+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2021, 09:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Ситса күлдәк Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Сәй-шәкәр кеүектән башҡаға сығымы юҡ Нәҙирәнең. Йыл да тотонған мал аҡсаһын да, улының эш хаҡын да һалып баралар. Быларға өҫтәп майын-ҡаймағын, ит-йөнөн дә һатып ебәрә. Ауылда иң хәллеләрҙән үк булмаһалар ҙа, шулар рәтендә торғандарҙыр инде, эргә-тирәләге тәүге радиоалғыстың, телевизорҙың берәүһе Әкрәмдә булды.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Ситса күлдәк
Хикәйә
Дүртенсе өлөшө
Сәй-шәкәр кеүектән башҡаға сығымы юҡ Нәҙирәнең. Йыл да тотонған мал аҡсаһын да, улының эш хаҡын да һалып баралар. Быларға өҫтәп майын-ҡаймағын, ит-йөнөн дә һатып ебәрә. Ауылда иң хәллеләрҙән үк булмаһалар ҙа, шулар рәтендә торғандарҙыр инде, эргә-тирәләге тәүге радиоалғыстың, телевизорҙың берәүһе Әкрәмдә булды. Унан килә егеттәрҙең күҙен ҡыҙҙырып «кәзә» матайы ла алып менде. Яңы әйбер алған һайын әсәһе улының сикһеҙ ҡыуанғанын күҙәтә лә, әллә ысынлап, әллә шаяртып: «Бының өсөн әсәйеңә бер сатин күлдәк!» тип ебәрә. Йәнәһе артығын һорамай инде, сатины ла етә. «Була, әсәй, була» тип вәғәҙәләй улы. Тик урамға матайҙың арбалыһы килеп ингәндә лә, сатин күлдәк вәғәҙә көйө ҡала килә ине әле. Әйткәндәй, шул «матас» тигәндән дә бер хәтере ҡалғайны бит әле Гәүһәрҙең Нәҙирәгә.
Яңы йорт күтәреп ятҡан йәй башы ине. Кинйә малайы бурала йүгереп йөрөгән еренән ҡолап төшөп аяғын һындырҙы. Район үҙәгенән әллә ҡайҙа ятҡан ауылға тиҙ ярҙам машинаһы килеп етә алмай, туғыҙ саҡрымдай ерҙә яҙғы ташҡын йылға күперен ағыҙған да, эшләп ҡуйылмаған әле. Ауырыуҙы был яҡтан үҙ яйың менән ҡаршы алып сығырға кәрәк. Гәүһәр был тирәлә башҡа техника заты булмағанын белгәнлектән, кемгәлер йөрөүҙең буш ваҡыт үткәреү икәнлеген аңлап, тура күршеһенә йүгерҙе. Уңайға яй Әкрәм дә эштән ҡайтып йыуынып ҡына тора ине.
– Әкрәм, Рәхимйән аяғын һындырҙы бит, скорыйға ҡаршы апсығырға кәрәк ине, һинән башҡа йүн юҡ был тирәлә, - тип ғазаплы ҡарашын егеткә төбәне ҡатын.
– Шулаймы, еңгә, ныҡмы? - Әкрәм ҡаушап уҡ китте.
– Ныҡ шул, бүрәнәләй булып шеште, бармаҡ менән дә тейҙермәй. Уф Аллаһ, барып еткәнсе ҡалайтып түҙҙерергә.
Шул мәл аласыҡтан һөйләнә-һөйләнә Нәҙирә килеп сыҡты:
–Әкрәмемдең матайы ней, эшләмәй ултыра ла һаң, килен. Сыбыртҡылап ҡына йүгертергә машина бит ат түгел, саҡ ҡына бер нәмәһе килешмәһә лә боҙола ла ҡуя. Энәләй шөрөбө лә аҡса тора, уйынсыҡмы ал һайт иткән һайын ҡыуаларға. Бар, тиҙерәк, йүгер берәйһенә!
Гәүһәр, таҫтамалын көрәктәй устарында уңайһыҙланыуҙан бөтәрләп, әсәһенә ҡаршы сығырға ҡыймай торған егеткә бер генә сараһыҙ ҡараш ташланы ла, иренең эш еренә - баҫыуға йүгерҙе. Кисә кис кенә Әкрәмдең матайында ҡыҙҙар тейәп күрше ауылға уйынға барып ҡайтҡанын үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп ятҡайны бит.
Туҡтауһыҙ үкһегән кескәй улын итәгендә ҡыҫып тотоп, ат арбаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә «Инде лә ошо Нәҙирә апай менән ҡатнашмам» тип әсенеп уйланы Гәүһәр, тик малайы гипсын систереп ҡайтып урам буйлап сапҡанда, зеңгер-зеңгер иттереп күршеһенең тәҙрәләренә яңы ҡорғандар тегә ине инде.
Гәүһәрҙең һигеҙ балаһы бер-бер артлы мәктәпте бөтөрә торҙо, олораҡтары уҡыу йорттарын тамамлап эшкә төштө, уларға етәләре һәр төрлө һөнәрҙәргә һабаҡтарын дауам итте. Әсәләре ялға сыҡһа ла һаман өй араһында орсоҡ шикелле өйөрөлдө лә, кистәрен әлеге теген машинаһын зеңгерләтте. Ҙурая барған балаларының кәрәктәре лә, сығымдары ла үҙҙәре менән ҡатар үҫә, әле эшләгәндәренә лә таяныс кәрәк ине шул.
Нәҙирә иһә ғәҙәтенсә киске сәйҙән һуң күршеһенә инеп, уның яңы тансҡаған майын бер нисә йомғаҡҡа йомарлап ебәрергә әҙерләп һалғанын, баш-баш ҡороттарын да айырымлағанын, киске һауын һөтөн банкаларға бүлгеләп ҡойғанын ҡарап-күҙәтеп ултыра ла:
– Йә инде, буған ғына ризығыңды килеп һыпырып әпкитә лә баралар инде, - ти.
– Әпкитһендәр, шуларға тип әҙерләп торам бит, - тип ихлас яуаплай Гәүһәр.
– Күмәк бала ней ҡырғын яуы һымаҡ инде. Минең Әкрәмем өйҙә генә булғас ризығым да ситкә осмай, тәләфләнмәй.
–Ашаһындар. Балларымды туйҙырмаҫ булғас нимә тип малға текәлеп ултырам мин. Тамаҡ йыйып ултырмаға, - тип ебәрә хәҙер инде күршеһе менән нисегерәк һөйләшергә икәнде төшөнөп алған Гәүһәр ҙә. Ул әле Нәҙирәнең баҙында батман-батман йыйылып, тосһоп, күгәреп бөткән майҙарының, кәрзиндәр тулышып иҫкереп ултырған йомортҡаларының, келәтендә инде ҡортлауға киткән тоҡ-тоҡ ондарының, унан ҡала әллә күпме берәүҙең дә хәжәтенә яҙмаған аҙыҡ-түлектең маҡсатһыҙ һаҡланыуын белеүенә төрттөрә. Сәпкә таман ғына килеп тейгән таш Нәҙирәнең зитын семеттереп ебәрә лә, ул йәһәт кенә һүҙҙе икенсегә бора:
–Әкрәмемә анау касситлы магнитафунын әпирҙем әле. «Әсәй, һиңә бының өсөн күлдәктең ситсаһын түгел, ефәген апҡайтырмын» тигән була. Апҡайтыр ул, ефәген түгел әллә ниндәйен апҡайтыр әле, аҡсаһын ҡайырып эшләп тора, тәңкләп һалып тора…
Инде нисә йыл арауығында әлеге «ситса күлдәк» әкәмәтен ураған һайын ишетһә лә, үҙенә балаларының эшләгәндәренең дә, уҡығандарының да етер-етмәҫ аҡсаларын бүлгеләп, «Кәрәкмәй, үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ» тип тыйыуына ҡарамаҫтан, әленән-әле әллә ни төрлө күлдәклектәр алып ҡайтып биреп тороуҙарын өндәшмәй, әлбиттә, Гәүһәр. Бары тик:
–Һы-ы, һәйбәт инде, улай әпирәм тип торғас, - тип кенә ҡуя.
Колхоз карабы ни ғиллә менәндер ҡомға терәлеп, эш хаҡы түләнмәй башлағас, уйһыҙ-моңһоҙ ғына фермаға барып-ҡайтып йөрөп өйрәнгән Әкрәм аптырап ҡала. Эш юҡ түгел ул, эш элекке кеүек бар ҙа, күп тә, тик хәҙер хеҙмәт өсөн аҡса ғына бирелмәй. Әкрәм, бәлки, шулай ғына йөрөр ҙә йөрөр ине ул, уның өсөн бит бер нәмә лә үҙгәрмәй, шулай уҡ иртән тора, ашай, китә, кис ҡайта, аунап ята, клубҡа сыға. Инде күптән утыҙҙы үткәндә лә өйләнмәй йөрөүен иҫәпкә алмағанда, тамағы һыйлы, өҫтө-башы ҡараулы, күңеле көр уның. Тик бына әсәһе генә ризаһыҙ, буғай. «Буғай» ғына ла түгел, дүртенсе айҙа ла түшәк аҫтындағы төйөнсөк ҡалынлығы артмағас, ул бер көн, ашап алып телевизорға текәлгән улына екерә биреп өндәште:
– Былайтып ултырһаҡ ней, хәҙер хәйерселәрбеҙ ул, ҡансама йыйған мал китер ҙә бөтөр. Ана, ирҙәр ситкә сыға бит, һин дә йөрөп кил.
–Әллә яйланып китер әле, әсәй, көтә бирәйемме, - тине лә, улы, шаян ғына итеп, - минең түшәк аҫтындағы бер нисә йылға етәлер әле, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
Был хәбәр Нәҙирәгә оҡшаманы, быға тиклем ҡаты ҡағылғаны булмаған улын орошоп уҡ ташланы:
–Аҡса һурғанды түгел, өҫтәп торғанды ярата. Атаң ғошап, тапҡан ғынаңды расхутлап йәшәргә иҫәп тотаңмы әллә?! Мин һиңә Гәүһәр еңгәң түгел, әле тапҡанымды әлеге тамағыма тығырға!
… Әкрәм башта район үҙәгендә ниндәйҙер шәхси ойошмаға ялланды, унан кемдәргәлер эйәреп ҡалаға китте, әле бер, әле икенсе урынға урынлашты, әммә түшәк аҫтындағы төйөнсөккә башҡа бер тин дә өҫтәлмәне. Хатта, киреһенсә, хәҙер Нәҙирә әбейгә йыш ҡына һуҡрана-һуҡрана, әлеге яулыҡ төргәгенең төйөн төбөнән яһалған тишегенә бәләкәй генә ҡулын тығып ебәреп, йөрәген әсеттерә-әсеттерә ҡыҙыллы-йәшелле ҡағыҙҙарҙы тартып сығарып, улына биреп ебәрергә тура килә ине. Ураған һайын һуҡмыш ҡайтҡан Әкрәм, үҙенең һәм ҡалалағы зимагур дуҫтарының тормошон биҙәү өсөн, быуаҙ төйөнсөктө әсәһе сыҡҡан арала ла аҙ йоҡартманы. Яйы килгәндә бер-бер артлы магнитофон да, матас та, хатта телевизор ҙа «ҡалаға китте». Ә инде, улының һуңғы ҡайтып китеүенән һуң, әлеге донъя кендеге булған төйөнсөктән дә елдәр иҫкәс, Нәҙирә әбей бик ҡаты шаңҡып, аяҡ-ҡулдары ойоп-ҡатҡансы иҫәңгерәп ултырҙы…
Әкрәмдән әсәһенә бер генә хат килде. Уныһында ни яҙылғанын берәү ҙә белмәҫ тә ине инде, һуңғы ваҡытта күҙҙәре үтә лә насарайып киткән Нәҙирә ҡарсыҡ уны үҙе Гәүһәргә алып инде (күҙлек кеймәй ул). Әкрәм ҡыҫҡа ғына хатында бер нисә йылға сит илгә эшкә китеүен һәм әлегә уны көтмәүҙәрен сыймаҡлай ҙа, аҙаҡтан «Әсәй, үпкәләмә, ҡайтҡанда үҙеңә йылҡылдап торған күлдәклек алып ҡайтырмын, Гәүһәр еңгәнән бына тигән итеп тектереп кейерһең» тип тамамлап ҡуя.
Был юлдарҙы тыңлағанда Нәҙирә ҡарсыҡ: «Эй, балаҡайым, миңә ситсаһы ла ярар ине инде», - тип илап ебәрә.
Һуңғараҡ Гәүһәр ҡалалағы балалары аша Әкрәмдең бер ҙә сит илгә түгел, ә шешәләштәре менән эш урынынан төҙөлөш материалдары урлап һатҡан өсөн сәнскеле тимер ҡоймалар артына оҙатылыуын ишетә. Тағы ла бер нисә йылдан телдән-телгә күсеп килгән «сыҡҡан да тағы ла ултырған икән» тигән хәбәрҙәр өҙөлөп-йолҡоноп, ярым-йорто булып ҡолаҡтарға салынып китә.
* * *
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: