Больницаға ла барманы түгел, барҙы Сания. Тикшерелде, анализдар тапшырҙы. «Барыһы ла нормально, буғай, ирегеҙ менән бергә килеп тикшерелегеҙ»,– тип ҡайтарҙылар. Тегеһе бара буламы һуң: «Мин нимә һиңә позориться итеп йөрөргә. Белгең килһә, армияла минән бер мәрйә ауырлы булып ҡалды. Күп йәнгә тейһәң, киттем-барҙым шунда кире», – тип кенә ебәрҙе. Был хәбәрҙе кесе апаһы ла: «Эйе, бер ҡыҙ «балаң тыуҙы», тип хат яҙып ятты, беҙ күрһәтмәнек»,– тип дәлилләне. Бер ятып дауаланып ҡарағайны, ире: «Ул ниндәй бөтмәҫ балнис, донъяңды кем ҡарай»,– тип асыуланғас, ҡабат йөрөмәҫ булып төңөлдө.
«Төңөлдө» тиеүгә генә һыйып етмәҫ ине Санияның кисергән хәсрәттәре. Ҡатындар ҡулында бала күргән һайын эсе өҙөлдө, күкрәктәре сәнсте. Тумалаҡ сабыйҙарҙы һығып-һығып ҡосаҡлағыһы, һурып-һурып үпкеһе килде. Төштәрендә бала имеҙгәнен, тупылдатып һөйгәнен күреп уяныр ҙа мендәрен ҡосаҡлап-ҡосаҡлап үкһеп илар ине. Шундай мәлдәрендә иренә: «Әллә детдомдан бала алайыҡмы?» – тиһә, тегенеһе: «Шәп булғас, үҙең тап! Кеше балаһын ҡарап ултырырға мин нимә?!» – тип екерҙе.
Шулай үтте йәш саҡтары. «Балаһыҙ» тамғаһы аҫтында булғастың, бер ниндәй ташламаға ла өмөт итмәне, ҡайынбикәләренең дә, ҡәйнәһенең дә һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләре, картуф алыу, бесән сабыу кеүек иң ауыр эштәрендә йөрөнө, күңел бушлығын шуның менән баҫырға, үҙенә бошонорлоҡ ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тырышты.
Санияның ҡырҡ биш йәше тулып уҙған йылдың яҙында, көтмәгәндә Афзалы тракторҙан баҫылып үлеп ҡалды. Гаражда ремонт ваҡытында ирҙәр эскән дә, был иҫерек килеш домкрат менән тракторын яҙа-йоҙа күтәртеп, аҫтына инеп ятҡан һәм тегенеһе ысҡыныпмы, һыныпмы китеп, ауыр тимер масса ирҙең үпкә-бауырҙарын иҙә төшкән. Был ваҡытта ҡәйнәһе лә юҡ ине инде. Ҡатын былай ҙа ҡото булмаған донъяһында бөтөнләй яңғыҙ ултырып ҡалды. Инһә лә, сыҡһа ла бер үҙе, ҡараусы, күреүсе, һораусы юҡ.
Шулай ҙа кеше ыңғайына мал-тыуарын, ҡош-ҡортон көттө, быҙауҙарын да ташламаны әле. Күптәр колхоздан сығып бөтһә лә, кеше араһында йөрөүен әллә ни күреп, эшләй бирҙе. Ире тере саҡта аралаша алмаған күршеләре менән яҡынлашып алды, бер аҙ теремекләнә, асыла төштө.
Бер көн эштән ҡайтып йыуынып торғанда, күрше ауылда йәшәүсе өлкән ҡайынбикәһе килеп инде. Сания аптырап китте, уларҙың, Афзалды ерләгәндә, ҡустыларының үлемендә лә, эсеүендә лә, балаһыҙ, бәхетһеҙ булыуында ла килендәрен ғәйепләп, әрләп, тиргәп, ҡарғап ҡайтҡандан һуң, был өйгә аяҡ баҫҡандары юҡ ине әле. Сания «бынан нимә көтөргә инде» тип аптыранып ҡалһа ла, көсәнеп йылмайған булды, түргә саҡырҙы:
Ҡайынбикәһе танау буйынан ҡарап, ауыр кәүҙәһе менән тап-топ баҫып түрбашҡа атланы:
– Үтәм, әсәм йортона киләм бит, сит ергә түгел.
Сания үҙе, йомошҡа килгәндәй уңайһыҙланып, һаман ҡулъйыуғыс эргәһендә тапанды. Мәликә ҙур булмаған иҫкерәк өйҙөң эсен үткер ҡараштары менән һөҙөп сыҡты ла, ниһайәт, килененә боролоп:
– Һүҙ һөйҙәшергә килдем. Йомош тип, йомош та түгел, ҡыҫҡаһы – тыңла, килен. Ҡустым менән нисек йәшәһәгеҙ ҙә, аҙ ғүмер бергә булманығыҙ. Бала тапмаһаң да, ташлап китмәне, өҫтөңдән ситкә йөрөмәне – кемдең тырышлығы менән, тип уйлайһың? Мин ныҡып, тыйып тормаһам, әллә ҡасан теге мәрйәһенә шылған булыр ине.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: был йорт минең әсәйҙеке, һеҙ үҙегеҙ өй һалманығыҙ бит. Ҡустым да, ҡалдырыр балағыҙ ҙа булмағас, нимәһен бер үҙеңә булный өй тоторға. Бында минең уртансы малайҙың ғаиләһен сығарайыҡ.
– Ә...ә… мин ҡайҙа китәйем һуң?..
– Һин беҙгә күс, мин кинйә малай менән генә бит. Бергә-бергә көн итербеҙ әле.
«Эйе» лә, «юҡ» та тимәне ҡайынбикәһенә Сания. Шулай ҙа үҙенә был йортта көн бөткәнлеген аңланы. «Бергә-бергә» тигәне лә хеҙмәтсе хәлендә йөрөү икәне көн кеүек асыҡ. Әйтәһен әйтеп бөткәс, ҡайынбикәһе, сәйгә саҡырыуҙы ишетмәмешкә һалышып, нисек килгән булһа, шулай сығып та китте. Ауыр уйҙарға сорналып ултырып ҡалды ҡатын.
Ошо хәлдән һуң «Колхоз етәксеһенә барып берәй мөйөш һорайым микән, әллә ситкә сығырға ла китергәме, мине нимә тота»,– тип йөҙ төрлө уй уйлап йөрөгәндә, яусы килеп төштө. Кемдән-кемдән – Ибраһим ҡарттан бит әле. Ауылдағы хөрмәтле, абруйлы кешеләрҙең береһенән. Ғүмер буйы тимерсе булып эшләне, ҡулы ҡойоп, теле һөйләп, күҙҙәре көлөп торор ине. Кешелекле, игелекле, оҫта, йор һүҙле булғаны өсөн дә яраттылар был ағайҙы. Нисә йылдар тауыш-тынһыҙ ғына ғүмер итеп, һигеҙ баланы бергә үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғас ҡына тигәндәй, ике йыл элек әбейе вафат булып ҡалғайны. Балалары уҡымышлы кешеләр, барыһы ла ҡалала, ҡайһылары бөтөнләй алыҫта ла, тиҙәр. Сания тамам баҙап ҡалды.
Яусыны яуапһыҙ бороп сығарыуға аҙна-ун көн тирәһе үткәс, яңғыҙ ҡатындың ихатаһы тәңгәленә ят машина килеп туҡтаны. Эсенән таныш булмаған ҡатын төштө. Ҡараһа – артынан Ибраһим ҡарт та эйәргән. «Вәт, алйот… Был бабай балаһын эйәртеп әпкилде микән, ай, Алла…»
Килеүселәр хужабикәне кеселекле сәләмләп түргә үтте, хәл-әхүәл, донъя яйын һорашты. Сания, йәш ҡыҙ шикелле уңайһыҙланып, урындыҡ ситенә генә терәлеп ултырҙы ла, шаңҡыған кешеләй эләгә-һарҡа ғына яуаптар биргеләне. Ниһайәт, ҡарттың ҡыҙы төп һүҙгә күсте:
– Сания апай, беҙҙең һеҙгә ней йомош менән килеп ултырыуыбыҙҙы беләһегеҙҙер инде. Һеҙ ҙә яңғыҙ, атай ҙа яңғыҙ… бергә йәшәп китһәгеҙ, ҡалай һәйбәт булыр ине. Һеҙҙе хөрмәт итеп, төбәлеп килдек инде…
Сания ни тиергә лә белмәне:
– Әлләсе… уйламағанды…Иргә сығыу ике ятып бер төшкә ингән нәмә түгел ине…
Ҡатындарҙың һүҙе ошо тәңгәлдә төртөлөп ҡалғас, Ибраһим ҡарт үҙе лә телгә килде:
– Ней, Сания килен… Сания ҡәрендәш, һине үҙ итеп, оҡшатып яусылағайным… Ҡаҡмам-һуҡмам, бака үҙемде лә, мал-тыуарымды ла ҡарайым әле, алтмыш ике ир кеше өсөн артыҡ оло йәш түгел ул… Ней, ихлас саҡырам…
Ярты ай тирәһенән ошондай уҡ һөйләшеү тағы бер ҡабатланғас, Сания «ни булһа, шул булыр» тип, Ибраһим ҡарт йортона күсте лә сыҡты. Ауылда «Ну, бабай!» – тип бер геүләнеләр ҙә тындылар.
Яңы урында яңыса тормош башланды. Ир тарафынан иғтибарға, ихтирамға, наҙға өйрәнмәгән ҡатынға башта бөтәһе лә сәйер тойолдо. Бер көн бабайы малға бесән һалғанда кипкән сәскәләр йыйып индергәс, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе хатта. Ә инде тыуған көнөнә ҡабарып торған йылы кофта тотоп ҡайтҡас, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш алды.
Бабайы ҡатынының ҡулына һәнәк-көрәк тотторманы, һыйыр һауыуҙан тыш, кәртә тирәһенә сығарманы, һыуҙарын да өлгөргән тиклем индереп биреп, сығарып түгеп ҡуйҙы. Ауыҙынан бер яман һүҙ сыҡмай икән үҙенең, йыш ҡына мәрәкәләп, эргә-тирәләгеләрен көлдөрөп, күңелдәрен күтәреп ебәреүгә әүәҫ. «Ғүмер буйы ошолай йәшәһәләр, бының әбейе ҡалай бәхетле булған»,– тип уйлай ине йыш ҡына Сания бабайына ҡарап.
Матур ғына итеп ярты йылдай йәшәп ташланылар. Балалары ла килгән-киткәндә атайҙарының ҡараулы, таҙа, бөхтә донъяла ултырыуына, апайҙарының итәғәтле, алсаҡ булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Сания ла оло ғаилә ҡайнашына, йәшәйешенә өйрәнеп китте.
Субырҙап ҡар һыуҙары иреп аҡҡан, ҡыйыҡ баштарында турғайҙар сырҡылдашҡан йылы иртәлә, ялан кәртәлә һыйыр һауа ине ул көн Сания. Күңеле, ниңәлер, яҙғы көн шикелле үҙгәреп, йылпылдап торған мәл. Эйендеһен тартҡылағас, быҙауын ысҡындырайым тип ҡалҡынғайны, ҡапыл күҙ алдары ҡаранғыланып, аяҡ быуындары бушап төштө. Ул арала һыйыры сабырһыҙланып тулы биҙрәһен сайпылдыра тибеп ебәрҙе. «Ай Алла, нимә булды был…» Көскә ҡалҡынған ҡатын кәртә ҡоймаһына терәлеп баҫты, бағана төбөнән иреү ҡарҙы тырнап алып битен, маңлайын һыпырҙы. Күҙе-башы асыла төшөүгә, икенсе бәлә ҡалҡып сыҡты – уртаға һындырып, уҡшытып ебәрҙе. Тотош тәне менән тартышып-көсәнеп, эсеп кенә сыҡҡан ике кәсә сәйен сығарып һалды. «Һыуыҡ теймәгәндер ҙә, һалыу микән…» Ярай әле бабайы ат эсерергә йылға буйына төшкән, оятҡа ҡалыр ине. Ҡатын бер аҙ хәл алғас, быҙауын ҡушты ла, ҡалған һөтөн тотоп, өйгә ыңғайланы.
Ике-өс көндән тағы ла шундайыраҡ хәл сыҡмаһа, Сания быныһын онотҡан да булыр ине. Сәй ултыртып йөрөгән еренән, ҡайнар самауыр менән ҡолап китә яҙҙы. Ярай әле бабайы йылдам ғына тороп, ҡулынан самауырын алып өлгөрҙө. Ҡурҡышынан ҡатыны янында ата ҡаҙҙай өйөрөлдө:
– Ауырып тора инеңме әллә, Сания? Нишләп миңә әйтмәҫкә? Ят, ятып тор ундай ваҡытта, ҡасып барған эш бармы?
– Ҡуйсәле, өй эсендә ауырып ултырмаға, ни. Эштә йонсоп йөрөһәм, бер асыу (бабайының кәңәшен тотоп, эшен дә ҡалдырғайны).
Ибраһим ҡарт берсә фельдшерҙы саҡырырға, берсә ҡатынын үҙе алып барырға булып китте. Тегенеһе ҡарышты. Бабайы өҙмәне лә ҡуйманы:
– Бар тигәс – бар, зыяны булмаҫ, – тип теҙҙе, – Факиһа апайың да шулай балнисҡа яҡын барманы, тыңламаны… Улай ярамай, үҙеңде ҡарарға кәрәк.