+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Май 2021, 19:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Ситса күлдәк Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Гәүһәр ҡыҙ сағынан тегеү-бесеүгә оҫта булды. Быға бер ерҙә лә махсус уҡыманы ла, өйрәнмәне лә, һөнәр уға үҙе килдеме, башта бәләкәй туғандарына, унан тиңдәштәренә, ауылдаштарына кейем-һалым тегеп алды ла китте. Йылдан-йыл оҫталығы ла, таҫыллығы ла артты, тора-бара һырлап курткалар, пальтолар ҙа, йәнлек тиреләренән ҡупшы итеп башлыҡтар ҙа йүнәтә башланы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Ситса күлдәк
Хикәйә
Өсөнсө өлөшө
Гәүһәр ҡыҙ сағынан тегеү-бесеүгә оҫта булды. Быға бер ерҙә лә махсус уҡыманы ла, өйрәнмәне лә, һөнәр уға үҙе килдеме, башта бәләкәй туғандарына, унан тиңдәштәренә, ауылдаштарына кейем-һалым тегеп алды ла китте. Йылдан-йыл оҫталығы ла, таҫыллығы ла артты, тора-бара һырлап курткалар, пальтолар ҙа, йәнлек тиреләренән ҡупшы итеп башлыҡтар ҙа йүнәтә башланы. Ҡулының эш белеүе ғаиләһенә лә ҙур ярҙам булды, ирен дә, балаларын да баштан-аяҡ үҙе кейендерҙе. Заказдарҙан да өҙөлмәне. Эштән ҡайтып мал-тыуары менән балаларын тәрбиәләй ҙә, үҙе иҫ белә белгәндән күҙ алдында булған, бында ла бирнә итеп алып килгән, хан заманғы, аяҡ менән өйрөлтә торған тегеү машинаһында зеңгер-зеңгер итергә тотона. Ғаиләһе ошо көй аҫтында йоҡлап китә, ҡайһы саҡ, бигерәк тә балалары үҫеп, төрлө уҡыу йорттарында уҡый башлағас, йыш ҡына ошо көй аҫтында уянғылай ҙа ине. Хеҙмәтен аҙмы-күпме аҡса, аҡса булмағанда май-ҡаймаҡ, ит, ем, тауар кеүек хаҡ ҡаплай.
Шулай бер балалары ҡышҡы каникулға ҡайтҡанда, китеүҙәренә аҡса булыр тип, күршеһе Нәҙирәнән дә ваҡыт тапмау сәбәпле күптән кисектереп йөрөгән күлдәк заказын алды ла, ике кис төн ауҙарғансы ултырып текте. Индереп кейҙереп ҡарағайны, ҡойоп ҡуйған кеүек үҙенә. «Эй, килен, ҡулың алтын, магазиндан алғандарын да һинән йүнәттереп бөтөрмөн әле», - тип маҡтаны күршеһе, әммә аҡсаһын сығарып бирергә ашыҡманы. Гәүһәр көтә бирҙе лә, йыйынтыһының ҡайҙа ятҡанын күрһәтергә теләмәйҙер, ярай, индерер әле тип сығып китте. Бер нисә көндән ҡапыл ғына ҡала яғына юлланған машина килеп сыҡты ла, ике балаһын ашыҡтырып юлға төйнәй башланы һәм йыйынып бөткәс, аҡсаға тип күршеһенә йүгерҙе.
–Нәҙирә апай, ҡалаға машина бар, аҡса…
– Сеү! Һөрәндәмәһәңсе, Әкрәмем йоҡлап ята! – Нәҙирә хәбәрен тыштан уҡ һөйләп ашығып инеп килеүсегә ҡаштарын төйөп асыулы бышылданы.
Гәүһәр ауыҙын усы менән баҫты:
– Уй, яңылыш. Машина бар, Нәҙирә апай, теге өс тәңкәңде бирһәң тигәйнем, балларҙың аҡсалары самалы, ҡушымта булыр ине.
– Аҡсаны ней, Әкрәмемдең түшәге аҫтында ла ул.
Был яуаптан аптырап киткән Гәүһәр, һаманға тиклем иҙерәп ятҡан Әкрәмдең ысынлап йоҡлаймы-юҡмы икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрергә теләгәндәй төп яҡҡа һонолоп ҡараны.
– Ай Аллаһ, кәрәк ине бит әле…
– Кәрәк ине тип, аҙнаһына бер тейгән ялында баламды уятып торғоҙмам инде, йоҡлаһын йоҡоһо туйғансы, уянғас инерһең.
Ҡалай итергә белмәгән ҡатын ишек тотҡаһына үрелгән еренән һаман үрһәләнде:
–Ай Аллаһ, машина көтәме һуң, балларҙың юлына булһа ашарына етмәҫ тейем…
Шул ваҡыт Нәҙирә ҡыҙҙы ла китте:
– Бер бала – юҡ бала тип, әҙәмгә һанамай тороуың инде, үҙегеҙҙә эт тубығынан булғас ҡәҙере юҡтыр, минеке – ҡәҙерле! Ҡалала ыштан туҙҙырып йөрөймө ул, эштән бушағаны юҡ, бер эләккән йоҡоһонда быларына аҡса кәрәк булған!
Башынан аша һыуыҡ һыу һирпелгәндәй булған Гәүһәр, ҡаршы бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмаҫтан, тышҡа ташланды. Йөк машинаһы тәгәрмәсе төбөндә өмөтләнеп көтөп торған малайы эргәһенә килде лә, ғәрлек быуаһын йырып сығып килгән йәштәрен эскә йотоп:
– Нәҙирә инәйең ҡайҙалыр сыҡҡан икән, ярай инде, улым, түҙеп торорһоғоҙ, оҙаҡлатмай берәйһе аша ебәрермен, - тигән булды. Геүләп ҡуҙғалған машина артынан ҡар туҙаны күтәрелгәс тә эсендә урғылып ҡайнаған ташҡынға юл ҡуйҙы… Шул кисте Нәҙирә бер ни булмағандай әлеге өс һумды индереп бирҙе, индерҙе лә бер килке хәбәр тоғон бушатты әле. Гәүһәр өндәшмәй генә зеңгер-зеңгер тегенеп ултырҙы.
* * *
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: