-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Май 2021, 14:06

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Ситса күлдәк Хикәйә Беренсе өлөшө

Ҡапыл һаҡһыҙ итеп солан ишеген ҡаҡтылар. Аһ-аһ, кем алай шар асыҡ йортҡа? Гәүһәр ғәҙәтенсә урам яҡ тәҙрәһенә күҙ атты. Йә сәүеге ләңкелдәп тауыш бирер ине. Ҡайһы яҡтан килеп инде икән был? Арауыҡтағы ел ҡапҡанан тиһәң, хәҙер унан кем йөрөһөн? Ул арала тегеһе ишеккә тағы бер ҡағылып: – Хозяйка! – тип тә ебәрҙе.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Ситса күлдәк
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Ҡапыл һаҡһыҙ итеп солан ишеген ҡаҡтылар. Аһ-аһ, кем алай шар асыҡ йортҡа? Гәүһәр ғәҙәтенсә урам яҡ тәҙрәһенә күҙ атты. Йә сәүеге ләңкелдәп тауыш бирер ине. Ҡайһы яҡтан килеп инде икән был? Арауыҡтағы ел ҡапҡанан тиһәң, хәҙер унан кем йөрөһөн?
Ул арала тегеһе ишеккә тағы бер ҡағылып:
– Хозяйка! – тип тә ебәрҙе.
«Аһ, урыҫ шай…» Гәүһәр итәгендәге ҡорама аҫтынан шыуып сығып, күҙ алмаларын шөкәтһеҙ ҙурайтып күрһәткән лупалы күҙлеген сисеп һалды ла, оҙаҡ ултырыуҙан ҡатып киткән билен ус һырты менән ыуа-ыуа тышҡа ыңғайланы:
– Иҙу-иҙу.
Сыҡһа урыҫ тигәне ҡап-ҡара башҡорт, башҡорт ҡынамы…
– Бә-әй, Әкрәм, һин түгеме?!
Был танырмы тигәндәй ауыҙын йырып өндәшмәй торған ир көлөп үк ебәрҙе:
– Мин шул, Гәүһәр апай, танымай тораңмы!
Унан ҡапыл иҫенә төшөп, ҡулындағы төргәген һикәлтә ситенә ырғытты ла, ҡабаланып ҡуш усын һуҙҙы:
– Һауғынамы, Гәүһәр апай.
Гәүһәр ҙә тупһанан төшә һалып үҙенә һуҙылған әллә ни яҙыуҙар менән сыбарланып бөткән ҡатынҡы ҡулдарҙы йылы устарына һыйҙырырға тырышып тотҡоланы, улай ғына ла күңеле булмай, ирҙең ҡаҡса яурындарын ҡосаҡлап уҡ алды, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Бындай яҡынлыҡ, йылылыҡ тегеһен ебетеп ебәрҙе. Яйһыҙ хәрәкәттәр менән ирекһеҙҙән һығылып сыҡҡан ике-өс бөртөк йәшен һыпырҙы, мышҡылдатып яҫы танауын тартты ла, ҡаштарын төйә биреп йәлләнес итеп ҡатынға төбәлде:
– Әсәй үлеп киткән икән, Гәүһәр апай, әй… еңгә…
Гәүһәр ҙә болдорона терәлеп яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплағандай итте:
– Шулайтты шу… Былтырлы-быйыллы ауырыны бит. Ҡалайтаң, туҡһанды үткәйне инде, барыбыҙ ҙа бара торған ер тигәндәй…
– һы-ы… - Әкрәмдең был темаға һүҙе лә, фаразы ла юҡ ине, күрәһең, ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.
– Үткәнсе иҫе дөрөҫ булды былай, һин тине лә һин тине, бахыр. Ней хәбәр итергә адрес-фәләнеңде лә белгән кеше юҡ, «ана килә лә бына килә» тип әүрәткән булдыҡ та, аңламаған тейһеңме, белгәндер инде… әсәй бит… балаһы булғасың көткәндер…
Гәүһәр хәбәренән туҡтап өнһөҙ булып бер нөктәгә текәлеп торған ирҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Уның алдында ҡасандыр әзмәүерҙәй таҙа көйө сығып киткән әҙәм урынына бөгөн килеп ҡарайып кибеп ҡатҡан ир йораты баҫып тора ине. Мәскәй һурғандай һарғайған йыйырсыҡлы ҡаҡса йөҙгә, булғас булһын әле тигәндәй, арҡыс-торҡос аҡһыл-төҫһөҙ яра эҙҙәре, сыйылған-теленгәндән ҡалған йөйҙәр өҫтәлгән. Был йөйҙәр хатта таҡыр итеп ҡырылғандан шытып килгән шырт сәсле башта ла ағарып күренә. Ҡул һырттары, беләктәре, хатта муйынының асыҡ урындарына ла һүрәттәр төшөрөлгән әллә. Арыҡ кәүҙәгә эленгән спорт костюмы ла үҙенә оло ағаһының кейемен кейгән үҫмер малай төҫөн бирә. Ҡыҫҡаһы, ҡасандыр күршеһе булған һөлөк кеүек Әкрәмдең йәмһеҙ күләгәһе генә килгән ине был кешелә. Ә бит заманында бар донъя уның алдындағы тәрилкәлә ятҡандай ине…
–Аһ-аһ, нишләп урамда торабыҙ һуң, әйҙә өйгә, Әкрәм, әйҙә, - ҡапыл ҡалҡып һикәлтәгә үрмәләй башлаған күршеһен сәйер ҡунаҡ беләгенән ҡырҡа тотоп туҡтатты ла, был ҡылығынан уңайһыҙланып китте:
– Тышши извининий… Гәүһәр еңгә, мин һеҙгә бер нәмә генә индереп сығайым тип килгәйнем…
–Әйҙә һуң, сәй артында…
Тегеһе урынынан ҡуҙғалманы:
–Юҡ, инеп тормайым, еңгә… уңайһыҙ булһа ла…
Гәүһәр ирҙең ниндәйҙер мөһим нәмә әйтергә теләгәнен аңлап киренән болдорға сүгәләне. Әкрәм ыҡ-мыҡ итте, һүҙен нимәнән башларға белмәй ыуаланды ла, ахырҙа яйын таба алмай, бая ситкә һалған ҡағыҙ төргәген шылдырҙы. Һаҡ ҡына төргәкте асҡан ҡатындың күҙҙәре эстәге ҡара ерлеккә зәңгәрле-ҡыҙыллы миләүшәләр һибелгән ситса тауарға төштө.
–Ҡалай матур… - үҙе бармаҡ остары менән генә тауарҙы бер һыпырып, һораулы ҡарашын Әкрәмгә күтәрҙе.
– Матурмы, еңгә… Оҡшағас һеҙгә булһын… - тамағына килеп тығылған төйөрҙө ыңҡылдатып йотоп ебәреп, шул тауарҙан күҙен ала алмағандай текләп һүҙен дауам итте, - Әсәйемә тип алғайным… Үлгәнен белмәгәйнем бит, бында килеп төшкәс кенә ишеттем. Әйткеләгәйне үҙе… бер нисә тапҡыр инде… «Ситса күлдәк кейҙерһәң»тип… Үҙем дә уйлағайным, матур тауар алып ҡайтырмын да, һеҙҙән күлдәк тектереп кейҙерермен тип… Булманы инде… Исмаһам һеҙгә булһын.
Гәүһәр нимә әйтергә лә белмәне, бер яҡтан үҙенә тәғәйенләнмәгән бүләктең сараһыҙҙан килеп юлығыуын да аңлай, икенсе яҡтан йәне әрнеп торған кешенең теләген нисек кире ҡаҡмаҡ кәрәк, ризалығын белдерә булып тубығына ятҡан төргәкте тағы ла тағы бер-ике ҡат һыйпап ҡына ҡуйҙы.
– Бына шулай, Гәүһәр апай, судьба моя фартовая… да ладно. Ярай, еңгә, улай-былай аят-нәмәләрҙә әсәйҙең дә исемен әйтеп ебәрегеҙ инде, минең был ерҙе оҙаҡ тапайһы ҡалманы, уны башҡа кем иҫләһен. Ярай, еңгә, - унан ҡапыл ғына кәйефе күтәрелгәндәй булып, әртистәрсә күкрәгенә усын ҡуйып тороп баш эйгән булды, - с наилучшими пожеланиями - хуш.
–Ху-уш… - хисләнеп киткән ҡатындың тауышы тын юлында ҡыҫылып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты. Ир кеше еңел кәүҙәһе менән ялан кәртәне ялп итеп аша һикереп төшөп, бил тәңгәленән үҫкән кесерткәнде йыра-йыра арт яҡҡа ыңғайланы.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: