+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Май 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАЙТЫУ Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Икенсе көндө теге икәүҙе уятып маташманым – файҙаһыҙ икәнлеген аңлағайным. (Йоҡолары туймайынса уларҙы бер кем дә, бер нәмә лә торғоҙа алмаясаҡ.) Тағы ла кран, балкон, кухня араларында йөрөп нисек тә ваҡыт үткәрергә тырыштым. Әлеге түңкәрелгән тас өҫтөнә баҫып ҡала торбаларынан, бейек йорттарынан да өҫкәрәк - алыҫ офоҡҡа ҡарап зарыҡтым, тауышһыҙ ғына илап та алдым.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАЙТЫУ
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Икенсе көндө теге икәүҙе уятып маташманым – файҙаһыҙ икәнлеген аңлағайным. (Йоҡолары туймайынса уларҙы бер кем дә, бер нәмә лә торғоҙа алмаясаҡ.) Тағы ла кран, балкон, кухня араларында йөрөп нисек тә ваҡыт үткәрергә тырыштым. Әлеге түңкәрелгән тас өҫтөнә баҫып ҡала торбаларынан, бейек йорттарынан да өҫкәрәк - алыҫ офоҡҡа ҡарап зарыҡтым, тауышһыҙ ғына илап та алдым.
Үҙ ваҡытында уянып, мәшәҡәттәрен тамамлағас, Оксана апай бөгөн мине икмәк-һөт алырға эйәртеп алып китте. Шау-шыулы, этеш-төртөшлө аҙыҡ-түлек магазинында, йәшелсә баҙарында ҡыҙыҡ булды, әммә һаҫыҡ еҫтәр, тауыш, асфальтынан эҫе бөркөлөп ятҡан ҡала урамдары мине тамам хәлһеҙ итте. Аяҡ быуындарым йомшарҙы, шыбыр тиргә баттым, күңелем болғанды. Аҙаҡҡа табан бер нигә иғтибар итерлек хәлем ҡалмайынса, апайҙың итәгенән тарттым. Ул, хәлемде самалап, скамейкаға ултыртҡайны, аҡтарып ҡоҫоп та ебәрҙем. Оксана ҡурҡыуға төштө, ҡулъяулыҡ менән ауыҙ-морономдо һөрткөләне, квас алып эсерергә итте – эсә алманым. Өйгә саҡ өҫтөрәп алып ҡайтып һалды. Көндөң ҡалғанын мин ятып үткәрҙем.
Өсөнсө көнөмдөң яртыһын Оксаналарҙың торғанын, ҡалған яртыһын кис еткәнен көтөп уҙғарҙым. Хәҙер мине, ауырып ҡуйыуымдан ҡурҡып, тышҡа ла сығармайҙар ине. Урамды бары балкондан ғына күҙәтә алам. Шулай итеп, шөкәтһеҙ ҙур ҡаланың бәләкәс бер тотҡонона әйләндем.
Эсемдең ҡайһылыр бер ерендә, төптә, тәрәндә ниндәйҙер һулҡылдап торған ауыртыу барлыҡҡа килде. «Ҡайһы ереңдә?» тиһәләр, төбәп кенә бер еремде лә күрһәтә алмаҫ инем. Әммә ул ауыртыу бер минутҡа ла тынмай, онотолмай. Йоҡлағанда бөтөр әле тигән өмөт менән ятам да, шул уҡ ауырыу менән килеп уянам. Быныһына өҫтәп илаҡҡа әйләнеп алдым. Ауыл, атайым-әсәйем, өләсәй, һеңлеләрем йәки ауылға бәйле нимәне генә иҫләһәм дә күҙҙәремдән субырлап йәштәрем ҡойола ла китә. Мин хәҙер күп уйлайым, сөнки аҙ һөйләшәм. Дөрөҫөн әйткәндә, көндәр буйына һөйләшмәй йөрөгәнем дә була. Быны берәү ҙә аңғармай. Оксана менән Кәрим башҡортса аңламай, мин русса һөйләшә белмәйем. Улар өндәшкәнде төшөнһәм төшөнәм, төшөнмәһәм юҡ, башымды йә һелкәм, йә сайҡайым ғына. Көндәр буйына балконда йә апайҙың бүлмәһендәге карауатта ауылда ҡалған бәхетле тормош, әхирәт ҡыҙҙарым, уйындарыбыҙ хаҡында уйланып ултырам. Хатта ваҡытында теңкәмә тейеп йөрөгән һеңлеләрем, бер туҡтауһыҙ үсекләшкән арғы урам ҡыҙҙары, йыш ҡына һуғышырға тура килгән ҡылый Самат менән ҡара морон Әптерәй, урамынан сар-сор килеп үткәндә сығып әрләп ҡалырға яратҡан Сәмсиә әбей, үҙебеҙҙең этебеҙ, һыйырҙарыбыҙ, себештәребеҙҙе лә иҫләйем. Ул саҡта әле бының һағыныу икәнлеген белмәйем, әммә тоям. Балаларға хас сабырһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ, асырғаныу менән өҙгөләнеп тоям ул һағышты. Был тойғо мине хәлһеҙ, көсһөҙ, илаҡ итә.
Бишенсеме-алтынсымы көн, тегеләрҙең уянғанын көтөп балконда торғанда, аҫтан үтеп барыусыларҙың һөйләшеүе ҡолағыма салынды. Ҡолағыма салынды, сөнки улар ҡысҡырып тороп башҡортса һөйләшә ине. Бар хәлемсә муйынымды һуҙып башымды аҫҡа һәлендерҙем. Беҙҙең балкон төбөндә өләсәйемә оҡшаған бер әбей менән йәш бер апай, сумка-төйөнсөктәрен ҡуйып, хәл алып тора. Әбей ҡыҙға әйтә:
-- Ана шул ситтәге кассыға бар ҙа Мулдаҡайға төшкөгә тип һора пилитты, эргәләге басуҙа лафкыһына инеп сығып өлгөрһәк булды.
Ҡыҙ:
-- Ярар, ҡәйнәм, тик һиңә мынауылары ауырыраҡ булыр инде, - ти.
Әбей: «Йә, ярар, яйлап барып етерем әле, һин бар шәберәк атлап бара һал, пилит ҡалмай ҡуйыр», - ти ҙә, йәше ике төйөнсөктө тотоп, йүгерә-атлап китеп тә бара. «Муллаҡай» һүҙен ишетеп йөрәкһегән мин, үҙем дә аңғармаҫтан ҡысҡырып ебәрәм:
-- Өләсәй, һин Муллаҡайға ҡайтаңмы?!
Әбей тертләп китә лә, ҡайҡайып өҫкә ҡарай, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып мине күрергә итә:
-- Аһ-аһ, ни нәмә тей шу?..
Баяғынан да әсерәк итеп һөрәнләйем:
-- Һин Муллаҡайға ҡайтаңмы?!
Әбей мине күҙ ҡарашы менән таба алмай, шулай ҙа яуаплай:
-- Ҡайтам тигәйнем шу, пилит буһа…
Йөрәгем атылып сыға яҙа, осоп китерҙәй булып талпынам:
-- Өләсәй, мин дә Муллаҡайға ҡайтам, мине лә алып ҡайт!
-- Аһ-аһ, ҡайтҡың кигәс - ҡайт һуң… пилит буһа ней…
Мин инде әбейҙең яуабын тыңлап тормайым. Мөғжизә менән элекке терегөмөш шикелле теремек, етеҙ ҡыҙға әйләнәм һәм уҡтай осоп бүлмәгә инәм дә, ҡойондай өйөрөлөп йөрөп төйөнсөгөмә әйберҙәремде йыйып тултырам. Унан өйҙәгеләргә әйтеп тороуҙы кәрәк тә тапмайынса (уларҙы уята ла алмаҫ инем инде) ашығып ишекте асып сығам, баҫҡыстан аҫҡа осам һәм әлеге әбейҙе тағы ла тертелдәтеп, алдына килеп тә баҫам. Әбей ҡаш өҫтөнән ҡулын алып та өлгөрмәгән икән, шул килеш миңә текәлә:
-- Аһ-аһ, һин тәнәй ҙә һа…
-- Мин дә Муллаҡайға ҡайтам!
-- Ҡайтырың да у, балам, әсәң ҡайҙа әле?
-- Әсәйем Муллаҡайҙа.
-- Мында кемгә килдең һуң?
-- Инәй менән апаға… улар өйҙә юҡ… Мин ҡайтам!
Әбей аптырауға ҡала:
-- У-уй, балам, ҡалай була һуң бы…
Сигенергә уйым юҡ, әбейҙең дә кире уйлап ҡуйыуынан ҡурҡып, итәгенә сат йәбешәм:
-- Өләсә-әй! Мин ҡайта-ам!
Әбей бөтөнләй юғалып ҡала:
-- Ә-әй, ҡолонсаҡҡайым, ҡалайтайыҡ икән…
Был һүҙҙәрҙән һуңғы түҙемлегем шартлап, буҫығып илап әбейҙең итәгенә ҡапланам:
-- Ҡа-а-айтҡым к-к-и-илә… Му-му… М-мул-ла-ла-ҡа-ай-ға ҡай -ҡай-ҡайта-ам…
Эштең бындай боролошо әбейҙе бөтөнләй албырғата, ул ҡатҡыл устары менән бер аҙ арҡамдан тапап торғас:
-- Ҡуй, балам, улай ныҡ илама, өҙлөгөрһөң, әйҙә ҡайтайыҡ һуң, - тине лә, - пилит буһа ней… - тип өҫтәп ҡуйҙы.
Мин һаман да тыныслана алмай һулҡылдап, бер ҡулыма төйөнсөгөмдө тотоп, икенсе усымдан һаман да әбейҙең итәген ысҡындырмайынса, уның менән йәнәш атланым.
Вокзалдағы теге ҡыҙ бер миңә, бер әбейгә аптырап ҡараны:
-- Быныһы кем, ҡәйнәм?
-- Мулдаҡайға ҡайтам тей вит, илай килеп, ҡалайтам инде – эйәрттем…
-- Аҙашып ҡалған микән?..
-- Әллә инде, кем белә… - әбей (бәхеткә ҡаршы) төпсөп һөйләп торманы, - ҡайтам, тип йәбешкән баланы һелкеп ташлап китеп бумай ҙаһа.
-- Кемдәрҙең балаһы икән ауылдан?
-- Аһ-аһ, аныһын һорамағамынсы, - әбей миңә боролдо, - ата-әпсәң кемдәр?
«Әсәйем Гөлмәрйәм, атайым Сынтимер», - тип яуаплайым. Әбей ҙә, апай ҙа уйға ҡала. Ахыр әбей:
-- Шыпа белмәйем, балам, ауыл һур бит хәҙер, йәштәрҙе белеп буламы… - тип ҡуйҙы ла апайға, - Һин дә белмәйһеңдер инде, килен? – тип өндәште. Тегеһе яурындарын ғына йыйырҙы:
-- Әллә… Килгәнемә бер ай, кемде беләһең инде…
Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин дә был әбей менән апайҙы белмәй инем. Әммә әлеге мәлдә ул мөһим түгел. Миңә нисек тә быларға эйәреп ҡайтырға кәрәк. Бөтөн мөһим, кәрәкле, ҡыҙыҡлы нәмәләр ауылда ғына, унда – Муллаҡайҙа! «Муллаҡай! Муллаҡай!» тип тибә йөрәгем дә.
Автобусҡа инеп, әбейҙең алдына йомарланып ултырғас та йоҡоға талғанмын, кемдеңдер беләгемдән һаҡ ҡына һелкеткәненә уянып киттем. Теге апай икән:
-- Тор, килеп еттек ауылға, - ти.
Һиҫкәнеп тороп, әбейҙең алдынан шыуып төштөм дә, ашығып тышҡа сыға һалдым. Сыҡһам… «Был Муллаҡай түгел!» Тауышымдан авторбустың тәҙрә быялалары зыңлап китте. Ойоған аяҡтарында әүшән-төүшән итеп әбей артымдан сыҡты:
-- Мулдаҡай булмай атыу нимә?
Ҡотом осоп бышылдауға күсәм:
-- Ҡайҙа беҙҙең урам? Ҡайҙа өй?!
-- Өйөңдө лә белмәйеңме әтеүгәс һин? Мана бәйнәт, - әбей автобустан төшөүселәргә ҡысҡырып өндәште, - Мынау бала кемдеке икән, йәмәғәт, кем таный?
Мине берәү ҙә танымай булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ яныма йыйылып, ҡараштырып-һораштырып алғас, был ауыл балаһы булмауым асыҡланды. Әбей көйәләнде-көйәләнде лә: «Ҡалайтаң, баланы урамда таштап бумай инде»,- тип, етәкләп алып ҡайтып китте. Шаңҡыуымдан һиңмай хәленә инеп, етәктәге бәрәстәй эйәреп киттем.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: