+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Май 2021, 22:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Йәшәү көсө Хикәйә Аҙағы

Был тәҡдимгә әхирәтем дә күнә төшә:-- Һы. Ярай атыу, тука һин алдама, - ти.Унан тағы ла бер яуапһыҙ һорау тыуа: нисек итеп үлергә? Икебеҙ ҙә кешенең нисек үлеү мөмкинлеген белмәйбеҙ икән дә.-- Әсәйең нисек итеп үлде? – тим мин.-- Йоҡларға яттыҡ та, ул иртәнсәк үлгән ине, - тип яуаплай был.-- Улай булғас, бөгөн йоҡларға ятҡас, беҙ ҙә шулайтып үлербеҙ, - тигән ҡарар сығарам.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Йәшәү көсө
Хикәйә
Аҙағы
Был тәҡдимгә әхирәтем дә күнә төшә:
-- Һы. Ярай атыу, тука һин алдама, - ти.
Унан тағы ла бер яуапһыҙ һорау тыуа: нисек итеп үлергә? Икебеҙ ҙә кешенең нисек үлеү мөмкинлеген белмәйбеҙ икән дә.
-- Әсәйең нисек итеп үлде? – тим мин.
-- Йоҡларға яттыҡ та, ул иртәнсәк үлгән ине, - тип яуаплай был.
-- Улай булғас, бөгөн йоҡларға ятҡас, беҙ ҙә шулайтып үлербеҙ, - тигән ҡарар сығарам.
Шулай килешеп, инде килешкәс, теге күстәнәстәребеҙҙе ашап, тантаналы рәүештә айырылышабыҙ.
Ҡайтҡас, иртәгә иртәнсәк буласаҡ хәлдәрҙе уйлап, күңелем тулып ыҙалата. Илайым да ебәрәм, илайым да ебәрәм. Әсәйем: «Ҡуй, балам, кеше ҡайғыһын улай яҡын алма», - тип йыуата, ә мин уның һайын үкһейем. Саҡ йоҡлатып ебәрәләр үҙемде.
Иртәнсәк торһам… тороп киләм дәһа – үлмәгәнмен! Бик аптырайым. Әсәйем эштән бушатҡансы, Зәлиә хаҡында белергә теләп, тәҡәтем ҡорой. Ниһайәт, әсәйем ҡустымды ҡулымдан алып һөйә-иркәләй имеҙергә ултырғас та, Зәлиәләргә ҡарай сабам. Етеп килеүемә үҙе ҡапҡаһынан сығып уҡ ҡарап тора. Теп-тере!
-- Нишләп үлмәнең?! – тип ҡысҡырам килеп етер-етмәҫтән.
-- Һин үлмәгәс!
-- Ә һин ҡайҙан белдең? – тим аптырап.
-- Әллә. Белдем инде, үҙең алдағас, - ти был үпкәләп.
Тамам хайранбыҙ. Ни эшләргә? Тора торғас, Зәлиә:
-- Киналағы ниместәр ҙә юҡ шу, улар булһа, исмаһам, атырҙар ине, - тип ҡуя.
Кинола күргән, автоматтары менән тырылдап ғәйепһеҙ кешеләрҙе атып йөрөгән фашистарҙы күҙ алдына килтереүҙән теҙ быуындарым ҡалтырап китһә лә, «Эйе шул», - тип килешкән булам мин дә.
Унан ауылда кемдәрҙең тағы ла нисек үлгәнлеге хаҡында иҫләй башлайбыҙ. Айнурҙың олатаһы, Рәйсәнең өләсәһе, тағы Зиләнең өләсәһе… Нишләптер, барыһы ла ятҡан-ятҡан да, үлгән дә ҡуйған. Улай ғына булмай бит!
Тора торғас, остағы бер ағайҙың ике-өс йыл элек һыуға батып үлгәнлеге хәтеребеҙгә төшә лә, шулай итергә булып, йылға буйына йүгерәбеҙ. Әле һыу инә башламағанбыҙ, ныҡлап эҫетмәгән, шунлыҡтан йылға буйы ла буш. «Әйҙә лә әйҙә» тип, бер-беребеҙҙе ҡотортоп, башта йылғаның һай, унан сөмөрәк урындарын кисәбеҙ. Кисеп йөрөйбөҙ-йөрөйбөҙ ҙә, балтырҙарыбыҙға еткәндәй булһа, йәһәт кенә һайға тартабыҙ. Нисектер, йәшкелт-күгелйем тулҡындар эсенә бер ҙә генә лә сумып юғалырға йөрәк етмәй. Үлге килмә-ә-әй!
Аяҡтарҙы һыу һурып ағартҡансы йылға кискәс, беребеҙҙең дә сөмгә ятырға ҡыйыулығы етмәй, ярға сығабыҙ.
-- Үҙең ҡоторттоң да, үҙең ҡурҡаһың, - тип турһайырға уйлай әхирәтем.
Нисек тә аҡланырға тырышам:
-- Сразы бумай инде. Әйҙә, хәҙер ҡайтып тамаҡ ашап киләбеҙ ҙә шунан батырбыҙ. О-ой! Миңә ишшыу ҡаҙ себештәренә ем ултыртырға кәрәк бит!
Үлем дә, әхирәтем ҡайғыһы ла китә, йән-фарманға өйгә ҡарай йүгерәм. Әсәйемдең уйынға биргән ваҡыты күптән үткәндер инде.
Төштән һуң мин һуңыраҡ сыҡтым. Әлеге йылға буйына төштөк. Үлемдең еңел генә бирелмәгәнлеген хәҙер инде аҙмы-күпме төшөнгән кешеләр булараҡ, һүҙһеҙ генә килешеп, башта ярҙа ултырып, һөйләшеп алырға булдыҡ. Әхирәтем миңә быға тиклем билдәле булмаған серҙәрен систе, мин дә уға ҡайҙа ниндәй хазиналар йәшергәнемде, кемде оҡшатҡанымды, ҡасан ҡайҙа нимәләр күргәнемде, ишеткәнемде теҙеп һалдым. Унан беҙҙең серләшеү хыялдарға күсте. Хыялдар киләсәккә, киләсәк «ҙурайғас»ҡа барып тоташып, әкиәти һүрәтләүҙәргә әйләнде. Зәлиә: «Унда минең ҡыҙ-ҙ-ҙыл ғына осло тағалы туфлиҙарым була ла, йәш-шел генә күлдәгем була», - тигәндә, мин уны бүлдереп: «Минең сәстәрем ошо-олайтып өйөлөп тора ла, ҡулымда мынауындай ғына сәғәт була…» - тип дауам итәм. Һүрәтләүемдән үҙебеҙҙең йәш уҡытыусы апайыбыҙҙы таныған әхирәтем, бирешмәҫкә тырышып: «Әһә, һиңә! Улай булғас, Заһир ағай минең егетем була!» - тип һала. Йәнәһе, мин уҡытыусы апайҙың төҫөн «алғас», ул уның егетен тартып ала инде. Китә бәхәс, китә еңеш, китә кем уҙарҙан «ҙурайғас»тағы шәплектәр менән маҡтаныу! Бер-беребеҙҙе тыңламаҫтан, арығансы ҡысҡырышыу әхирәтемдең:
-- Һин теге ваҡыт математиканан «ике» алдың әле! – тигәненән һәм минең:
-- Ә һин бер көн уҡытыусыны йоҡлап ҡалдым, тип алданың. Һин унда апайыңа үсегеп дәрескә килмәнең! Һин – еңмеш! – тиеүемдән һуң мәғәнәһен юғалта:
-- Алдаҡсы!
-- Аңра!
-- Бисура!
-- Һинең ҡустың - маңҡа!
-- Һинең апайың - илаҡ!
-- Һинең әсәйең - уҫал!
-- Ә һинең әсәйең… үлгән!
Аңғармаҫтан әйтелгән был һүҙҙәр кинәт икебеҙҙе лә ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Минең әйткәнемдән ҡотом оса. Ауыҙымды усым менән ҡаплап, күҙҙәремде түңәрәкләндереп, әхирәтемә тексәйеп торам. Хәҙер, хәҙер илап ебәрер, тип көтәм. Тик ул иламай. Ҡыҙышып тороп баҫҡан еренән йыуашайып, кире ярға сүгәләй. Мин дә эргәһенә ултырам да, йылғаға ҡарап, шым ғына:
-- Яңылыш әйттем… - тим.
-- Ярай, - ти ул, - мин дә апай менән талашам да яңылыш ҡына: «Әсәйгә әйтәм», тип ҡысҡырам, ә ул юҡ та инде, - ти.
Уның был һүҙҙәренән һуң миңә лә еңелерәк булып ҡала. Һөйләшеү тағы ла ауыҙға-ауыҙ терәгән әхирәттәр серләшеүенә әүерелә.
… Икенсе көндө лә, өсөнсө көндө лә беҙ бата алманыҡ. Ҡыйыулыҡ та етмәне. Шулай уҡ кескәй генә йәнебеҙҙә йәшәгән һәм көндән-көн нығына, ҙурая, ҡеүәтлерәк була барған йәшәү көсө, үрмәле гөл ише ҡармап алып тотто беҙҙе. Әле үҙебеҙ аңлай ҙа һәм белә лә алмаған был ҡөҙрәт, беҙҙе яҡты донъяға көн һайын нурлы күҙҙәребеҙҙе шар асып ҡарап уянырға, ғәмһеҙ уйнап-көлөргә, бер-беребеҙ менән аралашып туймаҫҡа һәм донъяның тағы әллә ни төрлө мөғжизәүи кисерештәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, бәхетен, мөхәббәтен һәм, бәлки, ҡайғы-хәсрәттәрен дә татып ҡарарға өндәне лә өндәне.
Һәм бөгөн дә тоям мин ул көстө. Әхирәтемде, дөрөҫөрәге бала саҡ әхирәтемде, хәҙер инде күп йылдар күргәнем булмаһа ла, икебеҙҙе бөтөнләй ике төрлө яҙмыштар осортоп алып киткәндә лә, уның да ана шул көс ярҙамы менән ғүмер итеүен беләм… тоям. Йәшәү көсө ул.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: