+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАРАҒОШ Повесть Өсөнсө өлөшө

Ғәбиҙәнең ире башкөллө дин кешеһе булып сыҡты. Ауыр эштән талсығып, йонсоп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, йыуынып-пакланып ала ла, намаҙға ултыра. Унан көйләп-көйләп дини әсбаптар уҡый, унан ҡалһа, ҡатынына әллә ни төрлө ҡыҙыҡлы мажаралар, хикмәттәр һөйләй. Ғәбиҙә иһә иренең ауыҙына ҡарай ҙа донъяһын онота. Уға ире итеп ҡабул иткән был тыйнаҡ кешелә бөтә нәмә лә оҡшай. Һәр нәмәгә ипле итеп тотоноуы ла, тауышын күтәрмәй генә һөйләшеүе лә, томора күҙҙәрен ай урағы шикелле итеп ҡыҫып йылмайыуы ла, ярты төндәр ауышҡансы әкәмәттәр һөйләп әүрәтеп ултырыуы ла. Ә бына динен аңлап уҡ етмәй, әммә уныһын да иренең булмышы, фиғеле итеп ҡабул итә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАРАҒОШ
Повесть
Өсөнсө өлөшө
Ғәбиҙәнең ире башкөллө дин кешеһе булып сыҡты. Ауыр эштән талсығып, йонсоп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, йыуынып-пакланып ала ла, намаҙға ултыра. Унан көйләп-көйләп дини әсбаптар уҡый, унан ҡалһа, ҡатынына әллә ни төрлө ҡыҙыҡлы мажаралар, хикмәттәр һөйләй. Ғәбиҙә иһә иренең ауыҙына ҡарай ҙа донъяһын онота. Уға ире итеп ҡабул иткән был тыйнаҡ кешелә бөтә нәмә лә оҡшай. Һәр нәмәгә ипле итеп тотоноуы ла, тауышын күтәрмәй генә һөйләшеүе лә, томора күҙҙәрен ай урағы шикелле итеп ҡыҫып йылмайыуы ла, ярты төндәр ауышҡансы әкәмәттәр һөйләп әүрәтеп ултырыуы ла. Ә бына динен аңлап уҡ етмәй, әммә уныһын да иренең булмышы, фиғеле итеп ҡабул итә.
Хажмөхәмәт башта ҡатынына үҙе белгәндәрен һөйләү менән генә сикләнһә, тора-бара сүрәләрҙе аңлата, намаҙ-фәләндәрҙе бергә башҡарырға саҡыра башланы. Ҡасабала күптәрҙең йә бер-береһенән, йә властарҙан йәшеренеп дин тотоуын белһә лә, Ғәбиҙә быға тиклем тыйылған, кәрәкмәгән нәмә итеп ҡаралғанға ҡапыл ғына күнә алманы. Яйлап килде уға был аң. Йылдар ағымында балаға уҙыуына зарығып та көтөп ала алмаған саҡтарында, сараһыҙлыҡтан Аллаһына һыйынды, ялбарҙы. Юҡ, бала бирмәне уға Хоҙай, әммә эске донъяһында йәшәп килгән көстө үҫтерҙе, ҡаршыһында торғандың уй-ниәтен, теләген төшөнә алырҙай халәткә еткән тойом, һиҙгерлек бирҙе.
Ҡарты үлер алдынан оло сер сисеп китте. «Һин ябай ғына кеше түгел, Ғәбиҙә, быны күптән үҙең дә төшөнәһеңдер. Миңә, мәҫәлән, бәләкәйҙән был ергә үҙемдең кешелекте ҡара көстән һаҡлаусының мөғәллиме булыу бурысын үтәргә килгәнемде төшөндөрҙөләр. Атайым иҫән саҡта дингә ул өйрәтте, өйрәтте тип, мин башҡаса йәшәүҙе белмәнем дә. Атайым Солтанморат исемле данлы мулла булған кеше, бында килтерелеп, ҡатындары, бала-сағалары аслыҡтан, ауыр эштән ҡырылып бөткәс, мине – төпсөгөн йәндәй һаҡлаған. Ә ысынында мин йәшәргә тейеш булғанмын да инде... Ул үлгәндә миңә ун ике йәш ине. Яңғыҙ ҡалған өйөмә бер кисте теге ике ҡарт килеп инде. Улар миңә бынан бер-ике утар аша йәшәүсе берәүгә алып барырға килгәндәрен әйтте. Мин уларға эйәрҙем. Ыжғыр буранда саҡ барып еттек. Беҙ барған кеше ҡайҙандыр Кавказ тауҙарынан ҡыуылып килтерелгән дин әһеле икән. Уға ҡарттар минең кемлегемде әйтеп, һаҡларға, уҡытырға ҡушып ҡалдырып китте. Шулай итеп, мин Сахым-әкәлә ун бер йыл йәшәнем, эшләнем һәм дин тәғлимәттәренә төшөндөм. Сахым-әкә белгән һәм һөйләгәндәр бер китапта ла, бер яҙмаларҙа ла юҡ. Улар бер ҡайҙа ла яҙылмай, ә бары һайланма кешеләргә генә телдән тапшырыла. Мин уларҙы һиңә лә һөйләнем.
Сахым-әкә лә әрүәхтәр иленә киткәс, теге ҡарттар тағы ла пәйҙә булды һәм һине барып алырға кәрәклеген әйтте. Улар юлда миңә һинең кешелекте ҡара көстән һаҡлаусы икәнлегеңде һәм ... минең ҡатыным буласағыңды аңлатты.
Мине ҡуйғас, тыуған яҡтарыңа ҡайтып төплән дә, көт... Һин Аллаһы Тәғәлә тарафынан шул тәғәйенләнешең өсөн ергә килтерелгәнһең, хәлемдән килгәнсә, белгәнемсә һиңә дин нуры һалдым... Көсөң иһә күктән бирелгән... Ҡатыным булып, мине хөрмәтләп, ҡәҙерләп йәшәгәнең өсөн рәхмәтлемен, үпкәләрең булһа – кисерә күр... »
Бына инде тиҫтәнән ашыу йылдар Ғәбиҙә ошо көндәрҙе көтә. Һәм ул көндәр килде, күрәһең...
Эштән «аһ та уһ» йүгереп, хәле бөтөп килеп инде Ләйлә. Инде лә итектәрен ишек төбөндә һелтәп сисеп, ашығып бүлмәһенә йүгереп үтте лә, ашыҡ-бошоҡ кейемен алмаштырған арала ҡысҡырып хәбәрен һалды:
– Ней, инәй! Марат Мансурович мине киноға саҡырҙы. Три д-ға!
– Уныһы нимә тағы? Дыһыҙ ғына кина ҡарап булмаймы ни?
– Уныһы круто, инәй! Эштән сыҡһаҡ, яныма килде лә, әйҙә киноға барайыҡ, ти. Башҡаларҙың күҙе шар булды!
– Һинеке шар булманы инде, - Ғәбиҙә донъяһын онотҡан ҡыҙын мәрәкәләмәксе.
– Мин - ваще! Чуть ҡолап китмәнем! Хәҙер иң матур күлдәгемде кейәм дә!
–Кейәм тип, ашамайһыңмы ни? Аш бешкән.
–Юҡ, Марат Мансурович әле мине алып килде лә, хәҙер заправкаға барып әйләнгәнсе инеп сыҡ, кафела тамаҡ ялғарбыҙ тине. Шәп бит, ә! Такой крутой.
Ғәбиҙә артыҡ һүҙ әйтмәне, бары Ләйлә менән ҡуша ҡыуанды. Нимәлер тигән булһа ла, тегенеһе уны тыңларҙан түгел бит инде. Ҡолаҡ остарына ҡәҙәр батҡан мөхәббәт һаҙына.
Бына тыштан сигнал да бирҙеләр. Ғәбиҙә бара һалып тәҙрә ҡорғаны ситенән генә күҙ атты ла, ҡапҡа алдында йылтырап ултырған ҡара көмбәҙ машинаны күрҙе. Машинаның тәҙрәләре тоноҡ, үтә күренмәй. Тик Ғәбиҙә өсөн түгел. Күңеле тынысһыҙланып, нимәлер һиҙенеүҙән йөрәге тулап киткән әбей эске көсө менән руль артындағы киң елкәле мыҡты ирҙе башын бороп тәҙрәгә ҡарарға мәжбүр итте һәм... ҡупшы, сибәр йөҙҙәге йылмайып баҡҡан ҡара күҙҙәрҙе түгел, ә ҡараңғылыҡта өңөрәйгән ике буш тишекте һәм, инде төпкәрәк үткәндә, ҡот осҡос шомдо, ҡурҡынысты күрҙе.
Ул арала Ләйлә, әбейе ауыҙын асырға өлгөргәнсе, үҙе әйтмешләй «воздушный поцелуй» ташлап сығып та осто.
Ҡыҙҙың йәлп-йөлп итеп машинаға ултырып киткәнен тәҙрә селтәрҙәре аша ҡараштары менән генә оҙатып ҡалды изгелек һаҡсыһы...
Төн уртаһы. Бейек ҡатлы йорттоң ҡыйығына ҡунып, аҫта йөрөүселәр араһынан ҡорбан күҙләй ҡарағош. Ул һунарға сыҡҡан. Ә аҫта йөрөүселәр күп. Кешеләр генә түгел унда.Уның күҙлегенән барыһы ла күренә: әҙәмдәр ҙә, улар араһында йүгерешкән шайтандар ҙа, аралап осҡан фәрештәләр ҙә... Ана, ҡупшы кейенгән ике ҡатын килә, ауыҙға-ауыҙ терәп нимәлер һөйләшәләр ҙә, матур эшләпәләр ултыртҡан баштарын артҡа ташлап тороп рәхәтләнеп көләләр. Ә үҙҙәрен ике яҡтан ике мөгөҙлө шайтан ҡултыҡлаған. Теге бахырҙар быны белеү ҡайҙа? Бына ҡатындар ихахайлай-ихахайлай килеп шайтандары менән бергә төнгө клубҡа инеп юғалды...
Ана, тағы икәү. Береһен-береһе уҙышып атлайҙар. Эскесе ир менән ҡатын баш төҙәтергә берәй яй эҙләп сыҡҡан. Бөгөлөп төшкәндәр, хәлһеҙҙәр. Сөнки елкәләрендә әзмәүерҙәй йөнтәҫ шайтандар ике яҡҡа аяҡтарын һәлендереп үк ултырып алып, быларҙы ҡойроҡтарын сыбыртҡы итеп ҡыуалап йөрөтәләр. Ел ыңғайына ҡалтыранып йүгермәләгән ире уҙып китһә, ҡатындағы шайтан тояҡтары менән бисараның эсенә тибеп, ҡойроғо менән арҡаһына һыҙыра тартып ҡыуып йүгертә. Күршеһен уҙып китә лә, артына ҡайырылып шарҡылдап көлә. Уны уҙам тип тегенеһе ирҙе яра. Унан ир ҡатынды уҙып китә. Шайтандарға ҡыҙыҡ, мәрәкә, улар әҙәм төҫөн юйып үҙҙәренең ҡолона әүерелгән был шәүләләрҙе нисек теләй шулай итеп уйната...
Ҡаршы яҡтан юл аша бер үҫмер сыҡты. Баш осонда фәрештәһе айбарланып тынысһыҙ оса. Бушҡа түгел икән. Арттараҡ ҡалып шайтан эйәргән. Фәрештә әле алға, әле артҡа кәйелеп нисек тә уны яҡын ебәрмәҫкә тырыша, тик шайтан да ҡалышмай. Бына эҙәрләүсе ҡала биргәндәй итте лә, фәрештәнең тынысланғандай булып үҫмерҙең яурынына ҡунғанын ғына көтөп, йүгереп килеп уны осора һуғып төшөрҙө һәм тапап иҙергә самаланы. Был арала егет наркотиктар һатыусы йорттоң подъезд төбөндә тапана ине. Инергә лә, кире боролоп китергә лә белмәй ул. Йәштәренә ҡойоноп алдында теҙләнгән әсәһе лә күҙ алдынан китмәй, шул уҡ ваҡытта тик бер генә «тәгәрмәс» йотоп онотолғоһо килеү теләге лә тәҡәтһеҙ. Тик фәрештә лә бирешергә телмәй: бар көсөнә ҡанаттары менән һуғып, шайтанды тәкмәсләтеп йөрөтә башланы. Башын да күтәрә алмаған мәхлүк бөршәйеп ҡасырға мәжбүр булды. Ауырлыҡ менән булһа ла үҙендә көс таба алған үҫмер ҡырҡа боролоп килгән яғына йүгерҙе. Яралы фәрештәһе баш осонда ҡанаттарын йәйеп осто...
Әҙәмдәр – бахырҙар. Был - ҡарағоштоң фекере. Улар бит үҙҙәренең ниндәй халәттә тыуып, ниндәй донъяла йәшәп, ҡайҙа китерҙәрен дә белмәйҙәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә әллә нимәләр эшләрҙәй булып, ерҙә нимәләрҙелер үҙгәртә алырҙай ҡыланып йөрөгән булалар. Ә ысынында улар бында һынамаҡҡа ғына ебәрелгән. Кем тарафынан икәнлекте, уның исемен әйтә лә, ул хаҡта уйлай ҙа алмай ҡарағош. Сөнки Ул ҡарағош буйһонған көстөң ҡан дошманы.
Һәр йән ергә изге фәрештә һағында ебәрелә. Фәрештә үҙе яуаплы йәнде ҡурсалап, аяп йөрөтә. Тик ерҙә кешеләр күҙенә күренмәйсә йәшәүсе шайтандар донъяһы ла бар. Улар һәр килгән йәнгә һунар итә, фәрештәләр менән алыша-айҡаша, уларҙы тартып алырға, үҙҙәренә ҡол итергә ынтыла. Әҙәмдәр бала саҡта фәрештәләре лә көслө була. Бала фәрештәһенә бер нисә шайтан бергә һөжүм итеп – үлтереп, бала яҡлаусыһыҙ ҡалып, берәй бәләгә тарып ҡына ҡуймаһа, әлбиттә. Әҙәм үҫә бара фәрештәһенә лә уны ҡурсалап йөрөү ауырлаша бара. Сөнки шайтан ҡотҡолары үтә лә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, татлы, еңел... Шайтандар менән фәрештәләрҙең әҙәм йәне өсөн алышҡанын инде алты быуат күҙәтә ҡарағош. Шайтандарҙың фәрештәне иҙеп тапап киткәнен дә, йә иһә фәрештәләрҙең шайтан ҡоллоғонда йонсоған әҙәмде яу менән йолоп алғанын да күргәне бар. Үҙе ундайға ҡыҫылмай. Ундай ваҡлыҡтарҙа эше юҡ. Уға фәрештәһе ни, шайтаны ни. Уларҙың барыһынан да күпкә көслө, хатта сағыштырырлыҡ та түгел көслө ул. Ә әҙәмдәр уның өсөн ем генә. Тик... ҡарағош затын дауам иттереүсе лә әҙәм затынан бит әле. Ҡарағоштар бер енестә генә - ир затынан. Уларҙың тоҡомон дауам иттереү өсөн ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Нисә быуаттар инде Ҡара көс тарафынан ергә бер нисәү итеп кенә яратылған был кеше йәне, кеше энергияһы менән туҡланыусылар, әҙәм ҡыҙҙарын ҡулланып юғалып бөтмәй йәшәп киләләр. Һәр ҡарағош алты быуат ғүмерендә үҙенә тәғәйенләнешле ҡыҙҙы табырға һәм уны файҙаланып балаһын тыуҙырырға тейеш. Бала тыуыуға әсә булғаны иҫән ҡалмай, әлбиттә. Ҡарағош яралғыһы туғыҙ ай буйына әсәһенең үҙе менән туҡлана һәм ахырға ҡарай уны бөтөнләй киптереп, һурып бөтөрә.
Әле ҡыйыҡта ултырып ҡорбан эҙләгән ҡарағош инде алтынсы быуатын тағатып бөтөп бара. Тик һаманға тиклем затын дауам иттереүсене таба алмай ине. Бынан ике айға тиклем. Хәҙер белә ул, хәҙер тапҡан. Тик бына ҡыҙҙың һаҡсыһы ғына... Ҡайҙан килеп сыҡҡан, ниндәй көскә эйә һаҡсы һуң ул? Ҡарағошҡа бындайҙың осрағаны булманы. Әле ҡайһы быуаттарҙа, ниндәй илдәрҙә, ниндәй сүрәттәрҙә йәшәгәнендә генә лә уны күпме священниктар, муллалар, шамандар әллә ни төр ҡөҙрәттәр менән ҡыуманы, ниндәй генә серле биктәр, һаҡтар ҡуйып ҡараманы, ул береһенән дә өркмәне, ҡорбанын нисек тә эләктереп алып китте. Ә был ҡарсыҡтың ҡарашында ысын көс, ҡара ҡанын ҡайнатып ебәрерлек тәьҫирле көс күрҙе ул. Хатта албырғауҙан саҡ-саҡ үҙ асылына ҡайтманы. Саҡҡа үҙен ҡулға алып, ҡуҙғалып китә алды теге көн.
... Билдәһеҙ оло ҡалаларҙың береһендә төн йөҙөндә бер кешенең серле рәүештә юғалыуы оло кәбәндән бер һаламдың юғалыуы ғына булды. Уның атын осһоҙ-ҡырыйһыҙ хәбәрһеҙ ғәйеп булыусылар исемлегенә теркәп ҡуйҙылар.
Марат Мансуровичтың уйламаҫтан, берәүҙән дә йәшермәйенсә, башкөллө ғашиҡ булған үҫмер төҫөндә, йәп-йәш медсестра артынан төшкәнлеген бар поликлиника ҡатын-ҡыҙы тикшерҙе. Берәүҙәр «ваҡытлыса тотонор ҙа ташлар, ҡасан Мансурычтың етди булғаны бар» тип тел сарланы, икенселәр «ниһайәт был хан-егеткә лә ҡыҙ тыуған икән» тип көлдө, өсөнсөләр һүҙһеҙ көнләште, дүртенселәр күҙәтте генә.
Бөгөн ул тағы ла ҡыҙҙы кисте бергә үткәрергә саҡырҙы һәм такси тотоп килеүен үтенде, йәнәһе үҙенең машинаһы боҙолоп тора. Ә ысынында ул йорт янына уға хәҙер юл бикле, хатта Ләйләгә лә элеккеләй ҡағыла, биленән эләктереп һөйөп, ҡулын тотоп тора алмай. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ шар эсендә ҡалған кеүек хәҙер ҡыҙ. Шулай уҡ көлә, йылмая, иркә көсөк кеүек Мараттың күҙенә генә мөлдөрәп ҡарап тора, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡлы һаҡ аҫтында. Белә бының серен Марат-ҡарағош, былар теге үткер күҙле ҡарсыҡтың эше. Тик кем һуң ул?
Егет ҡыҙҙы ҡаланың иң ҡиммәтле ресторанына алып инде. Иҙәндән түбәләге шәмдәлдәргә тиклем ялтырап, нур сәсеп тора.
–Ой! Мин бындай урында тәүге тапҡыр! Приборҙарҙы ла тота белмәйем бит... – Ләйлә ишек төбөнән үтмәҫкә ҡырталашты.
–Әйҙә-әйҙә, үҙем өйрәтермен, мин үткән бер ғүмерҙә инглиз лорды булғайным – беләм, - егет көлә-көлә ҡыҙҙы төпкә әйҙүкләне. Шаяртып һөйләһә лә, һөйләгәне шаярыу түгел ине уның. Ысынлап та, нисәнселер быуатта бер кеше ғүмерен ул шул сүрәттә йәшәгәйне бит.
Йәштәр шаяра-көлә ауыҙҙа иреп торғандай һый менән һыйландылар, нескә билле, йомро башлы бокалдарға ҡойолоп, зымбырлап һауа сығарып ултырған сифатлы аҡ вино эстеләр. Егет уратып-уратып үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте тартты:
– Кемдә йәшәйһең ул, аҡыллым. Туғаныңмы?
– Кемде әйтәһең, әй, Ғәбиҙәй инәйҙеме ни? Юҡ, туғаным түгел дә, зато туғандан да һәйбәт.
–Ҡайҙан барып ҡаптың уға?
–Урамдан. Ысын. Урамда фатир эҙләп йөрөй инем, ҡапыл ғына әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла, «йәшәргә урын эҙләйһеңме, әйҙә миңә» тип апҡайтты ла китте.
– Ҡарап тороуға уҫал ҡарсыҡҡа оҡшаған бит, шуға һорайым әле, нимә менән шөғөлләнә һуң?
– Намаҙ уҡый ҙа тиҫбе тарта инде әбей кеше ней, - Ләйлә сылтыратып көлөп алды. – Ә былай... беләһеңме, миңә уның янында шундай рәхәт, тыныс, хатта үҙемде нисектер ҡурсыулы итеп тойған кеүекмен әле, көлһәң – көл, бына, ыс-ы-ын.
– Һе-е... Ҡыҙы-ыҡ... ҡыҙы-ыҡ.... Ә башҡа ерҙә нимә, үҙеңде ҡурҡыныс аҫтында кеүек һиҙәһеңме ни?
– Һөйләһәм һин мине был бөтөнләй алйот икән тейһең инде, ивет.
–Нишләп, аҡыллым, һин нимә һөйләһәң дә мин һушһыҙ тыңларға риза. Ошондай ир булып, һине тынысһыҙландырған мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмаһам инде.
Ләйлә, бер аҙ уңайһыҙланып икеләнгәндәй итте лә, хәбәрен теҙҙе:
– Беләһеңме, был хәл, дөрөҫөрәге был тойғо, миндә күптән инде, хатта бала саҡтан, тиһәм дә артыҡ булмаҫ... Төшөмә йыш ҡына ниндәйҙер бер шәүлә инә...
– Шәүлә?! Ниндәй инде ул шәүлә?
– Көләһең бит! Көлгәсең һөйләмәйем!
– Юҡ-юҡ, аҡыллым, көлөү ҡайҙа.
– Ну вот... теге шәүлә килеп минең өҫтөмә эйелә лә йөҙөмә ҡарай, мин уның төҫөн асыҡ ҡына күрәм...
–Нисек инде... төҫө?
– Ҡурҡыныс! Ҡот осҡос ҡурҡыныс... Бите күкһел-ҡара яры менән генә ҡапланған, күҙҙәре төптә... һалҡын... Танауы, мороно нимәнеке тип әйтәйем... эйе-эйе, ярғанаттыҡы кеүек...
– Нишләй инде ул бапаҡ һиңә?
–Ул мине ҡулдарына ала ла осороп алып китә, бик бейек тауҙар аша үтеп ниндәйҙер мәмерйәгә алып килә.
–Шул ғынамы? Төш кенә бит был, аҡыллым.
– Төш кенә лә ул, тик миндә шул төштәге ҡурҡыу тойғоһо бер ваҡытта ла юғалмай кеүек. Ул ҡурҡыу күңелемдең иң төбөндә бер шом булып йәшәй. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта...
–Һуңғы ваҡытта һин ғүмер юлыңдың тәүге етди һикәлтәһенә баҫтың – хеҙмәт юлын башланың, был бер булып һине ҡуҙғытып торһа, тап һуңғы ваҡытта яҙмышыңды ла осратҡанһыңдыр әле, был – ике, йәш ҡыҙға борсолоу, ҡурҡыу өсөн аҙмы ни?
Егеттең был һүҙҙәренән ҡабынып-янып киткән ҡыҙ аңламамышҡа һалышты:
– Ниндәй яҙмыш тағы?
–Бына ошондай яҙмыш, – егет серле йылмайып пинжәгенең эске кеҫәһенә тығылды ла, кескәй генә ҡумта килтереп сығарып, ҡыҙ алдына асып һалды.
– Һа! – Ләйлә ҡапыл тынын эскә һурып ошо ғына өндө сығара алды.
–Аңлайым, был бик ҡапыл булды... Тик миңә хистәремде төшөнөү өсөн күп кәрәкмәне, һине тәү күргәс тә яҡынлығыңды тойҙом, хатта беҙҙең бергә булырҙы күрҙем дә кеүек... Ҡабул ит инде, зинһар...
Ҡыҙ, ҡаршыһында, ошоға тиклем хыял етмәҫтәй булған аҫыл ир-егеттең мөхәббәт тулы күҙҙәр менән ялбарыулы тилмереп ултырыуынан да, һушты юйыр һүҙҙәренән дә юғалып ҡалып, иҫен йыя алмай ултырҙы.
– Һ-һин м-миңә... т-тәҡдимме ни?..
– Эйе, ысын йөрәктән. Тәҡдимемде ҡабул итеп, мине бәхетле яһауыңды үтенәм.
Ләйлә һыңар усы менән хисләнеүҙән һығылып сығып алһыу бите буйлап аҡҡан йәштәрен һөртә-һөртә, икенсе ҡулын егеткә һуҙҙы...
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: