+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Май 2021, 13:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Будильник Хикәйә Аҙағы

Шәмсиәне был «уңайлы нәмә» төнгө өстә уятты. Былай ҙа тауыҡ шикелле генә төнәгән әбей беренсе «Пип»тән үк күҙҙәрен асты. Тәүге уйы: «Өй эйәһе… кәзәм бәрәсләһә белдерәлер… рәхмәт төшкөрө…», – булды. Унан теге һаман ярһығас, тамам йоҡоһо осоп, тороп ултырҙы. Стена буйлап һәрмәләнә-һәрмәләнә барып ут ҡабыҙҙы. Эштең ниҙә икәнлеген төшөнгәс, көйөп үк китте:– Йоҡтап ята тей микән, шу һәтте һөрәндәмәһә!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Будильник
Хикәйә
Аҙағы
Шәмсиәне был «уңайлы нәмә» төнгө өстә уятты. Былай ҙа тауыҡ шикелле генә төнәгән әбей беренсе «Пип»тән үк күҙҙәрен асты. Тәүге уйы: «Өй эйәһе… кәзәм бәрәсләһә белдерәлер… рәхмәт төшкөрө…», – булды. Унан теге һаман ярһығас, тамам йоҡоһо осоп, тороп ултырҙы. Стена буйлап һәрмәләнә-һәрмәләнә барып ут ҡабыҙҙы. Эштең ниҙә икәнлеген төшөнгәс, көйөп үк китте:
– Йоҡтап ята тей микән, шу һәтте һөрәндәмәһә!
Ҡарсыҡ ҡулындағы кескәй будильник тегеләй әйләнде, былай тулғанды, алды ла, арты ла ҡаралды, бер ултырҙы, бер ятты. Шәмсиә тамам алйыны:
– Башындағы тырылдағына баҫа ла һүндерә торғайнылар элек, әллә нинәмә уйҙап табалар бит һәҙер, ҡороғорҙар!
Будильник асыулы хужабикәнең башта яҫтығы, унан күпмә түшәге аҫтына тығылды.
«Сығып ингәнемсә баҫылыр әле»,– тип кәзәһен ҡарарға булды Шәмсиә. Бәрәсләмәгән икән, әлеге шул сәмле ярыш барышында алыпһатарҙан алып ҡалған кеҫә фонарен бите тәңгәленә күтәреп, үҙе шул яҡтылыҡ аҫтында өрәк шикелле булып торған әбейенә: «Нишләп йөрөйһөң был ваҡытта», – тигәндәй аҡыш күҙен әйләндереп бер генә ризаһыҙ ҡараш ташланы ла, быуаҙ кәүҙәһе менән ауыр тын алып, «мырт-мырт» көйшәп ятыуын белде.
Инһә – теге һаман сыйылдай, дөрөҫ, тауышы алыҫтан ишетелгәндәй, әммә былай ҙа көйгәләк әбейҙең һарыуын ҡайнатырға етә. Шәмсиә һелкетә баҫып барып сәғәтте ҡаралды араһынан тартып сығарҙы һәм «ялп» иттереп соланға сығарып ҡуйҙы:
– Дошман! Өйҙә йәшәй белмәгәсең утыр ошонда туңып!
«Дошман» «ҡыуып сығарылғас», ҡарсыҡ тыныслана төшөп, усағына ут яҡты. Сайырлы ағас сытырлап тоҡанды ла, күңелле дөрөлдәп янып та китте.
Шул ваҡыт Шәмсиәнең башына әлеге ҡарағай әҙернә менән тондорҙолармы ни: «Теге сыйылдаған урам яңғырата, Орҡоя ла ишетәлер бит!» Әбей эләгә-тәгәрәй тышҡа ташланды. Көҙгө һалҡын таңда бөтә донъяға яр һалған будильникты эләктерә һалып, ҡәҙерле нәмәһендәй күкрәгенә ҡыҫты ла, аяҡ остарына баҫырға тырышып өйгә шылды. Эскә ингәс тә, нәмә урлап ҡайҙа йәшерергә белмәй сәбәләнгән бур шикелле әле былай, әле тегеләй йүгергеләне, ахырҙа, һис ни уйлап таба алмаҫтан тамам алйып, ҡулындағыһын иҙәндә ултырған ашлы һыуына төшөрҙө лә ебәрҙе. Ниһайәт – тынлыҡ.
Әммә эш уның менән генә бөтмәгән икән. Тын алышы яйланып, ярһыуы баҫылғансы, тип биҙрә янында сүгәләп ултырған Шәмсиә бер ваҡыт үҙенең башы әйләнеп тәнтерәкләй барыуын тойҙо. «Ай, алла, көйҙөрөп мынау… ыһ, дәвлинйәм микән…» Хәле аптечканан дарыу алып ҡабыуға ла, урындығына барып ауыуға ғына етте.
Шулай ятып аҙмы-күпме көс туплағас, Шәмсиә ҡарсыҡ, медпункттың асылыу ваҡытын саҡ көтөп алып, ҡусҡар аҙымдары менән шунда юлланды.
Барып инһә, йөҙө ҡағыҙ төҫөнә инеп буҙарып, ирендәре күгәреп, күҙҙәре төпкә батып киткән күршеһе лә шунда ултыра икән. Үҙенең бил тәңгәленән әллә ниндәй ептәр һуҙылышып сығып, нимәгәлер тоташып тора.
– Ыһ, нихәл күрше, ауырып киттеңме әллә, ыһ…
Орҡоя башын бора алмаһа ла, күршеһенең тауышын таныны:
– Ҡазаланып ҡалдым бит бына… Бәлә аяҡ аҫтында беҙҙең йәштә ней. Мына, килен билемде йылыттыра.
Унан, тәңгәленә килеп еткән күршеһенең ҡара янған йөҙөнә күҙ алмаларын ғына күтәрә алды:
– Үҙең дә ауырып тораң түгелме…
Шәмсиә элеп алды:
– Дәвлинйәм шулайта бит минең, ҡапыл аяҡтан йыға ла ҡуя… ыһ…
Фельдшер йылдам ғына килеүсенең давлениеһын үлсәне һәм бер-бер артлы ике укол ҡаҙап, арҡаһын терәтеп ултыртып ҡуйҙы.
Ике әбей ике яҡта тыһылдашып ултыра торғас ойоп барғандарҙай ине, шул ваҡыт оло шау менән кескәй малай атылып килеп инде:
– Әсәй! Әсәй! Ҡара! Ҡара нимә таптым!
Фельдшер ҡатын төпкө бүлмәнән сыға һалып улын тыйырға ашыҡты:
– Сеү! Шым! Бында ҡысҡырырға ярамай… Ана бит өләсәйҙәр ауырый…
Малай тыйыуҙы ишетерҙән түгел ине, һөрәнләүен белде:
– Ҡара әсәй – будильник! – кескәй өй «шап» итеп ике әбей уртаһындағы тумбочкаға килеп ултырҙы. Таныш һындан әбейҙәрҙең баштары үҙҙәренән-үҙе гөбөргәйелдеке шикелле яурын эсенә һеңде, күҙҙәре был әйберҙе мәңге күрмәҫтән булып сытырлатып йомолдо, укол-дарыуҙар менән яңы тынысланған йөрәктәре хәлһеҙ аяҡтарын йүгереп ҡасырға өндәп дарһылдап тулап китте.
Әсә аптырай төштө:
– Бәй, будильник шул. Ҡайҙан алдың?
– Үҙебеҙҙең ҡапҡа эргәһенән таптым. Ҡара әсәй – пипелдәй!
Ике әбей ике яҡтан хәлһеҙ сәбәләнеп өлгөргәнсе, таныш ауаз бүлмә тынлығын телде:
– Пип-пип! Пип-пип! Пип-пип!
– Ай алла, аны нишәп ҡабыҙа икән, ҡалайтып һүндерәбеҙ инде һәҙер!
– Үтерер инде мине был буҙилник, ҡайҙан алдым ҡороғорҙо, ҡайҙан алдым…
Ололарҙың ҡапыл-ғара ҡубып ризаһыҙлыҡ белдереүенән уңайһыҙланған фельдшер ҡатын улына ҡаты ғына өндәште:
– Йә, булды – күрҙек. Һүндер ҙә алып кит.
Әбейҙәр бер ауыҙҙан ыһылданы:
– Ҡалайтып һүндерһен ул аны…
– Һүнмәй бит ул, һәле бөтмәйсә…
Сабый кескәй бармағы менән өйҙөң ҡыйығынан суҡайып сығып торған мөрйәһенә баҫты. Мөрйә эскә инә биреп еңелсә генә шыҡылданы ла… сигнал тынды. Ул арала малай, шатлыҡ ташҡыны һис кенә лә һүрелмәйсә, табышын эләктерә һалып урамға сапты. Әбейҙәр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп ҡарап ҡалды. Был мәлдә уларға бер-береһенең күҙенә ҡарау, нисектер, уңайһыҙ ине.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: