтатыла. Барыһы ла аптыраҡта.
Икенсе көн ағай булған кеше ҡайҙалыр ҡырға ҡуна ятыуға эшкә китте һәм мине һорауҙар менән борсоусы булманы. Һағыныуҙан тамам һарғайҙым, шиңдем, һөйләшеүҙән, ашауҙан ҡалдым. Әбей менән апай әпәүләп-сүпәүләп берәй кәсә һөт кенә эсерә ала ине. Ул бахырҙар мине етәкләп бәләкәс ҡыҙҙары булған туғандарына, йылға-күл буйҙарына, хатта апай бер көн киноға ла алып барып ҡараны, тик былар миңә йән өрмәне. Шулай дүрт көн йәшәгәндән һуң ағай эштән ҡайтты һәм былар кәңәшләшеп алып, мине кире Магнитҡа алып барырға булдылар. Юлға ағай менән сыҡтыҡ. Теге әбей күстәнәскә төйөнсөгөмә бер табикмәк, бер ус кәнфит, бер баш ҡорот һалып ебәрҙе. Магнитҡа юл алыҫ ҡына икән, килгәндә ҡалай оҙаҡ йоҡлап килгәнмен. Ағай юлда ла ипләп кенә ауылым, ата-әсәм, ғаиләм хаҡында һораштыра. Тик һөйләгәндәрем уға бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй булһа кәрәк. Иң аҙаҡтан ул, туҡтауһыҙ «Муллаҡай, Муллаҡай» тип ҡабатлауымдан, ауылдарҙың уларҙыҡы Мулдаҡай, минеке Муллаҡай булыуын ғына асыҡлай алды.
Магнит ҡалаһында беҙ арығансы вокзал тирәһендәге урамдарҙы ҡыҙырҙыҡ, әммә ләкин, мин Айбулат апаларҙың йортон таный алманым. Бик аптыранған ағайға мине вокзалдың милиция бүлегенә индереп тапшырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ул милицияға аңлатып, һөйләп, хушлашып сығып киткәс, тырпай мыйыҡлы, ҙу-ур зәңгәр күҙле милиция бабай мине ҡаршыһындағы өҫтәлгә күтәреп ултыртты ла: «Ну, малышка, давай знакомиться. Меня зовут дядя Сережа, а тебя?» - тине. Өҫтәл башында, төйөнсөгөмдө тотҡан килеш, ташҡурсаҡ булып тик ултырам. Ни тием инде, нимә әйтә йәки һөйләй беләйем был урыҫ кешеһенә. Милиционер: «М-м-да…», - тип елкәһен ҡашып торғас: «На, пока пожуй вот это, я тебе щас башкира найду» тип миңә төҫлө ҡағыҙға уралған кәнфит тоттора ла, сығып китә.
Һағыҙ кеүек йәбешкәк кәнфитте тештәремдән бармаҡтарым менән соҡой-соҡой сәйнәп, сәйнәү ыңғайына аяҡтарымды болғап, ярты стенаны биләп торған ҙур ҡорғанһыҙ тәҙрәләрҙән урамдағы кешеләрҙе күҙәтеп ултыра торғас, кинәт кенә, бер таныш һынды аңғарып ҡалдым. Был кеше былтыр беҙҙең өйҙә мейес сығарғайны. Ул икенсе ауылдыҡы, шуға бәләкәс өйҙә йәшәп эшләне.Өләсәй уны: «Эй, ошо баланың ҡулы алтын, һолҡо ипте инде, ҡыҙҙар кеүек, әллә ништәп кәләшһеҙ һаман мына»,- тип ураған һайын йә маҡтап, йә яратып ҡына орошоп йөрөгәйне. Ысынлап та, йыуаш, тыйнаҡ ҡына ағай уларға ял иткән арала балсыҡтан айыу, ҡуян һындары әүәләп бирҙе, баҙнатһыҙ ғына ҡағылып һөйөп тә ебәргән була ине.
Мейессе ағайҙы күреп-танып ҡалған ыңғайы, албырғауҙан яңылыш кәнфитемде йотоп ебәрҙем. Унан бөкө ише урынымдан ысҡындым. Милиция бүлмәһенең ишеге улай-былай һелтәнеп кенә тороп ҡалды. Мейессе (мин уның исемен белмәй инем) рюкзак аҫып алған, ҡулында билеты, автобусҡа инеүселәрҙең сиратында ҡойроҡҡа баҫҡан. Мин йүгереп килдем дә уның ҡырына торҙом. Унан теге һаман аңғармағас, ҡулына ҡағылдым һәм:
-- Мейес ағай, һин ҡайҙа бараң? – тинем.
Ағай һиҫкәнеп китте, унан бик сәйерһенеп миңә эйелә биреп ҡараны ла, танып ҡалды:
-- А-а, Сынтимер ағайҙың ҡыҙы түгелме һуң һин?
-- Сынтимер ағайҙыҡы.
-- Ҡасан килдегеҙ? Кем менәнһең?
-- Мин бөрөҙөм, миңә Муллаҡайға ҡайтырға кәрәк, мине апҡайт, - аҙаҡҡы һүҙҙәремде көс-хәл менән әйтеп өлгөрҙөм, танауымдан да, күҙҙәремдән дә субырлап ағып та китте.
Мейессе ағай бер килкегә һүҙһеҙ булып миңә текәлде, ул арала сират автобус ауыҙына етеп килә ине. Ағай минең һүҙҙәремә ышанмай берәй танышын эҙләгәндәй алан-йолан ҡаранды, үҙе һыңар ҡулы менән башымды ыуалап һөйләнде:
-- Тәк-тәк, ҡәрендәш, тә-әк-тәк… Хәҙер берәй нәмә уйлап табабыҙ, хәҙер, хәҙер…
Тик ағай бер нәмә лә уйлап табып өлгөрмәне, ҡыҙыл иренле, аҡ сәсле уҫал кондуктор инәй ҡаты ғына итеп: «Гражданин с ребенком, вы едете или нет?»- тигәнгә: «Да-да!»- тип яуапланы ла, мине һыңар ҡулына күтәреп алып автобусҡа ыңғайланы.
Автобусҡа инеп урынлашҡас, мейессе ағай танауымды, ауыҙымды ҙур ҡулъяулығы менән һөртә лә һораша:
-- Кем менән килгәйнең ҡалаға?
Мин һыңҡылдай-һыңҡылдай ихлас ҡына яуаплайым:
-- Айбу-булат апа менән Надя и-инәй әпкилде.
-- Улар ҡайҙа һуң? Нисек вокзалға килдең?
-- Мин Му-Муллаҡайға киткәйнем, бер инәй менән… Ул Муллаҡай бу-булмаған… юҡ, Муллаҡай булған ул, тү-түкә икенсе, ямаҡ Муллаҡай буған… Ундағы ағай мине бында ә-әпкигәйне, милисийә киткәйне, мин дә киттем.
Мейессе ағайым минең һөйләгәндәремдән берәй нәмә аңлағандырмы-юҡмы инде, һәр хәлдә хайран ҡалып башын сайҡап ултырҙы.
Ул саҡта мин был мейессе ағайҙың ҡайҙа юлланыуын да, автобустың ҡайҙа барыуын да һораманым, әлбиттә. Хәлемде һөйләп бирҙем дә, ағайҙың түшенә терәлеп, ғәҙәттәгесә, тынысланып йоҡлап та киттем.
Йоҡом туйып уянып китһәм, һаман да юлдабыҙ икән. Минең, ниһайәт, ҡайҙа барыуыбыҙҙы һорарға баш етә:
-- Ҡайҙа барабыҙ?
-- Тиҙҙән Баймаҡҡа етәбеҙ.
-- Нишәп Муллаҡайға ҡайтмайбыҙ?
-- Муллаҡайға автобус бармай бит. Башта Баймаҡҡа, унан күҙ күрер.
-- Күрмәһен, мин Баймаҡҡа бармайым, ҡайтам… ҡайтҡым килә…
Ағай минең ҡабаттан балауыҙ һыға башлауымдан ҡурҡып, йәһәт кенә төҙәтергә ашыға:
-- Баймаҡтан Муллаҡай яғына икенсе автобус була, ҡәрендәш, шуға ултырырбыҙ.
-- Эһе.
Баймаҡ вокзалында төшкәс, ағай, мине бер скамейка мөйөшөнә ултырта ла ла, йүгереп йөрөп кемдәрҙелер эҙләй, әле бер, әле икенсе кешеләрҙән нимәлер һораша. Шулай йөрөп вокзалдың эсенә инеп китә һәм, күпмелер ваҡыттан һуң, бер һалдатты эйәртеп килеп сыға. Минең янға килә былар. Мейессе ағайымдың ауыҙы ҡолағына еткән:
-- Бына, ҡәрендәш, һалдат ағайың Муллаҡайға бара, һин дә уның менән барырһың, йәме, - ти.
-- Ә һин нишәп бармайың? – тим мин ныҡышып.
-- Һуң мин, ҡәрендәш, икенсе яҡта йәшәйем бит, был ағай апара һине.
Мин ҡояшҡа ҡаршы һыңар күҙемде ҡыҫып, башымды өҫкә шаҡарып һынсыл ҡарашымды һалдатҡа төбәйем.
-- Һаумы, - тигән була миңә һалдат, - бына миңә лә юлдаш булды.
Ул арала мейессе ағай һалдатҡа ҡул биреп хушлашып, минең башымдан ыуалап, ҡабаланып китеп тә бара. Беҙ һалдат менән йәнәш ултырып автобус көтәбеҙ. Минең ике күҙем һалдатта. Беренсенән, Муллаҡайға барам тиһә лә, мин уны танымайым, икенсенән, хәрби кейемдәге, үҙенән тәмле еҫ (хушбуй тигәнде белеү ҡайҙа?) бөркөлөп торған ағай миңә бик матур булып күренә. Шуға ла унан күҙемде ала алмайым. Һалдат көлә:
-- Танырға итәһеңме? – ти.
Башымды сайҡайым.
-- Тишкәнсе ҡараһаң да танымаҫһың шул, мин һеҙҙең ауылдыҡы түгел, - ти.
Ҡотом осоп күҙҙәрем түңәрәкләнә, ҡысҡырып ебәрәм:
-- Әтеү нишәп Муллаҡайға барам тип алданың?!
Һалдат тағы көлә:
-- Алдаманым, барам. Ҡунаҡҡа.
Ышанмайынса күҙҙәремде ҡыҫа төшәм:
-- Кемдәргә ҡунаҡҡа бараң?
Һалдат миңә эйелә төшөп йылмайып шыбырлай:
-- Әлфиә тигән бер апайға. Беләһеңме уны?
Бер аҙ ғына уйланып алам да, шулай уҡ шыбырлап яуаплайым:
-- Беләм. Атыу һин Нәзиләләргә бараң инде, Әлфиә апай Нәзиләнең апаһы бит.
-- Шулайҙыр, - тип килешә һалдат ағай.
Шундай матур ағайҙың Нәзиләләргә барыуы минең эсемде көтөрләтә, уны үҙебеҙгә алып ҡайтҡым килә лә, аптырамай ғына:
-- Әйҙә беҙгә бар, - тим.
Һалдат тағы көлә:
-- Мине бит ҡыҙым көтә, - ти.
Был яуапҡа аптырап китәм:
-- Һин уға атаймы әллә? – тим.
Көтөлмәгән һорауға ауыҙы йырылып ултырған һалдат сәсәп үк китте:
-- Ю-уҡ.
-- Улайғас, нишәп «ҡыҙым» тейең һуң? Атайҙарҙың ғына ҡыҙы була бит.
-- Ну-у, нисек әйтергә… «еҙнәй» тиһәң дә була.
-- Еҙнәйҙең ошо-олай мыйығы булырға тейеш, - мин ынтылып һалдаттың танау аҫтына бармағым менән һыҙып ебәрәм. Теге нимә тип яуап бирергә, нисек аңлатырға белмәй яуапһыҙ ҡала. Һаман да тексәйеп ултыра биргәс, ниһайәт, төшөнәм. Нисек белмәй ултырғанмын?! Бындай матур ағай башҡа кем булһын! Тантаналы иғлан итәм:
-- Ә мин беләм!
-- Нимәне?
-- Әлфиә апай менән һин – кейәү-кәләш! Хи-хи-хи!
-- Только быны ауылда берәүгә лә әйтмә, йәме.
-- Йә, - мин был ағай менән уртаҡ серем булыуға ҡәнәғәт.
Бәләкәс кенә йоморо һары автобусҡа ҡыҫылышып инеп, һалдат менән икебеҙ бер мөйөшкә тығылып торҙоҡ. Миңә аҫта иркенерәк, ағайҙың һыңар ботон ҡосаҡлап, бәүелә-бәүелә саң йотоп киләм. Шулай ҙа бик ризамын – ҡайтам бит.
Туҡталышта төшөп ҡалып йәйәү атлап киттек. Һалдаттың ҡулында бер сумаҙан ғына, минең төйөнсөгөмдө лә алды. Бара биргәс ул мине күтәрергә итә: «Арырһың бит»,- ти, мин күтәртмәйем, тыптырлап уның йәнәшенән юрғалайым. Нисек арыйым, ти, инде?! Аяҡтарым ергә теймәй, ҡоштай талпынып, сутылдап һайрап киләм. Ағай менән һөйләшәбеҙ, ул нимәнәндер ҡыҙыҡ табып көлә. Әйткәндәй, ул бигерәк көләкәс ағай булып сыҡты, мине һөйләндерә лә көлә, һөйләндерә лә көлә. Ә мин әленән-әле алға йүгерә биреп уға ҡайырылып ҡарайым: матур ағай бит.
Бына – Муллаҡай! «Минең иң һәйбәт, иң һәйбәт Муллаҡайым!»
Ауылдың осона килеп ингәс үк, һалдаттан айырылам да, өйөбөҙгә ҡарай сабам. Шул шәплек менән ҡапҡаны дарһылдата төкөп урамға килеп инәм. Табаҡ тотоп аласыҡтан өйгә китеп барған өләсәйемдең ҡулынан һауыты төшөп китә. Һауыттағы бешкән тауыҡ сиҙәм буйлап тәгәрәй, уны ул арала Аҡбай килеп эләктерә лә солан аҫтына ҡаса. Өләсәй быларҙың береһен дә күрмәй, ике ҡулын күтәргән килеш миңә төбәлгән. Ул арала йүгереп килеп уның итәгенә ҡапланам:
-- Өлә-әс!
-- Балам! Бәпкәм! Алланың ҡөҙрәте! Алланың ҡөҙрәте…
Мин өләсәйҙең итәгенә һеңеп, ул эйелеп ҡосҡан килеш бер килке торабыҙ. Унан өләсәй мине етәкләй ҙә өйгә алып инә. Унда әсәй түшәктә ята, янында атай, һеңлеләрем, Надя инәй, Айбулат апам моңайышып ултыра икән. Мине күргәс барыһы ла «Аһ!» итте. Бер секунд тынлыҡтан һуң мин әсәйемә, башҡалар миңә ташланды.
… Бер-ике сәғәттән, эңер төшөп килеүгә ҡарамаҫтан, Һаҡмар ятыуының боламығын болғатып, һыу эсендә ята инем инде. Ян-яғымда һеңлеләрем, әхирәттәрем, ауыл балалары сыр-сыу килә, ярҙа өләсәйем ем тоҡтарын ямап ултыра, ал ҡояш ауыл өҫтөн, тетелгән аҡ йөн ише һибелгән болоттарҙы ҡыҙыл төҫкә мансып, офоҡ ситенә тәгәрәй. Донъям камил, донъям түңәрәк…
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: