-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2021, 11:54

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА Хикәйә Беренсе өлөшө

Мунса мейесенә утын-сыра һалып тоҡандырайым тиһә, шырпы тапмай. Ошонда, көлдөксәлә генә ҡалдырып китә лә һуң, мунса яҡҡан һайын. Юҡ, тейәләр бит! Ҡатын, шырпы артынан сыҡты ла, урамда йөрөгән улдары менән иренә асыуын төшөрҙө: – Һалған нәмә урынында ята торғаны бармы беҙҙә? Шул, алғас, кире индерһәгеҙ ней була? Как ут ҡабыҙам тиһәң, эҙҙәндерәләр... – Нимә кәрәк? Шырпымы? – кәртә түшәмен алмаштырып йөрөгән ире, таҡта күтәреп барған ыңғайы, башын бороп ҡына һорай. Сөнки, был хәл аҙна һайын ҡабатлана.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЯЛТЫРМА
Хикәйә
Беренсе өлөшө
Мунса мейесенә утын-сыра һалып тоҡандырайым тиһә, шырпы тапмай. Ошонда, көлдөксәлә генә ҡалдырып китә лә һуң, мунса яҡҡан һайын. Юҡ, тейәләр бит! Ҡатын, шырпы артынан сыҡты ла, урамда йөрөгән улдары менән иренә асыуын төшөрҙө:
– Һалған нәмә урынында ята торғаны бармы беҙҙә? Шул, алғас, кире индерһәгеҙ ней була? Как ут ҡабыҙам тиһәң, эҙҙәндерәләр...
– Нимә кәрәк? Шырпымы? – кәртә түшәмен алмаштырып йөрөгән ире, таҡта күтәреп барған ыңғайы, башын бороп ҡына һорай. Сөнки, был хәл аҙна һайын ҡабатлана.
– Атыу! – Айгөл ғәйепленең кем икәнлеген яҡшы белә, шуға ла тауышын күтәрә төшә.
— Ана соланда... кеҫәлә.
– Ашайҙар шырпыны, күпме алаң, шунса юғалып тора.

Соланға инеп иренең эш кейеме кеҫәләрен тыштан ҡапшаны Айгөл, береһендә шыптырҙағас ҡулын тыҡты ла, шырпы ҡабы менән ҡуша бер үтә күренмәле ҡыптыр һауытты килтереп сығарҙы. Кире тыҡмаҡсы ла ине, теге нәмә шыптыры аша ялтырай биреп киткәс, күҙенә яҡынайтһа – бер пар алҡа. Ҡараңғылы-яҡтылы соланда уның оҙонса йәлпәк икәнлеген, йоморо ғына башынан сыҡҡан ырғағы ҡағыҙ ҡатырғаға беркетелгәнен аңғарҙы. Төҫөнә һәм ялтырлығына ҡарағанда көмөш микән?
– Тапмайыңмы әллә?
Иренең тауышы һикәлтә тәңгәлендә үк ишетелде. Ҡапыл тертләгән ҡатын ҡулындағын төшөрөп ебәреп, йәһәт һәрмәп алып кеҫәгә тығып өлгөрҙө:
– Таптым!
Ашығып мунса юлына атланы ла тағы туҡтаны:
– Тьфү! – шырпыһы солан тәҙрәһе төбөндә ятып ҡалған бит. Анау табышына аптырауҙан, хатта ки юғалып ҡалыуҙан, бөтөнләй зиһене тарҡалған да.

Мунсала эштәрен бөтөрөп өйгә ингәс тә, ундағы аш-һыу араһындағы мәшәҡәттәре менән булғанда ла, һаман теге алҡаларҙа булды уйы. Ҡасан алған тиген? Ҡайҙан барып алды икән? Һуңғы арала ҡала яғына сыҡҡаны юҡ. Улай тиһәң, район үҙәгендә лә бар инде хәҙер биҙәүестәр магазины... Һыы... Бүләк бирергә булғанмы? Нисек башы етте тиген?.. Йәшәүҙәренә ун дүрт йыл тулып үткәндә.. Берәйһе өйрәтте микән ни? Ҡалай маладис әле ул!

Бермә-бер кәйефе яҡшырҙы Айгөлдөң. Һурпаһына ваҡ рожки ғына ташлар ҙа ҡуйырмын ти ине, күңеле булыуҙан дәртле ҡуҙғалып, ихласлап һалма баҫырға кереште. Яҙғы йомортҡаларҙан һары булған ҡамырҙы һағыҙландырғансы тансҡағас, ҡағыҙҙай итеп өс өшә йәйеп ҡуйҙы. Улары кипкәнсе һыуытҡысында булған йәшелсә-маҙарҙан салат әтмәләне лә, йәш ҡаймаҡҡа болғап ултыртты. Аш әҙер булыуға тегеләренә һөрәнләне:
– Ә-әй! Әйҙәгеҙ, ашап алығыҙ!

Үҫмер малайҙары тәрилкәләрен тотоп ҙур яҡтағы компьютер артына ашыҡтылар. Унда уларҙы уйындары көтә. Айгөл икмәк-ит алып уландары артынан эйәрҙе. Шулайтып баҡмаһаң ҡоролай ҙа һыпыра улар, экранға тексәйешеп.
Ире ҡулын сайып килеп ултырғас Айгөл уға нисектер икенсе төрлө, ғәҙәти булмағанса итеп ҡараны. Өҫтәл уртаһында ултырған ризыҡтарҙы этәрә төштө.
– Ярай, үреләм бит, — тине Илшаты иғтибарһыҙ ғына. Ул һаман да төҙөлөшөн уйлай ине һәм шуны һөйләне лә: — Быҙауҙар торған яғын йылтырмын ул пажалый. Таҡтаһын аралыраҡ итеп түшәп, кирамзит менән симинт бутап заливайт итер ҙә ҡуярмын.
Ул быларҙы ҡатыны аңлаһын өсөн дә түгел, ниәтен һүҙҙә ишетеү өсөн генә әйтә. Шулай ҙа Айгөл ҡушыла:
– Шулайтырың һуң. Ҡиммәт булмаһа инде?
— Таҡтаға ҡарағанда осһоҙораҡ ул материалдар. Зато йылы ла була, мәңгелек тә, тигәндәй.
— Йә һуң...
Ирен күҙәтеп ултырған ҡатын уның теге алҡаларҙы хәҙер генә сығарып бирмәҫен аңланы. Уңайлыраҡ ваҡыт көтәлер шул. Уйлап ҡараһаң - раҫ, төшкө тамаҡ мәлендә, бала-сағалар алдында сығарып тормаҫ бит инде. Бүләк биреп өйрәнмәгән нәмә тартыналыр ҙа әле. Ҡатын кисте көтөргә булды.
Фото: mftrade.net
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: