Күршеләге буш торған йортҡа улын эйәртеп Нәҙирә күсеп килгәндә, был ауылдың килене булған Гәүһәр, дүртенсе балаһын тапҡан ине инде, «Килмәнем – ҡайттым»,- тип киҫә генә төҙәтте яңы күрше Гәүһәр кеүек үҙен танымағандарҙы. Баҡ тиһәң, ошо йортта йәшәп вафат булған Муса ҡарттың ҡыҙы булған икән, ҡырҙа ун алты-ун ете йыллап ирҙә торған. Ҡайтыуының сәбәбен һораған-ниткәндәргә: «Ялан яғын яратманым, йәнем биҙҙе»,- тип аңлатһа ла, ҡайһы берәүҙәр белепме-белмәйме: «Ире икенсе ҡатынға өйләнеп, быны айырып ебәргән икән» тигән хәбәр таратты. Нисек тә күршеһе булған ғаилә менән Гәүһәр ҙә, ауыл ғәҙәтенсә, аралашып-ҡатнашып йәшәргә ынтылды, урталағы ел ҡапҡа йәлп-йөлп итеп асылып-ябыла башланы.
Ике һыйыр, ат, бер нисә кәзә-һарыҡ эйәртеп алып ҡайтҡан Нәҙирәнең өй эсендә лә ҡаралты-маҙары, һауыт-һабаһы күҙгә күренерлек кенә ине. Быға ла әсе теллеләрҙең ғәйбәте етте: «Нәҙирәнән бабайы мал-мөлкәтен вис биреп саҡ ҡотолған тей».
Тыуған яғында һигеҙенсене тамамлап килгән Әкрәм ары уҡып-нитеп торманы, колхозға мал ҡарауға урынлашты ла, ҙур кирза итектәрен һелтәп атлап ашыҡмай ғына һыҙғырып эшкә китер, һыҙғырып эштән ҡайтыр булды. Әсәһе һыйырының һуңғы тамсы эйендеһенә тиклем тылҡып һауып, һәр тауығының йомортҡаһын һанап йыйып, һарыҡ-кәзәһе, ҡаҙ-өйрәге ҡайтмаһа өй беренсә йөрөп һарайҙар тентеп булһа ла эҙләп табып, эт артында һәлберәп торғанды өҙөп алырҙай булып донъя көттө.
Күрше-тирәһенә лә бары һүҙгә генә йомарт булды Нәҙирә. Эштән арып ҡайтып, инде алтау булып киткән балаларын бағып, ире ҡайтыуға нимәлер йүнәтеп маташҡан Гәүһәргә лә ҡайһы көндәре инеп ултырыр, ниндәй эшенә барып тотонорға белмәй йүгергеләгән йәш ҡатынды һауалы ҡараштары менән генә күҙәтеп, мул итеп хәбәр һатыр ине. Шул арала көнө буйына әсәйҙәрен һағынып өлгөрөп, әле килеп өйҙән сығышмай йөрөгән береһенән-береһе бәләкәй балаларҙың мышғыуына екһенеүен дә һиҙҙереп өлгөрә:
– Әллә нимә итеп өҫтө-өҫтөнә бала табаһың, килен, үҙеңде йонсотоп. Атанғолдар һин үрсеткәндән байыр тейһеңме. Шул булар инде алар.
–Ҡуйсәле, Нәҙирә апай, йонсомайымсы мин, яратам бәпестәремде, Ғәҙел дә… - майикмәккә тип сөсө ҡамыр баҫып торған Гәүһәрҙең йыуаш ҡына ҡаршы төшөүен ҡырҡа кире ҡаға Нәҙирә:
– Тапҡас яратаң инде аны, кем балаһын яратмаһын. Мин ана уҫлаптай Әкрәмемде һөйөп туймайым. Тик бынсама нимәгә? Ней тамаҡтарына, ней өҫтәренә еткерә алмайһығыҙ. Ҡайтҡаныңса донъяңдың аҫтын-өҫкә килтереп ултыралар.
Унан аҡланырға һүҙ тапмай көсәнеп кенә йылмайып торған Гәүһәргә муйынын һуҙа биреп тауышын баҫа төшә:
– Һурылып китеүеңә ҡарағанда әпәт һалып алғаның түгеме? - күҙ ҡараштары менән генә ҡатындың ҡорһағына ымлай, тегеһенең ҡыҙарып китеүенән фаразының дөрөҫлөгөн тантана итеп дауам итә. – Бар, һуңламаҫ борон алдыр!
– Ғәҙел ҡушмай бит, Нәҙирә апай, бала үлтерер булһаң ҡайтып йөрөмә тей, - Гәүһәр ҙә бышылдауға күсә.
– Уға нишләп әйтәң һуң?! Фиршел барырға ҡушты тиң дә кит, бөтә нәмәне иргә һөйләп тороп ней. Ул ыҙалаймы – һин ыҙалайың.
Күрше инәй менән әсәйҙәренең бышылдауға күсеүенә һағайған бәләкәстәр былар янына тағы ла яҡыныраҡ килеп, ниндәйҙер үтә лә ҡыҙыҡлы сер белергә теләгән ҡараштарын әле әсәләренә, әле әллә ни өнәп етмәгән инәйгә күсереп тора башлайҙар. Был хәл Нәҙирәнең һарыуын ҡайната, ул үсеккән шикелле тороп уҡ китә:
–Мына бит, аулаҡлап һөйләшеп тә ултырып булмай быларҙан, ауыҙға инеп баралар, - унан сығып барған ыңғайы тупһа төбөндә тағы ла бер бармаҡ янап ҡабатлай, - үҙеңде уйлап әйтәм, килен, ыҙалама.
Һикәлтәлә һуҙылып ятып уйнаған сабыйҙы ашаҡламау өсөн аяғы менән генә этәрә биреп шылдыра ла, галуштарын кейгәндә, үҙ алдына һөйләнгән булып, шулай ҙа эстәгеләргә ишеттерерлек итеп әйтә:
– Бала ла булдымы байҙыҡ…
Ауыр уйҙарға сорналып ҡалған әсәнең аптыранған ҡараштарын тотоп алған ун йәшлек кенә оло ҡыҙы, ниндәйҙер хәүеф янағанын һиҙенгәндәй, йүгереп килеп ҡаршыһына тора:
–Нимештәне, әсәй, Нәҙирә инәй йәнеңде көйҙөрҙөмө әллә?
Уның янына саҡ ҡына бәләкәсерәк тағы берәүһе тып итеп баҫа:
Яуап көтөп төбәлгән эскерһеҙ саф ҡараштарҙан, бер ҡатлы әммә шул уҡ ваҡытта үтә лә ҡайғыртыусан, борсоулы һорауҙарҙан ҡатындың баш осонда ҡайнашҡан ҡара уй-тойғолары өркөп туҙғышып оса ла, ул, ниһайәт, ихлас итеп йылмайып ебәрә:
–Хәҙер, бәпестәрем, май икмәк бешереп тороп сәй эсеп алырбыҙ.