Йәш кенә фельдшер ҡыҙ быға тиклем медпунктына аяҡ баҫҡаны булмаған апайҙы ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды. Үҙенән күпкә өлкән Ибраһим бабайға сығып йәшәп ятҡанын ишетеп белһә лә, бер ҙә күргәне юҡ ине.
Санияның һөйләгәндәренән һуң бер аҙ уйланғандай торғас, фельдшер, ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй, йылдам атлап барып шкафынан ҡалын китап килтереп сығарҙы ла өҫтәленә һалып, кәрәкле битте эҙләп тапты. Унан белдекле генә итеп:
– Апай, һеҙгә нисә йәш әле? – тип һораны.
– Ы-ы… һуңғы ваҡытта килгәне лә юҡ, шикелле. Тәк, бер түгел… ике ай булалыр…
– Ну вот, шулайҙыр, тип уйлағайным… - ҡыҙ нәфис бармағының алһыу тырнаҡ осон китап битендәге таблицаға төрттө.
– Һеҙҙең климакс башланған, апай.
– Эйе, һеҙҙең йәштәр тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы. Симптомдарығыҙ ҙа шул, күремегеҙ ҙә туҡтаған. Шулай уҡ баш ауыртырға, әйләнергә, ҡоҫторорға мөмкин, тип яҙылған бына. Ана, ҡайһы бер апайҙарҙа ауырыраҡ та үтә әле, ярай һеҙҙеке более-менее.
Сания фельдшерҙың лекцияһын тыңлап, алсаҡ ҡыҙҙың ихлас аңлатыуына күңеле булып, эсенән: «Йәш кенә булһа ла, ҡалай күп белә», – тип һоҡланып ҡайтып китте. Өҙөк-йортоҡ аңлатып, бабайын да тынысландырҙы.
Еңелсә ауырыҡһына биреп йөрөүенә күнегеп тә бара ине инде ҡатын. Бөркөү йәйҙең тәүге көндәрендә, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу ҡойоп йөрөгән ерҙән, ҡапыл эйелгән ыңғайы ҡорһағының өҫкө өлөшөндә генә нимәнеңдер һыу эсендәге балыҡ шикелле ҡымырйып тулап киткәненән тертләп, ҡулындағы сүмесен төшөрөп ебәрҙе. Үҙе «Ах!» итеп сүгәләп төштө лә ҡурҡышынан усы менән ауыҙын баҫты. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы Сания шул урынында. Ҡулдары һуңғы ваҡытта ҡалынайып киткән билен, ҡата төшкән эсен ҡапшаны, мейеһенән йөҙ төрлө уй үтте. «Китсе! Юҡтыр-юҡтыр… булыуы мөмкин түгел!.. Әгәр ҙә ысынлап…Юҡ-юҡ! Климакс тигәне ошолай булалыр, бәлки… Ә нимәһе ҡыбырлай һуң? Әллә икенсе берәй ауырыу микән? Рак булып ҡуйһа? Ҡалайтырға был? Кемдән һорарға?»
Ҡабаттан фельдшер ҡыҙға барып торманы – оялды. Бабайына: «Районға барып, анализ бирергә ҡуштылар»,- тине лә юлға сыҡты. Тегенеһе: «Ҡалырға булһа, ҡалып күрен, ят тиһәләр – ят, кәрәк нәмәне үҙем алып барырмын», - тип ҡалды.
Үҙенә ниндәй врач кәрәклеген тоҫмаллап, ҡатын-ҡыҙҙар өйкөлөшкән кабинетҡа сиратҡа баҫты Сания. «Минең йәштәгеләр бында йөрөмәйҙер инде»,– тип тартынып ҡына килһә, бында йәше лә, ҡарты ла тигәндәй ҡайнашып йөрөй. Һәр кемендә һәр төрлө сәбәптер, күрәһең. Ҡорһаҡтары морондарына еткән йөклөләр ҙә, сырайҙары һытылып, ауырып ултырғандар ҙа, моңһоҙ ғына хәбәр һатҡандар ҙа байтаҡ.
– Нимә борсой? – врач, утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге ҡатын, яҙып ултырған ҡағыҙынан күҙен айырмай ғына ғәҙәти һорауын бирҙе.
Ишек төбөндә торғанда ҡат-ҡат ҡабатлағандары елгә остомо ни - Сания тотлоҡто:
– Борсомай ҙа… күренәйем, тигәйнем…
– Сисенегеҙ, креслоға менеп ятығыҙ.
Медсестраның һорауҙарына бутала-бутала яуап биргән арала ҡатын креслоға үрмәләне. Ул арала ҡулдарына аҡ бирсәткәләрен һуҙғылап кейеп, ялтыр тимер-томорҙарын тотоп, янына килеп баҫҡан врач үҙ эшенә кереште:
– Тынысланығыҙ…шулай… эсегеҙҙе ҡатырмағыҙ. Эһе… тәк… тә-әк… Ҡатырмағыҙ эсегеҙҙе! Эһе… Бә-әй! Ниңә ауырлы икәнегеҙҙе әйтмәйһегеҙ?!
– һеҙҙән һорайым бит? Был ниндәй йәшенмәк уйнау?
Ҡаты ҡарашлы врач ауыҙына һыу уртлағандай булған ҡатындан яуап ала алмаҫын аңланы булһа кәрәк, ҡәтғи генә итеп:
– Төшөгөҙ, кушеткаға ятығыҙ. Айгөл, ауырлыны учетҡа ал, анализдарға йүнәлтмә яҙ, – тип уңлы-һуллы күрһәтмәләр бирҙе лә тәпәш тапчанға күсеп ятҡан Санияның ҡорһағын тағы ла унан-бынан ауырттырып баҫҡыларға, тотҡоларға кереште.
Был юлы врач телһеҙ ҡалды, аптырауы йөҙөнә, ышанмауы күҙҙәренә сыҡты. Ахырҙа ҡыҙарынып, ҡылығын һүҙ менән төҙәтергә ашыҡты:
– Нисек инде, бер ҙә ауырға ҡалмағайнығыҙмы ни?
– Булғайны… үлде… дүрт йыл элек…
-- И? Что-то мин һеҙҙе аңламайым. Әле нимә, дауаланғайнығыҙмы?
-- Юҡ та… икенсе бабайға сыҡҡайным.
-- Ә-ә, вот оно что! Хәҙер аңлашыла.
-- Икенсе ирегеҙҙән балаға уҙыуығыҙ аңлашыла. Тороғоҙ, кейенегеҙ.
Врач, өҫтәл артына ултырып, яҙыуын дауам итте. Сания бутала-бутала ашығып кейенеп, өҫтәл янындағы ултырғысҡа терәлде. Уның врачтан үҙ хәле хаҡында күберәк һорашҡыһы, белгеһе килә ине. Һаҡ ҡына һүҙ башланы:
-- Тәүге ирем менән егерме ете йыл йәшәнек… балабыҙ булманы…
Врач күҙлеген танау буйына төшөрә биреп, ҡарашын күтәрҙе:
-- Мин – эйе. Ирем йөрөмәне инде.
-- Һеҙгә нимә тигәйнеләр?
-- Барыһы ла һәйбәт, тигән булғайнылар былай…
-- Шулай булғас, - врач тағы ла «аңлашыла инде» тигән мәғәнәлә яурындарын күтәрҙе.
-- Аптырайым шул… Иремдең ситтә балаһы бар, тигәйнеләр.
-- Улары хаҡында белмәйем, апай, бер ни ҙә әйтә алмайым, әммә факт – һеҙ түлле һәм әлеге көндә, яҡынса сама менән, ун ете-ун һигеҙ аҙналыҡ йөк йөрөтәһегеҙ һәм һеҙгә, - врач «һеҙгә» тигәнгә айырым баҫым яһаны, - йәшегеҙҙе иҫәпкә алып, икеләтә-өсләтә һаҡланып йөрөргә кәңәш итәм.
Ҡайтыуға автобусты көтөп торманы Сания. Автобустағы халыҡты күреп, кемдәрҙер менән һөйләшеп торорлоҡ хәле лә, теләге лә юҡ ине. Тау аша туранан йәйәү атланы. Район үҙәген көскә сығып етеп, кеше күҙенән ситләшкәс тә, ҡыҫтап килгән йәштәренә юл ҡуйҙы. Бер ҡатлы йәшлеген дә, бушҡа үткән сәскәләй саҡтарын да, Афзалдың ураған һайын йөҙөнә бәреп бар хоҡуҡтарынан яҙҙырған, сикләгән, баҫҡан, туҡтауһыҙ тыпылдаған тамсы ише мейеһен сүкеп торған «Ҡыҫыр»ын, «Мал булһаң, һине күптән тотонор инем»,- тип мыҫҡыллауҙарын, «Ситтә балам бар»,- тип күрәләтә алдауҙарын, «Китәм»,- тип ҡурҡытыуҙарын, кәмһетеүҙәрен, үҙенең тупылдатып бала һөйөр саҡтарында сит балаларға ҡарап өҙөлөүҙәрен бер-бер артлы иҫләй барҙы, ике битенән ике юлаҡ субырлап аҡты ла аҡты… Ауылға килеп ингәндә ҡатындың бит-күҙҙәрен йылы ел һыйпап киптергән, ҡайнар ҡояш йөрәген наҙлап иреткән, хозур тәбиғәт һиллеге йәнен тынысландырған, күңеле буп-буш, еп-еңел һәм… яңы кисерештәргә шар асыҡ ине.