+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Май 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАРАҒОШ Повесть Икенсе өлөшө

Тамам оҫтарҙы инде хәҙер Ләйлә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Табиптың ҡарашынан һәр ымын тотоп алып, аңлап тора. Ауырыуҙарҙы талондары буйынса теркәп ҡағыҙҙарын тултыра ла, махсус креслоға урынлаштыра, врачҡа дауалауға тотоноу өсөн әҙерлек эштәрен башҡара.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАРАҒОШ
Повесть
Икенсе өлөшө
Тамам оҫтарҙы инде хәҙер Ләйлә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Табиптың ҡарашынан һәр ымын тотоп алып, аңлап тора. Ауырыуҙарҙы талондары буйынса теркәп ҡағыҙҙарын тултыра ла, махсус креслоға урынлаштыра, врачҡа дауалауға тотоноу өсөн әҙерлек эштәрен башҡара. Кәрәк булһа укол ҡаҙай, рецепт яҙып бирә. Етеҙ йөрөй, барыһына ла өлгөрә, хатта атаһы кеүек күреп киткән Хәсән Усмановичты сәй йәки кофе менән һыйлап та ҡыуандыра. Тегенеһе маҡтап бөтә алмай. «Ай, шәпһең, Ләйлә һылыуым, һине эшкә алып уңдым бит» йәки «Ауыл ҡыҙҙары сос инде улар, йылдам. Анау Наташа менән теңкә ҡорой ине бит, килеп һуҙылыр, асыуланһаң телләшер ине», – тип һөйләп-һөйләп ала. Ләйлә сылтыратып көлгән була ла үҙ биләмәһендә орсоҡ кеүек өйөрөлөүен белә. Оҡшай уға бында. Эше лә, табибы ла, коллективтағы мөғәләмә лә. Ә барыһынан да бигерәк ҡыҙға күрше кабинет врачы Марат Мансурович оҡшай. Шул кеше килеп инһә, хәле бөтә лә ҡуя. Йөрәге туҡылдап алып китә лә, бармаҡтары ҡалтыранып, быуындары тотмағандай була башлай. Клиникаға эшкә төшөргә килгәнендә үк албырғатып ҡоршаған ҡарашы бөгөн дә үҙ көсөнә эйә уның. Ҡыҙ шул өтөп алып барған күҙҙәрҙең хакимлығына тулыһынса буйһона ла ҡуя. Аяҡ-ҡулдарына еп тағып йөрөткән сепрәк ҡурсаҡ һымаҡ инде. Ә инде Марат Мансурович үҙенә һүҙ ҡушһа, бөтөнләй теле көрмәлә. Әле лә ҡапыл ғына килеп инеп, коллегаһы менән бер-ике ауыҙ ғына һүҙ һөйләште лә, атлеттарҙыҡылай көслө, һығылмалы кәүҙәһе менән еңел генә боролоп, Ләйләгә төбәлде һәм ҡыҙҙы баштан-аяҡ һынап ҡарап тора башланы. Быныһы нисек кенә үҙен ҡулға алырға тырышһа ла, ҡолаҡ остарына хәтлем ҡыҙарҙы ла, күҙен ҡайҙа йәшерергә белмәй ыуаланды.
– Оялтма минең ҡыҙыҡайҙы, Мансурыч, ана бит сөгөлдөр иттең, - Хәсән Усманович эшенән туҡтамай ғына шаян йылмайып медсестраһына ярҙамға килә.
– Просто һоҡланыуымды йәшерә алмайым, Усманыч. Ошондай гүзәллекте үҙеңдә генә тотаһың, слушай обидно, – Марат Мансурович ярты битен ҡаплап торған маскаһын сисә лә көньяҡ ҡояшында янған ҡарағусҡыл сибәр йөҙөндә үтә лә аҡ булып күренгән тигеҙ тештәрен йылтыратып йылмая.
–А то, һин нисек уйлағайның? – Хәсән Усманович та бирешергә теләмәй. – Был бабайға кем дә ярай тигәнһегеҙҙер инде, но мин тоже не прост, ҡыҙҙың иң һылыуын да, иң егәрлеһен һайлап алдым.
–Был хатаны төҙәтеп була ул. Бына хәҙер тотам да һылыуҡайҙы үҙемә эшкә саҡырам. Эш хаҡын икеләтә, юҡ, өсләтә арттырам, тиһәм, күсәһеңме миңә, ә, Ләйлә?
– Әһә-һә! Ағаң был осраҡты ла ҡарап ҡуйған инде, – Хәсән Усманович ҡалпағы һәм маскаһы араһынан хәйләкәр ҡарап, бармағын янай. – Беҙ Ләйлә һылыу менән мин пенсияға сыҡҡансы бергә эшләргә тигән килешеү төҙөнөк -вәт!
Һөжүм итеүсе бирелгән булып ике ҡулын күтәрә:
– Ну, Усманыч, везет һиңә везет. Мин бахырға барына риза булып ҡына йөрөргә ҡала инде. – Унан сығып барышлай тағы ла бер әйләнеп күҙ ҡыҫа – Эштән һуң да уны хәстәрләп йөрөргә тейеш, тигән килешеүегеҙ юҡтыр ул?
Ләйлә, оялышынан, тышта ниндәйҙер бик мөһим нәмә күреп ҡалғандай булып тәҙрәгә текәлеп тора бирә. Хәсән Усманович ҡул ғына һелтәй:
–Кәрәк булһа ундайы ла булыр. Миндәге ҡыҙҙы тиҙ генә ҡулға төшөрә алмаҫһығыҙ һеҙ. Я вам не позволю…
Марат Мансурович артынан ишек ябылғас, үҙе боролоп ҡарамай ғына Ләйләгә өндәшә:
– Шәп егет ул, был Мансурычты әйтәм. Әле ҡатын-ҡыҙға иғтибары тойолмай ине, һин килгәндән ҡырҡ инә бит. Сирттең, тимәк, йөрәген егеттең, сиртте-ең.
Ләйләнең үҙенең дә йөрәге сиртелгән. Шул сиртелеүҙән тыныслана алмай ҙа, теләмәй ҙә. Күкрәгенең төбөндә йылы ғына булып барлыҡҡа килгән ниндәйҙер бер рәхәт кенә тойғо үҙен бер туҡтауһыҙ йылмайырға, сәбәпһеҙ ҡыуанырға мәжбүр итә.
Ғәбиҙә инәй ҙә һиҙә ҡыҙҙағы был үҙгәреште. Һиҙмәй ҡуя буламы. Ул бит уның һәр уйын, һәр теләген белеп, тойоп торғандай. Хатта берәй нәмәгә эстән генә борсолһа ла, инәй һүҙ араһында уйламаҫтан: «Үтә ул, үтә торған хәл» йә булмаһа «Аллаға тапшыр, яйы булыр», – тигәнерәк хәбәрҙәре менән аптырата Ләйләне.
Әле лә, ҡыҙҙың сәй ултыртҡанда ишетелер-ишетелмәҫ көйләгән «Там-тарам-там-там»ын тыңлап ултырҙы ла:
– Йә, кем инде ул? – тип һорап ҡуйҙы.
Ләйлә аңламағанға һалышты:
–Кемде һорайһың, инәй?
–Шуны инде, һине осондорған әҙәмде.
–Ниндәй әҙәмде… – ҡыҙ, әбейҙең ҡараштары менән осрашҡас, инде лә ҡылана алмай сылтыратып көлөп ебәрә. – Ну разведчик һин, инәй. Ер аҫтында йылан көйшәгәнде лә белерһең ул.
Ғәбиҙә лә ҡыҙына ҡушылып кеткелдәй. Уға был бала янында, дөрөҫөрәге, был бала үҙе янында булғанда рәхәт, тыныс. Үҙен матурлыҡтың, сафлыҡтың һәм яҡлауға мохтаж булған ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ яҡшылыҡтың, изгелектең ҡурсалаусыһы итеп тоя ул.
– Ул беҙҙә врач, инәй. Марат Мансуровичты әйтәм, – Ләйлә һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, нәфис танауын килешле сирылтып шыбырлай биреп серен сисә, әйтерһең дә, өйҙә уларҙан башҡа тағы ла кемдер бар. – Ну вот… шул оҡшай миңә… ныҡ оҡшай инде…
– Йә ярай, хәйерлегә юрайыҡ. Ҡыҙ-ҡырҡынға егет-елән оҡшай булыр инде ул. Йәше еткән ҡыҙ баланың мәлендә урынлашыуы кәрәк.
– Туҡтале һин, инәй, урынлаштырмай тор. Был турала берәүгә лә әйтергә ярамай! Марат Мансурович белеп ҡалһа – Аллам һаҡлаһын!
– Аһ-аһ, хан балаһымы әллә ул? Һинең ише ҡыҙ күҙенә салынғас һикереп-һикереп төшөргә тейеш.
–Һикергән тей, ул бит врач!
–Враш булмағайы әллә кем булһын, шул ир затынандыр инде.
– Әһә һиңә, беләһеңме ул нисек сибәр, нисек аҡыллы, белмәгән нәмәһе юҡ, бөтә поликлиника уның ауыҙына ҡарап тора, хатта главврач та. Ә ундағы ҡатын-ҡыҙҙар бер һүҙенән ҡояш аҫтындағы пластилин кеүек иреп төшә. Хатта беҙҙә, Марат Мансурович ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарына наркоз яһамай тешен һура, сөнки тегеләре уның янында ауыртыуҙы ла тоймаҫлыҡ хәлгә инә, тип шаярталар. Вот шундай ул! Ә мин бер медсестра ғына…
– Туҡта әле, туҡта, ярһыма. Ә мин бына ул һине һайлар, тим.
– Шулайтҡан, ти…
–Шулай булыр бына, күр ҙә тор. Шулай булыр кеүек һиҙәм.
Ләйлә әбейенә иҙәп ҡул ғына һелтәгән булһа ла, уның әйткәндәренән күңеленә өмөт орлоғо инеп ятты. Был орлоҡ ҡыҙҙың хыялдары менән туҡланып көндән-көн бүртте, тулышты һәм хатта нескә генә үҫенте ебәрергә лә өлгөрҙө.
Ә был ваҡытта Ғәбиҙә үҙендәге бар һиҙеү, тойоу һәм башҡа төрлө ябай әҙәмдәргә билдәле булмағандай көстәрен эшкә ҡушып Ләйләгә янаған ҡурҡыныстың инешен табырға тырышты. Ҡурҡыныс янауын һиҙә ул, хәҙер инде аныҡ ҡына һиҙә, тик ҡайҙан, кемдән һәм ҡай тарафтан икәнлеген генә асыҡлай алмай әлегә. Әммә ул быны белергә тейеш. Был уның бурысы. Ләйләгә һәм ошо ҡыҙ бала аша тотош кешелеккә ҡарай шылышҡан оло бәләне тойорон тойҙо, ә хәҙер аңларға һәм сараһын күрергә бурыслы Ғәбиҙә. Тик нисек итеп?
… Ғәбиҙә атаһы һуғышҡа алынып, туғыҙ ай үткәс донъяға килә. Яңғыҙ әсә ҡулына ҡалған алты балаға етенсе булып өҫтәлгән тере йәнгә берәү ҙә артыҡ ҡыуанмай. Көн оҙоно үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәк туғандарын йонсотоп, унан эштән арманһыҙ булып ҡайтҡан әсәһенең буш түштәрен төнө буйы тылҡып-талап сығып, һөйләшә белгәндәрҙән әрләнеп-ҡарғалып бөтә хатта. Тик ул йәшәргә, йәшәгәс ашарға ла теләй. Шунлыҡтан яшыҡ ҡына кескәй кәүҙәһен апайҙары йәлпелдәтеп ҡайҙа алып йөрөтһә лә түҙә, илай һалып бармай. Эҫе ҡом өҫтөндә әлһерәп китеп апайҙарының балыҡ тотҡанын ҡарап ултырғанда ла, тау аҫтында тегеләрҙең үлән-маҙар йыйғанын көткәндә лә мыжымай. Өндәшмәй. Өндәшергә ике йәш булып барғанда ла һөйләшмәй бит ул. Нимә булғанда ла ҡысҡыра ла, тауыш бирә лә белмәй. Шул телһеҙлеге арҡаһында юғала ла яҙҙы әле. Бер көн апайҙары тауҙан төшкәс, баланы ҡуйып киткән ерҙәрен юғалтып арманһыҙ булды. Эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, ике бәләкәй ҡыҙсыҡ, йылға ярына төшөп, әсе йыуаларын ашай-ашай ултырып илашты, әсәләренә нимә тип ҡайтып яуап бирергә икән тип аптырашты. Ыҙанан башҡаға эшкинмәгән шул һөлөк кеүек нәмәне әсәләре әллә нишләп яратҡан була шул. Үҙҙәренә лә йәл килеп. Инде шуны ҡарап, ҡайғыртып өйрәнгәндәр. Тауҙан-тауға үрмәләп йөрөп тә, илашып та арыған балалар сараһыҙҙан шунда яр буйында ятып йоҡлап та ала. Унан бер аҙ тынысланып тороп, ҡайтыр алдынан тағы бер быуа эҙләргә булып үҙәктәрҙе ҡыҙырғанда табып алалар бисараны. Үргә менгән саҡта бөтөнләй икенсе үҙәк башында ултыртып ҡалдырғандар икән, төшкән саҡта буталып киткәндәр. Ике апай ҡыуаныстарынан сарылдашып килеп, себен-серәкәйгә ем булып әллә йоҡлап, әллә хәлһеҙләнеп ятҡан сабыйҙы албырғатып уята…
Шул ҡышты мең бәлә менән сығып, яҙға аяҡ баҫтыҡ тигәндә, ауылда әллә нисә ғаилә өй эстәре менән туңған башаҡ ашап ағыуланып ҡырылды. Үлеүселәр араһында Ғәбиҙәләр ҙә бар ине. Райондан килгәндәр йорттар буйлап байҡап йөрөгәндә, урындыҡта теҙелешеп ятҡан һигеҙ кәүҙә араһында иң бәләкәсенең тере икәнлеген абайламайҙар ҙа башта. Барлы-юҡлы сепрәк-сапраҡҡа урап үлектәрҙе сығара башлағас, кемдер берәү бәләкәстә йән барлығын аңғарып ҡала. Сабый дәшһәтле ҡурмасты ашай алмағанмы әллә әсә һөтө ағыуланып өлгөрмәй ҡалғанмы, ни булһа ла инәһе һәм алты туғаны араһынан бер үҙе тере ҡалған булып сыға Ғәбиҙә.
Ваҡытлыса бер өйҙә аҫралып торғас, яҙ ныҡлап урынлашыуға, башҡа етем ҡалғандар менән бергә уны ла Сәрмән балалар йортона алып барып тапшыралар. Үҙе кеүек үк етә ашамауҙан йүнләп үҫә алмай ҡатып ҡалған, ас күҙле, аҙ һүҙле кескәйҙәр төркөмөндә көн итә башлай Ғәбиҙә лә. Тәрбиәселәре был ололарса моңло ҡарашлы ҡыҙсыҡты нисек кенә һөйләштереп ҡарарға самаламаһын, өйрәтмәһен, ҡурҡытмаһын, бала өн-һүҙ сығармай. Бар теләген күҙ-ҡарашы, ымы менән аңлата. Ололарҙы бигерәк тә баланың оҙон-оҙаҡ уйланып, онотолоп йөрөүҙәре, сәғәттәр буйы һыуға йәки офоҡҡа текәлеп тороуҙары аптырата. Быға әллә етешмәй микән, тип тә уйлайҙар.
Ул арала һуғыш бөтә. Бәхетлеләрҙе яу эсенән әйләнеп ҡайтҡан атайҙары, ағайҙары йәки башҡа яҡындары алып китә башлай. Һәм үҙе аңламаһа ла, был бәхетлеләр араһында Ғәбиҙә лә булып сыға. Һуғыштан һуң ҡалып, тағы ла бер йыл хеҙмәт үткән атаһы, ҡыҙын юллап килеп таба. Тәрбиәсе апай тәҙрә алдына менеп баҫып, ҡайҙалыр тексәйеп ҡатҡан баланы, елтерәтеп һөйрәп төшөрә лә, ҡабаланып ауыҙ-моронон йыуып һөртә, сәсен ипләй: «Атайың ҡайтҡан, балам, атайың килгән… Атайың тере ҡалған бына… «Атай» тип әйт йәме, «атай» тиген, муйынына йәбеш, атыу ҡалдырып китер…», - тип шыбырлай-шыбырлай директор бүлмәһенә алып инә. Уны күргәс, һалдат кейемендәге дәү кәүҙәле, сал сәсле кеше, ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төшөп тубыҡлана ла, һыңҡылдап тороп илап ебәрә. Һалдатҡа ҡушылып директор, тәрбиәсе, ишеккә килеп күҙәтеүсе башҡалар илай. Ҡаршыһындағы ҡояшта ҡарайып, ел-туҙанда ярғыланып бөткән йөҙгә текәлеп торған биш йәшлек кенә Ғәбиҙәгә, шул ваҡыт тәүге тапҡыр эске көсө үҙенең барлығын һиҙҙерә. Ул был кешенең үҙенә яҡын, ғәзиз йән икәнлеген тоя. Тоя ла, һаман тыныслана алмай йәштәренә ҡойоноп ултырған атаһына килеп: «Атай, илама», - тип өндәшә.
Атаһы өсөн йәм дә, ғәм дә булып торҙо Ғәбиҙә. Биш йәшенәсә һөйләшмәй йөрөгән тимәҫһең хәҙер үҙен, туҡтамай бытылдап ҡына тора. Әле унан нимәләрҙелер төпсөшә, әле үҙе һөйләй. Хәбәрҙәре менән атаһын көлдөрөп тә, илатып та бөтөрә. Тегеһе иһә атай ҙә, әсәй ҙә ролен тейешле башҡарырға тырыша. Дурт-биш көнгә бер булһа ла ҡыҙының сәстәрен тарап сыбыртҡы ишеүе менән үреп ҡуя, күлдәктәр тектереп кейҙерә, ойоҡбаштар бәйләтә, быйма баҫтыра. Уҡыуға төшөүенә лә уҡытыусынан кәрәкле нәмәләр теҙмәһен яҙҙырып алып, үҙен Оло ауыл баҙарына алып барып, әллә күпме әйбер алды. Ҡайтҡас, яңы кейемдәре менән атаһына ярты төнгәсә уйын ҡуйҙы әле ҡыҙы.
Ғәбиҙә уҡыуға барған йылы, атаһы бер бала ла табып өлгөрмәйсә тол ҡалған йәш ҡатынға өйләнде лә, ғаиләгә әсә тәрбиәһе йоғоп, йәшәү тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, яҡшыраҡ булып китте. Үгәй әсә Ғәбиҙәгә ҡаты булманы, киреһенсә, ир холҡона өйрәнеп етмәгән ҡатынды ул үҙе йыш ҡына атаһының улай-былай йәберләп ташлауҙарынан яҡлашып, ҡурсалап торҙо әле. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған һәм йылылыҡҡа, бөтөнлөккә сарсаған кешеләр, ҡоршалған бәхеттәренә ҡәнәғәт булып, шуны ҡәҙерләп ғүмер итте. Бер-бер артлы тағы ла дүрт бала донъяға килде. Ғаилә тулды, түңәрәкләнде.
Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенә кесе туғандарын ҡарашып, йәйҙәрен баҫыуҙа, ҡырҙа, ҡыштарын һарыҡ фермаһында эшләй башланы Ғәбиҙә. Йәтеш кенә булһа ла, йөҙ-һыҙаттары нәфисләнеп, кәүҙәләре төйөрөмләнеп киткән һылыуға егет-елән дә күҙ ата башланы. Эшкә егәрлелеген дә, егәрле кешеләргә хас булғанса ҡатылығын да юғары баһалап, яусыларға ым-ишара яһаусылар йышайҙы. Тик ҡыҙ кемделер һайларға ашыҡманы. Был ваҡытта инде ул үҙенең эске донъяһын аңлап һәм уны тыңлап йәшәргә өйрәнгәйне. Әлеге ваҡытта ул күңеленең кемделер, бер бик мөһим, бик ҡәҙерле кешене табаһын белә һәм шул йәндең килеп осрарын сабырлыҡ менән көтә ине.
Бер көн баҫыуҙан ҡайтыуға ул урам ҡапҡаһына бәйләнгән дүрт эйәрле атты күреп барыһын да аңланы. Был ат хужалары уның артынан килгән. Аттары аҡ күбеккә батып тирләүгә ҡарағанда бик алыҫтан булып, оҙон юл үткәндәрҙер. Ҡурҡманы ла, тулҡынланманы ла ҡыҙ, бары тик йөрәген ниндәйҙер күндәмлек, тыныслыҡ тойғоһо сорнап алды.
Өйгә ингәс, урындыҡ ситендә генә терәлеп, аптыраныуҙан нишләргә белмәй ыуаланған атаһын, усаҡ артына йәшенә биреп шаҡ ҡатып торған үгәй әсәһен һәм стена буйлап аяҡ салып уҡ ултырышып алған ике ҡартты һәм йәш егетте күрҙе. Ҡарттар ҡыҙҙы баш эйә биреп, егет иһә тороп уҡ «Әссәләмәғәләйкүм», - тип сәләмләне. Бындайҙы уҡ көтмәгән Ғәбиҙә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып телһеҙ ҡалды.
Ул арала үгәй әсәһе йәшенгән еренән сыға һалып, ҡыҙын етәкләп соланға әйҙәне. Ҡатын ысынлап ҡурҡҡайны.
– Уй, Алла, Ғәбиҙә, кемдәр ул былар? Һиңә килдек тейҙәр бит, – үгәй әсәнең тауышы шыбырлауҙан сыйылдауға күсеп китте. – Анау егеттәре һине әллә Оло ауыл баҙарында, әллә һабантуйҙа күргән тейме… Яусы булып килгәндәр ҡороғорҙар…
Ҡараштарын үгәй әсәһе аша алыҫҡа төбәп уйға ҡалған ҡыҙ бер генә һүҙ әйтте:
– Шан?...
– Шан ней.. шу… Атаң менән беҙ ней аптыраҡта. Үҙҙәре килеп ҡыҙыҡ ҡыналар… Әллә ҡайҙан килгәндәрҙер инде?..
Ғәбиҙә өндшмәй генә өйгә кире инде лә, үҙенә дүрт күҙ менән төбәлгән атаһы янына ултырҙы. Тегенеһе һүҙҙе нисек башларға белмәне:
– Ҡыҙым, бына… ней бит әле… ҡунаҡтар килеп төштө тийәйемме…
–Беләм.
Ҡыҙының үтә лә тыныс, хатта нисектер һалҡыныраҡ тауышынан атай кеше тамам албырғаны.
–Б-беләһеңме ни?.. Һы.
Ул арала ҡыҙҙы бик ентекле күҙәтеп ултырған иҙәндәге ҡарттарҙың береһе телгә килде:
– Әйтәбеҙ бит, ҡыҙ белә егет килерен, тип. Беҙ көтөлмәгән ҡунаҡтар түгел ул, хөрмәтлем. Хажмөхәмәт күптән килмәксе лә, беҙ изге ай тыуғанын көттөрҙөк.
«Исеме Хажмөхәмәт икән… Ә минең исемде белә микән?..» Ғәбиҙә йылмая биреп торған егеттең яғымлы йөҙөнә күптән белгән яҡын кешеһенә ҡараған кеүек баҡты. «Ул бит белә был егетте, ошо егетте көттө, һағынды, хатта… хатта… ярата ла әллә…»
– Шулай икә-ән… Йәштәрҙе белеп бөтөп буламы инде… - атаһы һаман һүҙен ялғай алмай аҙапланды, – Беҙ белмәгән кешеләрҙе балалар беләлер тип кем уйлаған…
–Йә, ярай, кемдең кемгә осрап насип булыры бер Хоҙайға ғына мәғлүмдер, - ҡарттарҙың икенсеһе һаҡалын һыйпап төп һүҙгә күсте. – Беҙ йомошобоҙҙо әйттек инде, ҡыҙ ризалығы булып, ата-әсә ҡаршы сыҡмаһа, иртән иртәнсәк никах уҡытып, тантанаһын башҡарып ҡуйырға ине…
– Аһ-аһ, нисек инде?! – ишек төбөндәге ҡорған артында торған үгәй әсә онотолоп ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Ата ла аптыранды:
– Был ниткән эш?!
Ҡараштарҙың барыһы ла Ғәбиҙәгә төбәлде.
– Мин риза, - ғына булды ҡыҙҙың яуабы. Шулай тине лә, сығып та китте. Өйҙән генә түгел, урамдан да, ауылдан да ситкә атланы ул. Артынан өндәшмәй генә Хажмөхәмәт эйәрҙе. Ауыл ҡырына еткәс, баҫыу ситәне буйындағы бүрәнәгә ултырҙы. Егет тә янына килеп оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ булды. Унан ипләп кенә:
– Беҙ бөгөн тәүгә генә күрешһәк тә, бер-беребеҙҙә бик күптән беләбеҙ бит, Ғәбиҙә, - тип һүҙ башланы. Тауышы ниндәйҙер көй көйләгән кеүек моңло, йомшаҡ ине. – Мин, мәҫәлән, ун дүрт- ун биш йәштәремдән һинең барлығыңды белдем. Һуңғы көндәрҙә бигерәк тә тапҡым, күргем килгәйне, тик ҡай тарафҡа юл алырға икәнлекте генә төшөнә алманым. Бынан аҙна самаһы элек миңә ошо ике ҡарт килде, килделәр ҙә һиңә алып барырға тейеш кешеләр икәнлектәрен әйттеләр. Артыҡ һорау бирмәнем, эшемдән ял алып эйәрҙем дә киттем. Сөнки беләм, шулай тейеш. Беҙ йөрәгебеҙ теләгәнде… шулай тейеш булғанды башҡарабыҙ, Ғәбиҙә… Һин борсолма… мин һине рәнйетмәм.
Йәштәр офоҡ һыҙығына яҡынлашып барған ал ҡояштың тау-урман остарын ҡанһыу төҫкә мансып баҙырауын күҙәтепме, әллә һәр береһе үҙ уйына сорналыпмы, әллә тик икеһенә генә билдәле юлдар менән аралашыпмы, баҫыу ситәне төбөндә оҙаҡ ҡына ултырҙы. Улар кире өйгә ҡайтҡанда, теге ике ҡарт ни хикмәт менәндер ата-әсәһен күндергән, әсәһе ике еңгәһен саҡыртып һалма баҫа, атаһы ашығып йөрөп һарыҡ һуя ине…
Өсөнсө көн таң һарыһынан ҡарттар йәштәрҙе уятып алып юлға сыҡтылар. Ғәбиҙә был ике аҡһаҡалдың бөтә ауылды таң ҡалдырған оҙон сапандарына, сәлләләренә, үҙ-ара аңлайышһыҙ ят телдә һөйләшкәндәренә иғтибар итеп, былар әллә берәй төрөк иленән килделәрме икән, тип фаразлап барҙы.
Илле саҡрымдай араны һыбай үткәс, кейәү менән кәләште үткенсе поезға ултыртып, фатихаларын биреп ҡалды ҡарттар. Шунда айырылышҡандан һуң икеһе лә был юлдаштарын башҡаса ғүмерҙә лә күрмәне.
Хажмөхәмәт Себер тарафтарының иң алыҫ, иң төпкөл ерҙәрендә, Магадандан да арыраҡ урынлашҡан Сакалы ҡасабаһында йәшәй һәм ошонда уҡ шахтала эшләй икән. Был урынға борон-борондан мосолман тотҡондарҙы, бигерәк тә революциянан һуң репрессияланған байҙарҙы, муллаларҙы туплағандар һәм уларҙың сәстәрен ҡырҙырып та һаҡал үҫтереүҙәренән көлөп, үҙҙәренең үк һүҙе менән «һаҡаллы», руссалап сакалы тип атар булғандар. Яйлап мосолмандар урынлашҡан төйәк тә Сакалы ҡасабаһы булып киткән.
Уйлап ҡараһаң, Магадан үҙе лә «мәғдән» тигән төрки һүҙҙән бит. Был ерҙәрҙә бик электән тау-таш аҡтарып аҫыл таштар, мәғдән эҙләй торғандар. Был хәтлем хаяһыҙ тәбиғәтле ерҙәрҙә кем үҙ теләге менән ер ҡуйынына инһен, әлбиттә, тыуған ерҙәренән айырып ҡыуып алып киленгән, ирекһеҙләнгән, сараһыҙландырылған тотҡондар ғына.
Хажмөхәмәттең атаһы Солтанморат заманында үҙ төбәгендә тирә-яҡҡа даны таралған мулла була. Ул йәш сағында Сәмәрҡәндә, Бохарала уҡый, әллә күпме дини белемгә, дини көскә эйә була. Билдәле ихтилалға тиклем ауылында муллалыҡ итеп, ике ҡатынлы, тиҫтәгә яҡын балалы булып, оло хужалыҡ тотоп йәшәй. Ауылдаштарын һәм үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде хаҡ мосолман тәртиптәре менән йәшәргә өндәй, өйрәтә, тәрбиәләй. Урындағы бәхәстәрҙе, ыҙғыштарҙы, аңлашылмаған һорауҙарҙы мосолман ҡанундары ярҙамында сисә. Талапсан, дөрөҫлөктө яҡлаусы, тынғыһыҙ егәрле кеше була ул. Ырыуҙаштары үҙен сикһеҙ хөрмәт итә, унда һәр һорауға яуап таба алырҙарына ышанып, яҡлаусылары кеүек ҡабул итеп тигәндәй көн итә. Әммә революция болғанышынан һуң Солтанморатты ла ҡулға алалар. Урындағы бер большевиктың да уны йортонан инеп алырға батырсылығы итмәй. Өйәҙҙән килгән йәлләттәр башҡара был эште. Әҙәм ҡарағыһыҙ итеп туҡмалған, һынған ҡулы һәленеп төшкән, уң күҙе әллә сыҡҡан, әллә шештән ябылған хәлдә лә мулла башын тура тотоп, арбаға үҙ аяҡтарында сығып ултыра. Эргәһенә сыр-сыу илатып ҡатындары менән бала-сағаһын тейәйҙәр. Ихата алдына бөтә ауыл йыйылған. Бер-береһенең яурынына йәшеренеп буҙлашҡан ҡатын-ҡыҙға, телһеҙ булышып аушайышып торған ир-егеттәргә байҡап ҡарай ҙа: «Ҡурҡмағыҙ, мин үҙ юлымды беләм. Бына һеҙҙең юл ауыр булыр... Килер көндәр, иман менән бергә илгә тыныслыҡ та ҡайтыр”, - ти. Ауыл халҡы, һаҡсыларҙың ажғырыуын ишетмәҫтән, һеперелешеп ылау артынан ауыл осонаса бара һәм әсәләренән ҡалған етем балалар шикелле тилмерешеп тороп ҡала. Шул китеүҙән ауылға Солтанмораттың бер заты ла ҡайтмай.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: