+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Май 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Төшкө ашта ир-егеттәре күңелле гөрләште. – Давай, ашат рабочийҙарыңды, — ти ире, түр башына ултырып, — Егеттәрем асыҡты, буйтым эшкә өйрәнделәр бөгөн. Улдары аталарының ризалығына ирәйешеп, бер башҡа үҫеп китеп ултыралар. Хуплауҙы был яҡтың да күтәреп алыуын көтәләр. Тик һаман тауыш юҡ. Малайҙар ҡараштарын әсәләренә күтәрә, ире лә шулай уҡ. Айгөл иһә уларҙы бөтөнләй күмәй ҙә, ишетмәй ҙә, гүйә. Уның башын бөтөнләй икенсе нәмә биләгән. Яуап ала алмаған ир халҡы артыҡ сөсөләнеп тормай, “шап-шоп” ашауға керешә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЯЛТЫРМА
Хикәйә
Дүртенсе өлөшө

Төшкө ашта ир-егеттәре күңелле гөрләште.

– Давай, ашат рабочийҙарыңды, — ти ире, түр башына ултырып, — Егеттәрем асыҡты, буйтым эшкә өйрәнделәр бөгөн.

Улдары аталарының ризалығына ирәйешеп, бер башҡа үҫеп китеп ултыралар. Хуплауҙы был яҡтың да күтәреп алыуын көтәләр. Тик һаман тауыш юҡ. Малайҙар ҡараштарын әсәләренә күтәрә, ире лә шулай уҡ. Айгөл иһә уларҙы бөтөнләй күмәй ҙә, ишетмәй ҙә, гүйә. Уның башын бөтөнләй икенсе нәмә биләгән. Яуап ала алмаған ир халҡы артыҡ сөсөләнеп тормай, “шап-шоп” ашауға керешә.

Ултыра торғас, малайҙарҙың үҙ-ара бәхәсләшеп, һүҙ көрәштерә биреп китеүенә ҡапыл ҡуҙғый ҡатын:

– Шымығыҙ әле!Өҫтәл артында сәкәшеп ни...

Илшат яҡлаша:

– Сәкәшмәйҙәр ҙә инде. Ир баллар бәхәсләшә инде ул эш барышында, зато вис үҙҙәре уйлап...

– Әллә нимә уйлап сығарырһығыҙ инде бер кәртә башын япҡансы.

– Нишләп улай тиһең? Маҡтар урынға, — иренең ҡаштары һынды.

– Шул инде, һеҙҙе маҡтарға ғына кәрәк. Мине, ана, нимә эшләгәндә лә, маҡтаусы ла, күреүсе лә юҡ!

Шул ваҡыт өҫтәл башындағы ир алдындағы ҡалағын тәрилкәһенә шалтыратҡансы ташлап, ризығын ситкә этте. Уның был хәрәкәтенән балалар һағайҙы, бер аталарына, бер әсәләренә ҡаранылар.

– Нимә етмәй һиңә?

Ғаилә башлығының ярайһы ҡыҙып китеүе көн кеүек асыҡ ине. Ошо мәлдә туҡтал ине лә бит, тик Айгөл уны аңлар сикән үткәйне. Иренең ҡаты һорауынан үсегеп тороп уҡ китте. Унан мейес яғына барып бер урап килде лә, башланы:

– Миңә нимә етмәйме? Миңәме?! Бына һиңә нимә етмәй? Оятһыҙ! Хыянатсы!

“Оятһыҙ”ын ишеткәндәре булһа ла, “хыянатсы” тигәне балаларға ла, хатта иренә лә яңы һүҙ булды, өсәүләшеп, ишетелгәндең айышына төшөнә алмай, күҙҙәрен “сылт-сылт” йомғолап ҡалдылар. Ахырҙа, ир телгә килде:

– Ни һөйләйһең ул һин? Ҡолағың ишетәме әйткәнеңде?

– Эйе шул, мин инде хәҙер иҫәр ҙә икән, нимә һөйләгәнемде лә аңламайым. Ә һинең аҡлылың алтын - ике ҡатын тотаһың!

– Ҡатын? Ниндәй ҡатын? Ниндәй хәбәр был балалар алдында?

— Ә алҡа! Кемгә алдың алҡаны?! – Айгөлдөң ҡысҡырғанынан тәҙрә быялалары сыңланы.

– Ниндәй алҡа?! – ире лә бермә-бер тауышын күтәрҙе.

– Һинең кеҫәңдәге алҡа! Күрҙем инде! Бөгөн алып йәшереп өлгөргән. Бәлки, алып барып биреп тә ҡуйғанһыңдыр әле!

Илшат үҙенә тексәйеп киткән улдарына алмаш-тилмәш күҙ һалды. Аптырауҙан хатта яурындарын йыйырҙы:

– Төптө юҡты һөйләйһең бит! Бер ниндәй алҡа ла алғаным да, һалғаным да юҡ. Айгөл, аҡылыңа кил...

Хәҙер инде ҡатын тамам алйыған ирҙе дөрөп алып барҙы:

– Һаман танаһыңмы? Бына ошо күҙҙәрем менән күрҙем, ошо ҡулдарымда тотоп торҙом! Көмөш алҡалар ине!

– Ҡайҙа ине һуң?

– Кеҫәңдә!

– Ниндәй кеҫәлә?

– Куфайкыңда!!

Илшат һикереп тороп сығып соландан ҡыш кейеп йөрөгән эш фуфайкаһын индерҙе лә ҡатынының аяҡ аҫтына ташланы:

– Ҡайҙа алҡа?

– Юҡ инде уже! Хужабикәһенең ҡолағындалыр хәҙер. Кисә бар ине, бөгөн – юҡ!

– Айгөл!.. – шул саҡ ир ҡапыл тынып ҡалды. Иҙәндә ятҡан фуфайкаға ҡарап торҙо ла, яйлап ҡына ҡараштарын малайҙарына күсерҙе. Бер аҙҙан уның төйөлгән ҡаштары яҙыла барып, хатта ирен ситендә йылмайыу ишараты сағылғандай ҙа булды. Шулай тора биргәс ул малайҙарына өндәште:

– Бар, ҡармаҡ сыбыҡтарығыҙҙы индерегеҙ әле. Икегеҙ ҙә!

Тегеләре ғауғаның айышына төшөнә алмай аңшайышып ултыра бирә.

– Йә, кемгә әйтелде? – малайҙар кемуҙарҙан тышҡа ташланды. Һәм күҙ асып йомғансы оҙон ҡармаҡ сыбыҡтарын индереү өсөн ишекте шарран асты. Ире улдарын әсәләре алдына теҙеп ҡуйҙы һәм ҡулдарындағы ҡармаҡтарға төртөп күрһәтте:

– Шунан, таныйһыңмы алҡаларыңды?

Айгөл ҡараштары менән ҡармаҡ сыбығы буйлап үтте лә, ырғағына етәрәк ебенә беркетелгән ялтыр йәлпәк тимергә ҡарап ҡалды. Ире уның янына ҡуш итеп икенсеһен дә килтереп терәне. Теге ике көн буйына уға тынғылыҡ бирмәгән көмөш алҡалар ни ғиллә менәндер ҡармаҡ ебендә ялтырайҙар ине.

– Йә, — тине ире уға, — ни әйтерһең?

– Нисек... былай?.. Ниш-ләп?.. – тип кенә һорай алды ҡатын.

– Ялтырма бит был! Балыҡ уйната торған тимер. Малайҙарға тип бер пар алып ҡуйғайным үткәндә, кисә бирҙем. Иртән, эште бөткәс, балыҡҡа сығабыҙ.

Малайҙарҙың күҙе бер ялтырмаға, бер әсәләренә, унан аталарына төштө. Ире лә ниндәйҙер сиселеш көттө. Айгөл иһә әйтер һүҙ тапманы. Еңеләйҙеме уның хәле шул ваҡыт, әллә тағы ла ауырая төштөмө – үҙе лә белмәне. Алҡаларҙың алҡа түгеллегенән, икенсе ҡатындың булмауынан бигерәк, ымһынған бүләген ала алмау, өмөттәренең аҡланмауы ауырыраҡ яраланы шикелле уны. Яҡты хыялының бары ялтырма ғына булып сығыуы...

Ҡатын алдындағы яуап көтөп төбәлеүселәргә бер тултырып ҡына ҡараны ла, йөҙөн ҡаплап йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Аңланымы икән уның хәлен ире, йәки бөгөн-иртәгә ир буласаҡ малайҙары – билгеһеҙ.
Фото: mftrade.net
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: