-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Май 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠЫҪЫР Хикәйә Беренсе өлөшө

Сания тәртешкәһе менән мейес йүшкәһен ябырға тип ынтылғанда ғына телефон зыңланы. «Балам!» Тәки йүшкәгә үрелеп етә алмай ҡалған күпте күргән суйын тәртешкә ҡәҙерһеҙгә әүерелеп мейес ҡыҙырымында ятып ҡалды, хужабикәһе хәленән килгән йылдамлыҡ менән иҙән балаҫтарына эләгә-тәгәрәй телефон ултырған кескәй өҫтәлгә ташланды. Унан, бер яҡ ҡолағын яулыҡ япмаһынан сығарып алып трубканы терәне лә, зыңғырлауҙы ғына көтөп телефон төбөндә ултырған кешеләй, татлы тауыш менән һуҙып ебәрҙе: – Әлле-еү-ү… Сымдың теге осонда сылтыратып көлөп ебәрҙеләр.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠЫҪЫР
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Сания тәртешкәһе менән мейес йүшкәһен ябырға тип ынтылғанда ғына телефон зыңланы. «Балам!» Тәки йүшкәгә үрелеп етә алмай ҡалған күпте күргән суйын тәртешкә ҡәҙерһеҙгә әүерелеп мейес ҡыҙырымында ятып ҡалды, хужабикәһе хәленән килгән йылдамлыҡ менән иҙән балаҫтарына эләгә-тәгәрәй телефон ултырған кескәй өҫтәлгә ташланды. Унан, бер яҡ ҡолағын яулыҡ япмаһынан сығарып алып трубканы терәне лә, зыңғырлауҙы ғына көтөп телефон төбөндә ултырған кешеләй, татлы тауыш менән һуҙып ебәрҙе:
– Әлле-еү-ү…
Сымдың теге осонда сылтыратып көлөп ебәрҙеләр. Етмеште ашатлаған әсәһенең телефондан тауышын үҙгәртеп, сәхнәгә сығып баҫҡан әртис кеүек һөйләшеүен ҡыҙыҡ күрә ҡыҙы. Әсәһенә ни – нимә, ҡыҙының шырҡылдағанын тыңлап, төҫө бөткән ирендәрен йырып, кинәнеп тик тора.
– Йә, көл әйҙә, көл, гонаһтарым бөтөр… Әсәң шулай белгәс тә шәп әле.
Теге яҡ көлөп туйҙы ахыры, һөйләшергә булды:
– Әсәй, һаумы!
– Һауғынамы, балам, һауғынамы. Шәпбеҙ әле, шәпбеҙ, Аллаға шөкөр.
– Нишләп ултыраһың?
– Мына, мейес бөткәнен көтәм әле, минең ни, ҡыйраған эшем бармы. Үҙегеҙ ни хәлдә, балам? Кейәү нишләй? – ҡыҙы былтыр тормошҡа сыҡҡайны.
– Нишләһен – эшләй, һи-һи-һи! Кейәүеңә ни булһын.
– Бумаһын шул, бумаһын, имен-һау эшләп йөрөһөн, ир кеше ни.
– Ҡалай әй, «Кейәү ҙә кейәү», балаһының хәлен һораған юҡ, һи-һи-һи.
– Аһ-аһ, һиңә ни булды? – Был яҡтың тауышы һағая төштө.
– Булманы… – теге яҡтың ниндәйҙер сер сисергә теле ҡысып тороуы баштан уҡ һиҙелә ине инде. – Бер ҡыҙыҡ әйтәйемме?
Был яҡ сабырһыҙланып китте:
– Уй Алла, һәҙергенең ҡыҙығы ла ҡурҡыта бит әле. Йә, әйтә һал, йөрәкте ҡуҙғытып ни…
– Әсә-әй, мин ауырлы…
Әсә бер аҙ телһеҙ ҡалып торҙо, унан шаулап ҡайнап китте:
– А-ай, балам, һөйөнсөһөнә уң ҡолағың! Ҡалай һәйбәт буған! Мына, төнгә ҡаршы ҡалай яҡшы хәбәр ишетәм. А-ай, әттәгенәһе! Мына һиңә! Кейәү ни ти?
– Ул белмәй пока, һиңә генә әйтәм, башҡаларға өндәшмәй тор, йәме.
– Йә. Балнисҡа барҙыңмы һуң?
– Барҙым-барҙым, йөҙ төрлө анализдар тапшырҙым – все нормально.
– Берәй нәмә ашағың килмәйме? – Әсәнең былай ҙа нескә күңеле йомшарып, тауышы нәҙегәйеп китте.
– Йә, ила инде хәҙер. Ҡаҙ ите ашағым килә что-то.
– Алып киткәнең бөттө ләме ни?
– Юҡ, бындайҙы түгел, ҡаҡланғанын. Быйылғыларға тоҙ һеңеп өлгөрмәгән әле, тәме юҡ.
– А-ай, Алла, күрше-тирәнән һораштырмаһам…
– Кит, шулайтып һоранып йөрөмәҫһең инде, булғас ашармын. Әйҙә, үҙеңдең хәлеңде һөйлә…
Әсә менән ҡыҙ күңелдәре булғансы, трубкалары төтәп китә яҙғансы һөйләште. Һорашырлыҡ хәбәрҙәр һорашылып, һөйләйһе һөйләп бөтөлгәс, ҡат-ҡат хушлашып, йылып киткән трубкалар көскә урындарына төшөп ятты.
«Балам… ауырлымын, тиме…» Сания төнгә ҡаршы килеп төшкән һөйөнөслө хәбәр шауҡымынан арына алманы. Берсә үҙ алдына кеткелдәп көлөп ебәрҙе, берсә төпкә батҡан күҙ ҡабаҡтарын сәпелдәтеп, һаран ғына йәш бөртөктәрен һығып сығарҙы ла, күлдәк итәген ҡайырып, танауын фырылдатып һеңгереп ҡуйҙы. «Баламды, ҡартлыҡ йыуанысымды минең, йә инде…»
Унан ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, ашыға-ашыға һандыҡ һыуытҡысын ҡутарырға тотондо. Шыҡырайып туңған ап-аҡ тәнле һимеҙ-һимеҙ ҡаҙҙар, йомғаҡ-йомғаҡ майҙар иҙәнгә теҙелеп китте. «Әһә… Бар һымаҡ ине шул…» Һыуытҡысына төшөп китерҙәй булып соҡонған әбей эҙләгәнен һөйрәп сығарҙы. Уныһы ҡуш йоҙроҡтай ғына ит киҫәге булып сыҡты. Былтырҙан ҡалған ҡаҡланған ҡаҙҙың бер генә бот өлөшө.
Был табыштан, мейесен баҫып, татлы хыялдар менән йоҡларға ятырға йөрөгән Санияның ниәте ҡырҡа үҙгәрҙе. «Баламдың… ашағыһы килгәс… булған итте ни – апарайым.» Уйланды ла – хәл дә ителде. Юлға кейергә кейемдәр әҙерләнде, аҡса төйнәлде, күстәнәскә китәһе аҙыҡ-түлек һыуытҡыстың бер мөйөшөнә күсеп ятты. «Күршеләренә төнгә инеп йөрөмәҫ, иртәнсәк афтауызға сыҡҡанда өндәшер. Мейесенә яғып, эт-бесәйен ашатып торһалар, ике-өс көндә урап та ҡайтыр, Алла бирһә…»
Икенсе көн, төшкә ҡарай, баштан аяҡ сынъяһау итеп кейенеп, ҡупшыланып алған Сания инәй ҡалаға юлланған автобуста елдерә ине инде. Ярым буш салондың алғы ултырғыстарында иркенләп, аяҡ аҫтындағы йылытҡыстан өргән йылы һауаға иреп, ойоп китеп ултырһа ла, ҡыҙының «Ауырлымын» тигәненән күңел төпкөлдәренән ирекһеҙҙән ҡалҡып сыҡҡан хәтирәләрен һүтте.
… Сания Афзалды ун ете йәшенән яратты. Һалдаттан ҡайтып төшкән егетте туған-тумасаһы, дуҫ-ише өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итә ине. Йәшкелт-һоро гимнастерка, галифе салбар, йылтырап торған кирза итектәр кейгән буйсан егетте урамдан гармун тартып үтеүселәр араһынан ҡараштары менән генә әллә ҡайҙан айырып алды ла, күҙҙән юғалғансы күҙәтте. Шул бер күреүҙән татлы хыялдар, йоҡоһоҙ төндәр алып килеүсе ғазаплы мөхәббәт уты тоҡанды ҡыҙ йөрәгендә.
Сания үҙе лә йәмһеҙҙәр иҫәбенән түгел. Хатта киреһенсә: һомғол кәүҙәле, алһыу битле, һәр ваҡыт көлөп торған ҡыҫығыраҡ һорғолт күҙле, уймаҡ ҡына бүлтек иренле илгәҙәк ҡыҙ булып үҫеп еткән ине ул. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, Афзал да аңғарҙы уны һәм әхирәттәре аша киске уйындарға саҡыртты, сәбәп тапҡан булып быҙау фермаһына килеп сыҡҡыланы, һауынсыларҙың аҫтыртын йылмайыуына иғтибар итмәҫтән, Санияға ярҙамлашҡан булды, ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп көлдөрҙө. Әсәһе генә өнәп етмәне уларҙың дуҫлығын: «Шыр ҡыҙҙар араһында һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫкән егеттән фәтүә булырмы икән, ҡыҙым», – тиер ине әйләнер ҙә. Ә Сания ул ваҡытта Афзалдың үҙен генә түгел, уның апайҙарын да, ата-әсәһен дә, хатта ул йәшәгән өйҙө, урамды, ул йөрөгән юлдарҙы ла ярата һәм һөйгәненә бер генә лә һүҙ тейҙергеһе килмәй ине. Әсәһен дә: «Ул һәйбәт ул, әсәй»,– тигәне менән тыйҙы. Әсә: «Һәйбәттер ҙә ул…», – тип үҙ алдына һөйләнгән булыр ҙа бошоноп ҡалыр ине.
Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс, алтын япраҡтар шыптырҙап ер өҫтөн ябып, торналар сыңрап хушлашҡан мәлдә туй үткәрҙеләр. Тәүге йыл, яңы өйләнешкән йәштәргә хас булғанса, ғаилә тормошона, ир менән ҡатын булып йәшәүгә өйрәнеүгә бағышланды. Сания, төп йортҡа төшкән килен булараҡ, таңдан тороп ҡәйнә йортондағы мал-тыуарҙы баҡты, унан фермаһына йүгерҙе. Унда ла йәш быҙауҙар асығышып көтөп тора. Афзал колхозда тракторист. Әлбиттә, эше етәрлек, әммә буш ваҡыттары ла юҡ түгел. Тора-бара Сания шуға иғтибар итте: ире йорт-тирәһендәге мәшәҡәттәргә бөтөнләй ҡыҫылмай булып сыҡты. Мал-тыуар тәрбиәләү ҙә, кәртә-ҡура таҙалау, һыу алып килеү, мунса яғыу, баҡса ултыртыу, картуф күмеү, алыу кеүек эштәр тулыһынса ҡатын-ҡыҙ елкәһендә ине был өйҙә. Ир кеше бары бесән эшләүҙә ҡатнаша ла (уныһында ла ҡатынһыҙ булмай), утын алып килә…
Сания ҡара эшкә күнеккән, атайһыҙ үҫтеләр бит, бында ла һыр бирмәҫкә тырышып, йүгермәләп йөрөнө. Эштә быҙауҙарының, өйҙә ҡәйнәһе менән иренең күңелдәрен күрҙе. Ҡәйнәһе насар булманы былай, үҙе лә баш баҫып мыштырлап ҡына йөрөүҙән башҡаны белмәй ине.
Бөткөһөҙ, мәңге кәмемәҫ эш баҫыуға ғына бирешмәҫ ине лә Сания, кемдә лә шулдыр бит, уны, барыһынан да бигерәк, бына һаман балаға уҙа алмауы борсоно. Бергә йәшәүҙәренә ике йылдан ашып барғанда, был мәсьәлә бер ҡатынды ғына түгел, ҡәйнәһен дә, әсәһен дә, ирен дә борсой ине инде. Ул-был һүҙ араһында ла ҡәйнәһе «балағыҙ булһа әллә», «ейәндәр һөйгәндә», «улымдың балаһын ҡулға тотоп буламы» тигәнерәк хәбәрҙәр ысҡындырғыланы. Ире лә: «Беҙ бәпәй алмайбыҙмы шул»,– тигән һорауҙы йыш бирҙе. Ә ҡайынбикәләре табын һайын күҙгә ҡарап: «Ҡустыбыҙға бала кәрәк бит»,– тиеүҙе ғәҙәткә индерҙе.
Ә бала булманы ла булманы. Санияға «балаһыҙ» мөһөрө баҫылды. Йылдан-йыл холоҡһоҙлана, бәйелһеҙләнә барған ире эскән йә талашҡан һайын, кеше-маҙарға ҡарап тормаҫтан, «Ҡыҫыр!» тип ҡысҡырҙы. Ошо бер һүҙ менән ҡатынының ауыҙын ябып, өнөн тығып, бөтөрөп, иҙеп ташлай ине.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: