Әкрәм менән күрешкәндән һуң бер нисә көн нисектер ауырыған шикелле аңҡы-тиңке килеп йөрөнө Гәүһәр. Әйтерһең дә, уның аҡлы-зәңгәрле генә болот-күңелен ауыр таш менән баҫырып ҡуйғандар ҙа, ул осоуҙан, күккә күтәрелеүҙән мәхрүм. Етмәһә, участка милиционеры килеп: «Әкрәм ағай ауылда булған тейҙәр, һеҙгә инмәнеме, ул туберкулезниктар бальнисынан ҡасҡан», - тип, былай ҙа һағайып торған йәненә икеләтә шом һалды. Башта әйтергә тип ынтылғайны ла, нимәлер тотто үҙен, бары һуҙа биреп кенә: «Әл-лә-се-е…» - тип ҡуйҙы. Унан, милиция егетен оҙатып ингәс, ҡапыл ғына бер ҡыйыу ҡарарға килгәндәй булып ҡараштары асылып, баҙыҡ хәрәкәттәр менән эшкә кереште ул. Шифоньерының өҫкө бүлегенән теге Әкрәм ҡалдырып киткән күлдәклекте килтереп сығарып, иҙән уртаһындағы балаҫына йәйеп ебәрҙе. Унан, келәтендәге кәрәкмәгән әйберҙәр тултырылған оло ағас һандығында бик оҙаҡ соҡоноп ҡатырға үлсәмдәр табып индерҙе. Гәүһәрҙең һандыҡтарында бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙының үлсәмдәре була торғайны ул, хәҙер ҙә бар әле олораҡтарҙыҡы. Инде кәрәге теймәҫ булғас, быларын ташлай торған ҡый араһына тыҡҡан икән.
Иҙәнде сәскәле болон итеп япҡан тауар өҫтөнән аҡбур менән ҡат-ҡат йөрөтөп, тирләп-бешеп һыҙмалар төшөрөп алды ла, өйрәнгән оҫта ҡулдарында оло ҡайсыларын ялт-йолт уйнатып, күҙ асып-йомғансы ҡырҡҡылап та ташланы. Унан машинкаһын тигеҙ генә көйгә көйләп алып зеңгер-зеңгер тегергә лә ултырҙы.
Был төндө Гәүһәрҙең зәңгәр ҡабаҡлы урам яҡ тәҙрәләре күҙ ҙә элмәне. Шулай уҡ әлеге зеңгер-зеңгер иткән тәгәрмәстәргә лә ял теймәне. Сөнки хужабикәләре элекке нужа мәжбүр иткән замандарындағылай, ә бәлки илһамланып, хисләнеп, туҡтай алмай ижад иткән оҫталай, баш ҡалҡытмай эшләне лә эшләне.
Йәйге салт ҡояш ҡыҙыл уҡтарын тау артынан яңы ата башлағанда, Гәүһәр, ҡасандыр һоро таҫма булып һуҙылған һуҡмаҡты юғалтырға теләп ҡоторошоп үҫкән үләндәрҙән сирҡаныс ысыҡ бөрсөктәрен ҡоя-ҡоя, елҡапҡа аша күрше ихатаға үтте. Һуңғы йылдарҙа тамам ҡартайып, бала шикелле үҙенә ылыҡҡан, әүрәтеүгә, йыуатыуға, иғтибарға мохтаж булып, уның килеп инеүҙәрен дүрт күҙ менән көтөп ултырыр күршеһен ятҡанында ла үҙе бағып, киткәнендә лә үҙе тәрбиәләп ҡуйғас, был бер яҡҡа ҡыйшайып ергә һеңеп барған йорттоң асҡысын да кемгә тапшырырға белмәй, ҡасандыр хужабикәһе ҡуйып йөрөгән ергә - һикәлтә эргәһендә ятҡан ҙур ялпаҡ таш аҫтына тығып ҡуйғайны. Тутланып киткән иҫке йоҙаҡты сылтыратмаҫҡа тырышып асты ла, хәлһеҙ шығырлаған таҡталарға һаҡ ҡына баҫып тура төп яҡҡа үтте. Унан ҡасандыр ниндәйҙер оҫта тарафынан һырлап эшләнеп, оҙайлы йылдар ағымында иҫке кейем, нафталин еҫенә ыҫланған шкафтың бер шарнирҙа ғына бәүелгән ишеген ҡайыра биреп, ҡасандыр үҙе теккән бихисап кейемдәр рәтенә өр-яңы алһыулы-зәңгәрле сағыу ваҡ сәскәләр менән биҙәлгән күлдәкте элде лә :
–Бына, Нәҙирә апай, Әкрәмеңдән һиңә ситса күлдәк, - тип ҡуйҙы.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң, әйтерһең дә, Нәҙирәнең һуңғы йылдарҙа кейгән еңле-япмалы әйберҙәре кеүек түгел, ә уның бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар әүәл яратып тектергәне - яғалары осло телләп һалынған, иркен өсмөйөш иҙеүле, ҡыҫҡа еңдәре яурындан ҡабартылған, биле билбаулап ҡыҫа бирелгән дә, итәге ҡыңғырау сәскәһе ише итеп ҡыялап төшөрөлгән күҙ яуын алыр күлдәк сағыулығы мәмерйә ауыҙындай өңөрәйгән шкафты ла, етем булып шымып ҡалған өй эсен дә, Гәүһәрҙең, ғүмер артылыштарының ҡайһы баҫҡыстарындалыр яҡын, ҡәҙерле кешеһенә әүерелеп өлгөргән күршеһен һағынып әрнегән йөрәген дә яҡтыртып, нурландырып ебәрҙе.