+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Май 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАРАҒОШ Повесть Дүртенсе өлөшө

Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең, таҙа, саф ҡыҙ баланың йәне, тәне, бысранмаған күңеле кәрәк. Ул табышынан бер хаҡҡа ла баш тартмаясаҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠАРАҒОШ
Повесть
Дүртенсе өлөшө
Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең, таҙа, саф ҡыҙ баланың йәне, тәне, бысранмаған күңеле кәрәк. Ул табышынан бер хаҡҡа ла баш тартмаясаҡ.
Быға тиклем ул ҡыҙын һөйгәненән ҡайырырға бер ниндәй ҙә дәлил таба алманы. Ә бит тапҡан хәлдә лә, хатта ни хикмәт менән ҡыҙ егетте ҡапыл кире ҡаҡҡан хәлдә лә, тегеһе ҡорбанын ысҡындырырға теләмәйәсәк. Ниндәй юлдар менән булһа ла ҡулға төшөрәсәк бит ул уны.
Ғәбиҙә бик ентекләп тәһәрәтләнеп намаҙын башҡарҙы ла, күкрәге тәңгәленә эстән кәрәкле доғалығын ҡуйып, бар көсөн, аңын, ҡөҙрәтен туплап алып, урамға сыҡты. Бөгөн бик мөһим көн. Бөгөн ул ғүмере буйына әҙерләнгән, көткән осрашыуға - донъялыҡтың аҡ һәм ҡара көстәр араһындағы көрәштә үҙенә тәғәйен дошманы менән күҙмә-күҙ күрешеүгә бара.
Тейешле тәртиптәрҙе үтеп, сират көтөп ултырып, төш етеүгә саҡ инде әбей доктор янына. Уны күреүгә күкһел махсус костюм кейеп, шундай уҡ төҫтәге ҡалпаҡ, маска аҫтына йәшеренгән дантистың күҙ ҡарашында ғына бер сағылыш сарпылып үткәнен иҫәпкә алмағанда, бер мускулы ла ҡыбырламаны. Бер секундҡа ғына Ғәбиҙә хатта: «Әллә яңылыштыммы?» тип уйлап ҡуйҙы. «Ю-уҡ. Юҡ! Яңылышырға мөмкин түгел ул. Түгел!»
Доктор пациентҡа үтеп ултырырға күрһәтеп ҡулы менән иҙәне лә, медсестраһына боролоп:
– Галечка, барығыҙ кофе эсеп алығыҙ, - тине лә, тегеһенең аптыраулы ҡарашына ҡаршы ирәбе итеп йылмайҙы. – Бар-бар, мин ебәргәндә йүгереп ултыр.
Ҡорһағы арыуыҡ булып бүлтәйеп, арып ултырған йәш ҡатынға күп кәрәкмәне, «Рәхмәт-рәхмәт, Марат Мансурович, һеҙ – фәрештә», - тип сығып та тайҙы. «Фәрештә» һүҙенән эстә ҡалғандар зәһәр йылмайыу менән алмашты. Һәм был «йылмайыу» барыһын да урынына ҡуйҙы. Ике яҡтан да икеләнеүҙәр, фаразлауҙар, төрлөсә юрап фекерләүҙәр юҡҡа сыҡты. Бары яланғас хас дошманлыҡ ҡына ҡалды.
–Йә, - тине доктор, – нимә кәрәк?
–Ә һиңә? – Һорауға һорау менән яуап бирҙе әбей.
– Миңә нимә кәрәклеген беләһең.
– Беләм. Шуға килдем. Мин уның һаҡсыһы.
–Аңланым. Тик көсөң етмәйәсәк. Мин һеҙҙең донъяла бик күптән йәшәйем, ҡөҙрәтем ҙур.
– Көсөмдөң самаһын әйтә алмайым, әммә мин Аллаһ ҡоло.
– Минең янымда уның исемен атайһы булма, - докторҙың тауышы йылан ыҫылдауына оҡшап китте.
–Исеменән дә ҡурҡаһың, нисек итеп ҡаршы тормаҡсыһың һуң?
– Ҡорбанымдың теләге менән көслөрәкмен һинән, ҡарсыҡ. Ҡыҙ үҙе минең ҡатыным булырға теләй, аңланыңмы?!
–Был ғына дәлил түгел, – Ғәбиҙә ишек тотҡаһына үрелгән ерҙән ҡайырылып дошманының асыуҙан ҡыҙыл боҙ төҫөнә ингән күҙҙәренә тура баҡты. – Бел: һуңғы һулышыма тиклем көрәшәсәкмен!
Доктор яуабын ябыҡ ишеккә ташланы:
–Тимәк, һуңғы һулышыңа күп ҡалманы, ҡарсыҡ.
Ләйлә бәхетенең етенсе ҡатында йөрөп никахҡа әҙерләнә. Ата-әсәһенә лә хәбәр итте инде. Тегеләре ҡапыл-ғара аптырашып ҡалһалар ҙа, ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы килмәнеләр. Үткән ял әллә күпме күстәнәстәр тейәп ауылға барып танышып та килделәр. Әсәһе лә, атаһы ла, туғандары ла кейәү егетенең мөләйемлегенә, аҡыллылығына, һеңлеләре бигерәк тә сибәрлегенә арбалып ултырып ҡалды. Әсәһе аулаҡ тура килтереп: «Әлдә генә лә яҡшы кешегә тура килгәнһең, балам, йәш айырмағыҙ арыуыраҡ булғанға аптырай төшкәйнем, тегеләй булһа ней, үҙең кеүек яңы студенттан сыҡҡаны булыр ине инде, тип ҡуям. Ярай, фатиры ла, яҡшы эше лә бар тигәсең... һәйбәт булған, бәхетең булһын инде», - тип серләшеп тә өлгөрҙө. Никахлашыуҙы киләһе аҙнаға билдәләнеләр.
Һәр көн киләсәккә яҡты өмөт менән тыуҙы хәҙер ҡыҙ өсөн. Ул бер туҡтауһыҙ һөйләште, шаярҙы, ҡысҡырып көлдө. Тик бына Ғәбиҙә инәйе генә шатлығын бүлешмәй кеүек. Әллә нимәгә йомолдо, үҙенә бикләнеп етдигә, хатта ҡаты ҡарашлыға әйләнде. Һуңғы көндәрҙә намаҙлығынан тормай. Хатта ҡыҙ төндә уянғанда ла әбейен шул эше өҫтөндә күрә хәҙер. Был төҫөндә ул ҡыҙға ысынлап Марат әйтмешләй «уҫал ҡарсыҡ»ҡа әүерелә башлағандай тойола.
Иртәгә никах тигән көндө Марат буласаҡ кәләшен кисте үҙендә үткәрергә саҡырҙы. Ләйлә шуға айырыуса тулҡынланып әҙерләнә. Улар иртәгә ир менән ҡатын буласаҡ. Шунлыҡтан, бөгөнгө кис нимә генә булған хәлдә лә ҡурҡыныс та, оят та түгел кеүек.
Ҡыҙ һаман намаҙлыҡ өҫтөндә бәүелгән инәйенең алдына записка яҙып һалды ла, йәнәһе лә эшен тамамлағас күрер, йыйынып такси саҡырҙы. Маратын күпме өҙөлөп әйҙәләмәһен, ошо өйгә килгәне, Ғәбиҙә инәйе менән танышҡаны юҡ. Йә бер, йә икенсе сәбәбе сығып, килә алмай ҙа ҡуя. Ярар, ғәйеп юҡ, иртәгә мотлаҡ танышырҙар, тип уйлап һөйөнә ҡыҙ.
Ғәбиҙә бөгөн етенсе көн ашамай-эсмәй, намаҙлыҡтан тормайса, Аллаһы Тәғәләгә етенсе изге юлды аса. Бөгөнгө хәлгә, ҡыҙ егет янына барғанға, ҡарағош ҡыҙҙы үҙ тәртиптәре менән никахлап, ҡатыны итеп өлгөргәнсә, әҙәми зат аналығына ҡара йән орлоғо төшөп ятҡанға тиклем, ул ошо һуңғы юлды асып өлгөрөргә тейеш. Өлгөрмәһә - туғыҙ айҙан ергә быныһынан күпкә көслөрәк һәм ҡурҡынысыраҡ зәхмәт яраласаҡ, уның ҡан дошманы кешеләр буласаҡ...
Ҡарағай кеүек мөһабәт, иҫ киткес сибәр, иғтибарлы ир, йәш ҡыҙҙың тамам һушын алып, донъяһын онотторҙо: таныш булмаған тәмле аш, башты әйләндергес әскелт шарап менән һыйланы, бейергә саҡырып өйөрөлттө, иркәләне, һөйҙө, ҡолағына татлы һүҙҙәр шыбырланы. Ҡыҙҙың күҙ алдында тирә-яҡ ҡына түгел, йыһан әйләнгәндәй булды. Ул алдында бары һөйгәненең арбағыс ҡараштарын ғына күрҙе лә, шулар ҡоршауында елгә бәүелеп торған яңғыҙ ҡыяҡ булып ҡалды. Арбалды, иҫе менән аҡылы айырылды, онтолдо Ләйлә. Ошо хәлдә ул ҡаршыһындағы егеттең тартыша-тартыша ҡарағошҡа әүерелеүен дә, уның үҙ телендә ниндәйҙер дәһшәтле һүҙҙәр ҡысҡырыуын да, унан үҙен сисендереп ҡуйып гранат һутындай ҡара ҡан менән ҡойондороуын да аңламаны. Бары тик ниндәйҙер мәлдә башын, ҡолаҡтарын, бөтә аңын томалаусы баҫым ҡапыл ысҡынып, тирәһендә быяла стеналар шауҙырҙап ҡойолған шикелле тауышҡа уянып китте. Шул мәлдә уның өҫтөнә эйелеп торған ҡот осҡос өрәк асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Был күренештән ҡыҙ унан да яманыраҡ ҡысҡырырға итеп ауыҙын асты ла... тауышы сыҡманы. Төшмө был?! Юҡ, түгел! Улайһа нишләп төшөндәге өрәк бында?! Марат ҡайҙа?! Мара-ат!!!
Ҡыҙ эргәһенән ғәйрәт менән алып атылғандай булып осоп барып төшкән теге зәхмәт ҡапыл һикереп тороп тағы килә башланы. Теле аңҡауына йәбешеп, күҙҙәре сынаяҡ аҫтындай булып аҡайған Ләйлә һушын юйып барғанда, ярым ҡараңғы бүлмәгә түбәнән ниндәйҙер нур юлаҡтары төшөүен генә аңғарғандай булды ла, урынына йөҙ түбән ауҙы. Ә ул юлдарҙан ергә төшөрөлгән фәрештәләр дәһшәтле алышҡа ташланды. Яу көн өсөн түгел, йән өсөн барҙы. Ауыҙынан һеләгәйе ағып, бар фиғеле үлтергес көс булған ҡарағоштоң тырнаҡтарынан өҙә теленгән фәрештәләр уның аяғы аҫтына аҡ юрған булып түшәлә, Ғәбиҙәнең ҡайҙалыр йыраҡта, аҫтамы-өҫтәме, көйләп-көйләп уҡыған тауышы көсәйә, ул асҡан юлдарҙан фәрештәләр ағыла, алышҡа ташлана торҙо. Көрәштең аяуы булманы. Ҡарағош дошмандарын өҙгөләне, тешләп, йыртып, ҡайырып бәрҙе, уңлы-һуллы һелтәнеп һуғып төшөрҙө. Фәрештәләр иһә яңынан-яңы көс менән ябырыла, үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеп ғифриттың хәлен ала, һуңғы сәғәттәрен яҡынлаштыра бирҙеләр. Был уның һуңғы төнө, ошо төндә затын ҡалдырып өлгөрһә - өлгөрә, өлгөрмәһә - бөтә уның киләсәге.
Офоҡ ситендә алһыу ғына еп булып ҡыҙарып таң һыҙыла башлауға ҡарағоштоң хәле бөттө, мускулдары ҡабарып ташҡан беләктәрен саҡ-саҡ һелтәне, яры ҡанаттары, йөнтәҫ аяҡтары буйлап ҡара ҡан аҡты. Бына ул һуңғы көсө менән ынтылып бите тәңгәлендә ҡанат ҡағынған фәрештәне йомарлап тотто ла, аҙау тештәре ыржайған ауыҙына ла алып барып еткерә лә алмайынса, ҡорбаны менән бергә иҙәнгә ауҙы. Фәрештәләр ҡар бураны булып һаман өйөрөлдө. Шул ҡолауҙан торманы ғифрит. Офоҡ ебенән тартылып сығып ҡала өҫтөнә атылған ҡояш нурҙары уны лазер уты шикелле яндырҙы, өттө һәм инде күпмелер ваҡыттан урында буръяҡ тап эҙе генә ятып ҡалды. Фәрештәләр иһә бүлмә иҙәнен ябып ҡырылышҡан яуҙаштары менән хушлашып бер аҙ остолар ҙа, килгән юлдары менән юҡ та булдылар...
Ләйлә иҫенә килгәндә фатирындағы үҙ урынында ята, янында Ғәбиҙә инәйе ултыра ине. Ҡыҙҙың ҡыбырлағанын аңғарғас та әбей ынтылып уның маңлайын һыпырҙы.
– Нимә булды?.. – ҡыҙ үҙ хәлен төшөнә алмай аптырап яҡ-яҡҡа күҙ ҡараһын йүгертте.
– Ауырып киттең бит, ҡыҙым, - Ғәбиҙә уны юрған аша тыпылдатып һөйҙө. – Инде йүнәлерһең инде, бөтәһе лә үтте, бөттө инде...
– Ҡалай бер нәмә лә иҫләмәйем... Күпме ятам һуң? Ой, эшем?!
–Эшеңә хәбәр иттем, балам, ҡапыл ауырып китте, тинем. Грипптыр, йөрөмәһен, ятһын, тине хужаң, һәйбәт кеше икән.
– Нисәһе бөгөн?
–Өсөнсө көн ятаһың, ҡыҙым. Ҡурҡынысы үтеп китте, хәҙер һиңә көс йыйырға ғына кәрәк. Мулла саҡырҙым әле, мәсеткә йәш мулла килгән, ти, Ғәрәп илдәрендә уҡыған, бик көслө...
–Ҡуйсы әле, инәй, хәҙерге ваҡытта ауырығанға мулла саҡыралармы инде, врачҡа барып справка алырмын да – еткән.
– Барырһың, врашына ла, нимәһенә лә, тигәндәй. Һинең ауырыуыңда көс килһен өсөн мотлаҡ ир кеше уҡырға тейеш.
–Ой, инәй...
–Балаҡайым, минең өсөн... мин тыныс булһын өсөн тыңла инде.
–Уф! Ну, ярай, һинең өсөн генә.
Төшкә ҡарай ҡыҙҙың бүлмәһенә өҫтөнә бик бөхтә итеп аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән, ҡаҡсараҡ йөҙөн ҡупшы ҡыҫҡа һаҡал-мыйыҡ биҙәгән егет килеп инде лә:
–Әссәләмәғәлә-әйкүм, - тип һуҙа биреп сәләмләне.
–Вәсә... мәғә... Һаумыһығыҙ.
Егет яндағы өҫтәлгә китаптарын таратып һалып, кәрәкле биттәрен асҡас:
– Мин хәҙер ҡысҡырып уҡырмын, һеҙ хәлегеҙҙән килһә тыңлағыҙ, килмәһә йоҡлаһағыҙ ҙа була, - тип, һарғайып бөткән яҙмаларына эйелде.
Йәш хәҙрәт көйләп-көйләп нимәләрҙелер уҡыны ла уҡыны. Ләйлә башта уңайһыҙ булмаһын өсөн генә тыңлаған кеше булып ятһа ла, тора-бара үҙен шул көй эсенә йомолғандай, һурылғандай тоя башланы. Йотлоғоп, егеттең туҡтауһыҙ ҡыбырлаған ирендәренән һәр сыҡҡан өндө, һүҙҙе һеңдереп алғандай булып ятты.
... Бер нисә көндән ҡыҙ эшкә сыҡты. Хәсән Усманович уны ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Барыһы ла һағынған, барыһы ла уның өсөн борсолған, шатланышып аулаҡ бүлмәлә сәй эсеп алдылар. Ләйлә ауырып ятҡандағы көндәр хаҡында һөйләнеләр, әллә нимәләрҙе иҫләнеләр, тик береһе лә бынан бер нисә көн элек кенә улар араһында Марат Мансурович исемле табип булыуы хаҡында ләм-мим өндәшмәне. Өндәшмәне, сөнки улар был хәлде белмәй, онотҡан, ә бәлки ул бөтөнләй булмағандыр ҙа...
... Ләйләнең күңеленән әллә ниңә теге мәлдәге мулланың нурлы ҡарашы, бәрхәт тауышы сыҡманы. Инәйенән исемен дә һораманы бит әле, хәҙер һорашыуы уңайһыҙ ҙа кеүек инде. «Ҡалай һылыу кеше мулла булып алған бит әле», - тип ҡат-ҡат кемгәлер үпкәләгән шикелле уйлап та алды. Унан, үҙен тамам тынысландыра булып: «Все, әйҙә, етәр! Муллаға ҡыҫҡа итәкле медсестра түгел, ә абыстай кәрәк. Онот!»- тип ҡуйҙы.
Ҡайтырға сығып атлай ғына башлағайны, кемдер йүгереп ҡыуып етте. Ҡараһа – теге мулла икән. Ләйләнең ҡапылдан кәйефе күтәрелде, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йырылып йылмайҙылар, күҙҙәре ҡыҫылып көлдө.
– Мине тағы лечить итергә уйлайһығыҙмы әллә?
– Юҡ-юҡ, һылыу, һаумыһығыҙ... Рөхсәт итһәгеҙ, оҙатайым тигәйнем... – егет уңайһыҙланыуҙан оҙон аяҡтарында әле бер әле икенсе яҡҡа аушанданы.
– Муллаға ҡыҙҙар оҙатып йөрөргә яраймы ни? Әйҙә улайһа, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлар булһағыҙ ни... – ҡыҙ ҡулындағы пакеттарын егеткә тапшырҙы ла, ашыҡмай ғына йәнәш атлап киттеләр.
– Риза булһағыҙ, мин һеҙҙе кемдән дә һаҡлармын, Ләйлә һылыу... Эй, һеҙ минең исемемде лә белмәйһегеҙҙер әле... Мин – Хажмөхәмәт.
Баш осондағы ике фәрештә талпынып-талпынып уҙышып осто, кәйелеп-кәйелеп уйнаны, елпенде...
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: