Тау һыртына тәгәрәгән ҡояш артынан ҡалған ҡыҙыл эҙ алланып барып таралды ла, ҡаршы тауҙағы ҡарағай урманы араһынан шыуып төшкән эңер ҡараһы, һәрмәләнеп, ауыл өҫтөнә төшөп ятты. Ҡурҡыта… Өшөтә… Үҙебеҙ һаман сиҙәмле йылға ярынан аяҡтарыбыҙҙы һәлберәткән килеш ултыра бирәбеҙ. Бер туҡтауһыҙ шаптырлаған йылға ла инде көндөҙгө серле донъя булып түгел, ә билдәһеҙ ҡурҡыныстар йәшергән ҡара даръя булып күренә. Түҙемһеҙләнеүҙән аяҡтарҙы тағы ла нығыраҡ, шәберәк болғайбыҙ, әммә беребеҙҙең дә ҡурҡаҡ булып күренгеһе килмәй. Шулай ҙа ҡайтырға ла кәрәк бит әле… Әсәй күптән әрләйҙер инде. Әсәй иҫкә төшөүгә, эсемдәге бар йыйған батырлығым «йәлп» итеп юҡҡа сыға ла, мин Зәлиәгә боролоп ялбарам:
-- Әйҙә ҡайтайыҡ. Иртәгә үлербеҙ. Һиңә әсәйең булмағас рәхәт, мин туҡмалам атыу.
Шуны ғына көтөп ултырһа ла, әхирәтем инәлткән була:
-- Әллә… Үҙе «үләйек тә үләйек» тине лә, үҙе «ҡайтайыҡ»,- ти.
Уның ысынлап ҡарышып алып китеүенән ҡурҡҡан мин, йәһәтләп әүрәтә һалам:
-- Бөгөнгә ҡайтып торайыҡ та, иртәгә тощны үләрбеҙ, йәме?
-- Ярай атыу. Иртәгә иртә менән киләбеҙ.
Береһе ҡара тумалаҡ, икенсеһе оҙонораҡ та сей һары ике әхирәт, етәкләшеп, өҫтө көтөүҙән ҡайтып урынлашып бөтә алмаған мал-тыуар мөңрәүе, тәҙрә аҫтарында үлән бысҡан сиңерткәләр сыңы менән күмелгән ауылға ҡарай йүгерҙе.
Елеп килеп ингән ыңғайы таҡта аласыҡтың тупһаһына һикереп баҫам да иң башта әсәйемдең йөҙөнә күҙ һалам. Асыулымы был, әллә минең юҡлыҡты һиҙмәгәнме? Һиҙмәҫ! Бына ул яңы ғына һауып индергән ике биҙрә һөтөн һыулы ҡаҙанға тығып йылытҡан да үткәрә алмай аҙаплана. Ҡустыларымдың бәләкәйе уның алдынан төшмәй, ҡул сепаратын әйләндерергә бирмәй, ҙурырағы, йоҡоһо килеп, мыжып-мыжый. Ғәйебемде белеп, йәһәт кенә бара һалып, бәләкәсте әсәйемдең алдынан алам. Әсәйемдең тамам сәсрәп көйгән сағына ғына тап килдем. Ул миңә асыулы күҙ уҡтарын ата:
-- Ҡайҙа сыға һалып киттең ул?! Самый кәрәк саҡта юҡ була ла ҡуя. Быҙауҙы ла бикләмәгән, быларын да ҡарашмай! Ул ниндәй бөтмәҫ уйын?! Инде аяғыңды өҙөп ултыртам! Иртән аҙым сыҡмайһың, ишетһен ҡолағың!
Мин, «эйе-эйе» тигәнде белдереп, баш ҡағам да, бәләкәстәрҙең береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, өйгә алып инеп китәм һәм «бәү-бәү» йырлап йоҡлата башлайым. Йырыма ҡушылып үҙем илайым. Берҙән - үпкәләп, икенсенән, әсәйемде лә, үҙемде лә йәлләп илайым. Рәхәтме һуң? Ана-бына үлергә йөрөгән кешене пыр туҙҙырып әрләйҙәр. Был ҡатылығы өсөн әсәйем һуңынан бик үкенәсәк инде. Уның ана шул үкенерен, өҙгөләнерен күҙ алдына килтереүҙән күҙҙәремдән йәштәрем тағы ла нығыраҡ соборлай башлай.
Был минең, бәләкәй баланың, әжәл менән яҡындан танышҡан тәүге йәйем. Быға тиклем мин уның барлығын да белмәй инем. Уйламағанда, иҫ белгәндән бергә булған, иртәнән ҡара кискәсә айырылыша алмай уйнаған әхирәтемдең әсәһе үлде. Былай уның әсәһе ҡарт һымаҡ ине ул, үҙемдең әсәйем башҡаларҙыҡы кеүек йәш әсәй булғас, әхирәтемдең оло һәм олпат әсәһе миңә сәйер булып күренә ине (әсәйҙең ауырырға мөмкинлеге башҡа һыйыр әйбер түгел!). Ана шул олораҡ кеше булғанғалырмы, әллә башҡа сәбәптәнме, ул беҙҙе бер нәмәнән дә тыйманы, бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне. Уларҙа берәү ҙә: «Мейес ҡапҡасын асма - янырһың, розеткаға нәмә тыҡма – ток һуғыр, бысаҡҡа теймә - ҡырҡылырһың», - тип тыҡымай, өйрәтмәй, өндәмәй. Икмәкте лә өҫтөнә май, шәкәр һылап тороп, тотоп йөрөп, хатта урындыҡта аунап ятып, аяҡтарҙы стенаға күтәреп тибеп, ятып ашарға була. Әсәһе: «Өҫтәл артында ғына ултыр, ятма - күҙеңә вағы төшә», - тип тормай. Шулай уҡ уртала ултырған түңәрәк өҫтәлде уратып, баш әйләнгәнсе баҫтырышабыҙ, өрлөктәге сәңгелдәк сөйҙәренә тотоноп (өйҙәре бәләкәй һәм тәпәш) бәүелеп тороп-тороп, «туп» итеп иҙәнгә һикерәбеҙ, бар ултырғыс түшәктәрен йыйып алып, бәпәй итеп төрөп уйнатабыҙ. Әхирәтемдең «ыһ-ыһ» тип саҡ тын алып йөрөгән тулы кәүҙәле, минең ҡарамаҡҡа һимеҙ әсәһе йә мыштырлап ҡына ниндәйҙер эштәр менән булыша йәки ҡат-ҡат һалынған сағыу тышлы мендәрҙәргә башын терәп, шым ғына беҙҙе күҙәтеп ята.
Әхирәтемдең апаһы ла бар. Зөлфиә исемле. Ул беҙҙән ике-өс йәшкә ҙурыраҡ. Әсәләре кеүек тыныс холоҡло, ыңғай, ҡайтымһаҡ ҡыҙ. Әхирәтем минең, әйтеп үтергә кәрәк, үтә лә еңмеш, үҙ һүҙле, һеркәһе һыу күтәрмәҫ бала. Шунлыҡтан апаһы менән миңә әллә ни еңелдән тура килмәй. Йыш ҡына юҡҡа үсегеп, талашып, уйынды боҙған Зәлиәне юхалап, үсегеүенән яҙып, ул теләгәнсә эшләргә тырышып, хәлебеҙ бөтә.
Һәр көндәгесә, иртәнге тамаҡты ашағас та, бына-бына әхирәтем килеп инер, тип көттөм. Ғәҙәттәгесә, башта ул беҙгә килергә тейеш, сөнки мин, әсәйҙең йорт эштәре бөткәнсе, ҡустыларымды ҡарап ултырам. Зәлиә иһә ярҙам итә. Балалар ҡарарға ярата ул. Мин генә яратмайым. Ҡустыларымды түгел, әлбиттә, уларҙы көтөп ултырыуҙы.
Әхирәтем һаман юҡ та юҡ. Иҙәндәге малайҙар янында уйынсыҡтар теҙеп уйнап ултырһам да, ике күҙем ишек менән урам яҡ тәҙрәләр араһында йүгерә. Шул саҡ әсәйем магазиндан ҡайтып инә һәм ҡалтыранған тауыш менән: «Хоҙайым, Йәнбикә апай үлеп киткән», - ти ҙә, илап ебәрә. Мин аптырап ҡалам: «Кем әле һуң Йәнбикә апай? Йәнбикә апай?.. Йәнбикә апай… Һа-а-а! Ул бит! Ул бит!..» Мин уҡ булып тышҡа атылам, ләкин урам ҡапҡаһын сығып өлгөрмәйем, әсәйем тотоп алып, тыпырсындырып күтәреп, өйгә кире индерә лә шарылдап илаған мине күкрәгенә ҡыҫа. Ҡосаҡлашып илайбыҙ.
Әхирәтемдең әсәһен ерләргә бөтә ауыл, хатта мәктәп уҡыусылары ла сыҡты. Беҙҙә улай бәләкәй балалы кешеләрҙең үлгәне юҡ, һәр хәлдә мин белгәндән. Шунлыҡтан был күренеш барыһы өсөн дә бик ауыр булһа, миңә икеләтә ҡыйын. Әхирәтемде йәлләүҙән йәнем әрней, тик уны етәкләгән таныш булмаған ағай-апайҙар янына бара алмайым. Ситтән генә йәлләп ҡарайым. Әхирәтем әллә ни иламай, ул ташҡурсаҡ шикелле ҡатып ҡалған, ә бына апаһы, минең кеүек йомшаҡ, нескә йән, оҙаҡ үкһеүҙән үҙәге сиҡылдап киткән.
Бер нисә көндән һуң, әсәйем әхирәтемә барырға рөхсәт итте. Барһам, тегеләр апаһы менән матур күлдәктәр кейешеп тороп, өрөк ярып ашап ултыралар. Вәт, әй! Мин ҡайғырып йөрөйөм, тамағыма аш бармай, төн һайын ҡурҡыныс төштәр күреп, ҡурҡып уянам да, әсәйем менән атайым түшәгенә йүгерәм, ә былар - өрөк яра! Үпкәләп, боролоп сығып киткем килә лә - улай итә белмәйем шул. Өйҙәрендә йөрөгән ят кешеләрҙән тартынып, ишек төбөндә тапанып тора бирәм. «Үт», - тиҙәр миңә.
-- Былар кемдәр ул? – тип һорайым әхирәтемдән шыбырлап ҡына ят кешеләр яғына ымлап.
-- Апайым менән еҙнәм, алы-ыҫтан килделәр, - ти әхирәтем.
Мин уларҙың шундай ҙур апайҙары булғанын белмәгәнлектән, хайран ҡалам. Әхирәтем мине тағы ла нығыраҡ аптыратырға булып:
-- Беҙҙең ишшыу ҙур ағай ҙа бар ул, еңгәй менән улар ныҡ-ныҡ алыҫта йәшәй, - тип ебәрә. Мин шул ваҡыт ҡына стеналарҙа торған төҫлө кәртешкәләрҙәге бөҙрә сәсле апайҙың һәм һалдат формаһындағы ағайҙың кем икәнлеген аңлайым.
Әхирәтем артыҡ бер ни ҙә булмаған кеүек йөрөй, тик бер аҙ тауышы ғына баҫыла төшкән. Миңә оло ҡулъяулыҡ эсендәге көмөш аҡсаларын күрһәтә һәм:
-- Әйҙә, магазинға барып һағыҙ алайыҡ, - ти. Быны ишетеп йөрөгән теге ҙур апай ҙа:
-- Барығыҙ-барығыҙ, нимә теләйһегеҙ, шуны алығыҙ, мә, мин үҙемдең хәйерҙе лә ҡушам, - тип беҙгә тағы ла бер ҡулъяулыҡ тинлектәр һуҙа. Зөлфиә генә, кәйефе минеке кеүек үк булыпмы, өлкән апайҙарының: «Уйнап ал, һеңлем, улайтып тик ултырырға ярамай», - тип өгөтләүенә күнмәйенсә, өйҙә ҡалды.
Мин дә магазинға китеп барырға риза түгелмен, шулай ҙа башҡа сарам юҡ. Барып дүрт шаҡмаҡ һағыҙ, тышына олимпиада айыуы төшөрөлгән ике шоколад, ике шешә лимонад алып сыҡтыҡ. Һатыусы апай, әхирәтемде күҙ йәштәрен йәшерә-йәшерә арҡаһынан һөйөп, кеҫәләребеҙгә имгес кәнфиттәр ҙә тултырып ебәрҙе. Магазин эргәһендәге кескәй генә сиҙәмле убасыҡҡа ултырып алдыҡ, әхирәтем байлығын теҙеп һалды ла ҡалған аҡсаларын һанарға кереште. Шәп һанай ул, математиканан миҫалдарҙы иң беренсе сисеп, гел бишле ала. Ә мин иншаны һәйбәт яҙам.
Ултыра торғас, күптән күңелемде өйкәгән һорауымды бирәм:
-- Ҡыйынмы… әсәйең үлгәс?
Зәлиә бер мәлгә генә һанауынан туҡтап торғандай итә лә, кире эшен дауам итә:
-- Ҡыйын буғайны… Һәҙер у һәтте түге.
-- Нисек… «у һәтте түге»?! – мин хатта ҡысҡырып ебәрәм.
-- Уйлағым килмәй ул турала, апай ул турала күп уйларға ярамай, тине.
-- Әгәр ҙә… әгәр ҙә минең әсәйем үлгән буһа… Мин былайтып шикалат ашап утырғансы… лучшы… лучшы үҙем дә үлер инем!
Әхирәтем берсә ҡулындағы шоколадына ҡарай, берсә миңә, унан:
-- Әсәйһеҙ кеше йәшәй алмай инде у!
Унан, һаман да аптырап миңә төбәлеп ултырған әхирәтемдең ҡулынан шоколадын тартып алып киҙәнеп тороп ҡырға ташлап ебәрәм дә, бик мөһим мәсьәләне хәл иткәндәй:
-- Әсәйең үлгәс һиңә лә үлергә кәрәк! – тип өҙәм.
-- У-уй, ҡурҡам, мин күрҙем, унда, ҡәберҙә, ҡурҡыныс! – ти.
Тәүге тапҡыр һүҙемде бирмәҫтән:
-- Ҡурҡма! Ҡурҡһаң, әйҙә, мин дә һинең менән бергә үләм, - тим.