+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Май 2021, 14:35

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАРАҒОШ Повесть Беренсе бүлек

Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы көҙгө төн. Ер ҙә, күк тә һәм уларҙы тоташтырып торған шыңшыу ямғыр ҙа бер буяуға болғанған. Был ҡаралыҡта бер йондоҙ, бер ут әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, тереклек үҙе лә юҡ.Ҡала өҫтөн тотош баҫып алып, шул ҡаралыҡтың дауамы булып һалбырашып торған болоттарҙы әсе ел һыҙғырып йөрөп ҡыумаҡсы ла, тегеләре ҡуҙғалырҙан түгел, быуаҙ кәүҙәләрендәген бушатып бөтмәйенсә китмәҫтән, күрәһең, уйҙары.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАРАҒОШ
Повесть
Беренсе өлөшө
Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы көҙгө төн. Ер ҙә, күк тә һәм уларҙы тоташтырып торған шыңшыу ямғыр ҙа бер буяуға болғанған. Был ҡаралыҡта бер йондоҙ, бер ут әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, тереклек үҙе лә юҡ.
Ҡала өҫтөн тотош баҫып алып, шул ҡаралыҡтың дауамы булып һалбырашып торған болоттарҙы әсе ел һыҙғырып йөрөп ҡыумаҡсы ла, тегеләре ҡуҙғалырҙан түгел, быуаҙ кәүҙәләрендәген бушатып бөтмәйенсә китмәҫтән, күрәһең, уйҙары.
Кинәт, үрҙә, бейектә, болоттар араһынанмы, әллә ҡаралыҡты йыртыпмы, бер ҡош килеп сыҡты ла, киң ҡоластарын килбәтһеҙ йәйеп тап ҡала өҫтөнә шыҡыйҙы һәм күҙ асып йомғансы бер бейек ҡатлы йорттоң быяла балконына килеп тә ҡунды. Ҡунманы ул, ә ҡанаттары менән балкон тәҙрәләрен ҡаплап, уның кәрнизенә баҫты. Ҡош та түгел ине был, ә … ярғанат һәм кеше араһындағы ниндәйҙер хайран зат ине.
Бына ул һыуланып ялтыраған шәрә яурынбаштарында, аяҡ-ҡулдарында көрәшселәрҙекеләй тау-тау мускулдары уйнап торған әзмәүер кәүҙәһен еңел һәм етеҙ генә бөкләп балкон тәҙрәһенә тығылды ла, ни хикмәт менәндер бер өлгөнән генә һыйып эскә инеп тә баҫты. Күкһел ҡара тиреһе лә, ҡолаҡтары ла, мороно ла ярғанаттыҡы ине уның, тик һығылмалы көслө кәүҙәһе һәм төптәрәк ике ҡуҙ ише баҙлап торған күҙҙәре – кешенеке.
Хайран зат торған урынында муйынын һуҙғылап, башын борғолап бер-ике тартышып-тартышып алғайны, күҙ-менән ҡаш араһында иҙәнгә һәлберәп торған ярылы ҡанаттары йыйылып, тәне ағарып, төҫ-фиғеле күркәм генә йәш иргә әйләнде лә ҡуйҙы. Унан һыңар ҡулы менән шунда – балконда эленеп торған йомшаҡ таҫтамалды эләктереп алып һөртөнә-һөртөнә фатирға үтте, телевизор ҡабыҙҙы, аш бүлмәһенә етеп электр сәйнүгенең кнопкаһына баҫып китте лә, шкафтан халат алып кейҙе. Әйтерһең дә бер ниндәй ҙә сәйер күренеш булмаған, барыһы ла ябай, ғәҙәти. Әйтерһең дә яңғыҙаҡ ир-егет яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп душ ҡабул иткән дә, үҙ-үҙен тәрбиәләп йөрөй. Ә бит ябай кешеләр өсөн, уның күршеләре, таныштары, коллегалары өсөн ул ысынлап та яп-ябай күрше, таныш, коллега, аралашҡан ҡатын-ҡыҙы күҙлегенән бына тигән буйҙаҡ ир.
… Автобус тәҙрәһенән тыуған яҡтарының хозурлығына һоҡланып килә Ләйлә. Оҙайлы көҙгө ямғырҙар тирә-йүнде ҡара-һороға манып алһа ла, иге-сиге күренмәгән ҡарағай урмандарының да, мөһабәт тау-ҡаяларҙың да күркәмлеге һис кенә лә кәмемәгән. Киреһенсә, йәй һалған саң-туҙандары йыуылып, таҙарып, хуш еҫләнеп ҡалған кеүектәр.
Ана шул күккә үрләр тауҙар аръяғындағы ауылдан эргәләге ҡалаға эшкә китеп бара ҡыҙ. Быйыл ғына ошо уҡ ҡалала медицина колледжын тамамлап шәфҡәт туташы һөнәрен алып сыҡҡайны. Эшен дә оҙаҡ эҙләмәне. Стоматология клиникаһынан бер медсестра декретка сығыуға килергә ҡуштылар. Әле бына шул көндөң етеүенә самалап, бер аҙна алдараҡ юлланыуы. Ваҡытлыса туҡталыр урыны булһа ла, оҙайлы йәшәүгә фатир табаһы ла бар әле.
Колледжда уҡығанда барып йөрөгән алыҫ ҡына туғандарына инә һалып сумкаларын ҡалдырҙы ла, йәһәтләп поликлиникаға йүгерҙе Ләйлә. Унда иһә, ғариза яҙҙырып алдылар ҙа, бер ҡосаҡ ҡағыҙ тоттороп сығарҙылар. Әллә нисә төр документ тултырып, медицина тикшереүе үтеп килергә кәрәк икән. Һис кенә лә ауырһынманы быға ҡыҙ, өр-яңы тормош, үҙ аллы тормош башланырға торғанда был мәшәҡәттәр генә сүп кеүек булып тойолдо. Нимәләр эшләргә кәрәклекте теләкһеҙ генә шиғыр уҡыған кеше шикелле бер тонда көйләп һөйләп-аңлатып, ҡулына ҡағыҙҙар тотторған клиника мөдире урынбаҫарына ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, эсендә тулаған ҡыуанысын йәшерә алмай балҡып килеп сыҡты ул кабинеттан. Сыҡты ла коридор буйлап теҙелешкән эскәмйәләрҙә ултырышҡан, йөрөгән, торған кешеләргә ихлас йылмайыуын өләшә-өләшә алға атланы. Танымаған, белмәгән, тәүгә күргән һәр кемгә таратты ул эскерһеҙ шатлығын. Ә ҡыҙ менән ҡараштары осрашҡандар был нәҙекәй генә һомғол һылыуҙың сибәр йөҙөнән бөркөлгән илаһи йәшлек нурына ҡойоноп, артынан һоҡланып та, һынап та, көнләшеп тә ҡарап ҡалдылар.
Бәхет ҡанаттарында талпынып килгән ҡыҙ инде аҫҡы ҡатҡа төшкән баҫҡысҡа боролғайны ғына, әле генә тәңгәленән үткән бер кабинет ишеге сыйылдап асылды ла, ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғо, юҡ, хатта көс, уны ҡайырылып ҡарарға мәжбүр итте. Башын борҙо ла, кабинеттан гәпләшеп килеп сыҡҡан өс дантистың иң бейегенә туп-тура төбәлде. Күкһел төҫтәге табип костюмы, шапка, маска кейгән кешенең махсус күҙлек артына йәшенгән аңлайышһыҙ ҡараштары арбаны, кинәт кенә фалиж һуҡҡандай ҡатырып, торған урынына ҡаҙаҡлап ҡуйғандай итте Ләйләне. Йөрәге кәртәһен емереп сығырға теләгән тай шикелле үрәпсеп тулап китте лә, ҡолаҡ төбөнә үк күсеп һуға башлағандай булды. Тәне буйлап ниндәйҙер ут осҡоно йүгерҙе. Аяҡтарынан да, ҡулдарынан да, мейеһенән дә үтте ул ут. Коридор буйлап ҡаршыға килгән әлеге табиптар төркөмө бөтәһе бер дөйөм күкһел массаға әйләнеп, шул яй ғына яҡынлашып килгән ҙур тапта уны һеңгәҙәтеп ҡуйған ҡуҙ шикелле ике күҙ генә тороп ҡалды. Ҡыҙ йыландан арбалған ҡуян үҙ ахырын көткәндәй шул ике ҡуҙға текәлеп тилмерҙе. Күпме торғандыр был хәлдә, бер нисә генә секундмы әллә мәңгелекме – белмәй, бары ҡапыл тертләп «уянып» китеүенә теге өс табип һаман шулай тыныс ҡына әңгәмәләшеп үтеп китеп, икенсе бер ишеккә инеп тә юғалды. Албырғап ҡалған ҡыҙ аҙашҡан ҡараштарын ян-яҡҡа йүгертте лә: «Нимә булды был?.. Ыста-ыста…» – тип усы менән күкрәк өҫтөн баҫып баҫҡыстан аҫҡа йомолдо.
Һәр бер күргән реклама гәзитен алып ҡарап та, урамдағы иғландарҙы уҡып та, урамда теҙелешеп тороп ваҡ-төйәк һатыусы әбей-һәбейгә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеп тә фатир таба алмай әле Ләйлә. Барған һәр ерендә: «Тапшырҙыҡ инде. Был ваҡытта әллә инде урын табыуы, кәрәк кеше йәйҙән һөйләшеп ҡуя», – тип торалар. Иртәгә эшкә сығырға тейеш. Ә үҙе һаман мөйөшһөҙ. Туғандары «Йәшә лә йәшә»,– тигән була ла ул, тик нисек итеп бер бүлмәле фатирға, етмәһә ғаилә өҫтөнә, инеп ултырмаҡ кәрәк?
Тамам өмөтөн өҙгән ҡыҙ: «Ярар инде, хәл юҡ. Пока шунда йөрөп торормон да, ҡат-ҡат иғлан бирһәм, моғайын берәй яйы сығыр», – тип төшөнкө уйҙарына сырмалып ҡайтыуға ыңғайлағанда, кемдер берәү арттан терһәгенә тейгәндәй булды. Ҡапыл тертләп боролоп ҡараһа, бер әбей тора. Тәбәнәк, ҡураныс ҡына, үҙе баштан аяҡ уранып алған. Ә-әй, мәсеткә йөрөгән әбейҙер, хәҙер бит шундайҙар күп.
Ләйләгә уйлап алырға ваҡыт биргәндәй әбей ҙә уға һынсыл текәлеп тора бирҙе лә шым ғына:
– Йәшәргә урын эҙләйһеңме? – тине.
Ҡыҙ был һорауға аптырап ҡаштарын өҫкә сөйҙө.
– Юҡмы ни? – тегеһе ныҡышты.
–Э… эй-йе…
Ҡарсыҡҡа шул һүҙ еттеме, әллә башҡаһын тыңлап торорға теләге булманымы, ҡулы менән иҙәп:
– Әйҙә әләйһә, – тине лә, алдан төшөп йүрмәләне. Ләйләгә инәһенә тағылған бәрәс шикелле уның артынан эйәрергә генә ҡалды.
Бәләкәс әбей ҡаланың ағас өйҙәр урынлашҡан районына алып барып сығарҙы ла, ике-өс тыҡрыҡ боролоп ингәс, сумкаһынан асҡыс бәйләмен соҡоп алып, бер ихатаның ҡапҡаһын асты.
Йортҡа үттеләр. Элеккесә ике яҡлап эшләнгән ҙур булмаған өй яҡты, йылы ине. Ингән ерҙән башлап иҙәнгә лә, карауаттарға ла ҡулдан һуғылған балаҫтар, әрмәктәр ябылған, ашъяулыҡ, ҡорған ситтәре нағышлы селтәрҙәр менән биҙәлгән, яҫтыҡ тыштары әллә ни төрлө сағыу сәскәләр төшөрөлөп сигелгән. Боронғо кейем, пасуда шкафтары, түңәрәк өҫтәл, ҡат-ҡат түшәктәр өйөлгән һандыҡ, үҙе бер станоктай булып ултырған тегеү машинкаһына күҙ йүгерткәс ҡыҙ үҙен күргәҙмә музейға килеп юлыҡҡандай хис итеп китте хатта. Әммә хужабикә йәһәт кенә үтеп сәйнүге аҫтына газын тоҡандырып ебәргәс, ул да бында нигә килгәнлеген иҫләп, аяҡ кейемдәрен һалып үтте лә, матур япмалы иҫке ултырғысҡа ултырҙы.
– Йә? – әбей ҡаршыға терәлде. –Исемең кем?
–Ләйлә. Ә… һеҙ… Һеҙгә минең фатир эҙләгәнде кем әйткәйне?
– Һайыҫҡан.
– Ә?..
Әбей күҙҙәрен генә көлдөрөп дауам итте:
– Һайыҫҡан осоп килде лә: «Бар әле, Ғәбиҙә, анау урамда бер йәш кенә ҡыҙ бала ҡаңғырып йөрөй, барып ал», – тине. Шунан ней, мин барҙым да алдым һине.
Ләйлә ирекһеҙҙән башынан үткән «Был шаяртамы әллә… алйыған бер нәмәме» – тигән уйына яуап табырға тырышып, ҡаушаған ҡараштарын ҡарсыҡтың шау йыйырсыҡлы йөҙөнән, тире лә һөйәктән генә ҡалған ҡулдарына күсерҙе лә, көсәнеп кенә йылмайған булды:
– Һе…
Ә әбей һаман шул хәйләкәр төҫ менән хәбәрен ялғаны:
– Ә һин, йәп-йәш кенә саф ҡыҙ, эңер төшөп килгән ят шәһәрҙә, бер ҡортҡаның «әйҙә»һенә эйәреп киттең дә барҙың. Мана ҡайҙа уйһыҙлыҡ, бер ҡатлылыҡ. Йәшлек инде, әлеге, балалыҡ.
Ләйлә әсе ҡорот ҡабып йылмайырға маташҡан төҫтә ултыра бирҙе.
– Ҡайһы яҡтанһың һуң үҙең? Ата-әсәң бармы?
Ниһайәт, был ҡарсыҡ аңлайышлыраҡ хәбәр һөйләй шикелле.
– Б-бар, эйе, атайым да, әсәйем дә бар. Үҙәнленән мин, бынау тирәнән, - ҡыҙ Үҙәнлеһе күренеп торғандай тәҙрә яғына ҡулы менән һелтәп үк күрһәтте.
–Фатирҙы нимә итәң?
–Й-йәшәйем… Медсестра булып эшкә төштөм, зубнойға. Йәшәргә урын кәрәк.
Ҡарсыҡ ҡыҙҙан нимәнеңдер ысынын белергә, ишетергә теләгәндәй, һөйләгәнендә уның ауыҙына уҡ текәлеп китә.
–Йәшә һуң миндә. Мин – бер үҙем. Бабайым күптән үлде, балаларым юҡ.
Ҡыҙ, ниһайәт, ошоно ишетеүҙән, еңел һулап ебәрә.
–Ой, инәй, рәхмәт һеҙгә! Ниндәй хаҡ ҡуйһағыҙ ҙа ризамын. Итен-майын вис ауылдан әпкилеп торормон.
Әбей һаман һынсыл күҙәтә:
–Түләүең кәрәкмәҫ, пенсиям – Аллаға шөкөр. Иҙән-маҙарҙы йыуып-таҙалап торһаң… Мине тыңлаһаң…
– Әлбиттә!
– Һүҙемдән сыҡмаҫ булһаң – йәшә. Тамағын үҙең ҡарарһың, минең ашҡа талым юҡ хәҙер, йән аҫырала инде…
– Рәхмәт инәй! – Ләйлә һикереп тороп сәпәкәйләп үк ебәрҙе. – Атыу мин бөгөн үк күсәйемме?!
– Күс әйҙә. – Ғәбиҙә «Бөгөндән ҡанатым аҫтына ин» - тип әйтергә уҡталғайны ла, тыйылды һәм бары, – ҡыҙым булырһың, – тип ҡуйҙы.
Килешеүҙәренә бер сәғәттәй ваҡыт та үтмәне, ҡыҙ такси яллап тейәнеп тә килде. Бынан кискә, түрбаш һәм оло яҡтан айырмалы булған берҙән-бер бүлмәне Ләйлә йәшәүгә ҡулайлаштырып биҙәп булаштылар ҙа, яйлап ултырып һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр.
Ҡыҙы йоҡларға ятҡас, Ғәбиҙә, бик ентекле тәһәрәтләнеп алып, эшкә кереште. Ул хәҙер белә. Кемде һаҡларға, ҡурсаларға тейешлеген аңланы инде. Нисә йылдар ул үҙенә ниндәйҙер бурыс һалынғанлығын, нимәгәлер тәғәйенләнеше булғанлығын тойоп йәшәне, тик тап нимәгә һәм нимә өсөн икәнлеген генә төшөнә алмай ине. Бөгөн, әле бөгөн асыҡланды барыһы ла. Әле күптән түгел генә икенде намаҙын тамамлап торайым ғына тигәндә, ҡолағы төбөндә кемдер ап-асыҡ итеп: «Һин һаҡларға тейеш йәнгә ҡурҡыныс янай, ҡурсала», – тине. Ғәбиҙә кейенде лә сыҡты һәм эңер төшә башлаған ҡала урамдарын бер маҡсатһыҙ ҡыҙырған кешеләй йөрөнө лә йөрөнө. Берәүгә лә текәлеп баҡманы ла, алан-йолан ҡаранып эҙләмәне лә үҙе. Бары башын эйә биреп, эске тойомлауы менән тыңлап барҙы. Ниһайәт, халыҡ араһынан үҙенә тартҡанға ҡарашын күтәрҙе һәм талсыбыҡтай ғына йәш ҡыҙҙың нәфис йөҙөнә төбәлде. Ҡыҙ бала нимәгәлер бик борсолған, күрәһең, әленән-әле аҫҡы иренен тешләп бармаҡтарын һындыра. Бына ул көнбағыш һатыусы әбеҙәр менән һөйләшеп тора бирҙе лә, күңелһеҙ генә баш ҡағып китеп барҙы. Ғәбиҙә уның артынан эйәрҙе.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: